Ҡара төндөң яҡты йондоҙо



жүктеу 104.95 Kb.
Дата26.04.2016
өлшемі104.95 Kb.
: download -> version
version -> Оқушылардың орта буынға бейімделуі барысында жүргізген жұмыстар туралы анықтама. қазан 2014ж
version -> Қазақстан тарихы бойынша Ұбт шпаргалкалары а а. Иманов көтерiлiс отрядтарын қаруландыру үшiн – қару-жарақ шығаруды ұйымдастырды
version -> Дома на окне пылился светильник со сломанным абажуром
version -> Қыс Қыстың ақ бояуы Көрпеге жер оранды Балалар ойнап далада Сырғанаққа тояды Ақ мамық қарды жер Балалар ойнап күлуде Мұзайдында сырғанап Астана
version -> Абай Құнанбайұлы
version -> Mұхтар Омарханұлы Әуезов
version -> Сабақ Қазақтың ұлттық ою түрімен құрлық суын бейнелеу
version -> Қазақ әдебиеті пәнінің негізгі мектепте оқытылу нысаны қазақ әдебиетінің үлгілері Басқа ұлт өкілдерінің қазақ халқының мәдениетін, әдебиетін, өнерін, тілін т б
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ

СИҘӘМ АУЫЛЫНЫҢ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

Тема:”Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”.

Мифтахетдин Аҡмулланың

тормошо һәм ижады.

.

Төҙөнө: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Фәйзуллина Рәйлә Әхиәр ҡыҙы

Сиҙәм-2012

Тема: Ҡара төндөң яҡты йондоҙо.

Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.



Маҡсат:

Белем биреү:

М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу,

өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.

Үҫтереү:

Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен,һүҙ байлығын үҫтереү,үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә,сығыш яһарға өйрәтергә.



Тәрбиәүи:

Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу,әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.

Йыһазландырыу:

М.Аҡмулланың портреты,китаптары күргәҙмәһе.

Сығыштар өсөн кәрәкле материалдар:карта,шәжәрә,Презентация”Аҡмулла”
Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!

II.Уҡытыусының инеш һүҙе.

1.Ай,Аҡмулла, Аҡмулла,

халыҡ күргән хаҡ мулла,

Яйыҡ буйла, Дим буйла

халҡың яҙмышын уйла” тигән башҡорт шағиры Ҡәҙим Аралбай.

2.Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла.

Ф.Рәхимғолова

Бына шундай шиғыр юлдары арналған XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән күренекле шағир М.Аҡмуллаға.Уны мәғрифәтсе-шағир тип йөрөтәләр.Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата һуң?

Әйҙәгеҙ белешмәнән ҡарап китәйек әле.



Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура

Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.

Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел,ҡаҙаҡтар,татарҙар араһында ла яратып уҡыла,күп шиғырҙарын халыҡ яттан белгән.2011 йылдың декабрендә тыуыуына 180 йыл булды.Бөгөн беҙ ошо мәшһүр шағирыбыҙҙың тормош юлы менән танышып китербеҙ.Ҡайһы бер шиғырҙарын да уҡырбыҙ.



Уны ни өсөн мәғрифәтсе тип атағандар? Был һорауға яуапты уның тормош юлын белмәйенсә ,яуап та биреп булмай.

Беҙҙең дәрескә Аҡмулланың тормошон һәм ижадын ныҡлы өйрәнгән”ғалимдар”килгән.Ә хәҙер уларҙың сығыштарын тыңлап китәйек.

Ә һеҙ иғтибар менән тыңлағыҙ,төп һорауға яуап табығыҙ,Аҡмулла тураһында һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙы,шуларҙы яҙып барығыҙ.Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ла бирә алаһығыҙ.Карточкаларҙа эйәртеүле һөйләмдәрҙең башы бирелгән,ә һеҙгә аҙағын тултырып яҙырға кәрәк буласаҡ.

III.Төп өлөш.

Сығыштарҙың темалары:

1.М.Аҡмулланың сығышы, ата-әсәһе хаҡында.

2.Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы.

3.Аҡмулла халыҡ араһында.

4.Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре.

5. Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү .Музей хаҡында.

Беренсе «ғалим» . М.Камалетдин улы Аҡмулланың тормош юлы, биография шаҡтай ҡатмарлы. Ул 1831 йылдың 14 декабрендә (яңы стиль - 26) Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, Күл-иле Мең олоҫоноң (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, Әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы - икеһе лә аҫаба башҡорттар. Камалетдин ауылда мулла була. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың ғаиләһе ишле булғас, фәҡирлек менән көн итәләр. Ревизия яҙмалары табылғас (ул беҙҙеңсә перепись була), ошонда мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә була(1834 йылғы).
Ишҡужа Ишбулдин

(указлы мулла)


Хәсибә Шәкәрбаныу



Камалетдин


Бибиөммөгөлсөм

Гөлниса Мифтахетдин

Камалетдиндың бүтән ҡатындарынан да бик күп кенә балалары була. Быны Аҡмулланың хатынан күрергә мөмкин.(212-се бит «Башк.просвет.-демократ. XIX в.) Үҙ әсәһе Бибиөммөгөлсөм бик йәшләй үлеп киткәс, Аҡмуллаға бөтә ауырлыҡтарҙы күрергә тура килә.

Икенсе ғалимға” һүҙ бирелә.

Мифтахитдин бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс,үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен,һыйҙырмауҙарын да кисерә.Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә:”оятымдан ҡара яндым хатта”тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта,мәҙрәсәнән ҡасып,тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяғ бармаҡтарын да өшөтә.

Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була

Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра,тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара,шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә,Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына

. “Өсөнсө ғалим”.1850 йылдарҙа тыуған ауылына ҡайтып, кәләш алып, бер аҙ ваҡыт ата йортонда йәшәй.Әммә, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йәмәғәте йәшләй генә вафат булып ҡала.Мифтахетдин ,шул сәбәпле булһа кәрәк,ауылда төпләнеп ҡала алмай. 1850 йылдың аҙағында, атаһы өйҙә юҡ саҡта атын,тунын рөхсәтһеҙ алып,ил гиҙеп сығып китә.Урал аръяғы далаларына юл тота.Башҡорт ауылдарында,ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып,мөғәллим,мүлдәкә булып таныла. Үҙ илендә атаҡлы башҡорт шағиры, сәсән һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин ҡаҙаҡтар араһында ла мәргән,аҡыллы кеше булып дан ала.Аҡмулла балта оҫтаһы булараҡ та таныла.Уҡымышлылығы,тура һүҙле булғаны өсөн “Аҡ мулла “тип атайҙар.Аҡмулланың тура,ғәҙел һүҙенән байҙар ҡурҡыр булған.Үс алыу өсөн төрлө юлдар эҙләгән.Улар ялған бәлә яғып,Аҡмулланы төрмәгә ултырталар ҙа инде.Дүрт йылдан һуң ағланып сыға.Ә байҙар бының менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайҙар.1895йылдың 8октябрендә Аҡмулла Миәс ҡалаһы эргәһендә төн үткәреү өсөн туҡтала.Шул ерҙә байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.М.Аҡмулланың тынғыһыҙ ғүмере шулай өҙөлә.Уны Миәс ҡалаһындағы мосолмандар зыяратына күмәләр.

Дүртенсе ғалим”.М.Аҡмулла күпте күргән,күпте кисергән шағир.Шуға ла уның автобиографик характерҙа булған шиғырҙары ла бар.мифтахетдин атай йортонан сығып киткәнгә ун өс йыл үткәс кенә ҡабат тыуған ауылына ҡайта,тип бирелә мәғлүмәттәрҙә.Туҡһанбайға ҡайтыуы хаҡында риүәйәттәр ҙә ысынбарлыҡты сағылдыра.Атаһы менән асыуланышып киткәндән һуң “Атайыма хат”әҫәрен яҙа.(тасуири уҡыу).Шулай уҡ автобиографик әҫәрҙәренең береһенә уның “Урыным-зиндан”шиғырын индерергә була.Уның менән ошондай ваҡиға ла була.(дәреслектән )Иҫәнгилде исемле Ҡаҙаҡ байы кеүек кешеләр уны төрмәгә ултырталар.Аҡмулланың эше ҡаралғансы дүрт үтеп китә.(тасуири уҡыу)

Бишенсе ғалим”.Республикала Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды.Миәкә районы Туҡһанбай районында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды.Был музейҙа нимәләр бар(Күргәҙмә материалдар күрһәтелә)Шулай уҡ районда Аҡмулла исемендәге премия ла булдырылған.Ул исемгә Аҡмулланың тормошон ,ижадын өйрәнеүселәр,уға арналған әҫәрҙәр яҙыусылар лайыҡ булған.(портреттары,китаптары)

IV.Уҡытыусы һүҙе.Рәхмәт,хөрмәтле ғалимдар.Һеҙҙең сығыштарҙан беҙ бөгөн бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ,тип уйлайымӘ хәҙер Аҡмулла тураһында һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙы,нимәләр белдегеҙ? Шуны карточкаларығыҙға яҙып ҡуйығыҙ.Хәбир менән Айратҡа кроссворд сисергә бирәйек.Гөлшат менән Зөлфиә викторина һорауҙары төҙөйҙәр.Иштуған ЛММ төҙөй башлай.

Вилдан төп һорауға яуап бирергә әҙерлән.



V.Эштәрҙе тиҙ генә тикшереп сығырға һәм уҡыусыларҙың эштәрен баһалау.

Викторина үткәреү.

VI.Уҡытыусы һүҙе. Аҡмулла –мәғрифәтсе,быны беҙ әле генә тормошо тураһында һөйләшкәндә үк иҫбатланыҡ. “Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”булып,халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль,сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ.Ғилемле кеше-ҡанатлы ҡош.

Белемле бөлмәҫ,белемһеҙ көн күрмәҫ.Белеү-нур,белмәү-хур.

Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк ,ти ул.Аҡмулла Салауаттан һуң икенсе булып,халҡыбыҙға “башҡорттарым”тип өндәшкән.Бына ошо шиғыры менән һеҙҙе Зөлфиә таныштырып китер.

“Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!”шиғыры.(ҡыҫҡаса фекер алышыу)



VII.Йомғаҡлау.Уҡыусылар,беҙ бөгөн бөйөк шағир М.Аҡмулланың тормош юлы менән таныштыҡ.Өндәшеү,саҡырыу шиғырын ятлағыҙ.Ул һеҙҙең өсөн девиз булып торһон. Киләһе дәрестәрҙә башҡа әҫәрҙәре менән танышырбыҙ,

Аҡмулланың тағы ла ниндәй сифаттарҙы хөрмәтләгәнен,ниндәйҙәрен яратмағанын да белербеҙ.



Өйгә эш: шиғырҙы ятларға;Аҡмулланың –мәғрифәтсе икәнлеген иҫбатлап дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ,сөнки инша яҙырға әҙер материал буласаҡ.

Индивидуаль эш-Хәбир,Самат-белем,наҙанлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙығыҙ.







а

ҡ

м

у

л

л

а




т

у

ҡ

һ

а

н

б

а

й




м

и

ә

к

ә




у

ҡ

ы

у




к

а

м

а

л

и

т

д

и

н




к

ү

ң

е

л







н

а

ҙ

а

н

л

ы

ҡ

1.БДПУ кемдең исемен йөрөтә?

2.М.Аҡмулланың тыуған ауылы.

3.Тыуған районы.

4.Уның яратҡан шөғөлө.

5.Атаһының исеме

6.Халыҡтың .....аңлаған.

7.Нимәне яратмаған?



Викторина һорауҙары.

  1. Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған).

  2. Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).

  3. Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).

  4. Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).

  5. Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн “Аҡмулла” тип атаған. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).

  6. Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”).

  7. Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).

  8. Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).

  9. Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).

  10. Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? (1989 йылда Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.).

  11. Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға музей ҡасан асыла? (1981).

Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:

Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:

Шуныһы мөһим:

Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки

Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:

Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:

Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки

______________________________________________________________

Мин Аҡмулла тураһында шуны белдем:

Уның шундай һәйбәт сифаттары булған:

Шуныһы мөһим:

Аҡмулланы халыҡ яратҡан,сөнки

Мине шул яғы ҡыҙыҡһындырҙы:

Уҡыу тураһында шундай фекер әйткән:



Аҡмулла –мәғрифәтсе,сөнки



©netref.ru 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет