ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет18/24
Дата28.04.2016
өлшемі4.79 Mb.
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   24
КИПАРИСТАР СӘСКӘ АТҠАН САҠТА
1
Фәхерниса йөрәге һыҙлап уянды.

Үрелеп ҡул сәғәтен алды: теүәл алты ине.

Бына аҙна-ун көн инде, ул тап ошо ваҡытта һыҙланып уяна.

Тәҙрәнән һары ҡала таңы – электр яҡтыһы һарҡылған таң түгелә. Ҡала халҡы теле менән әйткәндә, “лимонный” итеп буялған бүлмә эсе лә был нурҙарҙан һап-һары – лимон төҫлө. Ауылдан күсенеп килгәндәренә теүәл биш йыл тула инде, Фәхернисаның иртәнге күкшелт-алһыу шаңдаҡлы күкте күрә алғаны юҡ. Бында таңдар электр уттары һүнеп бөткәс кенә ағарып ата.

Тышта тағы ла ҡар яуған булһа кәрәк: дыңғыр-даңғыр көрәк тауыштары килә. Бында ҡарҙы, ергә лә тейҙертмәй, тиерлек, төшкән берен көрәп алып торалар. Көрәктәре ана нисек тыҡырлай! Ҡар көрәүселәрҙең береһе Фәхернисаларҙың тәҙрә төбөндә генә: хатта ышылдап тын алышы ла ишетелә кеүек. Был бәндә, моғайын, бер туҡтауһыҙ хәрәкәттән кинәнеп, сөгөлдөр төҫлө ҡыҙара-бүртеп эшләй. Маңлайына бөрсөкләнеп кенә тир ҙә сыҡҡандыр. Елбер-елбер ҡар тәңкәләре дебет шәле йөнтәктәренә эләгеп уралғандыр. Фәхерниса ҡар көрәүсенең һулыш алышынан, көрәк тауышынан һәр хәрәкәтен күҙ алдына килтерә. Ул әле ниңәлер туҡтаны.

-- Ҡулы ҡороғоро! – тип ишетелде уның, ҡатын кешенең, рәнйеүле мыңғырлауы. Артабаныраҡ дыңғырлаған көрәк тә тынды.

-- Әү, нимә тиһең? – тине икенсе ҡатын.

-- Бынауы ҡулы ҡороғороноң, тим, эсендә йәне бармы икән? Икмәк һынығын аяҡ аҫтына һалып тапаған! – Ҡаһ-ҡоһ йүткеренеп тамаҡ ҡырҙы.

-- Тир сығарып эшләгән бәндә түгелдер. Икмәк ҡәҙерен белер ине, юғиһә.

Ҡатындар шул хаҡта тағы ла бер-ике фекер тирҙеләр ҙә тындылар: йәнә ыш-ыш һулыш алыу, туң асфальтте тыҡыр-тыҡыр ҡырсыуҙары ишетелде. Бер быуа тынмай эшләгәс, түҙмәне, биргеһе йәнә өндәште:

-- Көрәгеңдең алымы бик шәп күренә, әллә яңымы?

-- Әү?


-- Көрәгең яңымы әллә, тим?

-- Эйе, тегеһе һынды бит, -- тине серҙәше.

-- Алмаштырып бирҙеләрме?

-- Эйе.


-- Ә минекен күрмәйҙәр, ҡороғорҙары. Ҡырҡ еренән ярсылып, ямалып бөттө инде. Күтәреп барһам, үҙең ҡағып-һуҡҡылап ал, ти ҙә ебәрә.

Тегеһе өндәшмәне.

-- Беҙҙең нәсәлникте әйтәм, кеше айыра ул... күҙеңдең төҫөнә ҡарап.

-- Был ни тигән һүҙең тағы, апай? – тине тегеһе, ҡылтайып. – Мин дә былтырҙан биреле тәүгә яңыртып торам.

-- Ә минең икенсе йыл китте инде, -- тине бирегеһе. – Бына күрәһең бит: ус аяһындай ҡалды. Күҙен дә йоммай, ҡороғоро: “Көрәктең яҫыһында, тарында ни йомош, ҡар өсөн ул барыбер. Яҫы булһа, ауыр алаһың да һирәк ырғытаһың, тар булһа, еңел һоҫаһың да йыш ташлайһың – икеһендә лә бер үк сама көс сыға, ти. Физика законы, ти. Ал, аңлатып ҡара уға...

-- Хужа кеше бит, беләлер.

-- Бер генә көн ошонда үҙенең бисәһен сығарып ҡарарға ине, белер ине шунан!

Бындай саҡта тел осонан сәсрәмәле шул бер йомғаҡлау һүҙенән һуң, күңеле ҡанып, эшенә тотондо тағы. Фәхерниса уның рәнйеп түбән эйелгән йөҙөн, ергә төбәлгән уйсан ҡарашын күргәндәй булды. Ҡыҙҙың ниңәлер кинәт кенә күңеле тулып, ошо минутта үҙенең һис ни шәйләмәй ап-аҡ япмалы түшәктә ятыуы өсөн нисектер уңайһыҙ, ауыр булып китте. Ҡала халҡы йоҡонан тормаҫы борон – таң тишегенән эшләүсе был апайҙарҙың бөтәһе лә күбеһенсә ҡырҡ-илле йәштәр тирәһендәге тол ҡатындар – элекке һалдат һөйөклөләре ине...

Тәҙрә төбөндә көрәк тыҡырлауы менән аралаш яңы моң: яй ғына, күкрәк төбөнән генә сыңрап ҡойолған һағышлы йыр һүреп инде, күңелде ул шуныңса уҡ илке-һалҡы килтереп, алыҫтарға, ғүмер төпкөлдәренә уралтып алып китте. Әллә ҡайҙан – уйламаған ерҙән – моңһоу көйҙөң һүҙҙәренә әүерелеп, ҡыҙға бөтөнләй башҡа яҡтан, башҡа кеше ауыҙынан ишетелгән ниндәйҙер бер сәйер шиғыр юлы килеп ылыҡты; шул, ләззәт ҡатыш әсенесле тылсымы менән арбап, күңелдән һис һүрелмәй, йөрәк тибешеләй һулҡылдап тик тора:
...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...

...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...


Психология ғилми-тикшеренеү институтына башлап эшкә килгәнендә Кипарис ҡушаматлы дворник ҡарттың ауыҙынан ишетте ҡыҙ ошо йөрәк һыҙлатҡыс ауазлы шиғри һулҡылдауҙы...

Беҙҙең һалҡын яҡтарҙа, Уралда, үҫмәй торған, һәм ғөмүмән сәскә атыуы ла шикле булған көньяҡ диңгеҙ буйҙарының наҙлы ағасы кипарис һәм үтә сәйер исемле ҡартлас Кипарис...

Фәхерниса, йөрәген тотоп, урынынан ҡуҙғалды. Ошо йәшенә тиклем ул үҙ йөрәгенең барлығын да тойоп белгәне юҡ ине, һуңғы көндәрҙә белдерҙе... Үҙ уйынан һиҫкәнеп, ҡыҙ йәһәт ҡулын алды, ут тоҡандырып тормай, ишекте һаҡ ҡына асып залға сыҡты.

-- Торҙоң дамы ни инде, бәпесем? Иртә бит әле, йоҡлаһаң ни була инде? – тип өндәште диванда ятҡан әсәһе. Былтыр көтмәгәндә генә атайҙы илтеп ерләгәс, әсә кеше, бына-бына ҡайҙалыр китергә йыйынған, бында ваҡытлыса ғына торған әҙәмдәй, ошонда ишек төбөндәге диванда ғына урын һала, ә мөйөштәге көмөш буталлы ҙур карауат, урын-ере ҡабартыулы килеш, кемделер көтә, көтә...

-- Иртә түгел инде, әсәй, -- тине Фәхерниса, залдан нисек тә тиҙерәк һыпырылырға итеп. Әсәһенең маҙаһыҙланып ҡалҡына башлауын күреп, туҡталды:

-- Һин ят, ят, әсәй, сәйҙе үҙем ҡуйырмын.

-- Ишетеп ятам: көн дә теп-теүәл сәғәт алтыла уянаһың, -- тине әсәһе. – Ни булды һиңә, бәпесем?

Фәхерниса, тынысландырырға иткәндәй, ғәмһеҙ тауыш менән көлөмһөрәне:

-- Аптырайым мин һиңә, әсәй. Әллә, тимен, баш осоңа сәғәт аҫып ҡуйғандар: көн дә теп-теүәл алтыла икәнен ҡайҙан беләһең?

-- Анау өйҙөң тәҙрәләре сәғәтеңдән дә былайыраҡ ул, бәпесем. Күрәһеңме бынау тос ҡыҙғылт нурҙы? – Стенаны сыбарлаған тимгелдәргә төртөп күрһәтте. – Абажурҙары ҡыҙылдыр... Ул кеше, теүәл бер йыл инде, алтыла тороп китә. Ә бына был һарғылт нур – сәғәт дүрттә тора торғандыҡы. Төнгө икенән үк уянаҡайы ла бар әле уларҙың, тик киткәндә утын һүндереп китә, хәҙер күренмәй...

Фәхерниса, бер һүҙ ҙә әйтә алмай, әсәһен ҡыҙғанып, ирекһеҙҙән, ул күрһәткән тарафҡа боролоп ҡараны. Шул саҡ йөрәге һурылып төшкәндәй булды: ҡабырый яҡ тәҙрә төбөндәге гөл сүлмәгендә кисә генә балҡып асылған сәскә, ул үҙе эштән ҡайтҡас, бөтә донъяһын онотоп, әсәһе менән ҡушарлашып ҡыуанышып ҡарап торған берҙән-бер аҡ сәскә -- Фәхерниса йәндәй күреп һөйгән аҡ сәскә -- күмерләнгән ҡағыҙ төҫлө һөрөмө ҡойолоп ултыра, яман янғын ҡосағында көйөп сыҡҡандай, ҡап-ҡара төҫтә ине. Фәхерниса аңғармаҫтан йәнә йөрәген тотоп ыңҡтап ҡуйҙы, утҡа осҡан күбәләктәй һонолоп, тәҙрә шаршауын асты. Һәм шул саҡ ул, албырғанып, сәскәне ҡабат ап-аҡ хәлендә күрҙе, хатта бүртек таж һыртында төнәп сыҡмыш көмөш һыу тамсыһында үҙенең муйылдай ҡара-йылтыр ике төртөк күҙ ҡараһын да осратты, буғай... Ҡыҙ, болоҡһоп, тәҙрә янындағы аяҡлы көҙгө алдына ултырҙы. Баҡтиһәң, тәҙрә шаршауы ҡаплаған да шуның артынан гөлдөң шәүләһе ҡарайып төшкән икән...

Әсә лә тороп ултырғайны инде, ҡыҙы яғына төбәлеп, уның сәйер ҡылыҡтарын аңларға тырышып баш вата ине. Фәхерниса, йөрәкһеп барып, тоҡандырғысҡа баҫты, бүлмә эсен гөлт итеп нур бөркәне. Әсә менән ҡыҙ, өндәшмәй, аллы-артлы кухняға йүнәлделәр.

Фәхерниса сәй эсеп өйҙән сыҡҡанда, ҡар көрәүсе ҡатындар юҡ ине инде. Ситкә ырғытылған ҡар өйөмөндә көрәктәре генә терпе һыртылай тырпайып тора. Моғайын, бөйөрҙәрен сәйҙә йөҙҙөрөргә кереп киткәндәр.

Бындай ваҡытта атаһы бахыр ултырып тынмаҫ ине... Фәхерниса уның ерҙе һиңкетеп баҫҡан аяҡ тауыштарын ишеткәндәй булды, артына әйләнеп ҡарағыһы килде. Ул барҙа был көрәктәр ҡарға сумып тормаҫ ине. Ҡулараһы саҡ ҡына бушанымы, дворник ҡатындарҙың ҡулынан алыр, ҡар бураны туҙҙырып, ишек алдарын таҡырлап ташлар ине. Ошо мәлдә йорт буйынса форточкалар шартлап асыла, күрше-күләндең ҡәнәғәтһеҙләнеп һытылған йөҙө күренә:

-- Ул һинең эшме ни? Әргендектәрҙе яман өйрәтеп йөрөйһөң?

Атаһының иҫе китмәй:

-- Эш кешеһе кемдер эшләгәндән яман өйрәнмәй ул, ә кеше эшләгәнде тәҙрәнән ҡарап ултырған бәндә генә яман өйрәнә! – тип ауыҙҙарын яптырта ла ҡуя торғайны. Ошо иҫенә төшөп, Фәхерниса йылмайҙы, ҡары көрәлгән тротуар буйлап атланы.

Аяҡ аҫты тап-таҡыр, буйҙан-буйға ыуылдырыҡ кеүек эре ҡыҙғылт ҡом да һибелгән. Кешеләрҙең йоҡонан тороп тышҡа сығыуына бында көн дә шул бер күнегелгән күренеш: бөтәһе ялт итеп ята, әйтерһең, бәкәлдәргә етерлек ҡарҙар ҙа яумай, ә йәйгеһен күҙҙе әсеттереп ҡом бурандары ла иҫмәй, кешеләре лә аяҡ аҫтына тәмәке төпсөгө ташлап китмәй. Хатта кисә кис эштән ҡайтҡанда йөрөр юлдарын сүпләп үткән иң әрпешйәндәр ҙә бөгөн таҡыр, таҙа асфальттән һис иҫтәре китмәй генә юғары ҡарап уҙалар...

Шаҡтай иртә ине әле, эш башланырға сәғәт ярым самаһы ҡалғайны. Таң тишегенән институтҡа барып инеп суҡайып ултырыу килешмәҫ тә төҫлө ине. Фәхерниса әсәһенең һүҙен тыңламай иртә ҡуҙғалғанына үкенеп тә ҡуйҙы. Трамвай көткән булып, туҡталышта байтаҡ ҡайҡайып торҙо: бөгөн ниңәлер саҡ ҡына ла яңғыҙ ҡалғыһы килмәй, күмәкселек янына тартыла күңел. Дөбөр-шатор трамвай килде, бер килкеләр тейлеп китте, урынына башҡалары эркелде, улары ла һәп булды. Туҡталышты чехолдарға төрөп музыка ҡоралдары тотҡан бер төркөм һырып алды. Ниндәйҙер завод клубының үҙэшмәкәр һәүәҫкәрҙәре икән, тимер юл вокзалына төшөргә көтәләр, буғай. Янып торған эшсе егеттәр. Һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, улар шефлыҡ иткән ҡайһылыр колхозда дәүләткә йыллыҡ ит һатыу планын арттырып үтәгәндәр, шул айҡанлы бөгөн кис тантаналы йыйылыш була – концерт бирергә тейештәр. Вокзалға йөрөмәле трамвай әллә йоҡлап ҡалған инде, әллә бөгөн шулай һирәк үтә -- егеттәргә шаҡтай көтөргә тура килде. Тик һәммәһенең күңеле көр, әллә ни иҫтәре китмәгәндәй. Музыка ҡоралдарын күбәләй өйөп һалғандар ҙа, бер тәңгәлгә өйөрөлөшөп, ваҡыт уҙҙырыу өсөндөр, тел сарлап маташалар, әленән-әле Фәхерниса яғына күҙ аталар. Мәҙәк һайын гөр килеп көлөшәләр – тынлы оркестрҙан бер ҙә кәм түгел. Ике бөртөк үтә етди, үтә мөкиббән егет бар. Ҡара-ҡаршы сумаҙандарына ултырышып алғандар ҙа, алдарына нота ҡуйып, һоҡландыртҡыс ныҡышмалылыҡ менән торбаларынан йәшелле-күкле ауаз сығаралар – билдәле дәү көйҙө эйәрләп маташалар:
Широка страна моя родная...
Тик ул арғымаҡ харап баш бирмәҫ сапсан йәнле күренә: инде ҡороҡланым, йүгәнләнем, тигәндә генә, дүрт тояғын ҡарышлата ҡапыл артҡа сигенеп, сапсып, ҡороғон һөйрәлтеп төтәп сыға ла китә. Ҡороҡсоларҙың әмәлһеҙлеген күрһәтеп кешнәп көлгәндәй, берҙән-бер ялған-фальш ауаз ғына тирбәлеп ҡала һауала...

Бына тынғыһыҙ торба уҙамандары ла тындылар, бары менән байрам, тигәндәй, музыка ҡоралдарын ҡуйып, ҡыҙға борола биреберәк ултырҙылар, аҫтыртын ғына күҙләп, ентекләй башланылар. Уларҙан тыш та байтаҡ халыҡ төбәлгәйне был яҡҡа. Фәхерниса һөмһөҙ күҙ ҡараштарының, һәр саҡтағыса, туп-тура үҙенә йәбештерелгәнлектәрен: уның ҡырағай тарпан ялылай туҙғып-боларып, иңдәренән ағылып төшкән сөм-ҡара сәс шарлауығын, пальто аҫтынан йомороланған килбәттәрен ҡармалауҙарын тойҙо. Йәшерәһе юҡ: һәүетемсә генә урамдан уҙғанында ла, эш урынында яҙыу машинкаһы эргәһендә ултырғанында ла ир-ат затының ентекле ҡараштарын һиҙә, берсә әллә нисек ҡыйын булһа ла, был уға йәшерен кинәнес, рәхәтлек бирә ине. Тик был юлы әллә ниндәй ытырғаныу солғаны, эйәк остарынаса уттай янып, шәп-шәп атлап китте. Аяҡтары ла сәңгей башлағайны инде, юл ыңғайындағы баҡса эсенән йөрөштөрөргә булды. Ҡандай сөм-ҡыҙыл емештәре тәлгәш-тәлгәш һәленешкән әүеш миләш төбөндәге эскәмйәлә ир менән ҡатын сөңкөлдәшеп әрепләшә:

-- Баш сатнай, Фая, баш! Ҡанә, бер ярты табып килтер, инде һинең сират! – тине, асыуланып, ҡалын ғырылдауыҡ тауышлы ир кеше.

-- Юҡ, был юлы һин тейеш! – тине ҡатын, һыуыҡ тейеп тоноҡланған тамаҡ төбө менән ыхылдап. Ҡапыл тындылар, ике яҡҡа ҡайырылышып ултырҙылар. Арзан буҫтау “бутый”лы аяҡтары эргәһендә -- эсеп бушатылған һары алма һүрәтле шешә, төкөрөп ташланған миләш орлоҡтары... Фәхернисаның уҙып китеүен өнһөҙ көтөп алып, йәнә бер-береһенә әйләнешеп ултырҙылар, ыҙғышты яңырттылар:

-- Фая, бөгөн һинең сират!

-- Юҡ, һинеке!

-- Бар, күп лыҡылдама!

-- Үҙең бар!

“Эй Аллам, ниндәй генә бәндәләр, яҙмыштар юҡ донъяла!..”

Башҡа саҡта әллә ни иҫ тә китмәҫ ине, әммә бөгөн Фәхернисаға хатта төймәләй сүп тә дөйәләй күренде. Өҫтәүенә, ошолар кеүек үк, ҡарлы тышта баяғы бер шиғыр юлын мөңгөрләй-мөңгөрләй шешә боғаҙынан ғорҡолдатып эскән Кипарис ҡартты күҙ алдынан кисерҙе...

Абайламаҫтан, оторо саған ботағына түбәһе төртөлдө лә, бер алап ҡар ишелеп төшөп, ҡысҡырып ебәрә яҙҙы; елкәһенә туллған ҡарҙы һоҫоп ыҙаланғанында саған артында хихылдашып көлдөләр. Бәй, кире әйләнеп килеп, әлеге ике иҫерекле эскәмйәгә юлыҡҡан... Әммә байғоштарҙың уға ҡарап ҡыҙыҡһыныуы һүрелде, арҡаларын көмөрәйттеләр.

-- Өшөйһөң бит... – тине ир, тегеһенең тубыҡтарын салғыйы менән ябырға итеп.

-- Мин өшөгәндән донъя бөлмәҫ, -- тине ҡатын.

-- Юҡ, өшөйһөң һин, Фая, -- тип ныҡыны ир. -- Әйҙә, киттек, һыуыҡ тейҙерәһең бит!

Тороп, өҫ-баштарын ҡағыштылар. Ҡатын ерҙәге буш шешәне алып сөмкәһенә сумырҙы. Тап йәштәрсә билдәренән ҡосошоп, ян-яҡтағы ботаҡтарҙы ҡулдары менән этәрә-этәрә, китеп барҙылар. “Былар ҙа бер-береһен аңлай, бер-береһенең ҡәҙерен белә бит!” тип, ни өсөндөр әсенеберәк уйланы Фәхерниса. Ошо минутта ниндәйҙер ҡола диңгеҙ уртаһында ҡыҙғаныс хәлдә сайҡалған ишкәкһеҙ һәм ишеүсеһеҙ ҡайыҡтай тойҙо үҙен.

2
Институттың ишек алды төн сыҡҡансы ғәҙәттәгесә таҡыр итеп көрәлгән, һеперелгән, табан тайғыс тәңгәлдәре ҡом менән нағышланған. Бурысын теүәлләп йәне тынған Кипарис ҡарт, ирнәүҙәре ҡырылып ҡайышланған ҡара ҡуян бүрек аҫтынан ялбыр-ҡуйы ҡаштарын, оҙон-һәленке мыйыҡтарын ҡатыҡ һөрткәндәй ағартып, ялтыратып ҡырған эйәген яҫы фанир көрәгенең ҡуш ҡуллап услаған һабы осона терәп, үҙенә генә билдәле хәтер һандығын, буғай, аҡтара. Өҫтөндә ҡатҡан ҡыптыр тун, аяҡтарында автомашина баллонынан йәбештереп яһалған резин калуштар кейҙертеүле дәү “ҡаҙна быйма”. Тупаҫ брезент бейәләйҙәре тундың ике кеҫәһенән тырпайған. Ҡартлас бына ҡымшанды – ҡуйынынан йәлпәк килбәтле аҡ ҡорос шешә алды, бормаслы ҡапҡасын асып, бер-нисә уртлам ғорҡолдатып һемерҙе. Хәмер утының тәненә таралыуын ҡәнәғәт тамаҡ ҡырып кисерҙе. Шул саҡ шәп-шәп атлап эшкә килеүсе ир-аттың бер килкеһе, тура юлынан яҙлығып, Кипарисҡа һуғылды, бормаслы шешә ауыҙынан йәһәт кенә бер йотом һемереп китте – кисә кистән ҡунаҡ булып баштары шаңҡығандыр...

Быҙауҙай дәү һары күн портфель тотоп яңғыҙы ғына йүгерә-атлай килгән, энәнән-ептән кейенгән ыҫпай егет күренде.

-- Ренард улым, туҡта әле! – тине ҡарт, һыңар ҡулын күтәргән килеш көтөп. Тегеһе әйләнеп ҡараны:

-- Я не твой “улым”, старый черт, знай себя! – тине лә, бер юлы бер-нисә баҫҡысты аша ырғып, ялтыр ишек артына инеп юғалды. Башын сайҡап тәрән тын алды ла ҡарт, шешә бормасын тағатып ғорҡолдатты. Ҡул һелтәп, бераҙ уйланып торғас, шиғри юлдарға һалынған шул бер таныш моңон үҙәге буйынан иңрәтте:


...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...

...Кипаристар сәскә атҡан саҡта... –


Күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк борсаҡтай йәш ҡойолдо, әллә ҡайҙа, йәненең төпкөлөндә, тауышһыҙ тартышып үкһеүҙән яурын баштары терт-терт һелкенде.

-- Кипарис ҡарт тамам алйыған! -- Өмөтһөҙ баш сайҡап уҙҙы береһе.

-- Эйе, шулай, буғай. Алкашланған ҡарт алаша һаташа. Үҙенең сәскә атыусы ниндәйҙер кипаристарын, ниндәйҙер юҡ “улын” иҫенә төшөрә... бахыр...

-- Әллә ысынлап та аспиранттың атаһымы икән ул?

-- Ҡайһы аспиранттың?

-- Бәй, әле генә ошонан тәпәйләгән Ренардтың һуң?

-- Кит бынан, ошо ҡыптыр тун алкашмы?!. Булмаҫ!

-- Бер өйҙә торалар, ти бит һуң?

-- Торһа ни, фатирсыһы ғына, ти, ул Кипарис ҡарт. Ренардҡа аҡса кәрәк бит: күрмәйһеңме ни, ҡама кеүек ялтырап, энәнән-ептән генә кейенеп йөрөй!

Был ваҡытта Фәхерниса, башын һәлендергән килеш, уйҙар моңонан һығылып, бина алдындағы кескәй баҡса аллеяһынан килә, күңеле төбөндә талғын ғына ағыла ятҡан сихри донъя ҡосағында тирбәлә: йомшаҡ йәш ҡарҙан ап-аҡ нәҙек шәл бөркәнеп һалҡынлыҡта талығыусы ағастар ҙа, баш осонда көбөлә бешелгән айрандағы йомарлаҡ күбекмайҙай ағарып йөҙгән тумалаҡ Ай ҙа, күҙ күреме аҡ юрған ябынып йоҡлап ятҡан мәңге серле, сихриәтле уйсан ер ҙә -- бөтәһе лә был мәлдә ҡабаланмаҫҡа, моңға сумырға өндәй һымаҡ. Эре күҙле ҡыҙыл ҡом һибелгән таҡыр юл Фәхернисаға бынан бер йыл элек кенә атлап ингән институт тупһаһының ҡыҙғылт гранит таштарын хәтерләтте. Эйе, бер йыл үтеп тә китте...



Атаһы ҡапыл донъя ҡуйғас, ауырыу әсәһен ҡыҙғанып, Фәхерниса, университеттың психология факультетында һәүетемсә генә уҡып йөрөгән еренән, үҙе ғариза биреп, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте лә ошо ғилем төйәгендә лаборантка булып урынлашты. Эше лә әллә ни ҡаты түгел: ғалим-ғөләмәләрҙең һәм аспиранттарҙың ғилми хеҙмәттәрен машинкала баҫыу ҙа килгән-киткән хаттарҙың иҫәбен алып кенәгәгә теркәп барыу ине. Кешеләре лә йәш студентҡа өйрәтергә-кәңәшләшергә бик һәүәҫ, атлығып ҡына торалар, алсаҡ йөҙ күрһәтәләр, сөнки бындағы хеҙмәткәрҙәр гелән генә ир-ат халҡы ла йәше ҡырҡтан уҙған етди ҡатын-ҡыҙ затынан булып, алсаҡ күңелле Фәхерниса араларында бер генә, шуға күрә бөтә ҡояш та уға ғына төшә ине. Ҡыҙҙың бүлмә ишеге оҙон коридорҙың иң башында – вахтер апай өҫтәленә яҡын уйылғанлыҡтан, эшкә килеүселәрҙең ҡөллөһө асыҡ ишектән үрелеп сәләм биреп үтәләр; ә йәшерәктәре, ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡ һүҙ табып, ҡыҙҙы шаяртып, уның ҡаршыһында нисек тә балҡып алырға, оҙағыраҡ тел сарларға тырыша; был йәһәттән бигерәк тә буйҙаҡ аспиранттар өлгөрлөк күрһәтә ине. Ҡайнап торған ошо ала-ҡола ғаләм араһынан уйсан бер егет үҙенең ғәжәп баҫалҡы тәбиғәте, Фәхернисаға сабыйҙарса һоҡланып алсаҡ ҡарашы менән айырыла ине. Йәмил тигән был эшсе егет, моғайын, Фәхернисанан саҡ ҡына кесерәк булып, ниндәйҙер заводтан электрик булып килгән, шунда уҡ үҙен институттың комсомол башлығы иткәндәр. Төпһөҙ йыһан кеүек ҡара күҙҙәрендә бөткөһөҙ тәрән мәғәнә, сер мөлдөрәп ятҡандай... Әммә барыһы араһынан тәү күргәндә үк Ренард Асылғужин тигән береһе, олпатланып ир ҡорона кереп барған аспирант, ҡыҙ күңеленә айырыуса мас килде. Оҙон һомғол буйлы, башҡорттарға хас булмаған һуҙынҡы аҡ йөҙлө, матур ҡырлас танаулы, һәр саҡ ҡара йөн костюм, ҡарҙай аҡ нейлон күлдәк кейеп, алтын ҡыҫтырмаслы ала-ҡола галстук тағып йөрөй торған күркәм егет ине был. Барлы-юҡлы заманаға яраҡлашҡан тиңдәштәре араһында шул өҫ-башы менән үк ныҡ айырылғанлыҡтан, берәй түрә, йәки һатыусы балаһылыр был, шул тиклем дә затлы кейенмәҫ ине, тип тел сағалар ине артында; әммә яҡындары уның бер ҙә улай түгеллеген, әсәһенән ҡалған йорт-йыһазлы иркен өйөнә ошонда эшләгән дворник Кипарис ҡартты фатирға керетеп, өҫтәлмә табыш алыуын, оҫта ҡәләм тибрәтеүсе булараҡ, гәзиттәргә йыш яҙған мәҡәләләре лә тос төшөм килтереүен хәбәр итәләр ине. Ҡулында даими күпкәк һары портфель булыр, аяғына кейгән һары туфлиҙары ла баҫҡаны һайын шығырлап сәләм биреп барыр. Түрә-ҡараға ярамһаҡлы татлы телле лә булғанлыҡтан, институтта уға дөйөм ихтирам, иркәләүгә яҡын йомшаҡ мөғәмәлә хөкөм һөрә. Ҡорҙаштары араһында ла күптәр ихтирам итеп, ул -- беренсе дәүмәлле сағыу йондоҙ, бына-бына фән офоғона ҡояш булып ҡалҡынырға өлгөрөп еткән ғалим, даһи, тиҙәр ине. Һәләтле һәр студенттан да йондоҙ һөйрәп сығарырға әҙер торған аҡ һаҡалы профессорҙар ғына түгел, хатта егеттең көндәштәре – аспиранттар ҙа бындай хәлгә күнеккәндәр, елкәләрендә үрләп барыусы даһи культен, өҫтөнлөгөн һүҙһеҙ танығандар ине. Ренард иһә ошоно яҡшы белеп, һыуҙағы балыҡтай йөҙә, һәр ҡайҙа ла бәйгеһе алдан йөрөй. Өйкөмләшеп ябай ғына һөйләшеп тороу булһынмы, әллә ғилми ултырышта фекер алышһындармы – йәштәр араһынан тос һүҙ уныҡы. Шуныһы ҡыҙыҡ һәм фәһемле: фекерҙәр ярышында үҙе хаҡ булмаған сүрәттә лә ул, ниндәйҙер хис-тойғоһо менән хатаһын йәһәт аңлап, теүәл йөҙ һикһән градусҡа ҡырт-боролоп, кемдер әйткән хаҡ һүҙҙе үҙ һүҙе яһап, ҡаш менән күҙ араһында хаҡ һүҙленең елкәһенә хужаларса атланып өлгөрә ала һәм теге меҫкен, үҙе лә һиҙмәй, йылғыр һыбайҙы шөһрәт түбәһенә йөкмәп-елдереп мендерә... Фәхернисаның иғтибарынан шул да яҙлығып ҡалманы: эргәһендә ир-ат затынан берәйһе һырныға башлаһа, ҡыҙ өс ауыҙ һүҙ ҡатырға ла өлгөрмәй, йылп итеп Ренард пәйҙә була ла уны “һалдыртып ала”. Теге асығауыҙ артҡы планда, нурын юйған йондоҙҙай тоноҡланып, тамам күшегеп ҡала, йор һүҙленең тел төбө бүҫкәреүен көтөп, башы ҡатып тапанып тора-тора ла мәсхәрәле хәлдә табан тайҙыра – Ренард бында ла беренселекте өлөшөнә төшкән көмөшө һанай... Ҡулъяҙмаһын оҙон ҡулында ялпылдатып машинкаға килтергәнендә лә бүтәндәрҙәй ялынып-ялбарып һорамай, күҙгә ҡарап инәлмәй, ә Фәхернисаны үҙ кешеләй иңендәге ҡабарынҡы сәс көлтәһе менән ҡуша ҡыҫып ҡосаҡлап ала ла, баҫылып ятҡан ҡағыҙҙарҙы валиктан һурып алып ташлап, үҙенекен тыға; “һылыуҡайым, тиҙерәк!” тип кенә бер өндәшә. Башҡаларҙың ҡулын иңенә ҡағылдыртыу түгел, ул хаҡта уй йөрөтөргә лә сәбәп ҡалдырмаған Фәхерниса был егеттең бәйһеҙ ҡылығын тәбиғи хәл һымаҡ итеп кисерә. Яҙылмаған ҡанун буйынса институтта ҡулъяҙмаларҙың баҫылыу тәртибе, сираты дәрәжәгә-һанға ҡарап йөрөмәһә лә, ең һыҙғанып тәүҙә Ренардтыҡына тотона ине. Ниңә йәшерергә: был егеттең егетлеге бик тә оҡшай ине уға.

Донъя тигәнең ҡыҙыҡ: кемдең дә булһа күҙе артында уның ваҡ-төйәк ғәйбәтен һатып, еңелсә генә тел сарлап ала торған эскерһеҙ ғәҙәт була бит. Фәхернисаға шундай бер мәлдә Ренард хаҡында иптәштәренең тел ҡаҡҡанын ишетергә тура килде. Өлгәр аспиранттың, кеше булараҡ, уны башҡаларҙан айырып торған төп сифаты хаҡында бара ине һүҙ. Бында ла үҙәгәйлек – үҙәгәйлек булып ҡалалыр инде: уның хаҡындағы фекерҙәр, һис тә йәпкә йөп килмәй, ҡапма-ҡаршыға бүленеп сәкәләшә.

-- Йыртҡыс ул, акула ул! – ти бер яҡ, шаярыпмы-ысынмы, аспиранттың йылғырлығы хаҡында. – Бөтәһен дә көтөргә була унан. Әгәр берәй мәлдә “яңылыш” ҡына муйының бөкләнеп, саҡ ҡына ҡан еҫең һиҙелһә, сабып килеп ҡабырғаңды умырып алмаҫ тимә!

-- Йыртҡыслыҡ түгел, ә күптәребеҙгә етешмәгән сослоҡ тип атала был! – Ренардты хөкөм ҡулына бирергә теләмәй икенселәр.

-- Ундай сослоҡ беҙгә хас түгел!

-- Ләкин беҙ быға мохтаж. Беҙҙең халыҡ ул үтә баҫалҡы, ябай: ауыҙындағы ҡалъяһын тартып алып китһәләр ҙә “эһ!” итмәҫ. Әшептән тыш улай булырға ярамай: ҡалъяны көтөп ятып түгел, ә йолҡоп алып ҡабыу заманы хәҙер!

-- Тимәк, йыртҡыстарса эш ҡылырға кәрәк, тиһегеҙ инде?

-- Юҡ, джентельмендәрсә.

-- Америка гангстерҙары кеүекме?

-- Америка түгел беҙ!

-- Һеҙҙең сослоҡ тап шуға тартмаймы һуң?

-- Юҡ, беҙҙең сослоҡ башҡаса.

-- Шулай ҙа ул сифат беҙгә битәбиғи.

-- Ә беҙ тәбиғи итербеҙ!

-- Кем теләр икән быны?

-- Майлы ҡалъянан телем – теләгәнгә ҡарап ҡына йөрөмәй.

-- Тимәк, шул сослоҡто беҙҙәргә көсләп таҡмаҡсыһығыҙ?

-- Ниңә көсләп? Юл ғына ҡуйығыҙ – үҙе ялғанып үрәсәк. Ҡырағай алмағасҡа ашлап-ялғаған груша ботағы кеүек.

-- Ялғауығыҙ ятбауыр – шайтан таяғы булып сыҡһа?

-- Ниңә башҡа халыҡтарҙа һис тә ятбауыр түгел?

Ҡарыулашыусылар, бармаҡтарын бөкләй-бөкләй, әлеге сослоҡ сифатын иш иткән донъяға билдәле халыҡтарҙың исемдәрен атап-һанап китәләр. Аҙаҡтан ошо һәләкәтле һорау килтереп сәпәлә:

-- Әллә улар ҡырағай -- беҙҙән түбәнерәк баҫҡыста тора тип беләһегеҙме? Мәҙәниәтһеҙ тимәксеһегеҙме?

-- Юҡ, тимәйбеҙ.

-- Бәй, шулайғас? Беҙҙең халыҡ уларҙан ни яғы менән ҡайтыш? Ниңә башҡорт тап шуларҙай сос булырға, өҙөп-йолҡоп алырға тейеш түгел? Башҡалар өсөн тәбиғи сифат ниңә беҙгә битәбиғи? Донъяла улар – күпселек, шуға күрә беҙҙәргә лә донъя кимәлендә фекер йөрөтөргә кәрәк!

Ошо урында ике яҡтың да фронт һыҙыҡтары юйылып, һөжүмселәр бер-береһенең сафтарына үтеп инеп, дөйөм буталыш китә. Берҙән-бер баҫалҡы тауыш ҡына, ҡая кеүек ҡалҡынып, ҙур ышаныс менән һығымта яһай:

-- Юҡ, егеттәр, ул донъяның кимәле бында урынһыҙ. Масштабҡа һыймаған дәүмәл бит ул халыҡ. Халыҡҡа битәбиғи сифат – кешелеккә лә һис тәбиғи түгел ул!

-- Дөрөҫ, халыҡ ул үҙе сифат! Сифаттарҙың сифаты! – тип ҡушыла янындағыһы. Фәхерниса был икәүҙең береһе – Рәхимйән, икенсеһе Йәмил икәнен белә, сәмләнеп, фекерҙең үҫешен көтә. Әммә бәхәссе ике яҡ был табышты, төптө иғтибар итмәй, аяҡ аҫтарына һалып тыныс ҡына тапап үтә; төп яуаптың, сәтләүек эсендәгеләй, шул йөмләгә йомолғанын баштарына килтереп ҡарамайҙар. Фәхернисаға үкенес тә, ауыр ҙа был: ниңә һаман бер балыҡ башын сәйнәргә? Донъя гармонияһына үгәй килмәҫтәй йәтеш итеп халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙ күгенә, үҙ күңеленә хас иң ҡәҙерле сифаттарҙы һайлап-һаҡлап ҡалдырғанын, артабан үҫтергәнен, теге йә был сифат уға етешмәй тип, йәки артыҡ тип ғәйепләү – быуынһыҙға бысаҡ салыу икәнлеген, әйтерһең дә, белмәйҙәр...

Шулай ҙа был ваҡиға ла Фәхерниса ҡарашында Ренардтың күркәм абруйын ҡаҡшата алманы, киреһенсә, юғарыраҡ күтәрҙе генә. Телдәрҙе тибрәтерлек көскә эйә икән, тимәк, унда нимәлер бар, тимәк, ул – күҙ күнеккән ваҡ-сыбарлыҡтан өҫтөнөрәк, мөһәбәтерәк, тип уйланы ҡыҙ. Ысындан да: Ҡояш тиклем Ҡояштың нурҙары ла, тура баҡһаң, осло уҡтай ҡаҙалмаймы ни күҙҙәргә? Үҙенең ошо уйҙарында нығынып, Ренард һынын бөтәһенән өҫтөн ҡуйып, баяғы ҡарыулашҡан Рәхимйәндең һөйләмендә лә бәндә күҙенең Ҡояшҡа ҡарата ҡарыуы һымаҡ ваҡ бер ғиллә боҫоп ятмаймы икән, тип тә уйлай ине Фәхерниса...



Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   14   15   16   17   18   19   20   21   ...   24


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет