Исследовательская работа ученицы 9 класса, члена Малой академии учащихся, мбоу сош д. Карткисяк мр аскинский район рб



жүктеу 0.53 Mb.
бет2/3
Дата02.05.2016
өлшемі0.53 Mb.
түріИсследовательская работа
1   2   3
: data -> olimp
olimp -> Аҡмулла йондоҙлоғо Һаумы, әхирәтем Аурика!
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Задания I тура дистанционной олимпиады по математике для учащихся 8 класса
olimp -> Галина Азалия Маратовна
olimp -> Хатмуллин Айрат Фавзатович
olimp -> Баязитов Айсыуаҡтың олимпиада һорауҙарына яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Бланк ответов фио ученика
olimp -> Муниципальное казенное учреждение
olimp -> 2. Австрия, Саксония, Бранденбург, Голландия, Англия
Глава с/п – Минимухаметов Ринат Хакимьянович

Управляющий делами - Зиева Фаниса Нафкатовна

Бухгалтер – Хузиева Ануза Мухаматзиевна

Техперсонал – Хаматова Ануза Набиевна

Дворов - 227

Население – 635

Женщины – 237

Мужчины – 248

Площадь – 1019га

Пенсионеры – 197

Дети до 18 лет – 150

Работоспособное население - 265

Фермеры – 4 : Хузиев Рафинат Янахматович (50га земли)

Мухаметзянов Адис Курбанович (10 КРС)

Ахметзянов Фадис Файзелгаянович (50га земли)

КФХ Абраров Фарит Шарипович:



Земли – 1400га

Трактор МТЗ – 4

Трактор Т-150 – 1

Трактор ДТ - 2

Грузовая автомашина ГАЗ-53 – 1

Легковая машина – 1

Арендованы здания склада, гаража, фермы.



Крупный рогатый скот – 60

Лошадей – 6

Планируется посев 170 гектаров зерновых культур, выращивание 3-4 га овощей.



Предприниматель- 1 – Ахунов Ильшат Мажитович - Пекарня, магазин - 2005г.

Коммерсанты: - 2

  1. Шакиров Рауфат Нуриманович

магазин «Заря»

Продавшица Мугтабарова Гульназ





  1. Абраров Данис Шарипович

Магазин «Нур»

Продавщица Кутлыева Фарида Адисовна



ФАП /Фельдшерско - акушерский пункт/

Фельдшер – Касимова Зиля Ахнафовна

Санитарка – Шакирова Амина

СДК /Сельский Дом Культуры/

Директор –Адыева Кадрия

Библиотекарь – Нурмухаметова Динара Нафкатовна

Техперсонал – Исмаева Зифа



ПочтальонХаматова Альфия

Электрик – Садретдинов Сагит Садертдинович

Газовик – Мухаматнуров Зульфат Хакимович

Пожарник – Исмаев Ильшат Хайрисламович
Ветслужба: ветфельдшер – Галиханов Ильгам Гарейханович

Улицы: Центральная Урожайная

Восточная Полевая

Речная Родниковая

Подгорная Молодежная, Луговая



Личные автомобили – 60

Трактора- 18

Грузовые машины – 12

Лошади – 44

Скот - 482

Пчеловодством занимаются:

Муллахметов Азат Муллахметов Фануз

Муллахметов Ильдар Нурлыев Адис

Гарифуллин Фатих Султанов Маулим

Хатмуллина Магинур Хазимуллин Раниф

Минимухаметов Ринат Муллахметов Тагир

Нурмухаметов Хальфат Садертдинов Сагит

Набиуллин Амирьян Нурмухаметов Ришат

Бариев Маснави Шакиров Нуриман

Шакиров Рауфат Бариев Магдан

Ахметзянов Фадис Ахметзянов Аниф

Балагутдинов Фигат Мугтабаров Ильдар

Хузиев Галиахмат Шакиров Радик

Нигматзянов Глимхан Муллахметов Маулимша

Мухаматнуров Мажит

Хузиахметов Галиулла


Успехи карткисяковцев

Республиканский конкурс пчеловодов – 2002г

Азат Муллахметов – II место

Районный конкурс за лучшую юрту – 2005 – Ш место

Районный конкурс «Лучший пахарь – 2005» -

Салават Нурлыкаев – Ш место

Чемпион РБ по подтягиванию, чемпион района по лыжным гонкам и легкой атлетике –

Харисов Вадим

Чемпион района по гиревому спорту, национальной борьбе и лыжным гонкам –

Харисов Альфис


Праздники и значительные события

Һабантуй – 1991

Һаумыһығыҙ, класташтар! – 1994

Ҡаҙ өмәһе – 2003



Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! - 2004

Алтын туйҙар – 2003, 2004

Дүрт быуын осрашыуы – 2005

Башҡортостандың күренекле шәхестәре менән осрашыу – 2006



Шәжәрә байрамы – 2006

Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! – 27 июнь 2009

Приложение № 3

Топонимика деревни Карткисяк

Ер – һыу атамалары

Йөкмәткеһе
1.Тыуған яғым –гүзәл яҡ

Күңелем нурға тулған яҡ.

2.Азат Әхмәҙулла улы Камалов менән Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙы Камалованың Атайсал һәм Башҡорт теленең тарихи-этимологик топономик һүҙлеге китаптарынан Ҡарткиҫәк ауылы тураһында тарихи мәғлүмәттәр

3.Отставкалағы майор, тыуған яҡты өйрәнеүсе, элекке уҡытыусы Мәүлимйән Нурғәли улы Нурғәлиевтың Ҡарткиҫәк ауылына бәйле легендаһы

4.Ауыл биләмәһенә ингән ер-һыу атамалары

5.Ер-һыу атамаларының исемдәр теҙмәһе

6.Ауылдаштарҙың тыуған ауыл, ер-һыу атамаларына арнап яҙған шиғырҙары

7. Ҡушымта

8.Ҡулланған әҙәбиәт.

Тыуған яғым - гүзәл яҡ

Күңелем нурға тулған яҡ.

Йөрәк түрендәге иң изге урынды биләгән тыуған яҡ һәр кемгә яҡын һәм ғәзиз.

Кешегә иң ғәзизе-туған әсә, иң кәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме -тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған тәбиғәтең. Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше бүтән әсәләрҙең ғәзизлеген, оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнарлығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белә.

Борон-борондан тыуған йортҡа, тыуған ергә булған мөхәббәтте халыҡ бөтә нимәнән дә ҡәҙерлерәк, изгерәк итеп күрә. Һәр кемгә лә тәү тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙарҙы күргән, тәүге тапҡыр тәпәй баҫырға өйрәнғән, беренсе мәртәбә табандар тупраҡ йылыһы тойған, ҙур донъяға алып сыҡҡан тыуған ер ҡәҙерле һәм яҡын. Тыуған илгә оло мөхәббәт тойғоһо ла ошо бәрәкәтле тупраҡтан, ғәзиз ерҙән-тыуған йорттан башлана, тимәк беҙҙең һәр беребеҙҙән- һинән, минән, беҙҙең эшебеҙҙән, хисебеҙҙән башлана.

Бөтә изге нимә лә тыуған тупраҡтан, тыуған йорттан башлана.

Ҡояш нуры менән туйынған, ямғырҙар менән йыуылған саф ауыл һауаһын рәхәтләнеп бер һыулауы, йәйге тын кистәрҙә ҡапҡа төбөнә сығып ултырып, йондоҙ тулы күккә ҡарауҙары үҙе бер ғүмер.

Ер – мәңгелек, ә кешеләр ерҙә ваҡытлыса йәшәй.Ошолай булғас, уға ҡәҙер –хөрмәт күрһәтеү бурысы борон-борондан, быуындан-быуынға күсеп килә. Ерҙең хәстәрлекле ысын хужаһы булыуҙан да олораҡ бәхет юҡ.

Тыуған ер! Ерҙең бер бөртөгө хаҡында уйланайыҡ. Ул бөртөк беҙҙең баҫып йөрөгән тупрағыбыҙ, ғүмер иткән төйәгебеҙ, туйындырған баҫыу, кейендергән ялан, йылындырған урман… шул ерҙә өйөбөҙ, шул ерҙә –көнөбөҙ. Ата-бабалар ҡаны менән һуғарылған ғәзиз ер ул. Ул бөтәһен үҙенә һеңдергән, бөтәһен үҙенә күтәргән, бөтәһен үҙенән үткәргән.

Эй, тыуған ер! Ғәзиз ер!

Сабый саҡтан уҡ матурлығың күңелемә һеңгән, йомартлығың йөрәгемә күскән минең. Аунап-тәгәрәп уйнаһам, һин миңә йәшел сиҙәм, күккә ҡараһам, төрлө-төрлө һүрәттәргә ингән мамыҡтай ап-аҡ болоттарың менән мауыҡтырҙың, хыялым ҡанаттарында ана шул зәңгәр киңлек – бейеклектәргә күтәрҙең.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан матди байлыҡҡа түгел, ә рухи байлыҡҡа ынтылған. Элек халҡыбыҙ тәбиғәттең телен аңлаған, һәр миҙгелгә ҡарата йолалар башҡарған, тәбиғәтте өйрәнгән, уға хужаларса ҡараған һәм бәләкәйҙән үк балаларға әҙәп орлоҡтары һалған.Улар ерҙең ысын хужалары булған һәм шуға ла бөгөнгө бик күп ер-һыу атамалары уларҙың исемен йөрөтә. Яҡшылыҡты, матурлыҡты күрә белеүсе, тыуған ерҙе ҡәҙерләй белеүсе ысын кешеләр булып йәшәгән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ һәм киләсәк быуындар улар тәрбиәһендә үҫкән.

Тыуған ауыл, тыуған төйәк, тыуған республика, Тыу­ған ил. Был төшөнсәләр һәр вакыт бергә йәшәй. Заманда­шыбыҙ күңелендә беҙ тыуған төйәккә мөхәббәт, уның үткәндәренә һәм бөгөнгөһөнә, туған телебеҙгә, мәҙәниәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм уның киләсәге өсөн хәстәрлек күрергә ынтылыш тойғоһо уятырға тейешбеҙ. Һәр кеше үҙенең сығышын, ата-бабаларҙан мираҫ булып ҡалған ер-һыуҙы, йыр-моңдо, ошо изге тыуған тупраҡтың тарихи исемдәрен белергә бурыслы.

Беҙҙең ауылда ла бөгөнгө көндә ата-бабаларыбыҙ исемен йөрөткән, улар атаған бик күп ер-һыу атамалары бар.

Беҙ ошо онотолоп барған исемдәрҙе тергеҙеү, уларҙың легендаларын өйрәнеп, киләһе быуындарға ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

Ҡарткиҫәк ауылының ер-һыу атамаларын өйрәнеү,эҙләнеү ваҡытында, ауылдаштарым араһында ер-һыу исемдәрен, атамаларын,уларҙың легендаларын белеүсе күп кенә кешеләрҙе таптым.Был эште башҡарыуҙа улар күп ярҙам күрһәтте. Улар Ғыйлванов Минниәхмәт, Барыев Мәғдән, Ҡыямова Фәйхүнә, Гәрәева Рәлифә, Солтанова Нажиә, Гыйлмалтдинова Мәрғүбә…

Түбәндә тәҡъдим ителгән тарихи мәғлүмәттәр Камалов Азат Әхмәдулла улы менән Камалова Фирүзә Үлмәҫ ҡыҙының “Атайсал” китабынан алынды. Азат Әхмәдулла улы Башҡортостандың Йылайыр районы Юлдыбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология кафедраһы етәксеһе, филология фәндәре докторы, профессор, ә ФИРҮЗӘ Үлмәҫ ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһында тыуған, Башҡорт Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.Улар был материалдарҙы төрлө тарихи сығанаҡтарҙан, ҡулъяҙма китаптарҙан, дәүләт архивтарынан, экспедиция ваҡытында туплаған , халыҡтан йыйған материалдарға нигеҙләнеп баҫтыралар.


ҠАРТКИҪӘК АУЫЛЫ

Ҡарткиҫәк — Асҡын районында урынлашҡан төп башҡорт ауыл­дарының береһе. Уға бик боронғо башҡорт ҡәбиләләрен тәшкил иткән су-танып һәм ун ҡәбиләләренә ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. Ауылда арыҡбай, суманай, мәнди, ҡәлмырҙа, алый тигән нәҫел (зат) исемдәре һаҡланып ҡалған. Был кешеләр үҙ әйберҙәренә, малға өс төрлө тамға һалған булғандар. Мәҫәлән: Урта­лағы ике тамға бер нәҫелдеке (заттыҡы, араныҡы) булғандыр, сөнки дөйөм формаһы оҡшаш.

Ауылға кем нигеҙ һалғанын асыҡлаусы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә мәғәнәһен бер ни тиклем асыҡлап була.

Ә. Әсфәндиәровтың 1993 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «История сел и деревень Башкортостана» тигән бик файҙалы китабын­да был ауыл тарихы тураһында байтаҡ материал бар. Китапта шул ауылда тыуып үҫкән М. Н. Нурғәлиев ағайҙың версияһы килтерелгән. Уның буйынса был ауыл ҡарт һәм киҫәк «доля — өлөш» тигән һүҙҙән яһалған. Бының шулай булыуын раҫлаусы материалдар юҡ. Башҡорт­та ер өлөшөн, пайҙы башлыса бүләк һүҙе менән атап йөрөткәндәр. Ул «бүлеү — делить» тигәнде белдергән термин. Ә киҫәк һүҙе башлыса «зат, ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылған. Пермь өлкәһе Барҙы районындағы Ҡайынауылда (икесе исеме Березники) саҡай киҫәк, тау киҫәк, турғай киҫәк, әрәмәс киҫәк, юғары киҫәк тигән нәҫел (ара, аймаҡ) исемдәре бар. Үзбәк телендә лә кесек һүҙе хәҙер ҙә «ырыу» тигәнде белдерә. Ә ҡарт һүҙе «оло, ҙур» мәғәнәһендә ҡулланылған.. Шуның кеүек Ҡарткиҫәк ауылы ла «Оло ырыу, оло нәҫел, оло зат» тигәнде белдерә.

Ошо уҡ авторҙарҙың тағы ла бер китабы донъя күргән. Ул “Башҡорт теленең тарихи-этимологик топонимик һүҙлеге»тип атала. Был китапта ғилми әҙәбиәттә әҙ күтәрелгән, ауыл исемдәренең сығышы, барлыҡҡа килеү тарихы, уға нигеҙ һалған ырыу-ҡәбиләләрҙең кешеләре тураһында һүҙ алып барыла. Эҙләнеүҙәр барышында Камаловтарҙың был китабын уҡып өйрәнергә тура килде һәм үҙебеҙҙең ауыл тураһында ла ҡыҙыҡлы материалдар осраттыҡ.Шул китапта бирелгән материалды тәҡъдим итәбеҙ:
ҠАРТКИҪӘК
Асҡын районында Ҡарткиҫәк, Яңы Ҡарткиҫәк исемле ике ауыл бар. Телебеҙ һәм илебеҙ тарихын өйрәнеүселәргә ошо ауылдың тарихы ла, исеме лә ҡыҙыҡлы ғына мәғлүмәттәр бирә. Ауыл халҡы Ҡарткиҫәк тарихы тураһында түбәндәге риүә­йәтте һөйләй: «Был ауыл төҙөлгәнгә өс йөҙ йылдар самаһы ваҡыт барҙыр. Ауыл урынында элек мариҙар ултырған булған. Бер ваҡыт Ҡарткиҫәк тигән бабай үҙенең 9 улы менән ошо яҡтарға килеп сыҡҡан. Улар Асҡын йылғаһы буйын оҡшатҡан һәм ауыл төҙөп ебәргән. Аҙаҡтан Ҡарткиҫәк ауылына нәҫелдәре лә күсеп килгән. Ҡарткиҫәк бабай улдары йылғаның бер яғын­да өй һалған, һуңғараҡ килгәндәр йылғаның икенсе ярында урынлашҡан. Ҡарткиҫәктең улдары йәшәгән яҡты «Иҫке ауыл» тип йөрөткәндәр. Ҡарткиҫәкте Кубияҙ олоҫона старшина итеп һайлағандан һуң, ул Кубияҙға йәшәргә күсә, ә улдары атаһының ауылында ҡала.

Тарихи сығанаҡтарҙа Ҡарткиҫәк ауылының борон Су Танып олоҫоноң Өфө Танып, Байҡы түбәләренә ҡарағаны теркәлгән. Ауылда 1795 йылда 18 йорт булып, унда 299 кеше йәшәгән. XIX быуат уртаһында ауылдың административ-территориаль буйһоноуы үҙгәрә төшә. Ул саҡта Ҡарткиҫәктең аҫаба (вотчинный) баш­ҡорттары 10-сы Башҡорт кантонының 20-се йортона ҡараған булған. Ауылға аҫаба башҡорттар типтәрҙәрҙе лә, мишәрҙәрҙе лә йәшәтергә алмағандар. 1902 йылда Ҡарткиҫәктә Бөрө өйәҙе Кубияҙ олоҫондағы Ҡарткиҫәк ауыл йәмғиәтенең үҙәге урын­лашҡан. Унда 706 аҫаба башҡорт йәшәгән. Ҡарткиҫәк башҡорт­тарына 9 мең 287 дисәтинә ер тейгән. Ауылда ул саҡта мәсет, уҡыу йорто (училище), һыу тирмәне эшләгән. Халыҡ малсылыҡ менән дә, игенселек менән дә берҙәй үк тигеҙ шөғөлләнгән. Шулай ҙа сығанаҡтарҙа умартасылыҡтың ныҡ үҫешкән булы­уын айырым билдәләгәндәре асыҡ һиҙелә.

Ауылдың исеменә килгәндә, уны тел һәм тарих, этнография материалдарына таянып аңлатырға кәрәк. Халыҡ араһында киң таралған легенда-риүәйәттәрҙә Ҡарт­киҫәк атамаһы шул ауылға нигеҙ һалған кешенең исеменән алынған булырға тейеш, тип әйтелә. Ҡайһы бер информаторҙар ауыл исемен икенсе төрлөрәк аңлата, һуңғыһы буйынса «киҫәк» һүҙе «өлөш», «бүлек» тигәнде белдерә. Сөнки йылғаның бер яғы ауылға нигеҙ һалған «Ҡарттың бүлкәһе, пайы, ере, өлөшө» ти­гәнде белдерә. Беҙҙеңсә ошо һуңғы аңлатыу дөрөҫкә яҡын, әммә бөтөнләйгә дөрөҫ түгел. Был ауыл исеме, ысынлап та, ҡарт һәм киҫәк тигән һүҙ­ҙәрҙән тора. Ҡарт һүҙе «бабай», «өлкән кеше», ҡарт русса «старик» тигән мәғәнәлә ҡулланылған булырға тейеш. Ә бына киҫәк һүҙе — Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенә хас лексик берәмек. Ул яҡта, бигерәк тә Пермь өлкәһендә йәшәгән ғәйнә башҡорттарында киҫәк, кисәк һүҙҙәре «ырыу, нәҫел, зат, ара, аймаҡ, түбә» мәғәнәһендә ҡулланыла. Быны Пермь өлкәһе Барҙым районы Ҡайынауыл халҡы үҙҙәрен саҡайкисәк, таукисәк, турғайкисәк, әрәмәкисәк, юғарыкисәк тигән ара-аймаҡтарға бүлеп йөрөткәненән дә белеп була (ҡара­ғыҙ: А. Камалов, Ф. Камалова. Атайсал. Өфө: Китап, 2001. 364-се бит).

Ҡайһы бер төрки халыҡтарынан үзбәктәрҙә һәм ҡаҙаҡтарҙа кисәк һүҙенең «ырыу, зат, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылғаны билдәле. Мәҫәлән, үзбәктәрҙә моллакесек, мирзакесек тигән ай­маҡ, ҡаҙаҡтарҙа ҡаракисәк тигән ырыу бар (ҡара: Р. Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения. М.: Наука, 1974. 272-се, 419-сы биттәр). Р. Ғ. Кузеевтың әле һылтанған китабынан кесек тигән һүҙҙең «ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылыуы ҡырғыҙ теленә лә хас икәнле­ге күренә (Шунда уҡ. 419-сы битте ҡара).

Ҡайһы бер төрки халыҡтарынан үзбәктәрҙә һәм ҡаҙаҡтарҙа кисәк һүҙенең «ырыу, зат, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылғаны билдәле. Мәҫәлән, үзбәктәрҙә моллакесек, мирзакесек тигән ай­маҡ, ҡаҙаҡтарҙа ҡаракисәк тигән ырыу бар (ҡара: Р. Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения. М.: Наука, 1974. 272-се, 419-сы биттәр). Р. Ғ. Кузеевтың әле һылтанған китабынан кесек тигән һүҙҙең «ырыу, нәҫел» мәғәнәһендә ҡулланылыуы ҡырғыҙ теленә лә хас икәнле­ге күренә (Шунда уҡ. 419-сы битте яғында нигеҙ ҡорған. Аҙаҡтан килгән 6 нәҫел йылғаның ҡаршы ярына йорт һалған. Тәү башлап килгән яҡ «иҫке ауыл» тип йөрөтөлгән. Унда ултырған нәҫелде Ҡарт нәҫеле, Карт ырыуы, Ҡарткиҫәк тип йөрөтә башлағандар. Шул һуңғы исем нәҫел исеме ауыл атамаһы булып ҡулланылған да инде.

Тимәк, Ҡарткиҫәк «Ҡарт нәҫеле» тигән мәғәнәне аңлата. Ауылда 5 киҫәк бар, уларҙың һәр береһе тиерлек үҙ милкенә айырым тамға һалыр булған. Ауылда яҙып алынған тамғалар уларҙың төрлө сығышлы булыуына ишара яһай. Әммә ҡайһы тамғаның ниндәй киҫәккә(аймаҡҡа, нәҫелгә) ҡарағаны әлегә билдәле түгел.


Ҡарткиҫәк ауылы исеменә бәйле киләһе легенда Мәүлимйән Нурғәли улы Нурғәлиевтан хат яҙышыу ваҡытында алынды.Ул Ҡарткиҫәк ауылында тыуып үҫкән, элекке уҡытыусы, отстав­калағы майор, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Ауылыбыҙ исеменә бәйле легенда

Ҡарткиҫәк ауылы тәбиғәттең бик матур һәм уңайлы урынын­да урынлашҡан. Төньяғында һалҡын елдәрҙән һаҡлаусы бей­ек тау бар. Тау аҫтында шишмәләргә бай Ашҡыш йы­лғаһы аға. Тау артында - йүкә урманы, Ҡарағатлы, Тауғыкүл, Усманкүл исемле күлдәр бар. Нәҡ бына ошо уңайлы урынды һайлап, беҙҙең ата-бабалар би­регә төпләнгән, ауылға нигеҙ һалған. Ауылға ҡасан нигеҙ һалыныуы тураһында теүәл бил­дәле түгел. Өлкән кешеләр ауылға 300 йылдан артығыраҡ булыуын әйтә. Шунан сығып, 16 быуат аҙағы йәки 17 быуат башында күсеп килгәндәр, тип фекер йөрөтә алабыҙ.

Беренсе булып үҙ ғаиләһе менән бер Ҡарт күсеп килгән. Уның ике улы һәм бер ҡыҙы бу­лған. Мөмкин ҡәҙәр күберәк ер алып ҡалыу ниәте менән Ҡарт үҙенең балаларын башта төрлө урындарға урынлаштырған. Өлкән улы тау артындағы күл янына ултырған, был күл әле лә Усманкүл тип атала. Кесе улы Үтәкәйҙе Ҡарт ауыл­дың көньяҡ-көнбайыш яғындағы күл янына урынлаштыра. Был күл Үтәкәйкүл тип атала. Ҡыҙы Мәрйәм, үҙенең ғаиләһе менән, ауылдың төньяғындағы күл си­тенә төпләнгән. Был күлде Мәрйәмкүл тип атайҙар.

Ҡарт үҙе Ашҡыш йылғаһы буйына, шишмә (тоҙло шишмә) янына ултырған. Ба­шҡа күсеп килеүселәр ҙә уның йәнәшәһенән урын алғ­ан. Шулай итеп, ауыл бар­лыҡҡа килгән. Был урын хәҙер Иҫке ауыл тип атап йөрөтөлә. Ауыл исеме Ҡарт­киҫәк – был ергә беренсе күсеп килгән Ҡарттың ҡушаматы менән бәйле. Уны ололап Ҡарт тип кенә йөрөткән­дәрҙер. Ул ер алып тормош хәлен нығытҡас, балаларын үҙ янынараҡ ала, һәр береһе үҙ йортон һала.


Әтәсле күл

Был күл элек бик тәрән һәм ҙур булған. Ауылдан йыраҡ түгел Ашҡыш йылғаһының һул яғында урынлашҡан. Был хәл революция йылдарында була. Власҡа ҡыҙылдар килгәс байҙарға тығыҙлыҡ керә. Байҙар ҡурҡыуҙарынан бөтә байлыҡтарын ошо күлгә йәшерәләр. Ваҡыт үтеү менән был күлдән әтәс ҡыскырған тауыштар ишетелә башлаған. Ауылдан йыраҡ булмаған был күлгә, әтәс алтын-көмөштәр күреп эйәләшеп алған була .Ошо күлгә кешеләр әтәс килгәнен күрәләр һәм был күлде Әтәсле күл тип йөрөтә башлайҙар.



Кәмәле күл

1 вариант

Был күл ауылдың көнсығыш яғында урман эсендә урынлашҡан. Шул күлдә бер бай үҙенең ғаиләһе менән кәмәлә йөрөргә яратҡан. Бай булғанға күрә ярлы халыҡ уны яратмаған. Уны һигеҙ кеше(ярлылар) күҙәтеп тороп үлтерергә булғандар.Сөнки был бай үҙе лә ярлыларҙы яратмаған , гел уларҙан көлгән. Уның ярға йөҙөп килгәнен көтөп алғас, байҙы туҡмап үлтерәләр. Ә байҙың кәмәһе яр буйында тороп ҡала. Һәм был кәмә оҙаҡ йылдар яр буйында тора. Ошонан һуң ата-бабаларыбыҙ был күлде Кәмәле күл тип йөрөтә башлайҙар.

2 вариант

Был күл Упҡанкүл һәм Ҡарткиҫәк ауылдары араһында урынлашҡан. Ул күл убылып барлыҡҡа килгән. Кәмәле күл бер ҡайҙа ла аҡмай, тик йотҡолоҡтарҙан ер аҫтына инеп китә. Элгәре был күлдә кәмәгә оҡшаған күтер йөҙөп йөрөгән. Шуға ла уны кешеләр Кәмәле күл тип атаған. Хәҙерге ваҡытта күтер яр ҡырыйына йәбешеп ҡалған.

Упҡын күле.

Был күл урынында элек ҙур тупыл ағасы үҫкән.Ошо ерҙә бер бабай бесән сапҡан.Бер ваҡыт ул бесән эшләгән ер дөбөрҙәй башлаған. Уның тәүҙә аты ысҡынып сапҡан.Үҙе лә йыраҡ китә алмаған,боролоп ҡараһа, ҙур булып ер упҡан.Ул ауылға йүгереп ҡайтып халыҡҡа:



  • Упты, упты! –тип ҡысҡырған. Халыҡ килеп ҡараһа, убылған ер һыу менән тулып, ҙур күл барлыҡҡа килгән. Шунан бирле барлыҡҡа килгән күлде Упҡын күле тип атап йөрөтә башлағандар.

Мәрйәм күле

1 вариант

Беҙҙең ауылдан 4-3 саҡрым йыраҡлыҡта Мәрйәм күл тигән урын бар. Матур ҡыуаҡлыҡтар, еләк-емешкә бай урын ул. Бесәнлектәре лә күп уның.Шул күлдең тарихын оло кешеләр былай һөйләгәндәр:

- Бер ҡарттың бер нисә улы араһында, Мәрйәм исемле ҡыҙы булған. Ул ҡыҙ шундай уңған, шундай булдыҡлы , бик сибәр булған. Көндәрҙең бер көндө Мәрйәм бер ярлы егеткә ғашыҡ булған.Ҡыҙҙың ата-әсәһе был ярлы егет менән осрашырға рөхсәт итмәгән. Егет һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән көн күргән. Мәрйәм егеттең һунарға киткәнен белеп ҡала һәм ата-әсәһенән ҡасып, егет артынан урманға китә.Оҙаҡ урманда егетен эҙләй , йөрөй торғас аҙаша, ҡараңғыға ҡала. Урман аша сыҡҡанда күлгә батып үлә.Ошо ваҡиғанан һуң был күлде Мәрйәм күле тип йөрөтәләр.

(Гәрәева Рәлифә Әүхәҙи ҡыҙы)

2 вариант

Бик күп йылдар элек Ҡарткиҫәк ауылында бик сибәр, аҡыллы ҡыҙ йәшәгән. Уның исеме Мәрйәм була. Бер көндө уны ҡыҙҙар еләк йыйырға саҡыралар. Көн бик эҫе була. Улар йырлай-йырлай еләк йыялар. Улар еләк йыйған ерҙән йыраҡ түгел ҙур тәрән күл була. Ҡыҙҙар эҫелектән һыу инергә булалар. Тик Мәрйәмдең генә ни өсөндөр һыу инәһе килмәй.

Шул арала бәләкәй бер ҡыҙ сисенеп һыуға һикерә һәм бата башлай. Ул ярҙам һорап ҡысҡыра. Мәрйәм күп уйлап тормай ҡыҙҙы ҡотҡарырға һыуға һикерә. Ҡыҙҙар нисек кенә тырышһалар ҙа сыға алмайҙар, күлгә батып үләләр. Шул ваҡыттан бирле күлде Мәрйәм күле тип атап йөрөтә башлайҙар.



Мырай күле

Был күл Ҡарткиҫәк менән Тегермән ауылы араһында урынлашҡан. Был ерҙәр бесәнгә , еләк-емешкә бик бай булған.Күл урман уртаһында урынлашҡан.Ошо күл тирәһендәге ерҙәрҙе Мырай исемле бабайға бүлеп биргәндәр.

Ул был ерҙәрҙә утын киҫкән, бесән сапҡан, еләк-емеш йыйған.Ошо ерҙәр менән көн күргән. Шуға күрә был күлде Мырай күле тип йөрөткәндәр. Ошо күлдән һыу эскәндә йығылып төшөп үлгән тигән легенда ла халыҡ араһында йөрөй. Күл бөгөн дә бар.

Ғилмай һаҙы

Мин, Ғилмалтдинова Мәрғүбә Ғилмалтдин ҡыҙы. Ғилмай һаҙ тип йөрөткән ерҙәр минең атайым Ғилмалтдин Ямалетдин улы ерҙәре булған. Ул ошонда бесән сапҡан, арыш сәскән, ураҡ урған. Унда бер ҙур күл булған. Күлдең тирә-яғын таҙартҡан, ағастарын киҫкән, шунан һыу эскән. Ғилмалтдин атайымды ҡыҫҡаса Ғилмай бабай тип йөрөткәндәр. Был күл элек Ғилмай күле тип аталған. Хәҙер инде күл һаҙға әйләнгән. Әлеге ваҡытта һаҙҙы Ғилмай һаҙы тип йөрөтәләр. (Таңһылыу Ғиниәтуллина 18.03.2008)



Әсҡәр ҡайынлыҡ

Элек Ҡарткиҫәк ауылында Әсҡәр исемле бабай йәшәгән. Уның өйө урман эсендә булған. Өйөн ваҡ ҡайынлыҡтар уратып алған булған.Бабай ошо ерҙә яңғыҙы ғына ғүмер кисергән. Йылдар үткән, ауылға күсергә бабайға тәҡъдим иткәндәр. Ләкин Әсҡәр бабай ғүмер иткән ерен ташлап китәһе килмәгән. Ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем шунда йәшәгән. Үлгәндән һуң бабайҙы ошо ҡайынлыҡҡа хөрмәтләп күмгәндәр һәм был ҡайынлыҡты Әсҡәр ҡайынлығы тип йөрөтә башлағандар.


Солтанова Нажиә Солтан ҡыҙы 1930 йылда тыу­ған. Баласағы һәм мәктәп йылдары Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылында үтә. Хеҙмәт биографияһын Баҙансат ете йыллыҡ мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1950 йылда ситтән тороп Бөрө педагогия институтына уҡырға инә. 1952 йылда Ҡарткиҫәк егетенә кейәүгә сыҡҡас, мәктәптә татар теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, 4 бала әсәһе, әле­ге көндә лайыҡлы ялда. Ул һөйләгән легендалар.

БАЯЗИТ ЯЛАНЫ

Ҡарткиҫәктең көнсығыш яғында Баязит исемле ялан бар. Был яландың исеме бы­лай башлана.

Баязит исемле кеше ҡасып йөрөгән. Ул шул яланда ял итергә яратҡан. Баязит бер ҡасан да мосолмандарҙы рәнйетмәгән, халҡына зыян килтермәгән. Рустар Бая­зит яланына бесән эшләргә килгәндәр. Улар сымылдыҡ йәйеп ашарға ултырғас, Баязит эргәләренә килеп һөйләшеп улты­ра һәм һиҙҙермәй генә сымылдыҡ ситен ат ҡойроғона бәйләп куя. Уңайлы ваҡыт еткәс, ул атына атланып сабып китә. Шу­лай итеп, рус халҡын төрлөсә этләгән. Был этлектәренән һуң, рустар Баязиттан үс алыу өсөн уны һағалап йөрөй. Бер ваҡыт Баязит ошо яланда ял итергә була һәм йоҡлап китә. Шунда рустар килеп, балта менән сабып үлтерә. Шул ваҡыттан баш­лап был яланды Баязит яланы тип йөрөтәләр.

СИБӘР КАЙЫНЛЫҠ

Беҙҙең ауыл менән Куяштыр ауылы ара­һында бик матур күркәм ҡайын урманы бар. Уны элек ата-бабайҙар Сибәр ҡайынлыҡ тип атап йөрөткән. Сөнки унда үҫкән ҡайын­дар нәҙек, төҙ, матур булған. Улар сибәр һылыу ҡыҙҙарҙы хәтерләткән. Хәҙер ҡайынлыҡта ҙур-ҙур ҡайындар ғына ҡалған.

Сибәр ҡайынлыҡтың эсендә бер ҡәбер бар. Уны хәҙер Изгеләр ҡәбере тип йөрөтәләр. Был урын элек бай ере булған. Уға ярлылар ялланып ер һөргән, иген сәскән. 12 йәшлек малай ҙа ошо байға ялланып Сибәр ҡайынлыҡта ат менән ер һөргән. Йәш бала ғына булғанға күрә, малай бик ары­ған һәм атын туҡтатып аҙ ғына ял итергә уйлаған. Ултырыуы була, ул иҙерәп йоҡ­лап та китә. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, бай үҙ ерҙәрен, эшселәрен ҡарап ошо урынға килеп сыға һәм йоҡлап ятҡан балаға килтереп тибә. Малай шул тибеүҙән үк йән бирә. Уны ауыл кешеләре Сибәр ҡайынлыҡҡа ер ҡуй­ынына ҡәҙерләп күмәләр. Хәҙерге көнгә тиклем күпме һыуҙар акҡан, күпме ерҙәр һөрөлгән, ләкин Изгеләр ҡәбере һаҡланғ­ан һәм ул әле лә бар.

Барыев Мәғдән Мәснәүи улы

Ҡарткиҫәк ауыл советы биләмәләренә

ҡараған ерҙәрҙең атамалары.

Ауылымдың күлдәре исемлеге



1. Упҡын

2. Мағазы

3. Ромаш күле

4. Ҡыҙыл күл

5. Тауғы күл

6. Ҡарағатлы

7. Мырай күл

8. Усман күле

9. Мәрйәм күле

10. Әтәсле күле

11. Имәнле күле

12. Кәмәле күле

13. Ҡыҙыл эйәк

14. Мунсала күле

15. Ғыйлмай күле

16. Йәмит күле

17. Абдал күле

Һаҙҙар исемлеге

1. Мүкле һаҙ

2. Әбрәр һаҙы

3. Торна һаҙы

4. Алты ҡарыш

5.Ҡарлы һаҙ

6. Ғыйлмай һаҙы

7. Яманһаҙ



Ҡыуаҡлыҡтар

1. Ҡотой ҡыуаҡ

2. Рәжәп ҡыуаҡ

3. Муйыллы ҡыуаҡ

4. Моҡой ҡыуаҡ

5. Айыу ҡыуаҡ

6. Оҙон ҡыуаҡ

7. Зыяда ҡыуаҡ

8. Йүкәле ҡыуаҡ

9. Вәлит ҡыуаҡ

10. Арҡа ҡыуаҡ

11. Йәнғир ҡыуаҡ

12. Оҙон типтәр ҡыуағы

13. Усаҡлы ҡыуаҡ

14. Ҡыбра ҡыуаҡ

Тауҙар исеме

1. Сейәле тау

2. Иген тауы

3. Пирәмән тауы

4. Бурташ тауы

5. Балкан тауы

6. Ҡыятау

7. Фидаси тауы

8. Солодов тауы

9. Аҡбикә тауы

10. Барый тауы
Ҡулдар исеме

1. Олоҡул

2. Ҡуяштыр

3. Яман ҡул

4. Ҡыйғазы арҡа

5. Тәрән ҡулы

6. Урыс тәрән ҡулы

7. Урта ҡулы

8. Күк бүре

Урмандар исеме
1. Имәнлек

2. Ҡайынлыҡ

3. Сибәр ҡайынлыҡ

4. Тауғы бүләк

5. Башбүләк

6. Карнайбүләк

7. Башбүләк

8. Ямашаръяҡ

9. Олобүләк

10.Ҡыҙырымтал

11. Имәнәй

12. Үтәкәй

13. Ямаш



1   2   3


©netref.ru 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет