Задания I тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку для учащихся 5 8 классов (первый этап)



жүктеу 42.68 Kb.
Дата02.05.2016
өлшемі42.68 Kb.
: data -> olimp
olimp -> Аҡмулла йондоҙлоғо Һаумы, әхирәтем Аурика!
olimp -> Населенные пункты, расположенные на территории современной Республики Башкортостан и существовавшие к 1812 году
olimp -> Задания I тура дистанционной олимпиады по математике для учащихся 8 класса
olimp -> Галина Азалия Маратовна
olimp -> Хатмуллин Айрат Фавзатович
olimp -> Баязитов Айсыуаҡтың олимпиада һорауҙарына яуаптары
olimp -> Аҡмулла һәр заманға хаҡ мулла
olimp -> Бланк ответов фио ученика
olimp -> Муниципальное казенное учреждение
olimp -> 2. Австрия, Саксония, Бранденбург, Голландия, Англия
ЗАДАНИЯ

I тура дистанционной олимпиады по Башкирскому языку

для учащихся 5 - 8 классов (первый этап)


  1. Яугир һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.

Яуап:

Яугир - 5 хәреф, 6 өн, 2 ижек, яу- ябыҡ, гир- ябыҡ.

я [й]- йомшаҡ,яңғырау, сонор тартынҡы

[а]-ҡалын һуҙынҡы, баҫымһыҙ

у [у]-ҡалын һуҙынҡы

г [ г]-парлы,яңғырау тартынҡы

и[и ]-нәҙек ,талғын, баҫымлы һуҙынҡы

р[ р]-талғын,яңғырау сонор тартынҡы

  1. Протеза” термины нимәне аңлата? Фекерегеҙҙе иҫбатлап миҫалдар килтерегеҙ.

Яуап: Протеза –әйтелеште еңеләйтер өсөн һүҙҙең башында ҡуйылған тартынҡы өн.

Ваҡыт-[уаҡыт], васыят [уасыят].

  1. Бирелгән текстан исем ҡылымдарҙы күсереп яҙығыҙ.

Яуап: Шығырлауы,илашыуы,зыңҡылдауы,ҡысҡырыуы

  1. Бирелгән ябай һөйләмдәрҙән сәбәп эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләм төҙөп яҙығыҙ: Артабан Урал буйына юл тотасағын әйтте. Ҡолғәли унан ҡалманы (Булат Рафиков).

Яуап: Артабан ул Урал буйына юл тотасағын әйткәс, Ҡолғәли унан ҡалманы.

  1. Түбәндәге текстың стилен билдәләгеҙ.

Йәш дуҫтарым! Меңәр йылдар буйына Ер шарында Кешелек өсөн иң юғары идеал берәү – Кешегә хеҙмәт итеү: тыуған төйәгең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылыу, прогресс, йәғни Кеше аңының үҫеше өсөн көрәш. Утыҙ мең йыл буйына Прометей бушҡа яфа сикмәгән – үҙ мәнфәғәте өсөн түгел, Кешене утлы иткәне өсөн. Исемен мәңгеләштереү өсөн генә Джордано Бруно костерға бармаған һәм 19 йәшлек Александр Матросов та үлгәндән һуң данға лайыҡ булыр өсөн дошман амбразураһын күкрәге менән ҡапламаған. Барыһы ла Кеше өсөн!

Йәшәгеҙ, хеҙмәт итегеҙ, кешеләр менән ҡоролмаған мөнәсәбәттәрегеҙ өсөн, тамамларға өлгөрмәгән эштәрегеҙ өсөн, күрһәтелмәгән изгелек өсөн, татымаған мөхәббәт өсөн, әйтелмәгән рәхмәт өсөн үкенерлек булмаһын! (М. Кәрим).

Яуап: публицистик стиль.

  1. Тыныш билдәләрен ҡуйып, һөйләмде күсереп яҙығыҙ.

Эш бөттө көлтә йыяһы ғына ҡалды.

Яуап: Эш бөттө - көлтә йыяһы ғына ҡалды.

  1. Бирелгән һүҙҙәрҙе эйәлек килешкә ҡуйып яҙығыҙ:

Петровск, Кузбасс, грипп, лагерь, декабрь.

Яуап:Петровскиҙың, Кузбасстың, грипптың, лагерҙың, декабрҙың.

  1. Бирелгән һүҙҙәргә күплек ялғауын ҡушып яҙығыҙ:

Артист, поезд, повесть, нерв, грамм.

Яуап: артистар, поездар,повестар, нервылар, грамдар.

  1. Текстағы һөйләмдәрҙең бәйләнеү төрөн асыҡлап яҙығыҙ: Ел һиҙелеп һалҡыная, һауа дымлана. Дауыл баҫылды. Донъя дәһшәтле тынлыҡҡа сумды. Бына йәшен яҡында ғына ялтлай, баш осонда тиерлек күк күкрәй. Ямғыр яҡыная. (Ф. Иҫәнғолов)

Яуап: текстағы һөйләмдәр параллель ысул менән бәйләнгән.

  1. Текстағы һөйләмдәр ниндәй синтаксик сара ярҙамында бәйләнгән: Төн. Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып, йымылдап торған аяҙ күктә, алтын табаҡтай, тулған ай йөҙә. Таллыҡта һандуғастар сутылдаша. Күләүектә тәлмәрйендәр баҡылдаша. Оло Эйек йылғаһы үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана-көлә өҙлөкһөҙ сылтырап аға ла аға (З. Биишева).

  2. Кеше нисә төрлө көлә ала? Мыҫҡыллы көлөү, аҫтыртын көлөү, ихлас көлөү, шарҡылдап көлөү,

  3. Йомаҡты сисегеҙ: Аяҡтары төп-төҙ генә, тәҙрәһе уның зәңгәр, һөйләп, йырлап ебәрә ул, төймәһен баҫһаң әгәр. Зәңгәр балаҫҡа ынйылар һибелгән, балаҫына ултырып булмай, ынйыларын алып булмай.

Яуап:1. телевизор, 2. күк йөҙө

  1. Тыныш билдәһен ҡуйырға: Быймам ғына ҡышты маҡтай килә һаман ҡыш ҡыш тип.

Яуап: Быймам ғына ҡышты маҡтай, килә һаман ҡыш- ҡыш, тип.

  1. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам итегеҙ. Аҫтына һыҙылған һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләргә.

Яуап: сифат ҠЫЛЫМ

  1. Мәҡәлде дауам итергә: Ат ажарын йүгән тыя ала, ир намыҫын ...

Яуап: Ат ажарын йүгән тыя ала, ир намыҫын бығау быуа алмаҫ.

  1. Түбәндәге үлсәү һүҙҙәре ниндәй арауыҡты белдерә:

Аршын, ҡарыш, сажин.

Яуап: аршын- 0,71 м, ҡарыш- баш бармаҡ һәм һуҡ бармаҡ араһындағы ара- 20 см, сажин- 2,16 м, 3 аршын.

  1. Эйәрсән һөйләмдең төрөн билдәләргә:

Шуныһы билдәле: кәкүктәр йөнтәҫ ҡарышлауыҡтарҙы, күбәләктәрҙе, төрлө ҡортттарҙы ашай (Ғ. Ишбулатов).

Яуап: эйә һөйләм.

  1. Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һөйләм киҫәге булыуын билдәләргә: Малайҙар, ат менгәндәй, йүгерешеп ҡайтып киттеләр (Ж. Кейекбаев).

Яуап: айырымланған хәл әйтеме.

  1. Һөйләмдәге ҡалын менән яҙылған һүҙгә тулы морфологик анализ яһарға: Бошман туҙынды-туҙынды ла , ишек төбөндә башын эйеп торған Бөркөткә сығып китергә ишаралап, ултырҙаштарынан ситкә боролоп, бөтә кәүҙәһе менән алға-артҡа һелкенергә тотондо (Булат Рафиков).

Яуап:Ултырҙаштарынан- исем, баш форма- ултырҙаш, уртаҡлыҡ яңғыҙлыҡ,, яһалма, күплектә, урын-ваҡыт килеш,тултырыусы.

  1. Түбәндәге һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһарға: Ҡыш яҙғы илаҡҡа әүерелгән көндәрҙең береһендә, иртәнге намаҙ мәле үткәс, ауылдың ир-аты икешәрләп-өсәрләп Аҙнай бейҙең яугир [ йаугир] тирмәһе янына йыйыла башланы(Булат Рафиков).

Яуап: 1. ауылдың ир-аты икешәрләп- өсәрләп Аҙнай бейҙең яугир тирмәһе янына йыйыла башланы-баш һөйләм, ябай, тарҡау,ике составлы,тулы.

ауылдың ир аты-эйә,йыйыла башланы –хәбәр, тирмәһе- янына –хәл, икешәрләп- өсәрләп- хәл.



2. ҡасан йыйыла башланы?

Ҡыш яҙғы илаҡҡа әүерелгән көндәрҙең береһендә- ваҡыт эйәрсән һөйләм, ябай, ике составлы, тарҡау, тулы.

Ҡыш-эйә, әүерелгән-хәбәр, илаҡҡа-тултырыусы, яҙғы-аныҡлаусы.

Ҡасан йыйыла башланы?

Иртәнге намаҙ ваҡыты үткәс- эйәрсән һөйләм,ябай, ике составлы,йыйнаҡ, тулы. Иртәнге намаҙ ваҡыты- эйә, үткәс- хәбәр. Был күп эйәрсәнле ҡушма һөйләм, тиң эйәрсән һөйләм. Бер нисә эйәрсән һөйләмле эйәртеүле ҡушма һөйләмдең ябай һөйләмдәре араһында өтөр ҡуйыла.



©netref.ru 2017
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет