ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет10/24
Дата28.04.2016
өлшемі4.79 Mb.
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   24

6

Йәйге ҡыҫҡа төн аяғөҫтө йөрөп үтте, тау түбәләрен һарылатып таң һыҙыла башланы. Аттарға атландылар. Ете саҡрым араны алдыртҡансы, Көн-апабыҙ зәңгәр күккә тышау буйлыҡ ҡалҡынды.

Йыйын булаһы ҡасаба атлыларҙы һағайыулы дөйөм тынлыҡ тойҙортоп ҡаршыланы, әммә дауыл алдындағы тынлыҡҡа оҡшай ине.

Үҙәк урамға төшкәс, ике яндан ҡоймаланып теҙелешкән өнһөҙ-тынһыҙ ҡараңғы көс – ҡораллылар һағайыулы төбәлешеп оҙатты. Баштар өҫтөнән тырпайышҡан штык, һәнәк, һөңгө, мылтыҡ көбәктәре араһынан шымып аңдыған януарҙың бер генә хәтәр өнө -- ышылдап тын алыуы шомландыра; һирәк-һаяҡ йүткереү, ҡоросҡа ҡорос тейеү сыңы тултыра был мөхитте. Алғы буйҙа үҙенә күрә иҫ киткес гвардия – ағас ҡылыслы һәм һөңгөлө иң һуңғы яугир быуын – дүрт-биштән алып ун өс йәштәргәсә үтә етди малайҙар...

Киң майҙанда көмөш Айлы манараһын аяҙ күккә ғорур сөйгән ағас мәсет алдына туҡтанылар; артынса уҡ ҡораллы халыҡ майҙанды һәм урталағы етәкселекте – ғәҙәттән тыш комиссар-ревизор, кәбеҫтәләй аҡ салмалы, йәшел таяҡлы Рәсүл ишан хәҙрәт һәм уның мөриттәре менән ҡуша баҫып торған Реввоенсовет ағзаларын божоралап уратты. Тәүҙә Рәсүл хәҙрәт ҡыҫҡаса аят уҡып, майҙан бер юлы “Аллаһ Әкбәр!” иткәс, Реввоенсовет рәйесе Аҡмал йыйынды башлап асты:

-- Йәмәғәт, илебеҙҙең мөбәрәк азаматтары һәм уҙамандары! Беҙ ашығыс йыйылдыҡ; ил яҙмышын уртаға һалып хәл иткес ҡарар ҡабул ҡылырға; боғаҙ ярып сафсата һатырға ваҡыт юҡ; шуға күрә дилбегәне, дөрөҫөрәге теҙгенде, ҡыҫҡа тотайыҡ. Былтыр ғына тап ошо төбәктә Әхмәтзәки Вәлиди уҙаман етәкселегендәге башҡорт ғәскәрҙәренең делегаттары хәрби ҡоролтай уҙғарып, ҡан ҡойошто туҡтатырға -- Советтар яғына сығырға, автономиябыҙҙы Советтар нигеҙендә ҡорорға тарихи ҡарар ҡабул ҡылғайны. Артабанғы ваҡиғаларҙы үҙегеҙ беләһегеҙ. Инде килеп бөгөнгө көндә үҙегеҙ һайлаған Реввоенсовет һеҙҙең, йәғни ғәскәрҙәребеҙҙең делегаттары, ҡаршыһына шулай уҡ хәл иткес мәсьәлә ҡуя: ҡан ҡойошто туҡтатыу, автономияны тыныс юл менән һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу өсөн Үҙәк хакимиәт менән һөйләшеүҙәр башларға...

-- Ваҡыт!

-- Күптән кәрәк ине! – Алғы буйҙа торған һалдат кейемле йәштәр хуплап шауланы.

-- Беләбеҙ. Быға тиклем дә вәкилдәр ебәреп ҡараныҡ, ләкин ҡыҙыл ғәскәр уларҙы үткәрмәй тураҡланы... Бына хәҙер ваҡиғалар үҙгәрҙе – Үҙәк хөкүмәт исеменән беҙҙең менән уртаҡ тел табырға Ҡыҙыл Армия штабынан күптәребеҙгә яҡшы мәғлүм комиссар, күренекле башҡорт коммунисы Сәлимйән Мырҙағолатов үҙе килде...

Халыҡ сафтары елгә бәүелгән диңгеҙҙәй тулҡынланды. Салмалы баштар алдында тауҙай ҡалҡынған Рәсүл ишан йәшел таяғын ергә төртөп, һыңар ҡулы менән битен һыпырҙы:

-- Етте! Коммунистарға бәддоға! Йәмәғәт, ишетһен ҡолағығыҙ: башҡорт тип алданмағыҙ! Ғәли Шәмиғолов та үҙен башҡортмон, тип күҙ буяй... Коммунистарҙың барыһы ла бер буҡлы сыбыҡтан ҡыуылған мөртәт, иманһыҙҙар!

-- Ялған! – Йәмилдең көр тауышы. – Ишан хәҙрәт мине ғәфү итһен, комиссарҙың кемлеген яҡшы беләм – ысын намыҫлы инсан! Быны мин үҙегеҙ ышанып һайлаған Реввоенсовет ағзаһы булараҡ раҫлайым! Ил Инәһе дөрөҫләр!

Әҡлимәнең ни әйтерен көткән майҙан тын ҡалды. Йөҙәрләгән күҙҙәр уға төбәлде.

-- Йәмәғәт, ағайҙар һәм апайҙар, ҡустылар һәм һеңлеләр! Мин комиссар Мырҙағолатовты электән үк яҡшы беләм һәм үҙемә ышанғандай ышанам!

Майҙан ҡәнәғәт гөжләне, баштар өҫтөндә ҡоралдар сайҡалды.

-- Һөйләһен!

-- Һүҙ бирегеҙ үҙенә!

Кисәге фажиғәнән йәне киҫелеп мантый алмаған Сәлимйән ҡапыл тертләп уянғандай албырғаныбыраҡ торғас, рухын туплап, етәкселәр төркөмөнән халыҡҡа яҡынланы, баш эйеп иҫәнләште. Аҡ салма аҫтынан тызырайған ишан хәҙрәткә күҙ ҡырыйын һирпегәс, тәрән һулыш алып, бөтә майҙанға ишетелерлек оранланы:

-- Йәмәғәт, тыңлағыҙ! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: бында беҙ бер-беребеҙҙе ҡыйырһытырға килмәнек – туғандарса кәңәшләшергә килдек. Рәсүл хәҙрәтте белмәгән кеше юҡтыр – милләтебеҙҙең аҫыл йөҙөк ҡаштарының береһе ул. Мин дә уны яҡшы беләм, ихлас ихтирам итәм. Ләкин хәҙрәт саҡ ҡына яңылыша, буғай: иманһыҙҙар түгел беҙ! Беҙ – иманлы коммунистар, беҙ милләтебеҙҙе һатмайбыҙ!

-- Ур-рааа! – Майҙандың алғы буйы, фронттан ҡайтҡан ҡыҙыл әрмис кейемле баш күтәреүселәр, винтовкаларын, карабиндарын юғары сөйөп алҡышланы, хатта бер-нисә көбәктән йәҙрә лә гөрһөлдәтте. Ҡулын күтәреп илде тынысландырғас, Мырҙағолатов иң кәрәклеһен әйтте:

-- Реввоенсоветығыҙ рәйесе Аҡмал уҙаман бик дөрөҫ киҫәткәнсә, теҙгенде ҡыҫҡа тотайыҡ. Былтырғылай замана түгел хәҙер: башты ташҡа бәреп ташты ярып булмай. Ҡыҙыл Армия Колчакты ла, Антантаны ла һәм башҡаларын да тар-мар ҡылды – һеҙгә ҡаршы баштан-аяҡ ныҡ ҡоралланған ҙур көстәр ташланасаҡ, утлы ҡулса эсендә ҡалдырасаҡ. Үҙегеҙ менән бергә ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ, атай-әсәйҙәрегеҙ хаҡында уйлағыҙ! Милләтте утҡа тығырға, көрсөккә таяндыртырға ярамай, әле ваҡыт үтмәгән. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, һеҙҙән бер вәкил алып, тыныс һөйләшеүҙәр башлар өсөн Эстәрлетамаҡҡа юлланырбыҙ, хатта Мәскәүгә лә мәғлүм итербеҙ. Ризамы шуға?

-- Риза! Риза! Риза! – Майҙан берҙәм хупланы. Ләкин шул уҡ бер мөҙҙәттә мәсет янындағы һирәк сауҡалыҡтан зәһәр һөрән яңғыраны:

-- Отставить! Провакация! Ышанмағыҙ! – Ҡыҫҡа киҫелгән йыуан ағас тумарылай тәпәш буйлы, дүрткел-яҫы яурындары арҡыс-торҡос портупеялы, башы фуражка аҫтынан бысраҡ-ҡанлы марля менән тирәсләнмеш ғәййәр әҙәм атлығып килеп сыҡты ла халыҡ алдына ҡарғылды. Аҡмал ҡарт, Сәлимйәндең ҡолағына эйелеп: “Реввоенсоветҡа баш бирмәгән уҙаман – тауҙағы бер бәләкәй әтрәттең дыуамал атаманы Хәмзин”, -- тип аңлатты. Ҡулын болғай-болғай лауларға керешкән ирҙе Йәмил ҡысҡырып бүлдерҙе:

-- Хәмзин, һиңә һүҙ бирелмәй, сөнки һин делегат түгел!

Тегенең йөҙө ут ҡапҡандай ҡыҙарҙы:

-- Нимә?! Сысҡанда – күт кәрәк, сысмағанда ник кәрәкме?! Яу ҡырында ла Хәмзин делегат түгел, ләкин ҡанын йәлләмәй ҡойоп һуғыша! – Башындағы ҡатҡан ҡанлы марляһына төртөп ярһыны.

-- Һөйләһен, батырлығын күрһәтһен! – тинеләр алғы буйҙағылар.

-- Ярай, телләш, тик иҙелдәй һуҙма, Хәмзин.

-- Йәмәғәт, түҙер әмәл ҡалманы!.. Беҙҙе, халҡым өсөн тип йәнен аямай ҡыйышҡан яугирҙәрҙе, бынауы Аҡмал кеүектәр, Йәмил кеүектәр анауы торған комиссарға – коммунистар шпионына һата! Ләкин шуны белегеҙ: бында беҙ – башҡорт милләтенең алтынға ла, көмөшкә лә, юха телгә лә һатылмай торған тоғро яҡлаусылары бар! Ышанмағыҙ уларға, ышанығыҙ беҙҙәргә! Бөгөндән үк Баймаҡҡа ябырылырға, Эстәрлетамаҡҡа сапҡын яһарға! Күп михнәттәр сиккән ошо тыуған тупраҡты үбеп ант итәм: ҡыныбыҙҙа ҡылысыбыҙ, тәнебеҙҙә йәнебеҙ барҙа милләтебеҙҙең бәхете өсөн һуңғы тамсы ҡаныбыҙ ҡалғансы һуғышып үлергә ант итәм! – Хәмзин төбөн салғы сапҡандай йөҙтүбән ауҙы, ауыҙ-мороно саңға сумып, ике ирене араһына ҡара тупраҡ ҡыҫтырып килеп торҙо. Ытырғанып торған бер үҫмер малай, йыртыҡ кейемле көтөүсе, ер ашаған орансыға яҡынланы, “һинме был?” тип йөҙөнә тура баҡҡас, халыҡҡа боролоп иҫкәртте:

-- Ағайҙар, апайҙар, Хәмзинға ышанмағыҙ! Мин уны күптән түгел Баймаҡта – яуыз Әһлиуллин әтрәтендә шәйләнем, Әһлиуллин менән ҡосаҡлашып араҡы эсә ине!

-- Шаҡшы! Провакатор! – Хәмзин маузеры ут төкөрөп, көтөүсене юл саңына быраҡтырҙы. Төтөн бормаслатҡан көбәген уҫал болғап янаны: -- Хәмзинға тел тейҙергәндең һәр береһе ошолай телдән ҡаласаҡ! – Күкрәгенән ҡан борғоған кәүҙә тирәһендә халыҡ зыҡ-ҡубышҡан арала, ат етәкләп көткән йәнуҙаҡтары менән йылғыр һыбайланып, сауҡалыҡҡа ташланды, тау егенә һеңде. Әммә делегаттар уның оранына ҡушылманы, советтар менән һөйләшеүҙәр башларға ҡарар ҡабул ҡылып, күңелле гөрләшеп таралды. Аҡмал менән Әҡлимә лә, комиссарҙы ваҡытлыса Йәмил һәм башҡалар ҡарамағына тапшырып, ашығыс эштәренә йәнәлделәр.

-- Анауы ауылға барып, етәкселәрҙе көтәбеҙ, -- тине Йәмил, тау буйында өй ҡыйыҡтары һыҙатланған яҡҡа ымлап. – Тик аттар ҡырҙа бит әле...

Сәлимйәндең аттарҙы көткөһө килмәне -- йәне түҙмәй ниңәлер:

-- Яҡын бит, яйлап атлай торайыҡ.

-- Ярай. Арттан килтереп еткерерҙәр.

Күпмелер аҙымлағас, улар юҫыҡланған ауыл осонан ала-ҡола ҡаршы төркөм бүҫерелеп сыҡты ла юл буйынса туҙраны: төйөнсөктәрен йөкмәгән, һыйырҙарын һәм кәзәләрен етәкләгән ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, ҡарт-ҡоро...

-- Был ни хәл?!

Төркөмдән бер һыбайлы айырылды, елдереп килеп етте – Реввоенсовет ағзаһы Ғайса ине:

-- Туғандар!.. Тау артында йылға бөгәлендә... бронепоезд! Туптарынан ауылға ут яуҙыра!..

-- Атала-аар! Уф Аллаҡайым, атала-аар!.. – Йән әселе ҡатын-ҡыҙ һыҡтауы телгеләне йөрәкте; аңшайышып, үркәстәрен зәңгәр офоҡ ҡаймалаған тау яғына баҡтылар. Дәһшәтле йән эйәһенең ер һелкетеп, ухылдап-ухылдап йүткереүе ишетелде; ауыл һыртындағы ғәмһеҙ йылҡы өйөрө утлап йөрөмөш хәтфә-йәшел ҡалҡыулыҡта аҡмамыҡтай ҡабарынҡы ике ялбыр болот хасил булды, артынса уҡ күк күкрәгәндәй гөрһөлдәне; илаш, ҡарғыш, ләғнәт тауыштары ялғанды уға. Шул арала ауыл осонда тағы ла бер-нисә аҡ болот ҡубарылып, бер өй түбәһе күҙ алдында күккә осто. Ҡасҡын халыҡ тулҡыны быларға килеп етеп төкәлде, барыһы бергә буталды...

-- Әһә, күрҙегеҙме инде кемдең – хаҡ, кемдең нахаҡ икәнен?! – Ҡайҙандыр пәйҙә булмыш Хәмзин яман шарҡылдап көлдө. Ҡырт-боролоп, йыуан бысраҡ бармағын Сәлимйән тарафына төртөп ажғырҙы: -- Бына тора аждаһаны килтертеп ауылға аттыртыусы, Шәмиғолов шпионы! Янында Йәмил-һатлыҡйән – ботарлағыҙ яһилдарҙы!

Ҡасҡынсыларҙың бер килкеһе туҡталып, ошо икәү тирәһендә өйөрөлдө:

-- Арт һабағын уҡытайыҡ мөртәттәрҙең!

-- Туҡма! -- Күҙ-башы аларған унлап ҡатын-ҡыҙ, төйөнсөктәрен ташлап, “шпион”дарҙы йолоҡҡоларға кереште:

-- Быныһы йылтыр итектәр кейеп алған! – Йығып һалып, аяҡтарынан һөйрәнеләр. Итектәрҙең ҡыҫтаулығы ҡотҡарҙы – һурылманы...

-- Апайҙар, тыйылығыҙ! – тип ҡараны шулай уҡ саңда һөйрәтелгән Йәмил, башын көскә ҡалҡытып. – Комиссар бит беҙгә илсе булып килгән – илсегә үлем юҡ!

-- Ләңкелдәмә, бәдбәхет, коммунист һөйрәлткеһе! Тау артынан әжәл яуҙырта илсең!

Тупыр-тупыр ат тояҡтары яҡынланы, мылтыҡ гөрһөлдәне, кешеләрҙең баш осонан бер-нисә пүлә жыйланы:

-- Йәмәғәт, Ил Инәһе!

-- Таралығыҙ! – Ҡурҡыштарынан асыуҙары баҫылып, ҡорбандарын ташлап ҡастылар, Хәмзиндән дә елдәр иҫте. Аттарынан ырғып төшкән Әҡлимә менән Аҡмал аунап ятҡандарҙы торғоҙошто.

-- Ғәфү итегеҙ беҙҙе, күҙе аларған халыҡты! – Яңынан атландылар.

-- Зыян юҡ, -- тине Сәлимйән, өҫтөнә һырыған саңды ҡағып. – Ат бирегеҙ, кисекмәҫтән бронепоезға хәбәр итергә кәрәк!

Аҡмал ҡатарында ҡушарланып тау яғына текләп торған Вәлиулла ҡапыл күҙҙәрен аҡайтып, ауыҙынан аҡ күбеге аҡтарылып аҡырҙы:

-- Ааай, Сәргәй ҡантураты! Ана килә Сәргәй ҡантураты! – Диуанайән ҡамсы һабын төртөп күрһәткән тарафтан һауа ярып ат кешнәне, эйәрле-йүгәнле менге атлығып килеп, Сәлимйәнгә тиңәлде; Сәлимйән уны теҙгененән эләктереп тә алды, атланып та өлгөрҙө, туптар гөрһөлдәгән тимер юл яҡҡа тура елдерҙе; комиссарҙы янлатып Әҡлимә, Йәмил, Ғайса һәм унлап яугир-йәнуҙаҡ ҡалышманы. Ябай халыҡ быға шаҡ-ҡатты:

-- Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ: Сәргәй ҡантуратын менеп алды!

-- Үҙе килеп һырныҡты, малҡай!

-- Сәргәй ҡантураты эйәһен тапты!

-- Инш-Алла, былайғас, ҡанлы бола туҡталыр, илгә именлек ҡайтыр!

Ниһайәт иҫенә килгән Вәлиулла менән Аҡмал ҡарт доға ҡылды:

-- Амин, булһын шулай!

Тимер юлға яҡынлашыу һиҙелгәс, менгеләрҙе ҡалдырып, разъезд яғын байҡар өсөн дүртәүләшеп тауға үрмәләнеләр. Аҫта өҙөк-өҙөк паровоз ҡысҡыртты –тимер аждаһа оҙон ҡара кеҫәрткеләй бормасланып, уҫал көбәктәрен улар килгән яҡҡа тоҫҡалдырып тора – йәҙрә яуҙырырға йыйына... Сәлимйән бер күреүҙән үк таныны – уны был тарафҡа килтереп ҡалдырған бронепоезд!

Өҫтәлташҡа иңкәйеп, ҡуйын дәфтәренең аҡ битенә яҙҙы:



“Командарм Н.Д. Каширин иптәшкә, ашығыс!!!

Хөрмәтле Николай Дмитриевич, үҙең белгән С.Ш. Мырҙағолатовтан мөһим хәбәр.

Ҡораллы баш күтәреүҙе тыныс юл менән туҡтатырға яҡшы шарттар бар; етәкселәре лә, күпселек халыҡ та мәсьәләгә ыңғай ҡарай. Әле барған һуғыш хәрәкәттәрен, әгәр хөкүмәт яғы ла ризалашһа, ун көнгә туҡтатып торорға ла килешеү өсөн һөйләшеүҙәр башларға теләк белдерҙеләр; шул хаҡта Сталинға, Троцкийға, Дзержинскийға кисекмәҫтән еткереүегеҙҙе һорайым, ә мин үҙем Эстәрлетамаҡҡа ҡайтам.

Ҡултамғамдан танырһығыҙ: Сәлимйән Мырҙағолатов”.

Йыртып алып Ғайсаға тотторҙо:

-- Төпкәрәк һал һәм елдәй елеп барып ет, командармдың үҙ ҡулына тапшырырға тырыш. Күрһәт егетлегеңде!

-- Күрһәтер, тау һуҡмаҡтарынан күҙ йомоп та үтә ул, -- тине Йәмил. Ғайса тау-таш араһында йомолғас, Сәлимйәндән һораны: -- Артабан ни эшләргә?

-- Аҡмал олатаң әйткәнсә, һинең менән Баймаҡ аша тура Эстәрлетамаҡҡа!

-- Килегеҙ әле, тура юды күрһәтәйем. – Ил Инәһе офоҡ буйлап монарланған Күк Ирәндек яғына ҡулын һондо. – Күрәһегеҙме анауы үҙәндәге үлектәй тын ауылды? Ҡанэскес Руденко әтрәтенең алғы биләмәһе ул. Шуның аша түтә юл – Баймаҡҡа, Баймаҡтан – Эстәрлегә... Аҡ әләм күтәреп үтегеҙ.

Кире түбәнләп, аттарға атландылар; оло юлда был икәү айырылды – коммунистик әтрәт торған ауылға ыңғайланы...

7

Саҡрымдай ара ҡалғас, биш-алты ҡыҙыл әрмистән хасил атлы һағауыл осраны; аҡ флаг болғап барғанғалыр, атманылар, тик шунда уҡ эйәрҙән тартып төшөрҙөләр ҙә типкеләп туҡманылар, Сәлимйәндең итеген һалдырып алдылар (юлдашының ҡатаһы кәрәкмәне):

-- Башкир! Вот тебе автономия! – Арҡаларына ҡамсы ялата-ялата, ауыл осона еткерҙеләр. Унда атҡа атланған, сәфәр сығырға йыйынған әтрәт тора. Бер ситтәрәк ҡарт ҡарағай төбөндә томшайып күҙәткән Руденко һәм ярҙамсыһы ҡаршыланы.

-- Иптәш командир, бандиттарҙың лазутчиктарын тоттоҡ!

-- Сыуашбаев, ко мне! – Руденко эргәһенә елтерәп килеп еткән ҡыҙыл әрмисте Мырҙағолатов таныны – кисә генә Ил Инәһе һуғыш ҡырынан ҡороҡлаған, Мырҙағолатовтың итек баштарын яларҙай инәлгән әсир.

-- Шулмы?

-- Шул. Минән һорау алған ҙур бандит.

-- Әһә, попался, голубчик!

Тотоп килтереүселәрҙең башлығы ҡағыҙ болғаны:

-- Итегенең инесенән мандатын һурып алдыҡ. Элекке контрреволюцион обком секретаре Каспранский, хөкүмәт рәйесе Йомағолов, Башчека рәйесе Имаҡов бандиттар ҡул ҡуйған.

-- Бир бында! – Руденконың ярҙамсыһы ҡулын һуҙып яҡынлағайны, баянан биреле сырамыта алмай торған Сәлимйән уны таныны – Орскиҙа саҡта үҙе партия сафына алған, партия билеты тапшырған урыҫ:

-- Бәй, Ключников! Һин нишләп бында йөрөйһөң?

Ключников ҡаштары аҫтынан аҡайып ҡараны ла өндәшмәне, командирҙы ситкәрәк алып китте.

-- Бандит ҡайҙан белә һине? – Шикләнеп ҡараны Руденко.

-- Билдәле большевик Мырҙағолатов был. Дутов диктатураһы заманында беҙҙең өйәҙ комитетын ойошторҙо, йәшерен эш алып барҙы...

-- Оһо! Аҫыл ҡош! Икеһен дә кисекмәҫтән канткомға оҙатырға, Поленов үҙе тикшерһен! – Кире әйләнеп килеп, күҙҙәре менән һәрмәне: -- Ниңә яланаяҡ?

-- Евсеевтың табаны тишек ине бит, иптәш командир...

-- Кире кейһен!

-- Уныҡын Филимонов алды, үҙенекен күлгә ташланы...

-- Ташлаған еренән тапһын! Ә быныҡын немедленно ҡайтарырға!

Тотҡондарҙы ике һаҡсы менән ҡушарлап арбаға ултырттылар, икенсеһенә кисә генә баштары сабылған биш мәйетте һалдылар – кантон үҙәгендә матәм митингыһы менән хөрмәтләп күмергә. Алдан, арттан бер-нисә һыбайлы оҙатышында ылау ҡара кискәсә һәм төнө буйына барҙы. Баҡыр ҡаҙған иҫке шахталар тәңгәленән уҙған һайын, тын алғыһыҙ һаҫы һауа ҡапланы һулыштарҙы – күмелмәй ятҡан күмәк мәйет тарҡала... Кантон ҡасабаһы осондағы шахта иһә бигерәк тә тонсоҡторҙо. Йәмил иҫе китмәй генә Сәлимйәнгә аңлатты:

-- Бындай шахталар күп беҙҙә. Поленовтың иң яратҡан һөнәре...

Мылтығын ҡосаҡлап йоҡомһораған һағауыл, дүрткел көрәк һаҡаллы Йылайыр урыҫы, кирелеп бер иҫәнләне лә күңел асырға итте:

-- Бандит, күҙең яҙыу таный, буғай?

-- Шулайыраҡ.

-- Урыҫсаны ла уҡыйһыңмы?

-- Уҡыштырам.

-- Александр Сергеевич Пушкин тигән шағирҙы беләһеңме?

-- Аҙ-маҙ белә инем.

-- Уның: “Тут русский дух, тут Русью пахнет!” – тигәне менән дә танышмы?

-- Эйе.

-- Бына шул Пушкин әле тере булһа, беҙ, ҡыҙыл партизандар, ошолай яҙҙыртыр инек: “Тут скверный башкирский дух, тут Башкирией смердит!”, -- ха-ха-ха! – Һерт-һерт юртҡан һыбайлылар ҙа кинәнеп көлөштөләр:



-- Иртәгә үҙҙәре шунда бөкләнеп төшкәс, үҙҙәренең Пушкины булған белопогонник Бабичевҡа сәләмдәрен бирерҙәр, “башкирский дух”ты бергәләшеп таратырҙар!

Ҡасабаға килеп ингәндә Ҡояш күтәрелгәйне, тамаҡтарҙы киптертеп, ҡыҙҙыра башлағайны. Кантком бинаһы алдындағы майҙанға ҡыҙыл әрмистәр теҙелгән; таҡта ҡойма йәнәшәһендә бейеклеге бил тиңентен бер-нисә бағанаға йыуан-оҙон бүрәнәне һалып-беркетеп ҡоролған ат бәйләгескә алама кейемле өс башҡортто, аяҡ-ҡулдарын аҫҡа ҡайырып, башлы-күтле йөҙтүбән ятҡыртып муйындарынан, билдәренән бүрәнәгә беркеткәндәр; теҙемдәге иң арттағыһының оса ярығына карабин көбәген терәп бөгөлгән Поленов гөрһөлдәтеп атҡайны, ҡорбандарҙың өсөһөнөң дә оса араһынан ҡан китте, берҙәм аҡтарылған түбә ҡапҡастарынан аҡһыл-ҡыҙыл мейе бутҡалары сәсрәп, алдағыһынан сыҡҡан пүлә ҡоймаға сыртлап ҡаҙалды. Поленов, ҡәнәғәт турайып, эргәһендә көтөп торған ҡыҙыл әрмискә карабинды ҡайтарҙы:

-- Күрҙегеҙме шанлы “русская трехлинейка”ның ҡөҙрәтле көс-ҡеүәтен?! Бер юлы өс бандитты буйҙан-буй тиште, ҡоймала ла елле тишек ҡалдырҙы! Һис кем һис ҡасан ҡаршы тора алмаҫ беҙҙең ҡыҙыл пүләләргә, ура!

-- Ур-ра-ааа! – Ҡыҙыл ғәскәр ҡыуанып алҡышланы.

Сәлимйән менән Йәмилде дөбөрләтеп Поленов ҡаршыһына баҫтырғас, Барановский ҡыҫҡаса аңлатты:

-- Руденко участкаһында эләктергәндәр, Мырҙағолатовтың контрреволю-цион режим агенты икәнлеге документально раҫланды.

-- Май сүлмәге тышынан уҡ билдәле, тигәндәй, баштан уҡ һиҙенгәйнем уның яуыз бандит икәнен!

-- Ниндәй яза бирәбеҙ?

Поленов ҡанлы ат бәйләгестең буш өлөшөн ҡарашы менән үлсәне:

-- Бик яҡшы, унда какрас ике бандитлыҡ урын бар – маузерҙарҙың көс-ҡеүәтен һынарбыҙ. Әҙерләгеҙ!

Дүрт ҡыҙыл әрмис ҡыҙып эшкә керешкәнсе, Йәмил киҫәтеп өлгөрҙө:

-- Командир, миндә ҙур хәрби секрет бар!

Барановский палачтарын туҡтатты.

-- Әйт, бандит!

-- Командующиҙың ғына ҡолағына әйтәм, бик мөһим!

Сәмләнә төшкән Поленов сытырайып яҡыныраҡ килгәйне, Йәмил йәшен тиҙлегендә уның ҡылысын ҡынынан һурып алып һелтәнде; башын ҡаплап янтайып өлгөргән Поленовтың һул ҡулы терһәк тәңгәленән сурт-өҙөлөп төштө72, тәңгәлендә ҡылыс та ятып ҡалды: Йәмил мөғәллим, аймылышҡан хәрбиҙәрҙең араһынан уҡтай атылып сығып, ерҙән таш тырнап алып эҙәрләүселәренә бәрә-бәрә, тау араһына дөндө, ләкин артынан жыйлап ҡыуып еткән пүләләр уны ҡая аҫтына тәкмәстерҙе...

Поленовтың яраһын бәйләнеләр, үҙе ирәйеп ултырып йөрөргә яратҡан арҡалы ҡырандасына һалып, лазаретҡа илттеләр, операция өҫтәленә ятҡырҙылар. Барановский, “Правда” гәзитенә төрөп, батыр командующийҙың саңға буялып ҡарайған өҙөк ҡулын да килтергәйне -- эйәһенән һораны:

-- Быны... быны ни эшләтергә?

Йөҙө ҡағыҙҙай ағарып, тешен ҡыҫып түҙеп ятҡан Поленов ҡаты ыңғырашты, әммә тиҙ үк рухланып, ҡәтғи бойорҙо:

-- Штабҡа!.. Ҡарауыл ҡуйып... һаҡлағыҙ... үҙем сыҡҡансы!

Себендәрҙән ҡурсаларға ҡалын итеп тоҙ һибелгән Поленов ҡулы штаб бүлмәһенең мейес башында көтөп ятты, эргәһендә алмаш-тилмәш ҡыҙыл әрмис хөрмәтле ҡарауыл торҙо...

Сәлимйәнде төрмәгә бикләнеләр, Поленовтың үҙенән бойороҡ бирелеүен көттөрҙөләр... Аҙна дауамында Эстәрлетамаҡтан Шәмиғолов ҡул ҡуйған телеграмма килде: енәйәтсе Мырҙағолатовты, Ревтрибунал хөкөмөнә тарттырыу өсөн, беренсе мөмкинлек менән үк Эстәрлетамаҡҡа оҙатырға...



8

“Революция ҡорбандары”н матәмле-тантаналы күмәк ерләү көнө төрмәләге Мырҙағолатовҡа ла мәғлүм булды; уны, кейенергә бойороп, штабҡа оҙаттылар – командирҙар үҙҙәренсә сәхнәһеҙ спектакль ҡороп, сәйәси уйын яһайҙар ине, буғай. Аҡ марля сырмаулы һул ҡулы муйынына аҫылған Поленов, ерәнесен йәшермәй, ҡара ҡойолоп ажғырҙы:

-- Йәл, теге көндә ат бәйләгескә ятҡырып өлгөрмәнем... Инде килеп Шәмиғолов иптәш тә ара төштө. Тик шуны яҡшы беләһеңдер, ренегат: Эстәрлетамаҡҡа һинең турала “юлда ҡасырға маташҡанында атылды” тигән мәғлүмәт кенә етеүе бик ихтимал!..

-- Беләм мин һеҙ бандиттарҙы.

-- Бандит ул һин, ә беҙ ысын коммунист. Коммунизм хаҡына көрәшәбеҙ.

-- Шахталарға гонаһһыҙҙарҙың кәүҙәләрен тынҡыслапмы?

-- Бандиттарҙың, тип төҙәт.

-- Һеҙ үлтергән Дулат-Али – 1905 йылдан, Булатов – 1917 йылдан РКП(б) ағзалары, намыҫлы коммунистар ине. Икеһен дә бик яҡшы белә инем.

-- Беҙ ҙә бик яҡшы беләбеҙ. Бөтәһе лә башҡорт-бандит, төҙәлмәҫлек автономист-националист.

-- Ә Кузнецов менән Парташов? Улар ҙа башҡорт националистары инеме?

-- Башҡорт яҡлы урыҫ уғата хәтәрерәк; ундайҙарҙы, Феликс Эдмундович Дзержинский бик хаҡлы ҡушыуынса, ҡуша рәхимһеҙ һепереп түгәсәкбеҙ. – Һыңар ҡулы менән өҫтәлгә һуҡты. – Етте! Автономия уйны тамам!

-- Һәм башҡортҡа ла каюк! – Барановский һары ат тештәрен ыржайтып уҫал йылмайҙы. – Тамырын ҡоротасаҡбыҙ!

Үҙҙәре ҡыҙыл байраҡ сөйөп яулап алған ҡыҙыл Рәсәйҙә түгел, ә аҡтар лагерында ултырғандай тойолдо Сәлимйәнгә; нәфрәте тулышып, Поленовҡа бер ҡалҡынып ҡараны:

-- Бына һеҙ, Владислав Евгеньевич, коммунист һәм кантон партия комитеты-ның үҙегеҙ иғлан ҡылған етәксеһе булараҡ, бындай һәләкәтле сәйәси линияға нисек юл ҡуйҙығыҙ?

-- Сугубо партийный линия был – партиябыҙҙың стратегик линияһы. Әлбиттә, был һиңә, культураһыҙ ҡырағай башҡортҡа, бөтөнләй аңлайышһыҙ. Россия ла, партия ла милли каморкаларға бикләнә алмай. Юҡҡамы ни партиябыҙ Уставы ла милли принциптарҙан азат – монолитлыҡҡа нигеҙләнгән! – Барановскийға әйләнеп ҡарап өндәште: -- Фекереңде ослап ҡуй, Степаныч.

-- Осо шул: Волга – Урал арауығында Россиябыҙҙың йөрәгенә ҡаҙалған зәһәр төркилек шырауын һурып алып ташлау көнө етте: башҡорт бөтһөн, һирәк-мирәк ҡалғаны ла үҙен “башҡортмон” тип атауҙан дер-ҡалтырап ҡурҡһын! Тиҙләтелгән темп менән иң элек башҡорт – татарға, аҙаҡ татар – урыҫҡа әйләнергә тейеш!

-- Браво, Степаныч! – Поленов, сулаҡлығын онотоп, буғай, ҡул сабырға иткәнендә һыҙланып ыңғырашты.

Тышҡы яҡтан ишек тибеп асылды, ҡыҫығынан үрә ҡараған Михайлычтың мыйығы күҙгә салынып, уның аҫтынан лап-лоп баҫҡан тәбәз әҙәм ашығып аҙымланы: йыуан дүңгәк кәүҙәле, арҡыс-торҡос портупеялы, һөйрәлмеш “селедка” ҡылыслы ла маузерлы; ике ҡулына, иҙәнгәсә һәлендереп, ҡарбуз һымаҡ тумалаҡ нәмәле киндер тоҡсайҙар тотҡан.

-- Абба, Хәмзин?! Яраң бөтәште ләме ни, башыңдың сырмауы ҡайҙа? – тине Сәлимйән.

Кәрлә өндәшмәне, Поленов менән Барановский күңелле хихылданы. Хәмзиндың бында күренеүе тегендә ул атҡан көтөүсе үҫмерҙең фашлауын дөрөҫләне... Шомло бәндә, ерәнеп күҙәткән Сәлимйәнгә ҡалҡынып та ҡарамай, лап-лоп баҫып түргә уҙҙы, тоҡсайҙарындағын өҫтәлгә тумарлатты – Аҡмал менән Вәлиулланың башы...

-- Һоп! Ҡабул ҡылып алығыҙ, задание үтәлде! Ғайса тигән атаҡлы бандитты тимер юл буйында дөмөктөрҙөк, былары – алдығыҙҙа.

-- Браво, Хәмзин!

-- Тимәк, гидра башһыҙландырылды? “Реввоенсовет” тигәндәре һөйләргә генә ҡалды? – Кәйефләнгән Барановский устарын ҡәнәғәт ыуҙы. – Шулаймы, иптәш Хәмзин?

-- Юҡ шул... Ил Инәһе тигәндәре теҙгенде үҙ ҡулына йомарланы, тиҙ үк тәртип урынлаштырҙы.

-- Амазонкамы? Быныһы насар... – Поленов етди борсолов хәүефләнде.

-- Уныһының да башына етербеҙ, ҡуш толомонан усмаҡлап килтерербеҙ.

-- Молодец! Әһлиуллин әтрәтенең йөҙөк ҡашы, партиябыҙҙың лайыҡлы улы һеҙ, Хәмзин! Барығыҙ, изге эшегеҙҙе дауам итегеҙ!

-- Есть! – Билендәге “селедка”һын даңғыр-доңғор һөйрәлтеп йәһәтләне.

-- Күрҙегеҙме? Башҡорт коммунистары тап ошондай булырға тейеш! – Сәлимйәнгә һирпелеп ҡарап хупланы Барановский.

-- Шулай булыр. Булдырырбыҙ! – Поленовтың күҙҙәре уҫал ялтыраны.

-- Владислав Евгеньевич, был серек кәбеҫтә күсәндәрен ҡайҙа быраҡтырырға?

-- Урам сатына сығарып, ҡаҙыҡ баштарына ҡатһындар... күргәҙмәле һабаҡ ҡылып!

Ике ҡыҙыл әрмис дөбөрләп кереп, баштарҙы һәлпек һаҡалдарынан услап алып сығып киттеләр.

-- Бына шулай! Башҡорттоң башын беҙ уның үҙ ҡулынан ҡырҡтыртабыҙ, хе-хе-хе....

Сәлимйәндең ҡан баҫымы күтәрелеп, күҙ алдары ҡараңғыланды, ҡолаҡтары шауланы.

-- Яуызлыҡтың сигенән сыҡҡанһығыҙ, коммунист әхләғе юҡ һеҙҙә!

-- Хе, әхләҡ тиһегеҙме? – Барановский өҫтәл тартмаһынан хәрби устав урынына ҡулланған “Правда”һын сығарҙы. – Ленин иптәш үҙе бына нимә ти: “Морали в политике нет. Будьте образцово беспощадны!” Һәм бына уның бөтә Совет Рәсәйенә таратылған, беҙҙәргә лә килеп ирешкән ҡиммәтле әмерҙәре: “Надо поощрять энергию и массовость террора... Расстреливать, ничего не спрашивая и не допуская идиотской волокиты... Тайно подготовить террор: необходимо – Срочно!.. Товарищи! Восстание должно повести к Беспощадному подавлению. Этого требует интерес Всей революции, ибо теперь взят “последний решительный бой” с кулачьем. Образец надо дать:

1) Повесить (непременно повесить, дабы Народ видел) каждый раз не меньше 100 заведомых кулаков, богатеев, кровопийц.

2) Опубликовать имена.

3) Отнять у них Весь хлеб.

4) Назначить заложников.

Сделать так, чтобы на сотни верст кругом народ видел, трепетал, знал, кричал: Душат и задушат!..

Телеграфируйте получение и Исполнение...

P.S. Найдите людей Потверже. Ленин”73. Так что, бывший чекист и коммунист, а теперешний вонючий ренегат, беҙ саф Ленин юлы менән барабыҙ!

-- Һәм беҙ ысын коммунист-ленинсылар! – Тештәрен ҡыҫып, ыңғырашмаҫҡа тырышҡан Поленов торҙо. -- Һәм беҙ һине ошонда уҡ юл саңына әйләндерергә әҙер. Эстәрлетамаҡҡа иҫән-имен барып етергә теләһәң, бында бер шартты үтәйһең.

-- Мәҫәлән?

-- Революция ҡорбандарын ерләгәндә аңһыҙ башҡорт халҡы алдына сығып, ошоға тиклем хаталы юл тотоуыңды, ә беҙҙең, ысын коммунистарҙың, хаҡ юлдан барыуын танырға һәм раҫларға, баш күтәреүселәрҙе юлбашсыларын үҙ ҡулдары менән һуйып юҡ итергә саҡырырға тейешһең. Шуны үтәмәһәң...

-- Ҡарап-ҡарармын.

-- Ҡарап-ҡара, сукин сын! – тине Барановский.

-- Митингыла беҙҙең арттан сығаһың трибунаға. Әйтербеҙ.

Майҙан тулы ала-ҡола ерле халыҡ, ҡораллылар теҙмәһе уларҙы тығыҙ ҡоршауға алған. “Революция ҡорбандары” һалынған алты табут-гроб: бишеһендә баяғы төнгө арбала ҡайтҡан мәйеттәр, ә уларға юлбашсылап ҡуйылғаны – аршин буйлыҡ ҡына гроб, сәскәләргә күмелгән Поленов ҡулы...

Ағас трибунаға баҫып командующий һөйләп төшкәс, “хатта дошмандар ҙа беҙҙең хаҡиҡәтте таный” тип, Мырҙағолатовты төрткөсләп мендерҙеләр. Ул үҙенә тоҫҡалған мылтыҡ көбәктәренә ҡарап, һуңғы форсатты һөҙөмтәле файҙаланырға булды, тәрән тын алды:

-- Ҡыҙыл әрмис иптәштәр, халыҡ ҡанын ҡойоуҙы туҡтатығыҙ, хата юлдан бараһығыҙ... Совет юлы – был түгел! Поленов – яуыз әүерелмән, коммунист битлеген кейгән уҫал енәйәтсе...

Ябай халыҡ ут ҡапҡандай шаулашты, ҡыҙыл әрмистәр сафы кинәт боҙолдо, командирҙар теҙемде тәртипкә килтерергә ташланды. Арҡалы ҡырандасына янтая биреп, тештәрен ҡыҫып күҙәткән Поленов әшәке һүгенде лә револьверҙан бер-нисә ут сорғолтто – Мырҙағолатов салҡан әйләнеп төштө. Ике ҡыҙыл әрмис йүгереп килеп, ҡанға батҡан кәүҙәне трибуна артына сығарҙылар ҙа итектәрен һалдырып алдылар; аяҡтарын боғалаҡлап, ат ҡойроғона тағып шахта соҡорона һөйрәттеләр.

Тынлы оркестр ер һелкетеп матәм маршы уйнаны, ҡыҙыл әрмистәр гробтарҙы яурын баштарына күтәреп илтте; иң бәләкәс гроб – Поленов ҡулы – иң алдан юл башланы; ҡулдың эйәһе арттараҡ арҡалы ҡырандасында ҡырын ятып эйәрҙе, эргәһенән атлы эскадрон яланғас ҡылыстарын ялҡылдатып барҙы; ҡыҙыл йондоҙ таҡҡан йәшел фуражкалы командирҙар, ауыҙҙарын арандай киреп, революция ҡорбандарын ҡомарлап йырланылар:


Вы жертвою пали в борьбе роковой...
Ҡасаба осондағы ҡалҡыулыҡта алты башҡорт оло ҡәбер ҡаҙып әҙерләп торған; матәм моңо яңғырашында алты гробты төшөрөп, тиҙ генә күмеп ҡуйҙылар; уба өҫтөнә тере сәскәләр һалынды. Ҡәберселәрҙе, өйҙәренә ебәрмәй, шахта соҡоро ситенә ҡыуып килтереп теҙҙеләр: аҡ һаҡаллы ике ҡарт, урта йәштәрҙәге өс ир, талсыбыҡтай оҙон буйлы бер малай. Эскадрондың бер өлөшө ҡылыстарын айҡай-айҡай ҡыҙыу елдереп килде лә һәр береһе бер башҡорттоң муйынын өҙә сапты, кәүҙәләр шахта төбөнә тәкмәсләне. Аҡ һаҡаллы ҡарттарҙың береһе генә, әллә ҡото осопмо, соҡор ситенә сүгәләгәйне, Поленов үҙе йүгереп килеп бабайҙың башын өҙҙө лә кәүҙәне тибеп төшөрҙө.

Ҡырандасына ҡабат менеп ултырып, ҡулының һыҙлауын баҫыр өсөн шешә боғаҙынан хәмер һемергән Поленов ҡалҡына биреп оранланы:

-- Йәшәһен өсөнсө Коминтерн! Йәшәһен иптәш Ленин менән иптәш Троцкий! Яҡты коммунизм ҡояшына табан алға, ура!

-- Ур-ра-ааа! – Боғаҙҙарҙан көр һөрән яңғыраны. Тынлы оркестр өҙҙөрөп марш уйнаны, коммунизмға юл ярыусы коммунистик батальон, тығыҙ сафтарға теҙелеп, ҡасабаға йүнәлде. Шахта өҫтөндә күктә, яҡты коммунизм ҡояшы балҡыр тәңгәлдә, емтек ейергә эркелешкән ҡап-ҡара ҡоҙғон-таҙғаралар ҡанат киреп өйөрөлдө.

1969.

06.01.2008



Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   6   7   8   9   10   11   12   13   ...   24


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет