ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет12/24
Дата28.04.2016
өлшемі4.79 Mb.
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   24

V
Тракторист Насрый үҙенең шикле ҡылыҡтары менән тамам ҡаҡшатты Ғәлимдең сабырлығын. , яңы хисапсыға дуҫлыҡ һәм бирелгәнлек билдәләре күрһәтергә тырышып, шундай ҙа ялағайлана ки, хатта, ҡарттар әйтмешләй, Ғәлим кикергән генә һайын “ярхамикалла!” тип торорҙай. “Фәлән һине шулай тип әйтте, фәлән былай тип әйтте” тип, оялмай, үҙе менән бер үк ыҙанда һөргән иптәштәрен ошаҡлай, һүҙенең аҙағында:

— Һин, Ғәлим, мине үҙең ҡара инде, әй! — тип өҫтәкләй. Күбеһенсә, эсеп, ҡыҙмаса хәлдә йөрөй, бындай хәлендә күҙҙәре майланып йылтырай, үтенестәре талап һымаҡ яңғырай башлай. Ғәлим иһә өндәшмәй генә тыңлай, аҙағында, һүҙҙе оҙайтмаҫ өсөн:

— Шулайҙыр шул, шулайҙыр... — тип кенә өҙә ине. “Майға сумып сыҡҡан йылан” сағыштырыуы килде башына.

Бер көн шул Насрый арҡаһында тауыш ҡупты. Иртә менән, төнгө алмаштың эшен үлсәп йөрөгәндә, кисә Насрый һалған бураҙнаның бер метрға ла ырамағанын шәйләне Ғәлим. Нәфрәтләнеп килде ул ыҫтанға. Насрыйға алмашсы булып практикала йөрөгән йәш курсант Бакир тракторға май һала ине. Ғәлим Насрыйҙың ҡайҙалығын һораны.

— Белмәйем шул, ағай. Тракторҙы ҡарашырға ла килмәне.

Ауылға ҡайтҡас ҡына осратты уны. Сәстәрен туҙғытып, магазин тупһаһында тоҙло балыҡ ҡойроғо кимереп ултыра.

— О Ғәлим дуҫ, һинме был? Әйҙә, индек, Иван Иванычтан икешәр йөҙ грамды ҡойҙортоп, яға аҫтына сәлдереп сығайыҡ! — тип еңенән һөйрәне уны.

— Ниңә эшкә сыҡманың? — тине Ғәлим, асыуланып.

— Ҡуйсы әле, әй, бушҡа ваҡланма! Кисә эшләгәндең яртыһын бөгөнгә бүл дә яҙ. Етмәгәнен еткереп ҡуй. Иван Иванычҡа инәйек, тим бит!

— Юҡ инде, әшнә, мин һинең прогулыңды баҫырып ҡалмам. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәрә бел! — Ҡырт боролоп, идараға йүнәлде. Насрый, өндәшмәй, тупһала ултырып ҡалды. Ғәлим тыҡрыҡҡа боролоп, магазин ишеге ситәнгә ҡапланғас та, артынан әшәке һүгенеү ишетелде.

Дәүәйҙе ул кис булғас ҡына осратты. Бригадирҙың ҡобараһы осҡан, Ғәлимгә һөҙөп ҡарай, сәләмен дә теләкһеҙ, танау аҫтынан мыңғырҙап ҡабул итте. Өндәшмәй текләп тора-тора, Ғәлим китергә ҡуҙғалғас ҡына, ауыҙынан һүҙ сыҡты:

— Кисә Насрый күпме һөрҙө?

— Ете гектар.

— Ә норма буйынса күпме тейеш?

— Биш һикһән.

Дәүәй, өндәшмәй, хисапсыһының күҙҙәренә текләп тора башланы. Был хәл Ғәлимде сығырынан сығарҙы.

— Шулай булғас, ни өсөн һин бөгөн Насрыйға прогул яҙҙың? — тине Дәүәй.

— Прогул яһағаны өсөн.

— Ә ниңә шул кисәге ете гектарҙың яртыһын бөгөнгөгә бүлеп яҙманың?

— Сөнки улай итеп прогулсыларҙы баҫырып ҡалдырырға намыҫым ҡушмай.

— Ә бригаданы позорить итергә ҡушамы? — Дөрләп тоҡанды Дәүәй. — Ниңә өй эсенән сүп сығараһың? Иҫерек ғиззәт тә шәберәк булған икән һинән! Трактористар булһын, һабансылар булһын — өҫтөңдән жалыу бирәләр; сөнки ерҙәрҙе үлсәмәйһең, заправкаға йөрөмәйһең. Кешеләр менән ҡырыҫ һөйләшәһең. Бригадирҙы тыңламайһың. Ғиззәт заманында яғыулыҡҡа экономия булһа, бөгөн — сплошной перерасход. Былайһа, эшеңдән бушатырға тура килер һине!

— Ну что же, бушатығыҙ. Ялынып тормайым. Ләкин һеҙҙән үҙемә нахаҡ яла яҡтыртмам — төбө-тамырығыҙ менән фашлармын. Белеп ҡуйығыҙ шуны! Әгәр мин ерҙәрҙе үлсәмәһәм, ике йөҙ гектарығыҙ етмәй сыҡмаҫ ине.

— Һин уның менән козырать итмә. Билгеһеҙ әле кемдеке етмәгәне!

Шул ыҙғыштан һуң Дәүәй, уңайы тура килгән һайын, идараға барып, Ғәлимде ошаҡлап йөрөр булды. Уҫал ғәйбәт машинаһы хәрәкәткә килеп, аҫтыртын һәм ныҡышмалы рәүештә, Ғәлим өҫтөнә бысраҡ өйөпмө-өйә. Ошо уҡ машина уны, идараға саҡыртып, колхоз рәйесенән һүктертте, парторгты уға ҡырын күҙ менән ҡарарға мәжбүр итте. Ошаҡсылар ҡәнәғәтһеҙлектәрен хисапсының күҙе алдында әйтмәйҙәр, унан асыҡтан-асыҡ бер нәмә лә талап итмәйҙәр, фәҡәт Ғәйбәт ыраталар. Эш, әлбиттә, , яңылышһыҙ ҙа булмай. Өлгөрә алмау сәбәпле, Ғәлим ҡайһы саҡта кемдең дә булһа эш ыҙанын һуңлабыраҡ үлсәй һәм быны, йәшермәй, трактористың үҙенә үк белдерә; һуңлабыраҡ үлсәнһә лә, хеҙмәтенең юғалмағанлығын һәр кем белеп барһын, ти ул. Ләкин ошо бер ҡатлылығы үҙенә килтереп һуға, “ерҙәр үлсәнмәй” тигән ғәйбәтте көсәйтеберәк ебәрә...

Ғәлимде быйыл ғына партия ағзалығына кандидат итеп алғайнылар; шуға ла был ығы-зығыларҙы йөрәге менән кисерә. Тештәрен ҡыҫып, иртәнән алып кискәсә бушанмай эшенән. Йә йәйәүләп йүгерә, йә велосипедҡа атланып дөнә, йә һыбай юртаҡлай, ләкин эшләгәне күҙгә күренмәй. Йыш ҡына ул көрәк-һәнәк тотоп ябай эштә йөрөгән көндәрен һағына. Ул саҡта һиңә билдәле бер йөкләмә бирелә торғайны; тырышып шуны үтәйһең дә тыныс күңел менән рәхәтләнеп ял итәһең. һинең эшеңде бүтәндәр эшенә бәйләп баһаламайҙар; маҡталыуыңды йәки хурланыуыңды, мускулдарыңдағы физик көс-ҡеүәтте егеп, үҙең хәл ҡылаһың. һәм бер кем дә бәйләнә алмай һиңә, намыҫың теүәл булһа; етәкселәр һинең турала кемдеңдер тамаҡ ярыуы буйынса түгел, ә хеҙмәт тәбилеңә ҡарап һөҙөмтә сығаралар... Ҡайһы ваҡыт: “Мин әллә, ысынлап та, булдыҡһыҙмы икән?” тигән ауыр шөбһә ята егет күңеленә. Нисек тә был хәйерһеҙ эштән тиҙерәк ысҡынып, ошо уҡ вазифаны бүтән кеше нисек башҡарғанын, дорфа түрәләргә ҡайһылай ярағанын ситтән генә ҡарап йөрөү теләге уяна ине...

Бер көн трактористарҙың, өйкөмләнеп, ҡыр вагоны эргәһендә мыжғыуын күрҙе. Бөгөн иртән Ғәлим килтереп элгән “Боевой листок”ты (бәләкәй стена гәзитен) көлөшә-көлөшә уҡыйҙар. Эргәләренә килде.

— Ныу, Ғәлим дуҫ! Беҙҙең Насрый туғанды ҡайһылай итеп биҙәп ташлағанһың, әй! Ырымбурға күргәҙмәгә оҙатырлыҡ! Хәҙер бөтә ҡыҙҙар ғашиҡ булалар инде уға! — тип, егеттең бөйөрөнә төрттө ҡартайыуҙы белмәгән, шаянлығын ташламаған һыу ташыусы ғүмәр бабай.

— А как же. Насрый ағай — бригаданың йондоҙо! — тип ҡыҫтырҙы Насрыйҙың алмашсыһы тәбәнәк буйлы Бакир, егеттәрҙең ҡултыҡ аҫтынан оҙон муйынын һуҙып. Шул һүҙҙәре менән йәмәғәт алдында шөйлә уңыш ҡаҙанғанын тойоп, ҡыйыулана төштө. — Беләһегеҙ килһә, йондоҙҙоң нурлы “эш”тәрен бында яҙып бөтөрмәгәндәр әле. Киләһе һанға мин үҙем мәҡәлә бирәсәкмен! Мин...

— Шым, болван! — Вагон аҫтында хырылдап йоҡлап ятҡан еренән һуҡыр себендәй дөрөп сыҡҡан Насрый алмашсыһын, бесәй балаһылай елкәһенән бөрөп тотоп, үргә күтәрҙе. — Тәүҙә бынауы йоҙроҡто еҫкәп ҡара, көсөк, шунан мәҡәлә яҙырһың!

Бакир шулай ҙа әзмәүер ҡулынан ысҡынып, ситтәрәк оҙон һаплы сүмес менән ҡаҙан һапырып торған ашнаҡсы Зөбәйҙә апай ҡанаты аҫтына тайҙы, артынан, ажғырып, Насрый ташланды. Әммә Зөбәйҙә апай, йыуан беләктәрен ике яҡҡа йәйеп, баһадир кәүҙәһе артына Бакирҙы ышыҡланы:

— Кит, шеш танау, күҙемә күренмә! — тине күҙҙәре аларған Насрыйға. — Юҡһа бынауы сүместәге бутҡа менән һылармын танауыңды. һи эскесе мәхлүҡ!

— Эсһә, һинекен эсмәгән — үҙемдекен! — тип ажарланып ҡараһа ла, Насрый артҡа сигенергә мәжбүр булғас, Бакир ҙа батырланды:

— Тағы боҙоҡбашланып килгәнһең! Бөгөндән башлап мин һиңә алмашсы булмайым! — Бакир вагонға инергә шәйләгәйне, Насрый, аяғы менән юлын быуып, тракторға ҡыуаланы үҫмерҙе:

— Ярай-ярай, күп һөйләнмә. Бар, һабандарыңды майла. ЮҒиһә, үтә күп белеп китәһең. Йомортҡа тауыҡҡа өйрәтергә иртәрәк әле! — Шулай йәнен тындырғас, тамашасылар араһынан йырып инеп, стена гәзитен шатырҙатып йыртты. — Художник!.. — Ирендәрен йәмшәйтеп һүгенә-һүгенә, гәзит йыртығын Ғәлимдең битенә бәрҙе лә Бакир артынан туйтаңданы.

— Һи свинйә, әгәр күҙеңде тондороп күбенеп алғанһың икән — свинйә көйөңсә хорхолдап ята бир инең. Ул ҡағыҙҙа ни үсең бар? — тип әрләп ҡалды Зөбәйҙә апай. Шул арала Насрый тоҡандырған пускачтың — трактор дизелен тоҡандыртыусы кесе моторҙың —зәһәр дырылдауы баҫты шау-шоуҙы.

— Бөгөн дә Насрыйҙың градусы юғары. Юғары рекорд бирергә китте, — тине аранан берәү, ҡара төтөн борҡотоп барған трактор артынан күҙәтеп.

— А как же. Күҙ буярға кәрәк тә инде. Ул, моғайын, бөгөн тағы ике норма бирер әле, шунан һуң ике көн эшкә сыҡмай типтерер.

— Гектар һаны бармы — бар, ә сифатында эшт еҡ.

— Беҙҙең түрәләргә бары гектар күберәк булһын...

— Барыбыҙға ла намыҫ кәрәк шул бында! — тине Ғәлим.

— Көллө көтөүҙе бер сысҡаҡ һыйыр буяған, тигән һүҙ ошолор инде... — тип ҡушылды ғүмәр бабай. — Бындайҙарҙың биргән эреҡорто74 кире ҡорт булып ҡайта колхозға. Ярып һөрәһегеҙ, балалар, ярып һөрәһегеҙ... Борон беҙ ат һабаны менән дә иген үҫтерә инек. Былайһа, икмәк ашатмайһығыҙ икән һеҙ, мырҙалар... Их, ошоғаса агроном булмауы ҡырын һуҡты, түрәләрҙең һуҡырлығы тейҙе теңкәгә!

Эйе, агроном булһа, эштәр бүтәнсәрәк барыр ине шул, тип уйлана Ғәлим. Ул, исмаһам, алмаш һайын, эшкәртелгән ерҙең сифатын тикшерер ине, трактористар, әлегеләй, һан артынан ҡыуып брак яһамаҫтар ине. Бер ниндәй сифат контролт еҡ. Рәйес менән парторг килеп ҡарап китәләр ҙә ул, ләкин бынан ни файҙа? һөнәрҙәре буйынса икеһе лә мәктәп уҡытыусылары — Ғүмәр бабай тиклем дә белмәйҙәр ерекмәнлекте. Белгестәр булмағас, бөтә етешһеҙлектәр ҙә сағылып бөтә аламы ни улар күҙенә! — Шулай көйөндө Ғәлим, , яңы ғына һөрөлгән ыҙанды буйлап. Эйелеп, дымлы тупраҡты йомарлап ҡараны усында. Ул хәҙер, сәсеүгә төшкән тәүге көндәрҙәге кеүек, бер бөтөнгә уҡмашмай ҡойолоп төшә — кибеп тотанаҡһыҙланған. Эйе, үтеп бара шул ваҡыт. Орлоҡто был ҡоро ергә күмеү менән дә ни ала алырбыҙ икән? — Уйлана ла уйлана Ғәлим, көйөнөп. Туңға һөрөү планы былтыр тултырып үтәлгән булһа, яҙғы сәсеү иртә тамамланыр, дым да һаҡланыр ине. Хәйер, быныһына Ғәлим үҙе «ғәйепле”: туңға һөргән ерҙәрҙе ул үҙе кәм сығарҙы бит! Әгәр шулай итмәһә, бөтәһе үҙ урынында ал да гөл көйөнсә ҡалыр, бригадаға баяғы етмәгән ике йөҙ гектарҙы тултырыу өсөн яҙғы ер һөрөү мәшәҡәте өҫтәлмәҫ ине. Дәүәй аҙым һайын уға шул турала туҡый бит. Бөтә бригада хисапсыға ҡырын ҡарай. Фәҡәт уның арҡаһында күпме кеше еңел “заработка”һын юғалтҡан. Инде элекке хисапсыны — Ғиззәт ағаһын маҡтап, ныҡ һағынып һөйләйҙәр... Әммә Ғәлимдең иҫе китмәй, теште ҡыҫып, кешеләргә яман булыуҙан да ҡурҡмай, дөрөҫөн эшләй бирә. “Халыҡҡа ярауы ҡыйын була икән ул...” тип уйлана.

Насрый өҫтөнән акт төҙөгәйне тағы. Тракторын тоҡандырып ҡырға сыҡҡан да, һабансыһын ҡайтарып ебәреп, үҙе тракторы менән күрше урыҫ ауылына бәрәңге баҡсалары һөрөргә — “һулаҡай кәсеп”кә киткән. Иртә менән Ғәлим барып үлсәгәндә, багындағы яғыулыҡ яртыға төшкән, ә һөргән ерт еҡ. Ләкин Дәүәй актҡа ҡул ҡуйманы.

— Ҡуйсәле, юҡҡа-барға ваҡланып йөрөмә улай. Ир булһаң, йорттан сүп сығарма, эсеңдә эйәрле-йүгәнле ат кешнәмәй ятып ҡалһын. Ә яндырылған яғыулыҡ өсөн иҫең китмәһен. Өҫтәлмә рәүештә бер норма тырматыу йәки культивациялау күрһәтеп ҡыҫтыр ҙа ебәр хисапҡа. Ерҙең нисә ҡат эшкәртеп сәселгәнен, әҙәм балаһы түгел, этем килеп еҫкәнеп-соҡсонһа ла белә алмай уны! — тип өйрәтте ул. Дәүәй менән ирешеп йөрөү теңкәһенә тейеп бөткәйне инде, бәхәсләшеп торманы. Ләкин үҙенсә эшләне: туҡһан кило яғыулыҡты хисап ҡағыҙында Насрый елкәһенә яҙып, һигеҙ сәғәтлек прогул күрһәтеп ҡуйҙы. Дәүәй быға иғтибар итмәне, ҡул ҡуйып ебәрҙе.



VI
Ғәлимәне Сәлимә апай үҙ өйөнә һыйындырҙы. Ире ташлап бәхет эҙләргә сығып киткән һәм ҡайҙалыр Ташкент яғында өйләнеп, , яңы ғаилә ҡороп ҡалған тол ҡатын ине ул.

— Кемгә алып барайым инде мин һине? Үҙемдә тор ҙа ҡал. Өйөм иркен, балаларым башлы-күҙле булып бөткән, тигәндәй, — бергә-бергә йәшәрбеҙ әле ошонда, — тине.

Сәлимә апай ҡасҡалаҡ иренән мираҫҡа ҡалған серек өйөн былтыр ғына колхоз ярҙамында һипләтеп кергән. ңур-ҙур тәҙрәле алты босмаҡлы өй бик оҡшаны Ғәлимәгә. Эсе лә йыйнаҡ итеп йыһазландырылған. Яҫы ҡарағай таҡталарҙан теҙелгән шыма иҙәндең балауыҙ һарылығы сығарып йыуылып ҡуйылыуы йәш аграномдың күңелен күтәрҙе.

— Бына һиңә йоҡларға урын, — тине Сәлимә уға, төпкө өйҙөң урам яҡ стенаһы буйындағы карауатты күрһәтеп. — Бына өҫтәл. Шәм тураһында ҡайғыраһы юҡ — былтырҙан биреле электр яна беҙҙә.

Былары ла ҡыҙ күңеленә хуш килде. Икеһе лә , яңыраҡ ҡына шымартып яһалған булып, һөйән аҡлығы менән күҙҙең яуын алып торалар, күңелдә яҡты тойғолар уяталар. Ғәлимә, сумаҙанынан алып, өҫтәлгә тиҙ генә аҡ етен скатерть япты (быны ул район үҙәгендә, ошо колхозға юлландыртма бирелгәс, һатып алғайны), бер мөйөшөнә китаптарын өйҙө. Мыйыҡлы уйсан гусар поручигының артлы кескәй рамға ҡуйылған портретын ҡаршыһына ултыртты. Өйҙәшенең хәрәкәттәрен бәйнә-бәйнә күҙәтеп торған хужабикә тартынып ҡына һораны:

— Кемең ул һинең, әллә һөйгән егетеңме?

— Эйе, өҙөлөп һөйгән егетем, — тине Ғәлимә.

— Кейгән кейеме сәйерерәк булһа ла, бигерәк аҡыллы күренә.

— Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бынан йөҙ егерме йыл элек үлгән шул.

Сәлимәнең һис ни аңлай алмайынса аптырап тороуын күреп, төшөндөрөргә ашыҡты:

— Шағир ул, апай, урыҫтың бөйөк шағиры Михаил Юрьевич Лермонтов. Мин уның шиғырҙарына ғашиҡмын.

— Ә-ә-ә, — тине Сәлимә. — Әйтәм, күҙҙәреңә тура ҡарап тора...

Иртәнге сәйгә бер ғаиләләй йыйылдылар. Ике ҡыҙы бар икән. Өлкәнен кейәүгә биреп оҙатҡан, ә Әминә исемле кесеһе үҙ бауыры аҫтында. Күгәрсендәрҙәй гөрләшеп эстеләр сәйҙе. Ун ете йәшлек Әминә, , яңы алланып бешеп килгән еләк кеүек, үҙенең саф йәшлеге, матурлығы менән һөйөндөрә күҙҙәрҙе; шат күңелле, алсаҡ ҡыҙ булып сыҡты ул. Бер туҡтауһыҙ тәтелдәп, Ғәлимәне һорауҙар менән күмде: Ғәлимә апай ҡайҙа уҡыған, Ырымбурҙамы? Институтта нисә йыл уҡыйҙар икән? Ырымбур ҡалаһының урамдарына шыма асфальт түшәлгәнме? Йырҙа йырланған Каруанһарай бинаһы хәҙер ҙә бармы Ырымбурҙа? Ә аҙағынан, кәйефһеҙләнеп: “Ошо йәшемә етеп тә, Ырымбурҙы күргәнем юҡ...” тип көйөнөп ҡуйҙы. Әсәһе йомош менән киткән арала, йөҙөнә фетнәсе ҡиәфәте сығарып, шыпырт ҡына һораны:

— Апай, һин егет һөйгәнең бармы?

Йылмаймайынса булдыра алманы Ғәлимә. Бына ниндәй бит ул йәшлек! Үҙенең ун ете йәшлек дәүере килде күҙ алдына. Уның да йөрәген ошондай уҡ һорауҙар ныҡ борсой торғайны...

— Бар, һеңлем, бар... — тип яуапланы.

— Әйтсе, апай, егеттәрҙең бөтәһе лә шулай оялсан булалармы икән?

Ғәлимә көлөүен һиҙҙертмәҫкә тырышты. Ҡыҙҙың диңгеҙ күпереге һымаҡ йомшаҡ сәстәренән һыйпап:

— Эйе, күптәре шулай була, — тине. Ниңә кәрәк таңғы ысыҡ тамсыһына кер ҡундыртырға?..

Көпәй ҡорһаҡлы һары еҙ самауыр, сынаяҡтарға мөлкәтен мул ағыҙа-ағыҙа, табын уртаһында сыжлап ултыра. Ауыл муллығын данлап йырлай һымаҡ ул. Ҡыҫып тотһаң мамыҡ һымаҡ йомолоп, ебәргәндә ҡабат ҡабарып китеүсән аҡ бойҙай икмәгенән ҡомалаҡ сүпрәһенең нәфис хуш еҫе аңҡый, тәрилкәләргә өйөп һалынған май һәм йомортҡаларҙан йәмле май айы сәскәләренең шифалы таты килә. Ятаҡтағы ҡыҫыңҡы студент тормошонан һуң, Ғәлимәгә былар барыһы ауыл муллығының балҡышы булып күренде.

Сәйҙән һуң Ғәлимә өҫтөндәге өй кейемдәрен эш кейеменә алмаштырҙы. Ябай тауарҙан тегелгән сыбар юбкаһын кейеп алды, аяғына тупаҫ кирза итектәр һәм өҫтөнә һырған көпәйкә кейҙе. Күҙҙәрен шарҙай асып аптырап ҡарап торған Әминә ҡысҡырып көлдө:

Апай-апай, ҡара әле үҙеңә! Ҡырға эшкә китеп барған ябай ауыл ҡыҙына оҡшап ҡалдың... — Карауат аҫтына ҡыуылған бейек күтәрмәле ялтыр түфлиҙәргә үкенеп ҡараны.

— И һеңлем, — тине Ғәлимә ябай ғына. — Мин бит ысынлап та ауыл ҡыҙы булырға килгәнмен. — Итек ҡунысынан сығып торған сылғау осон тыҡҡылап, йомғаҡланы. — Ҡыр эштәрендә ул, һеңлем, ябай кейемдән дә уңайлыһы юҡ.

— Ҡырға сығаһың дамы ни? Персиҙәтел һиңә иртән керешергә ҡушты бит? — тине эшен бөтөрөп кергән Сәлимә.

— Сығам, апай. Иртәгәне көтөп ятыуҙан ни файҙа? Бөгөнмө, иртәнме — ҡасан да бер башларға кәрәк бит инде...

— Уныһы шулай инде ул, — тип ризалашты хужабикә.

Ғәлимә, ҡапҡаны ашҡас туҡталып, шаҡтай уйланып торҙо. Идараға барырғамы, юҡмы? Унда барһаң да бит әле тиҙ-тиләмә ат табып бирмәйәсәктәр. Колхоз етәкселәре уны ни өсөндөр ҡырын күҙ менән ҡабул иткәндәй. Әллә агрономһыҙ ғына йәшәргәме ниәттәре? Бигерәк тә анауы трактор бригадаһы бригадиры: “Беҙгә йылтыр түфлиҙәр кәрәкмәй!” — тигән була... Ҡыҙ йөрәгендә уға ҡарата асыу ҡуҙғалды. “Ҡытыршы сабата” тип үсекләне уны, эсенән. Идараға мәшәҡәт һалмай ғына, ат-арба мәсьәләһен туранан-тура ат ҡараусыға барып хәл итергә булды.

Матур икән был ауыл. Урамдарын ҡалын келәмләгән ҡуйы ҡаҙ үләнен Ғәлимә бүтән бер ерҙә лә осратҡаны юҡ. Урамдарҙы, майҙандарҙы, ишек алдарын тоташ йәшелгә күмеп түшәлеп ята ул үлән (күп хәрәкәтле оло юлдар ғына келәм өҫтөнә ҡара туҙан таҫмаһы һуҙып уҙған). Атлағанда табандарың аҫты йомшаҡ, туҡылдау юҡ, туҙан юҡ — әйтерһең, тәбиғәт-әсә үҙе ҡайғырта әҙәм балаларының һиллеген. Нәҡ анауы ҡараморон балаларҙай, һуҙылып ятып, ошо үлән-келәмдә аунағыһы, тәкмәс атып уйнағыһы килде агроном ҡыҙҙың. Моғайын, ҡусҡыл япраҡ-ҡыяҡтарының араһында йәнгә рәхәт һалҡынса дым еҫе, йәшеллек аңҡы мул сырмалып торалыр!

Иртәнсәк уҙғанда кешеләрҙең иғтибарын Ғәлимәнең матур ҡала кейеме йәлеп иткәйне, буғай. Хәҙер инде йәһәт кенә алмашынған тышҡы киәфәтенә ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар. Ысынлап та, ниңә ҡырыҫ кирза итектәре һөйрәп сыҡты һуң әле был ыҫпай ҡыҙ?..

Ғәлимә тәҙрәләрҙән, ситән арттарынан үҙенә һаҡ төбәлгән ҡараштар һиҙҙе. Күбеһенсә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ ғына ине, башҡалары ҡырға эшкә таралышып бөткән. Эскерһеҙ текләүселәренә иғтибар итмәҫкә тырышты. “Текләһендәр, әйҙә, текләһендәр, яйлап күнегерҙәр әле”, тип уйланы, йылмайып. Бына тап ҡаршыһына, өлкәндәрсә олпат һәм ҡыйыу атлап, бәләкәс малай сыҡты. Ололарса ҡулдарын артҡа ҡуйып, ят апайҙы баштан-аяҡ ентекләп тикшерҙе.

— Тешләйем бит хәҙер, ау-у-у! — тип өшкөттө уны Ғәлимә. Ә малай шөрләмәне.

— Мин һинең кем икәнеңде беләм. һин агланум! — тине ул етди. Ғәлимә уның керпе арҡаһылай тырпай башынан һыйпаны:

— Абау, сәнсә икән!

— Эһе, алдатаһың! — тине малай, керле ҡулы менән түбәһен ҡапшап ҡарап. Ғәлимәнең артынан ҡысҡырҙы: — Апай, бойҙайҙы һин нисек итеп үҫтерәһең?

— Мин уны Ҡояшҡа бәйләйем. Ҡояш уны үҙе тарта ла үҫтерә.

Аптыраған малай бармағын ауыҙына ҡабып, яуаптың төбөнә төшөргә тырышып, уйланып тороп ҡалды.

Ауыл осона сыҡҡас, һырт яҡтағы һоро бүтәгәле тау итәгендә суҡайған ике цистерна, эргәләрендә суҡаңдаған ир-ат күреп, тура ыңғайлағайны, көтмәгәндә артынан, дөбөр-шатор, мотоцикл ҡыуып етте лә уҙа биреп шып-туҡтаны. Матайға атланған мыҡты кәүҙәле, ҡаҙаҡҡа ныҡ тартым ҡара-һимеҙ түңәрәк йөҙлө (“көлсә бит!” тип билдәләне Ғәлимә) ҡупыҡ егет, оҙон боттарын ике яҡҡа тарбайта баҫҡан килеш, ынйылай аҡ тештәрен йылтыратып, беҙҙәй осло күмер күҙҙәрен тура төртөп көтөп алды:

— Һаумы, сибәрем Ғәлимәкәй!

— Һауғайным да, түгелде шул.

— Оһо! Оторобикә икәнһең.

— Беренсенән, “һең” түгел, ә “һеҙ”! Икенсенән, “сибәр” тип матур егеттәргә генә әйтелә беҙҙең яҡта. Ә ҡыҙҙарҙы “һылыу” тиҙәр.

— Ярар, һүҙемде кире алам, ул тиклем гордый түгелбеҙ. Татар менән, урыҫ менән буталып бөткән шул телебеҙ. Бынан һуң “һылыуым” тип кенә һоҡланырмын. Ул әйтеүем китапсараҡ килеп сыҡты, шикелле.

— Татар китаптарын ғына уҡығанығыҙ күренә.

— Башҡортсаһын ҡайҙан алаһың уның? Килеп етмәй бит.

— Үҙегеҙгә барып етергә кәрәк.

— Абау, телемде тешләнем, улайһа. һылыулығығыҙ алдында баш эйеп, дуҫлығымды тәҡдим итәм. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, урыҫтар әйтмешләй, яҡындан танышайыҡ. — Егет ихлас ҡул бирҙе. — Сәләмғол, ауыл Советы секретары.

— Дуҫлыҡты һис кире ҡаҡмайбыҙ. Бигерәк тә Совет власын. Әйтмәһәм дә, беләһегеҙ, буғай: агроном Ғәлимә булам.

— Бик шатмын. Ҡайҙа йүнәлдегеҙ?

— Башым анауы тарафҡа ҡарағайны.

— Менгәшегеҙ, алайһа, арғымаҡҡа. Минең дә тап аяҡ тартҡан яҡ ине.

Матай тигәнең, күҙ асып йомғансы, цистерналар төйәгенә алып барып та төшөрҙө. Яғыулыҡ ташыусы Яхъя, ғүмәр бабай ярҙамында, оҙон арбаһынан мискәләрен тәгәрләтеп маташа. Тракторист Насрый, һары гәзит ҡағыҙына уралған йыуан тәмәкеһен ҡабып, ситтәнерәк күҙәтеп тора.

— Булдымы? — тине Сәләмғол Яхъяға.

— Булыуын булды ла ул, анауында осло күҙ бар бит әле...

Сәләмғол тирә-яғына ҡаранды:

— Ҡайҙа?

— Кем?


— Кем түгел, ә үҙең белгән нәмә!

— һаҡ ҡыланмайһың, ҡустым.

— Күрмәй ул, минең трактор багында соҡсона, — тип тынысландырҙы Насрый.

— Насрый үҙебеҙҙеке, егет ул. — тине Сәләмғол, матайын ҡалдырып. — Ҡайҙа, ваҡытым тар!

— Ана, цистерна аҫтында. Йәһәт кенә ал да тай, ҡустым, күреп-фәлән ҡалмаһын.

Сәләмғол цистерна аҫтынан канистр һөйрәп сығарғайны, көтмәгәндә килеп юлыҡҡан Ғәлим канистрға аяғы менән баҫты:

— Туҡта әле, нимә уның эсендә?

— Нимә булһын, бензин! — тине ғүмәр бабай. — Сәүит власының матайына кәрәк бит, ябай һыуҙы һемермәй икән ул сәсрәп киткере тимер арғымаҡ...

Ғәлимдең ҡаштары йыйырылды:

— Тәк, егерме литр. Рөхсәт ҡағыҙың бармы?

— Һуңынан килтереп бирермен.

— Килтереп биргәс алырһың. Яхъя ағай, мә, цистернаға кире бушатып бир. Канистры беҙгә кәрәкмәй.

Төҫө ҡасып ҡулдары ҡалтыраған яғыулыҡ ташыусы, башын эйеп, бойороҡто үтәне.

— Һин нәмә, үҙ урыныңды белмәйһең? — тип ғыжылданы ҡаҡ ергә доңҡолдап төшкән буш канистр эйәһе.

— Беләмен, үҙ урыным — иҫәп-хисап. Үҙең дә беләһеңдер: Совет власы теүәл иҫәп-хисап ярата — шунһыҙ коммунизм төҙөп булмаясаҡ, тигән Ленин бабабыҙ. һин быны яҡшы белергә тейеш!

— Белгертермен әле мин... Запомни! — Сәләмғол буш канистрын алып матайына атланды, моторын шарылдатты. Иҫ китерлек һис нимә булмағандай, Ғәлимәгә тештәрен йылтыратты: — Әйҙә, һылыуым, менгәш, фатирыңа елдертеп ҡуяйым.

— Юҡ, мин ошонда ҡалам, — тине ҡыҙ, шул ыңғайҙа туҙан туҙҙырып дөнгән матай артынан баш сайҡап.

— Бына бит ул, эштәр ҡайһылай... — Көйөндө ғүмәр бабай. Ғәлим иһә бының өсөн төп ғәйеплегә ябырылды:

— Яхъя ағай, күпме әйтергә була, ниңә яҡын юлаттың?

— Йәнемде алып бара бит... Силсәүиткә саҡыртып алып екерҙе... Былтырғы алдаҡ туңға һөргән яғыулыҡты ғиззәт менән минең өҫкә һалдыртып, төрмәгә ултыртырға янай...

— Килгән берәүгә ошолай ҡойоп бирһәң, тиҙерәк ултырырһың! — тине Ғәлим. — Белеп тор: үҙем ултыртышырмын! — тип тә өҫтәне. Ҡыҙыҡһынып ҡолаҡ һалған Ғәлимә янына килеп, ҡул бирҙе. — Таныш булайыҡ: трактор бригадаһы хисапсыһы Ғәлим.

— Ә мин агроном Ғәлимә! — тип йылмайҙы ҡыҙ, егеттең ҡытыршы усынан ҡулын алырға ашыҡмай. — Һе!.. Ғәлим менән Ғәлимә... иллә тура килгәнбеҙ ҙә икән, әй!

— Шулай шул... — Егет, сағыу нурға тура ҡарағандай, сытырҙатып күҙҙәрен йомдо — тылсымлы кинофильмдән тылсым көсө менән сыҡҡан һылыуҙарҙың һылыуы үҙе баҫып тора лаһа алдында!..

— Баҫыуҙар иңен бергәләшеп ҡыҙырабыҙ икән, әй.

— Сеү! Ҡайҙалыр күргәйнем шикелле һеҙҙе? — тине, ҡыҙҙың ҡулын, ниһайәт, ысҡындырып.

— “Һеҙ”ләмәһәгеҙ ҙә ярай, бер үк эш кешеләре бит. “һин” тип кенә һөйләшәйек.

— Иншалла, мин дә шул теләктәмен. Ә шулай ҙа... ҡайҙа, ҡасан күрҙем әле был һылыу йөҙҙө? — Егет ҡыҙҙың сер һәм хис тулы күҙҙәренең төбөнә үтеп керергә теләгәндәй ҡараны. Ҡыҙ көлдө:

— Ҡайҙа булһын, үҙебеҙҙең колхоз идараһында. Ғүмәр олатай менән мин коридорҙа ҡыҙыл боросло гәзит уҡый инек. Шартлап торған ташлы ҡыҙыу мунса эләүкәһендә селек һепертке менән сабындырылғандай, борос һымаҡ ҡыҙара-бүртеп килеп сыҡтың да, күҙең тоноп тышҡа атлыҡтың...

Рәхәтләнеп көлдөләр.

VII
— Алло, ҡайҙа йүнәлдең? Туҡта әле!

Аяғөҫтө уйланып йөрөүсән Ғәлим һиҫкәнеп башын күтәрҙе. Ҡара атҡа егелгән ҡара ҡырандаста, тимер-томорҙары араһынан һерәйеп, Дәүәй үҙе килә икән. Ғәлим яҡынланы.

— Ни эш ҡырып йөрөйһөң әле?

— Ер үлсәйем.

— Ер үлсәйем, тиһең инде. һе. Ярар, һуңынан үлсәрһең. Әйҙә, ултыр, киттек.

— Ҡайҙа?


— Уныһын юлда һөйләшербеҙ.

Ғәлим бригадир ҡушағаһына менде. Арҡаһына сыбыртҡы эләккән ҡарат һалпаң-һолпаң юртып китте. Бераҙ һөйләшмәй барҙылар. Егет һүҙ ҡатырға теләмәне, ҡарашын юл ситендәге аллы-гөллө сәскәләргә төбәгән хәлдә, башлығының өндәшеүен көттө.

— Йә, эштәр нисек? Өлгөрөп буламы? — тип белеште Дәүәй. Элек быны һорамай торғайны, хисапсы өлгөрәме, өлгөрмәйме — был мәсьәлә аҙ борсоно уны. Хәҙер иһә хисапсыһының хәле менән ҡыҙыҡһынғандай итә, етмәһә, тауышында ла ниндәйҙер яғымлылыҡ билдәләре бар. Ғәлимде был һағайтты, ҡоро ғына яуапланы:

— Бара шунда, аҡрынлап.

— Нисек уйлайһың һин, быйыл сәсеү бөтәме шул, юҡмы?

— Сәсеп бөтөрһәк, бөтөр.

Бригадир быны хуп күрмәне.

— Гәзит уҡыйһыңмы һин? Беҙҙең колхоздың сәсеү буйынса нисәнсе урында торғанын беләһеңме?

— Нишләп белмәй, ти? Беләм.

— Арттан икенсе урында тора беҙҙең колхоз. Нехорошо.

— Эйе, нехорошо.

Дәүәй, һарыуы ҡайнап, ҡыҙып һөйләне:

— Бригада яҙмышы аҙ ғына булһа ла ҡағыламы һиңә, юҡмы? Әллә ул һиңә бөтөнләй ҡағылмаймы? Ҡылыҡтарыңа ҡарағанда, бригадала эшләмәйһең, ә Мәскәүҙән туризмға килгәнһең, тип уйларға мөмкин. Бына нисәмә йылдар инде техника тирәһендә әйләнәм, ләкин һинең кеүек хисапсыны осратҡаным юҡ ине. Аҡламаның һәм аҡламайһың беҙҙең ышанысты! Бына нимә әйтәм мин һиңә, брат: эшләйһең икән — эшлә как следует, эшләмәйһең икән — эшләмәйем, тип өҙөп әйт. Колхозға посторонний наблюдатель кәрәкмәй.

Нимәне эшләмәйем мин, нимәне?! Ерҙәрҙә үлсәмәйемме, әллә берәүҙең тәбилен юғалттыммы? — тип тоҡанды Ғәлим. Хәҙер ул Дәүәй менән бер ҙә тыныс һөйләшә алмай ине.

— Беҙ өндәшмәгәс тә, әллә эштәрең ал да гөл тип беләһеңме? Юҡ, брат, һинең менән бәйләнергә генә ниахута. Әммә-ләкин күңел биреп эшләргә кәрәк. Күрше колхоздар ни өсөн алда? Түлке блгаҙарә яҡшы хисапсы арҡаһында. Уларҙың беҙҙән артыҡ бер ние лә юҡ.

— Моғайын, уларҙа трактористарҙың ыҙанда эшләп еткермәгәнен хисапсы эшләй торғандыр... — тине Ғәлим, әсе көлөп.

— Тап өҫтөнә баҫтың!

— Үҙемә бер трактор беркетегеҙ, алайһа, һөрөрмөн. Ә һеҙ үлсәрһегеҙ.

— Һиңә берәү ҙә трактористар өсөн ер һөрөргә ҡушмай. Шулай ҙа бригада, колхоз тураһында ҡайғыртырға кәрәк бәләкәй. Бөгөн үк сәсеүҙе бөтөрөп сводка бир.

Эш бына нәмәлә икән! Башына таяҡ менән һуҡҡандай булды.

— Быны көтмәгеҙ минән! Йөҙ илле гектар һөрөп, сәсәһе бар бит әле беҙҙең. Килеп тикшерһәләр, баштан һыйпамаҫтар, башыңды ҡырҡып алырҙар.

— Ерунда! Берәү ҙә тикшермәйәсәк тә, белмәйәсәк тә уны. һәм белергә лә теләмәйәсәк. Йөҙ иллеһен һуңынан яйлап ҡына тултырасаҡбыҙ. һәр ҡайҙа ла шулай эшләйҙәр быны. Элек-электән килә инде ул. Ниндәйҙер йөҙ илле гектар өсөн ҡойроҡта һөйрәлергә, Ҡыҙыл байраҡһыҙ ҡалырға ярамай ҙа инде беҙгә. Яҡшылап көсәнһәк, артабанғы аҙнала түңәрәкләп ҡуябыҙ беҙ уны.

— Былтыр туңға һөргән һымаҡмы? Ҡайҙа ул ике йөҙ гектарығыҙ, ниңә уны ла, үҙегеҙ әйткәнсә, һуңынан “көсәнеп” үтәмәнегеҙ?! — Ҡаны ҡыҙҙы егеттең.

— Һин, ҡустым, маңлайың менән ҡая ярып маташма — башың ярылыр. Беҙ ҡушҡанды үтә лә ҡуй, ҡалғанын үҙебеҙ белербеҙ.

— Кем ул үҙегеҙ?

— Бөтә етәкселек. һинең ошолай сығынсылауың арҡаһында яҙғы сәсеү буйынса, колхоз ғына түгел, бөтә район артта һөйрәлә — беҙҙең колхоз тотҡарлап һөйрәлтә уны. Әйтәм бит, бөтәһе шиты-крыты буласаҡ!

— Ә партия райкомы?

— Беҙ, коммунистар, һәр аҙымыбыҙҙы партия райкомы етәкселегендә баҫабыҙ. һин үҙең дә йәш коммунист бит әле!

— Юҡ, булдыра алмайым мин быны, булдыра алмайым! Нимә уйлаһағыҙ ҙа уйлағыҙ, ләкин намыҫыма ҡаршы бара алмайым! — Егет үҙен йәтмәгә эләккәндәй тойҙо; был йәтмәнән ысҡынһаң, бригадир һәм бөтә етәкселек, хатта райком ҡаршыһында уғата яманға әүереләсәгең хаҡ; ысҡынмаһаң, үҙеңде-үҙең намыҫ язаһына хөкөм итәһең. Ахыры, түҙмәне, ҡырандастан ырғып төшөп ҡалды. Дәүәй атын туҡтатып, артынан уҫал төбәлеп, ғәйепләүсән, түбәнһетеүсән баш сайҡаны. Был ишараның мәғәнәһен Ғәлим тәрәнтен ҡабул итте; үҙен тағы кешегә ылыҡмаусан яман, ҡырыҫ әҙәм итеп тойҙо һәм, кәйефһеҙләнеп, муйынын эскә тартты. Көндән-көн үрсей барған дошмандары уға һәр ваҡыт ошо түбәнһенеү тойғоһон һеңдерергә тырышалар...

Кәзә һаҡалына оҡшап елгә елпелдәгән һипмә ҡыяҡлы йәш бүтәгә сиҙәменән атлап, тау аша төштө Ғәлим. Унда, Насрый һалған ыҙан башындағы селеклектә, велосипеды йәшерелгән. Атланып, ҡыҙыу ишә-ишә, баҫыу ситендәге яғыулыҡлы мискәләр эргәһендә ике автомобиль күреп туҡталды — уҙғынсыларға оҡшай. Эргәлә, торбаһынан һағыҙ һымаҡ ҡара һөрөм аттыртып, Насрый тракторы тора тырҡылдап. Насрый үҙе, мискә ауыҙын усы менән бер ҡаплап, бер асып, тегеләрҙең канистрына бензин ағыҙа. Ғәлим ҡырыҫ өндәште:

— Ҡайҙа, килтерегеҙ ҡағыҙығыҙҙы!

— һин кем, ниндәй ҡағыҙ? Әллә үҙебеҙҙекеләрҙе танымайһыңмы?

— Колхоз идараһының йәки МТС-тың бензин ебәрергә биргән бойороғон.

Насрый хисапсының еңенән тартты:

— Ярар инде, дуҫ, ҡуй, бушҡа ваҡланма. Үҙебеҙҙең МТС кешеләре бит...

— Эйе, МТС-тыҡылар беҙ.

— Ә яғыулыҡ — трактористар елкәһе! — тине Ғәлим.

— Ә мин кем? — Насрый кәперәйҙе.

— Тракторист һин.

— Шулайғас? Барыбер минең елкә бит. Үҙ елкәмә күтәрәм!

— Күтәрер инең дә, елкә соҡороң һай шул! Ә һеҙ, хөрмәтле МТС-сылар, канистрығыҙҙы кире бушатығыҙ!

— Тот бына бынауҙы! — тинеләр автомобилселәр, осло ҡуҡышҡа йәпләнгән ҡара йоҙроҡтарын күрһәтеп; ишектәрен шартлатып яптылар ҙа дөнөп китеп тә барҙылар. Арттарында, төлкө ҡойроғолай ҡабарып, йыуан туҙан болото ғына ҡабарҙы. Шул арала Насрый тракторы ла бураҙнаға төшөп һөрөп китте, Ғәлим бер үҙе ҡалды. “Их, яртылаш бүҫкәрткәндәр!” — тип мискәне торғоҙоп ултыртты. Нәфрәтләнеп, Насрыйҙың шунда онотолоп ҡалған фуражкаһын тибеп осорҙо. Ниһайәт, үҙ күҙе менән күреп аңланы ул бригадала дизелде тоҡандыртыу моторсығы бензиненең ни өсөн саманан тыш яғылыуын. Ҡайҙа ғына ҡарама, алдау ҙа урлау — ни булған был халыҡҡа?.. Тракторҙың әйләнеп килеүен көтөп тормай, велосипедына атланып, ары йүнәлде. Үтә торған, үлсәй торған ерҙәре күп ине әле. Ишә-ишә, тәрән уйланып бара.

Былтыр ғына колхоздарҙы берләштереп ташлағайнылар. Ғәлим эшләгән колхоз шөйлә ҙурайҙы: үҙ эсенә элекке бәләкәй хужалыҡтарҙың икәүһен алған. Әгәр картаға баҡһаң, дөйөм хужалыҡтың ер биләмәләре һуҙып һалынған оҙон таҫтымалға оҡшаш. Буйлап сығыу өсөн әллә нисә ауылды, әллә нисә тау һәм йылғаларҙы үтергә кәрәк. Элекке “сит” колхоздың ерҙәре әллә ни таныш та булмағас, тырым-тыраҡай һибелгән техника артынан сабыу, барыһын үсәп һәм күҙәтеп өлгөрөү ауыр ине. Колхоз етәкселеге, йылдың-йылына, техниканы бер урынғараҡ туплап файҙаланыу, эштәрҙе тоташ фронт менән, биләмәләрҙең бер осонан икенсе осонаса бер юлы алып барыу һәм шул ысулдың хужалыҡҡа күпме экономия, ваҡыт отошо бирәсәге тураһында аҡыллы докладтар һөйләй; ләкин, яҙ башланыу менән үк, матур аҡыл кинәт онотола, эштәр үҙ ағышына ҡуйыла. Етәкселек инде план-маҙар тураһында уйлап та ҡарамай, ул, ҡағыҙға яҙылған килеш, туҙанлы шкафтарҙа ятып сереүен көтә. “Даешь! Даешь!” тип һөрәнләп дошман өҫтөнә ташланған эскадрон атлылары кеүек, үҙ-үҙҙәрен белештермәй ярһып, эшкә тотона кешеләр; шау-шоу ҡуба, буталыш китә, ләкин эш алға бармай, сөнки был ваҡыт кешеләр, дөйөм шау-шоуға әүрәп, төп йүнәлеш тойғоһон юғалталар, кәрәкмәгән яҡҡа саба башлайҙар, улар менән айыҡ аҡыл түгел, стихия етәкселек иткәндәй... һөҙөмтәлә халыҡ арый, тәүге эш сәме һүрелә, хәрәкәттәр һүлпәнәйә һәм хеҙмәт аҡһай башлай. Йыл һайын, яҙғы сәсеү йәки ураҡ кампанияларының ағышын күҙәтеп, Ғәлим ошондай фекергә килә торғайны.

Быйыл да шул килеш ҡалды...

Ауыл янындағы ике йөҙ гектарлы массив башына еткәс, Ғәлим, туҡтап, велосипедын әрем араһында ҡалдырҙы. Колхоздағы иң ҙур, иң тигеҙ баҫыу был — тракторҙар йырлап йөрөп эшләрлек. Бөгөн уны культивацияларға тейеш инеләр. Культиваторҙың етемһерәп ер башында тороуын күргәс, Ғәлим албырғанып ҡалды. Көҙҙән насар һөрөлгән ергә эләгә-һөрлөгә, баҫыу эсенә инде. Эйе, һиҙенеүҙәре дөрөҫ: культивацияһыҙ сәсә башлағандар. Культиватор менән ер ситенән сыйҙыртып ике генә урағандар ҙа ташлағандар... Тупраҡ таба төбөләй ҡаты, бөрсөкләнеп ятҡан балсыҡ киҫәктәре араһынан күгелйем-ҡыҙыл сүп үләндәре үркегән — кейеҙләнеп тығыҙ шытҡандар. Бер ус тупраҡ тырнап алып тикшерҙе: ундағы сүп үләндәре бармаҡ битендәй майҙанда ла бихисап...

— Бына һиңә кәрәк булһа... Бына һиңә кәрәк булһа... — тип, үҙе лә һиҙмәҫтән, әллә кемгә мөрәжәғәт итеп һөйләнде хисапсы. Баш һөйәге эсендә утлы осҡондар сәсрәгәндәй, хафа тойғоһонан башҡа бер нәмә лә ҡалманы... Ҡабаланып, теге баштан сәсеп килгән агрегатҡа ҡаршы йүгерҙе; ҡул болғап ҡысҡыра-ҡысҡыра, төмөзгә эләгеп “тәкмәс атты”... Аҙыраҡ һыуына төшөп, ҡаршы йүгереүҙең кәрәкһеҙлеген аңланы, ыҙанда көтөргә булды. Агрегат килеп еткәс, ҡул болғап уны туҡтатты. Кабина ишегенән трактористың туҙанлы башы күренде.

— Ни булған? — Кәйефһеҙләнеп һораны ул.

— Ниңә культивацияланмаған ергә сәсәһең?

— Уныһын үҙенән һора! — тине артҡа ымлап һәм, ишеген ҡалдор-ҡолдор ябып, ҡара төтөн урғылдыртып газ бирҙе. Ҡорос ҡарышлауыҡтары шылтырҙап үрмәләне, Ғәлим ситкә тайпылды. Туҙан көлтәһе араһынан йүгереп барып, сәскес баҫмаһына менде, унда Дәүәй тора имеш.

— Нишләп эште булдерәһең? — тип ҡысҡырҙы бригадир, шау-шоуҙы еңергә көсәнеп.

— Ер культивацияланмаған!

Дәүәй ҡулын һелтәне, тупаҫ брезент плащлы яҫы арҡаһын күрһәтеп боролдо. Орлоҡ үткәргестәрҙе көйләп маташҡан өлкән сәсеүсе (төп һөнәре — комбайнер) Ғирфан иһә Ғәлим ҡолағына ҡысҡырҙы:

— Былай булмай, мырҙам, дискылар батмай бит! Ер ҡаты!

Ғәлим бригадирҙың бөйөрөнә төрттө:

— Орлоҡ ер өҫтөндә ҡала. Үлән дә мыжғып сыҡҡан. Туҡтатырға кәрәк!

— Нишләргә икәнен өйрәтмә беҙгә! Үҙ эшеңде бел! — Дәүәй сәскестән төштө. Эйәргән хисапсыһына, ҡолаҡ һалыу түгел, боролоп та ҡараманы...



Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   8   9   10   11   12   13   14   15   ...   24


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет