ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет21/24
Дата28.04.2016
өлшемі4.79 Mb.
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   24

10
Йәмил менән Фәхерниса ҡунаҡтарҙың береһенең машинаһына эләгеп китте. Улар ҙа, машина йөрөтөүсенең ҡатыны ла шаҡтай ҡыҙышҡан, тик хужа үҙе генә ап-айныҡ ине. Машина ҡуҙғалыу менән, әйтерһең, бая ғына ҡунаҡ өйөндә бер нимә лә булмағандай, ҡысҡырып йырлап ебәрҙеләр. Йөрөтөүсе, ҡунаҡтарҙың фиғеленә буйһоноп, теләгәндәренең барыһын үтәне: йә шәберәк, йә яйыраҡ йөрөттө, йә туҡтатып торҙо. Был төн уның үҙенә лә, эсмәһә лә, моғайын, иҫерек тойолғандыр.

Йыр һүрелеп туҡтауға, Йәмил, Фәхернисаның яурынына ҡулын һалып, алъюҫыҡтан Рәхимйәнде маҡтай башланы, саҡ ҡына ҡыҙғанып та алды. Уны йәберләүселәргә әсе нәфрәтен белдерҙе. Уға машина хужаһының ҡатыны ла ҡушылды.

-- Ҡуй-ҡуй, ишеттермәгеҙ шуның исемен! Ишеткем килмәй! – тине Фәхерниса, Рәхимйәндең күҙлекһеҙ килеш һөйрәлеп сығып барыуын, Ренардың ҡаны борҡораған ауыҙ-моронон күҙ алдынан кисереп. Йәмил турһайҙы, өндәшмәй бара башланы. Бераҙыраҡ юл үткәс, башын Фәхернисаның башына терәп, инәлде:

-- Фәхерниса, һин мине яратмайһың. Фәхерниса, ниңә һин мине яратмайһың? – Егет күңеле тулышып, хатта мырш-мырш һулҡылдап та алды.

-- Яратамсы, ниңә яратмаһын, ти? – тигән булды быныһы, көлөп. Теге шөҡәтһеҙ хәлдәрҙе һаман онота алмай, йөрәге өтөлөп, өҙгөләнеп килә ине, был һүҙҙәрҙән һуң саҡ ҡына еңеллек тойҙо.

-- Беләм, һин минең кеүектәрҙе яратмайһың... һин теге кеүектәрҙе генә яратаһың... Теләйһеңме, үҙеңә ете диңгеҙ аръяғынан вахтер апай әйткән күгәрсен һөтөн апҡайтам? Теләйһеңме... әй, шофер, туҡтат!... теләйһеңме, анауы ҡарға ояһын төртөп ауҙарам?

-- Эйе, теләйһеңме? Әй, шофер, туҡтат! -- тип ҡушылды машина хужаһының күңелсәкләнгән ҡатыны. Йәмил менән ул уртаҡ көй, тел табып, үҙ кешеләр булышып килә ине. Машина, кире артҡа сигенеп, баяғы тәңгәлгә етәрәк туҡтаны.

-- Фәхерниса, теләйһеңме?

-- Эйе, теләйһеңме? – тине машина хужаһының ҡатыны.

-- Ҡуй, Йәмил, -- тине Фәхерниса.

-- Ҡуймайым, төртөп ауҙарам! – Йәмил машинанан сыҡты. – Ату һин мине яратмайһың!..

-- Эйе, ату һин уны яратмайһың! – тине машина хужаһының ҡатыны.

-- Ҡуйығыҙ, юҡ менән булмағыҙ! – тине, көлөп, ире.

-- Ҡуймайбыҙ!

-- Эйе, ҡуймайбыҙ!

Йәмил, көрпәк ҡарға тубыҡтан бата-сума, юл сатындағы ханзамандан ҡалған пост будкаһын уратып үтеп, ни эшләргә белмәй, ҡулдарын артҡа ҡуйып туҡтаны, иҫке ҡоролманы яурыны менән ҡуҙғатып ҡараны. Тишек ҡыйығы аҫтынан бер көтөү күгәрсен пырылдап осто. Тик будка, әллә ҡасан үҙ бурысын үтәп бөтөп, күгәрсендәр хөкөмөнә тапшырылған булһа ла, ауырға теләмәне. Йәмил, башын эйеп, байтаҡ уйланып торғас, кире ҡайтты.

-- Шофер, әйҙә, трогай!

-- Шофер, әйҙә, трогай! – тине машина хужаһының ҡатыны. Тынып ҡалған урам буйлап, аҡ ҡар диңгеҙе эсенән, яңғыҙ мотор тауышы гөрөлдәне. Ҡайһылыр урамдарҙы уҙып, бер сатҡа боролғас, машина ҡапыл туҡтаны. Пассажирҙар, арыуҙары үтеп, йоҡомһорап киләләр ине, һиҫкәнеп күҙҙәрен астылар.

-- Ни булды тағы?

-- Эйе, ни булды тағы?

-- Ауҙы! – тине машина йөрөтөүсе, моторҙы һүндереп.

-- Нимә ауҙы? Будка ауҙымы?

-- Атағыҙҙың башы! Олон ауҙы!

-- Олон? Ҡайҙа?

-- Күҙ алдында.

-- Һин! Эсмәһәң дә, әллә һаташа башланыңмы? – тине, иҫнәп, ҡатыны.

-- Һаташмайым. Күҙ алдында Ренард Сәйфелмөлөкович Асылғужин тигән аҫыл олон ауҙы.

-- Философ! Бәхетемә ҡаршы, ярай әле эсмәйһең. Юҡһа фантазияң менән башымды ҡатырып бөтөр инең!

Ләкин ире һүрелергә теләмәне:

-- Тамырүҙәге серек булған икән ҡәһәрҙең. Тыштан мөһәбәт күренһә лә. Һай Ренард Сәйфелмөлөкович, Ренард Сәйфелмөлөкович...

-- Ҡуйсәле, ниңә шуны күп тизыйһың? Ауған икән – ауған, яңыһын торғоҙорҙар! – тине ҡатыны.

-- Йәтеш булған! – тине ойой башлаған Йәмил, кинәт башын ҡалҡытып.

-- Эйе, йәтеш булған!

-- Йәтеш булмаған шул! – Ғыжылдатып моторҙы тоҡандырҙы. – Тышҡы килбәтенә һоҡланып, мыҡты имән, тип йөрөгәнбеҙ, ә ул... ана ниндәй аттракцион күрһәтте...

Үҙәк урам көрәлеп өлгөргәйне – тәгәрмәстәр йәһәтерәк йүгерҙе. Йәмил, өндәшмәй, ҡалғып барҙы-барҙы ла, Фәхернисаның иңенә башын терәп, мышнап йоҡоға талды...

11
Шул аяныслы кисәнән һуң нисәмә көндәр үтеп тә китте инде. Яңы йыл яҡынлашты. Институттыҡылар, байрам алды ығы-зығыһына күмелеп, йүгереп йөрөп табын күрке хәстәрләй башланылар. Алмаш-тилмәш магазиндарға саптылар. Йәмғеһенең һөйләгәне шул бер йәшел шыршы ла шампанский ғына булды. Юҡтан ғына ла ҡысҡырып көлдөләр, һүҙ осо сыҡһа-сыҡмаһа ла, тырышып-тырмашып, бер-береһен төрттөрөп мәҙәкләштеләр. Ләкин теге шөҡәтһеҙ кисә хаҡында – ләм-мим. Бөтәһе лә күрмәмешкә-белмәмешкә һалыша, әйтерһең, үҙ-ара һүҙ ҡуйышып, йәнде иҙеп ятҡан ташты хәтерҙән алып ташларға, яҡынлап килгән байрам шау-шоуы аҫтында ҡалдырырға теләйҙәр. Икеле был тормош ҡыҙға йәнһеҙ маскарад төҫөн алды, тонсоҡторғос шул битлекте йыртып ҡысҡырып ебәреү, ялған йолаларҙы өҙә һуғыу теләге көсәйә ине.

Бына бөгөн дә таң-иртәнән шул хис тертләтеп уятты, аҡ мендәргә ҡапланып ятып йәне талғансы иларға мәжбүр итте. Шул хис менән ул, сәй янында әсәһен хафаға һалып, бер нимә лә әйтмәйенсә тороп йүгерҙе, көндәлек юлының бер өлөшөн үтеп, ҡышҡы тын баҡсаның һалҡын эскәмйәһендә иҫерек ир ҙә ҡатын ғына ғәмһеҙ турғайҙарҙай сөркөлдәшеп ултырған ҡарлы аллеяларына килеп инде. Ике янға ҡайшарылған ҡар тауҙары, әйтерһең, үткәндәрҙе күҙ алдында ҡабат-ҡабат тергеҙеп, таныш-белештәре йөҙөн, көслө микроскоп аҫтына ҡуйғандай, ҙур миҡдарҙа төҫмөрләтеп, яңы күҙ менән ҡарарға, барларға ярҙам итте...

“Их тормош-тормош!” тип белмәй әйтмәгәндәр икән”, тип уйланы Фәхерниса. Әле ҡасан ғына яңы эш урыны, институт, зәңгәр томандар артында көтөп торған серле киләсәк – барыһы ла, барыһы ла сағыу йәйғор күпер аша һыҙатланмыш гүзәл билдәһеҙлек булып күренә ине, хәҙер инде ул да үтелгән тормошҡа, йөрәк башын семерләткән иҫтәлеккә әйләнде. Бөгөнгө Фәхерниса – кисәге Фәхерниса түгел, әйтерһең, Ер ҙә инде кисәге түгел ине.

Ҡала кешеһенең ҡанына һеңгән ваҡыт тойомлауынан һиҫкәнеп, хәтирәләр ҡосағынан арынды, сәғәтенә күҙ һирпене. Уның ошо эске тойомлауын дөрөҫләгәндәй, иртәнге сасҡау һауа ҡапыл тирбәлеп шыңғырланы: Промышленность йорто манараһына һуңғы йылдарҙа ҡуйылған курантлы сәғәт туғыҙ булырға ун биш минут ҡалғанын иҫкәртеп һуҡты. Баҡса ситен ҡайыған тротуарҙа, таҡыр урамда юл хәрәкәте күҙгә күренеп ыраны: әҙәм балалары эшкә ашыға.

Фәхерниса, теге ике иҫерек бәндә йоҡа ғына эҙ сыбарлап киткән ҡарлы һуҡмаҡтан боролоп, ҙур юлға төштө, яурындары тирбәлгән халыҡ ағымында институтҡа ыңғайланы. Хәҙер ул үҙе лә ҙур ташҡынға эләккән япраҡ киҫәгеләй бөтөрөлөп, йомарланып, үҙен белештермәй ярһып-сәсәп, тигәндәй, саба: тиҙерәк, тиҙерәк барып етергә, йәһәтләп эшкә бирелергә лә эске донъяны оноторға! Бина алдындағы майҙансыҡҡа еткәс кенә, ҡапыл һиҫкәнеп туҡтаны, тирә-яғын барланы. Әүәлгенән йөрәк осон семетеп алғыс иҫтәлек кенә ҡалған: ҡар тигәнең ҡәҙимгесә ялт иттереп көрәп ҡуйылмаған, табан аҫтарына шыҡырлатып ыуылдырыҡтай эре ҡыҙыл ҡом һибелмәгән... Шул эштәрҙе таң тишегенән башҡарыусан һәленке сал мыйыҡлы ҡарт Кипарис, көндәгесә көрәгенә таянып, Фәхерниса ултырған бүлмә тәҙрәһе төбөндәге оҙон шыршы төбөндә һерәйеп тормай, бормас ҡапҡаслы ялпаҡ шешәһенән, тамағын ғорҡолдатып, күҙҙәрен йомоп һемермәй, шунан һуң был бар донъяһын онотоп, алыҫ-алыҫ тарафтарҙағы зәңгәр диңгеҙ, сәскә атҡан мәңге йәшел кипаристар тураһындағы моңло шиғырын һамаҡламай. Ул юҡ, ул юҡ – бөтә нәмә тик шуны хәтерләтә...

Тормоштоң бер сәйер йомғағы булып күренә ине был Кипарис ҡарт тигәндәре Фәхернисаға. Гелән тышта, нисәмә генә ҡарама, ҡыштыр-ҡыштыр эш өҫтөндә. Шымарып ялтыраған көрәк һабы, һепертке һабы төшмәй ике ҡулынан. Ҡултыҡ аҫтына ҡара икмәк, тоҙло балыҡ ҡыҫтырып ҡайтып килгән саҡтарында ғына уларҙан буш күрәһең.

Ҡулы еткән тирә-яҡты ырҙын табағылай ҡырсып, һепереп бөткәс, урам аша сығып, мөйөштәге үҙенең һөйөклө аҙыҡ кибетенә керә. Шунда, арыш икмәге аңҡып торған прилавка аҫтында, граждандар һуғышынан ҡалған көмөш стаканы бар. Теүәл ике йөҙ илле грамм – ярты литрлы араҡының яртыһын һыйҙырышлы. Ғүмер-баҡый ҡартты танып белгән һатыусы ҡортҡа, кергәне генә һайын, көмөш стаканды мөлдөрәмә тултырып бирә, ҡарт уны ҡатып ҡалсайған тарбаҡ бармаҡтары араһында ҡыҫып тота. Мөйөшкә борола ла, стаканды бер һелтәнеүҙә тамағына түңкәреп, күндәй йылтыраған ҡыптыр тун еңенә ауыҙын һөртә. Ҡуйынынан һурып алып, бормас ҡапҡаслы йәлпәгенә тултырта. Өндәшмәй, стаканды ҡалдырып, сығып китә.

Көрәгенә, йә һеперткеһенә таянып, йәне һөйгән шул урынға – мәңге йәшел кипаристы хәтерләтмеш шыршы аҫтына баҫа. Монументтай шыҡырайып, күҙҙәрен йомоп, уйға тала. Уҙғынсыларҙың туң асфальткә шаҡ-шоҡ баҫып үтеүҙәрен дә, ҡысҡырып көлөүҙәрен дә ишетмәй ул. Шул көйөнсә, әйтерһең, ғүмере буйына шыҡайып-ҡатып торған. Фәҡәт һирәк-һаяҡ ҡына, сәғәтенә бер тигәндә генә, ҡапыл башын ҡалҡыта ла, һис кем көтмәгән моң менән баяғы сәйер шиғыр юлын ҡушарлатып ҡабатлай:


...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...

...Кипаристар сәскә атҡан саҡта...


Тауышы ҡырт-өҙөлә, күҙҙәренән ике тамсы эре йәш бөртөгө бытлығып сыға; асы көмөш бөртөктәр һорғолтланып юлаҡланған бит сирыштарынан йүгереп үтеп, ҡарҙай аҡ сал мыйыҡтары осона тәгәрләп төшә. Шул шиғыр юлын ғына буҫлығып әйтә лә ҡарт, әүәлге хәленә ҡайта – тәрән уйына сума. Әллә ҡасан йәшнәп-шаулап үтеп киткән, сәскәһе һулыған йәшлек яҙына өндәүеме был шиғыр, йәиһә башҡа изге бер нәмәгәме, һәм алыҫтағы Ҡара диңгеҙ ярҙарында үҫә торған серле кипаристар сәскә атамы ул ысынында, әллә юҡмы, атҡанда ла уны шулай моңло шиғыр юлдарына һалырлыҡ күркәм атамы – бер кем дә белмәй быны. Фәҡәт шөңгөр шиғыр юлы, һамаҡлаған сағындағы ҡарттың тын һулҡылдауы, күҙҙәренән бытлыҡҡан ике йәш бөртөгө, аңлайышһыҙ үҙе бер донъя булып, кешеләрҙе тетрәтә. Күптәренең күҙ алдына сихриәтле зәңгәр диңгеҙ, салт ҡояшлы йәшел ярҙар, тәрән моңло кипаристар килеп баҫа ла уйға һала. Һәм ул серле кипаристар ниңәлер тап ошо олпат Кипарис ҡарт ҡиәфәтендә төҫмөрләнә...

Фәхерниса эш бүлмәһенә көндәгесә кешенән элек кереп ултырҙы. Яҙыу машинкаһының сепрәк көбөн асып ебәреүгә, яңы билдәһеҙ хис ялманы ҡыҙҙы: үҙе юҡта барабанға ҡыҫтырылған ҡулъяҙмала: “Ренард Асылғужин. Автореферат. Быяла ҡалпаҡ аҫтында тотолған тәлмәрйендең тышҡы шарттарға физиологик реакцияларында психологик функцияның кәүҙәләнеше” -- тип уҡыны ул; психиатор-тәжрибәсенең үткер бысағы аҫтында тереләтә ботарланған, йәки утҡа ырғытылған тәлмәрйендәр күҙ алдына килеп, өшөмтәл ҡалтыранды: сос уҙаман өлгөргән! Бүтән саҡта Ренардтың был сослоғо һәм өлгөрлөгө яғымлы йылмайыу ғына уятыр ине...

Тешен ҡыҫып, машинканы шыҡылдатырға тотондо. Көллө зиһене ҡалын быяла ҡалпаҡ аҫтына бикләнгән, “бөйөк фән мәнфәғәте хаҡына” ыҫпай һәм сос егет Ренард ҡулы аша тәненә электр тогы алған, осло энә тәьҫирен кисергән, скальпелдән киҫкеләнгән йәшел һыртлы тәлмәрйендәр тирәһендә уралды. Ә асылда ҡыҙҙың йөрәк иғтибары телефон аппаратында, ул унан сикһеҙ түҙемһеҙләнеп көтә, нимәлер өмөт итә... Аппарат бер-нисә тапҡыр зыңғырланы, ҡыҙ, пружиналай атлығып, трубкаға йәбеште, ләкин көткән таныш тауыш килмәне...

“Тәжрибә барышында быяла ҡалпаҡ аҫтындағы тәлмәрйендең ҡылыҡтары шуны күрһәтте, -- тип текстың хәрефтәрен берәм-берәм аҡ ҡағыҙға шаҡырайтты Фәхерниса, -- ул, нерв системаһына яһалма тәьҫир арҡаһында, үҙенә тейешле тәбиғи яҙғы мөхиттә булмаһа ла, тап яҙғыса сарылдап йырлап ебәрҙе. Шулай итеп, реципиент битәбиғи тәьҫирәтте бик тәбиғи тәьҫорат итеп ҡабул ҡылды...”

Фәхерниса, төймәләргә баҫыуҙан ҡапыл туҡтап, башын өҫтәлгә һалды, күҙ алдары ҡараңғыланды. Һуңғы һөйләм, мыҫҡыл һымаҡ яңғырашлы шиғыр итеп төҙөлгән эске рифмаһы, ритмы менән, сүкешләп тиҙығандай, мейене интектерҙе: “Шулай итеп, реципиент битәбиғи тәьҫирәтте бик тәбиғи тәьҫорат итеп ҡабул ҡылды...” – Һыҙланып ыңғыраны: әҙәм балаларын да тап шундай реципиент яһап, яҙһыҙ йырлатырға итә түгелме?..

Телефондың шылтырауы уға йән өргәндәй булды. Теге шомло тыуған көн байрамлы кисәнән һуң да ике көн буйы телефон шулай һулығып шылтырағайны. Ғәйепле өндәшкән таныш тауыш килгәйне. Фәхерниса, трубканы алғаны, уны ишеткәне һайын, ҡунаҡ табынында табын хужаһын һуғып йыҡҡан һөмһөҙйән күҙ алдына килеп, сикһеҙ нәфрәтләнеп, бер һүҙ менән өҙгәйне. Шунан һуң ул өндәшмәне, ҡайҙалыр тәрән упҡынға инеп сумғандай булды, юғалды. Ҡыҙ, иңендәге тирмән ташы төшкәндәй, еңел һулап ҡуйғайны. Ә бына хәҙер шылтыратыусының ул түгеллегенән әсенеп, уны ер аҫтынан тартып сығарырҙай өҙгөләнә, теге остағы билдәһеҙ затҡа Рәхимйән тип өндәшә...

-- Эйе, химигыбыҙ унда эшләмәй хәҙер...

Иларҙай буҫлыҡҡан Фәхерниса салт боролоп ҡараны – Йәмил ине.

-- Ҡайҙа, ни булған? – тине саҡ тын алып.

-- Башҡа ҡалаға күскән, тиҙәр. Ренард дуҫы өҫтөнән ошаҡ яҙған бит... байрам табынымда ғауға ҡуптарҙы, үҙемде туҡманы, тип... Эштәре хана уның...

-- Бахырсыҡҡынам! – Вахтер апай инеп тыңлап тора имеш. – Ҡайһындай ҙа инсафлы, мөләйем егет ине! Уҡымышлы, ғалим әҙәм булһа ла, үҙе шундайын-шундайын оялсан ине. Йәй буйына ҡосаҡлап сәскә килтерҙе. Тик шуны ла үҙ ҡулынан тапшырырға ояла: Фәхерниса ҡыҙымдың яҙыу өҫтәленә йә Ренард Сәйфелмөлөкович аша һалдырта, йә минән бирҙертә ине...

-- Ә, нимә?! – Фәхернисаның күҙҙәре аҡайҙы. -- Уф! – Ҡыҙ ҡуш усы менән йөҙөн ҡапланы. – Ниндәй оят! Мин ул гөлдәр Ренардтан тип белдем бит...

-- Алырһың ул бөтмөштән! Раштыуала ҡар бирмәҫ сосйән бит ул! Улмы ул...

Вахтер апаһының һәр әйткәне йөрәгенә энә булып ҡаҙалған Фәхерниса, түҙә алмай, бүлмәнән сығып йүгерҙе...



12
Оло ғауғалы тамамланмыш тыуған көн табынынан һуң бер-бер артлы ялғанған ял көндәре дауамында тамам айнып, баш-күҙ алып, әүәлге ыҫпай егет хәленә ҡайтҡайны инде Ренард. Шул төндән һуң күрше-күләндең береһендә лә Кипарис ҡартты күргән-белгән булмағас, вокзалдарҙы ҡыҙырып сыҡты, ҡала үлекханаһына шылтыратып һорашты, береһендә лә ундай юҡ. Тешен ҡыҫып йәнә лә аҙна-ун көн кисергәс, башын баҫып уйланып ултырҙы ла, олаҡмыштың ҡыптыр туны менән ҡуян бүреген, баллон калушлы быймаларын ил аяғы һил мөҙҙәттә зират ҡоймаһы буйындағы сүплеккә илтеп яҡты. Бер-нисә тәүлек үтеп, шуларҙан көл ҡалыуына инанғас, тынысланып, милиция бүлегенә шылтыратты – кейенеп сығып киткән еренән алкаштың ҡайҙалыр олаҡҡанын һәм, моғайын, шешәләштәрендә һамҫып ятыуын хәбәр ҡылып, бындай хәлдәр элек тә йыш ҡабатлана торғайны, һеҙҙең ҡулға тарыманымы шул ахмаҡ, тип белеште.

Эшендә лә ошолай тип аңлатҡас, бығаса прогул яһамаған Кипаристың көтөлмәгән ҡылығына аптырай биреп ҡуйһалар ҙа, айнып ҡайтып шөғөлөнә керешеүен көтөргә, шуға тиклем ваҡытлыса кеше яллап торорға килештеләр.

Ренард әүәлгесә көндәлек эшенә елеп бара, әүәлгесә алсаҡланып һөйләшә, коридор яңғыратып көлә, әммә йөрәк тигәнең урынында түгел, нимәнелер шомланып көтә ине. Өҫтәүенә... өйҙә тап Ренардтың бүлмәһенең тәҙрә тәңгәлендә генә күҙ көйөгө: иҫке толь, ҡар менән көпләп суҡайтылған кипарислы ҡыуыш Ренардтан яҡты донъяны ҡаплап, эсте бошороп тора. Шул ғына етмәгәндәй, ләңкелдәк Мопсы ла бит тәҙрә төбөнә ырғып менә лә шунда төбәлеп өрә, хатта муйынсаҡлап хәжәтен үтәтергә сығарғанында ла, шыңшый-шыңшый, шул яҡҡа тартылып йонсота...

Ренард ошо Кипарис ҡарт ултыртҡан, кипарис тигән хәйерһеҙ ағастан кисекмәйенсә арынырға теләне. Зиратта ҡәбер ҡаҙыу шөғөлөндәге атаһының элекке таныштарын – мәңге иҫерек ике типты яллап килтереп, төшөмлө эшкә йәһәтерәк керешергә ҡыҫтаны, тик тегеләре үтә яй ҡыбырланы. Береһе, ҡар аҫтынан саҡ-саҡ ҡына төҫмөрләнгән эҙ буйынса кипарислы ҡыуыштың артына үтеп, ҡыуыш төбөндә яңыраҡ ҡыш бауырында өңөлгән, әҙәм башы һыйырлыҡ тишектән үрелеп-үрелеп ҡараны, тик ҡараңғыла бер ни ҙә күренмәне. Ренардтың ашыҡтырып мыжыуына тамсы ла иғтибар итмәй, шешә боғаҙынан уртлап берәрҙе йотҡастары ғына, ҡәнәғәт тамаҡ ҡырып, суҡалтайҙы һүтергә керештеләр. Тирә-яҡҡа ҡар бураны туҙҙырып, ҡар аҫтынан сыҡҡан толь ярпыларын быраҡтырып, ҡыуыш һайғауҙарын тартып ауҙарҙылар һәм... көтөлмәгән хәлдән ҡойолоп уҡ төштөләр: яланаяҡ-яланбаш, йоҡа эске күлдәксән генә Кипарис ҡарт үҙенең йәшел эскәмйәһендә кипарис олонон ҡосаҡлап ултырып ҡатҡан...

Милициянан килеп теңкәгә тейҙеләр: ҡайҙа туны, бүреге, тип ныҡынылар. Кейенеп сығып китте, алкашланып сисенеп ташлағандыр, тигәс, әгәр сисенеп ташлаһа, ҡайҙа улар, тип тере йәнде алдылар...

Ҡәбергә төшөргәндә Ренард Кипаристың табутын ҡосаҡлап иланы, зират янындағы “Батыр” кафеһында мул һыйлы хушлашыу табыны ойошторҙо.

Тәфтишселәрҙең эше оҙаҡҡа һуҙылманы -- әжәле өсөн алкаш үҙе ғәйепле, тип таптылар...

Өфө, 1971.


ТОМБОЙОҠ

I
Спектакль аҙағынан театрҙың артҡы ишек төбө, ғәҙәттәгесә, балға һырыған һағыҙаҡ өйөрө шикелле ала-ҡола кейенгән нәҙек һираҡлы, ялбыр яллы егеттәр, шул уҡ егеттәргә оҡшаш ала-ҡола ҡиәфәтле, тик ни бары ҡаштары аҫтына күгәртеп һөрмә тартҡан, ҡаранан оҙон яһалма керпектәр йәбештергән, шул аҡшайған күҙҙәре менән генә нәҙберек енес икәнлектәрен төҫмөрләткән аҙмыш ҡыҙ-ҡырҡын – балет сәхнәһе йондоҙҙарының саманан тыш мөкиббән киткән алҡышсылары менән туп-тулы ине. Бер-береһен этәрешеп, артистар ҡайтырға сыға торған, ике яндан таш арыҫландар ажырайып һаҡлап ятҡан бейек болдорҙоң тирәһен уратып алғандар ҙа ишектең һәр асылып-ябылыуын ығы-зығылы шау-шоу менән оҙаталар, ҡайберҙәре “үҙҙәренең йондоҙҙары” артынан, ат ҡойроғона тегелгән тегәнәктәй, троллейбус туҡталышынаса күҙҙәрен тызырайтып китәләр.

Прима-балерина Сәғиҙә бер ҡосаҡ сәскә күтәреп күренгәндә был тынғыһыҙ йәмәғәт тап шул ҡайнашып торған мәл ине. Ҡыҙҙың тупһа аша һалған тәүге аҙымы уҡ, әйтерһең, сая ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғатты: тел шартлатып һоҡланыу аралаш күккә һәр төрлө берет, эшләпәләр оса башланы, фотоаппарат затворҙары шытырланы. Ә бер сеп-сей ерән һаҡал баҫҡан, ерән сәсе туҙғаҡбашланған, өҫтәүенә шундай уҡ сеп-сей ерән костюм кейгән мыҡты әҙәм, һыуыр һымаҡ йөнтәҫ тоҡом, иң алғы рәттә ҡарғып тороуы менән дә мөрәхәтһенмәй, яҫы балағын ялпылдатып килеп юлға һуҙылып ятты, ҡыҙҙың томбойоҡтай тынҡыс балтырҙарын ҡосоп алырҙай ымһынып, күҙҙең яуын ҡайтарырҙай ҡайын туҙы һымаҡ ап-аҡ түфлиҙәрҙең эҙен үбеп тилерҙе...

Юҡ, прима-балерина Сәғиҙә бындай сөсөләнеүҙәрҙе күтәрә алмай ине. Сығырҙан сығып борғаланыуҙарҙың береһен дә күрмәгәндәй, кешеләрҙең башы аша ҡарап тыныс атланы; көндәгесә арыған, хыялһыуланған, моңһоу ине ул. Аяҡ табанын яларҙай булып ятып ҡалған баяғы ерән һаҡалтайҙың яҙғы сағыу бөжәк – еңгәсәй төҫлө ҡанһыу-ҡыҙыл күҙҙәре генә күңел офоғонда бер мөҙҙәткә салынды, ҡыҙ хатта һулышын ҡыҫты, туҡтарға итте, әммә шунда уҡ сәйер хисе онотолдо – аяҡтары аҫтында ни бары әлеге мәхлүҡ-бөжәк, ҡыҙыл еңгәсәй генә, әйтерһең, үрмәләп бара ине. Юҡ, беҙ иҫәүән тип һанаған бабаларыбыҙ төптө иҫәүән булмаған – сәнғәт һарайының болдор-тупһаларын ажарлы таш арыҫландар менән һағауыллатып яңылышмаған. Матурлыҡ артҡы ишектән таратылмай, ҡыҙыл еңгәсәй күҙҙәр менән үлсәп-нарыҡлана алмай, Матурлыҡты арыҫландар ҡурсалап һаҡларға тейеш!.. Сәғиҙәнең күҙ алдында әле һаман тере тамаша залы, ундағы ҡуҙҙай янып баҡҡан йөҙәрләгән саф күҙҙәр, илаһилап алҡышлаған илһамлы йөҙҙәр һынлана, тамашасы күкрәгенең ҡәнәғәтләнеп гөрөлдәүе, йөрәкһетеп, ҡолаҡтарында шаулап тора. Ул хатта был йылы хисте, уны илһамдарға сумырып оҙатыусы илаһи көстө таш стена үтә лә һаман артында тоя ине – ҙур сәнғәттең ысын алҡышлауҙары ана ҡайһындай ул! Ә былар, -- Сәғиҙә ян-яғына күҙ һирпеп кенә ошо хаҡта уйланы, -- ә былар – саф алҡыштың йәмһеҙ төпөрәһе генә. Сөнки һәр нәмәнең үҙенең сиге бар, ә сәнғәттең сиген хәтәр аша атлаған, Матурлыҡтың артҡы яғына тексәйеп сыҡҡан тампашасы... себенде хәтенрләтә...

Аңғартмпаҫтан болоҡһотҡан был тойғонан ҡотолорға теләгәндәй, прима-балерина аҙымдарын йышлатты, ҡосаҡлап тотҡан гөлләмәһен күкрәгенә ҡыҫмаҡланы. Ҡуҙҙай дөрләү роза сәскәләре ҡыҙҙың һулышынан ҡуҙрап тоҡана кеүек ине. Араһындағы бары ике дана сәскә -- аҡ томбойоҡ сәскәһе генә йөрәгенең ап-аҡ ҡыҙыулыҡҡа еткән хәтәр утлы үҙәгенән ҡурпығандай нурланып, утлы бәбәктәре ҡуша сатрашланып, ҡандай алһыу таждар йәнәшәһендә ап-аҡ сатҡы рәүешендә балҡыған. Эйе, тере бөрө-бәбәктәрен ҡапырайтып, сатҡыланып нурын тирткән ошо ике бөртөк аҡ гөл ҡыҙ күңеленә әллә ниндәй утлы-ҡуҙлы тилереүҙәр һала ине... Сәғиҙә был гөлләмәне сәхнә түренә яуҙырылған бик күп гөлдәр буранынан айырым-асыҡ таныны, һауала килеш үк һонолоп тотоп алды. Егете, -- эйе, егете! – уға һәр саҡ Ағиҙелдең тәрән һулышын бөркөлдөрөп килтермәле танһыҡ бүләк ине был. Әммә ошо ғәҙәттәге ал ҡыуаныс араһына тәбиғәттең сихриәтле ҡуш һабағы итеп ҡурпытылған ап-аҡ ике генә бөртөк – ике аҡыҡ томбойоҡ – бөгөн ҡыҙҙың йөрәк башын иҫләмәҫтән семетеп алған, бөрөп тотҡан, табандарҙан планетаны тибәртеп шашҡын елкендергән тылсымлы көс ине шул. Әгәр эш улайға китһә, дөрөҫөн генә әйткәндә, ул прима-балерина булмаҫы борон уҡ әле, балет сәхнәһенә менеп беренсе “па” яһауҙан уҡ, нисәмә йылдар буйы ошо изге сәғәтте көттө...



II
Икеһенең күҙҙәре тәүбашлап һис бер абайламаҫтан, “Томбойоҡкүл”де бейегәндә төкәште. Сәхнәгә яңы-яңы ғына сыҡҡан ҡауырһын ҡанатлы йәш солистканың һәр талпыныш-хәрәкәтен йотлоғоп тамаша ҡылған йөҙәр, меңәр күҙҙәр араһынан күңел тигәнең ни өсөндөр бер тәңгәлдә туҡталды. Унда Ағиҙел йылға пароходствоһының ҡупшы кейемен кейгән йәп-йәш матрос ултыра ине. Артҡа яллатып һыпырылған муйыл-ҡара сәс ырмауын өҫкә этәреп ҡалҡынған яҫы маңлай. Ҡаш дағалары аҫтынан сөм-ҡара күмер төҫлө яндырып, албырғатып, үҙәктәргә үткәҙгәнсе иҫәрләтеп баҡҡан күҙҙәр... Сәғиҙә сыҙай алманы: бейеп барғаны килеш ҡапыл әйләнеп, һирпелеп бер ҡараны. Егет шунда уҡ оялып башын эйҙе, аҙаҡ ҡыҙ уның яндырау-утлы ҡарашын, төндө тишеп тоҫҡалған прожекторҙай, бейеү бөткәнсе үҙ тәнендә тоҫмалланы. Әммә күҙҙәр, күңел пәрҙәһен тишеп өлгөргән күҙҙәр, инде хәҙер бер-береһенән оялып ҡасыр булды: егетте лә, ҡыҙҙы ла – икеһен дә әллә ниндәй оялсан хис сорнаны ла елкетте. Ҡараштарҙы ҡушарлатҡан тетрәндергес баяғы мәлдә Сәғиҙәнең йөрәгенән бармаҡ остарына саҡлым ҡайнар ялҡын йүгерҙе, һәм был сихри секунд уны ҡапыл ҡауырһындай еңеләйтте. Ул һуҙылып-һуҙылып һауаға осҡанында планетаның тартыу көсөн бөтөнләй тоймай башланы, үҙен күктә ағылып йөҙгән аҡ болоттай хис итте...

Шул хәйерле секундтан һуң күпме елдәр иҫеп, күпме һыуҙар аҡты; аҡ томбойоҡ булып бейегән наҙлы тәпәйҙәр аҫтына күпме ҡайнар алҡыштар, аҫыл сәскәләр яуҙы, алдағы күпме спектаклдәрҙә ул ерҙең барлығын тоймай елкенеп бейене. Шунан алып теүәл алты йыл үтте, ябай балерина – прима-балерина булып күтәрелде. Ә баяғы утлы ҡараш һаман бер тамсы ла һүрелмәй, партерҙағы шул бер тәңгәлдән уны һәр бер премьера спектаклендә кулуарҙар артынан уҡ сәхнәгә тартып ала, сәхнәнән йотлоғоп оҙатып ҡала ине. Был донъя бик ҡыҙыҡ бит ул: балерина, ирекһеҙҙән, шул тарафҡа, шул ҡарашҡа эйәләште, уны көндәренең ғәзиз бер нуры, туғаны итеп күрә, уны болоҡһоп көтә, унһыҙ йәшәй алмай кеүек...

Йәйге гастролдәрҙә йөрөп зарығып ҡайтҡаны һайын, Сәғиҙә тәүге спектаклгә урамдан уҡ йөрәге менән лөпөрләп бейеп килә, ниндәйҙер сихри яҡынлыҡ, тартыу көсө тойоп килә. Иң-иң һағыныслы ҡараш шаршау асылып киткәс тә үк, шул танһыҡлы бер тәңгәлдән уҡтала, Сәғиҙәнең ҡарашы ла шул тәңгәлгә туҡтала. Кешеләрҙе йөрәкһетеп бер-береһенән айырған, хатта уларҙы ҡаршы ҡуйған ғәмле донъя ошо мәлдә, тамаша залы менән сәхнә сәнғәт тылсымына төрөнөп арбалған иң илаһилыҡлы минуттарҙа, был икәүҙең бер ыңғайҙан өлпөрәп типкән йөрәге аша бергә килеп тоташа...

Ә бер заман көтмәгәндә сәхнәлә бейегән аҡ томбойоҡтоң яурындарын күк көмбәҙе ҡарағурғашланып баҫты, ер көрмәге ҡаурыйҙарын ҡуҙғалтмаҫлыҡ итеп тартты, епә-еңел ҡауырһын тән суйын менән тулышҡандай тойолдо, ауырлыҡты күтәрә алмай күҙҙәрҙән йәш ҡойолдо – матросы юҡҡа сыҡты... Эйе, юҡҡа сыҡты. Айҙан һуң да килмәне, ҡыштар үткәнсе лә күҙен күрһәтмәне. Йәй башынан театр илдең алыҫ яҡтарына гастролгә китте. Сәғиҙә, матросты ла карабы менән зәңгәр юлдар ылыҡтырғанға һанап (сөнки Ағиҙел йылға кәмәләре инде диңгеҙгә лә сығып йөрөй башлағайны), таныш күҙҙәр менән ҡабат осрашыуҙы көҙөн ҡайтҡас, туған ҡала урамдарында олпат олонло йүкәләрҙең һары япраҡ бурандары уйнағас, ә сәхнәлә өр-яңы сезон башланғас өмөт итте: театрҙың тантаналы яңырып тыуыу миҙгелдәрен матрос һис ысҡындырмай ине. Әмә икенсе сезонда ла илһамсыһыҙ ҡалырға, сөмөрөм күҙҙәрҙе күрмәй бейергә тура килде, бының ниндәй самаһыҙ асы икәнлеген сәхнәнән үҙегеҙ татып белһәгеҙ ине... Бер һүҙ менән әйткәндә, партерҙағы Ағиҙел матросы утлы ҡараштарын бөркөп һөйөнөп ултырыр урын, уны башҡа берәүҙәр биләһә лә, Сәғиҙә өсөн буш ҡалды, йәнһеҙ ҡалды...

Йөрәктәге иҫләмәҫтән алған яра һис кемгә лә һиҙелмәйенсә ҡанһырап бөтәшеп барғанда, матросы зәңгәр офоҡтарҙа һүрелеп юҡҡа сыҡҡандан һуң театрҙа өсөнсө сезон асылғанда, бер заман Сәғиҙә онотолоп йәнә ап-аҡ томбойоҡҡа әүерелгәндә, ҡапыл ғына ялҡын уртлап алғандай, һулышы киҫелде ҡыҙҙың, йөрәге туҡталды, тәнен залдан ойҡолған үрт ялманы. Аҡ томбойоҡ, моғайын, бейеүҙең иң күтәренке, сая хисле мәлендә, иң хәтәрле талпынышында ҡапыл туҡталып, ҡатып, һабағын аҫтан салғы киҫкән үләндәй ҡалтыранып ҡуйғандыр: алда ултырған йәш кенә бер тамашасы “ой!” тип йөрәкһеп тертләне. Шул ҡыҫҡа мәл бөтәһен дә хәл итте: балерина партерҙағы таныш ултырғыстан тура үҙенә йүнәлтелгән утлы ҡарашҡа сумды, дөрләп китеп йәнләнде, көлдән ҡалҡынған Феникс-ҡоштай тылсымланып талпынды. Ҡапыл гөртләп ялҡынланыу тамаша залын гөрләтте, алҡышлап ҡул сабыуҙар сәхнәне тетрәтте. Балеринаға бейеүҙән туҡтап тубыҡтарын бөгөргә, тамашасыны хөрмәтләп баш эйергә тура килде. Иҫ китмәле арауыҡта Сәғиҙә егетен таныны: инде ҡупшы һалдат кейеме кейенгән һәм уға алйырҙай бағынған тамашасы – тап үҙе, теге саҡтағы Ағиҙел матросы ине! Ошонан һуң күрһәгеҙ икән күктәрҙең күкрәп киңәйгәнен, томбойоҡ тәпәйҙәре ерҙе, -- эйе, Ер шарын! – типсеп-тибәреп ебәргәнен!..

Егет тиҙҙән, моғайын, ҡабат үҙенең пароходствоһына урынлашты – йәшел һалдат формаһын зәңгәр йылғасы кейеменә алмаштырҙы. Тик был юлы матрос түгел – уҡалы погондар тағылған етәксе ҡор мундиры ине уның күҙгә күренеп ҡалҡынған, яҫырған мыҡты иңдәрендә. Үҙен сәхнәнән оҙатҡанда аяғөҫтө баҫып тороп, юғары күтәреп сапҡан көрәк ҡулдарында моторҙар менән булашыусы ысын хеҙмәт кешеһенең тамғаһын – ҡараһыу мазут төҫөн шәйләп, Сәғиҙә хыялый егетенең берәй машина, механизм тирәһендә эшләгәнен шәйләне, был иһә уның хыялында егетте ергә тоташып үҫкән төп имәндәй ҙурайтты, серләндерҙе... Ниңә йәшереп маташырға: Сәғиҙә, әллә инде үҙе яртылаш күккә сөйөлөп йәшәгәнгә, ергә батыбыраҡ торған кешегә -- ябай хеҙмәт эйәһенә танһығып тартыла ине.

Дөрөҫөн генә әйткәндә, Сәғиҙәнең артынан ҡалмай йөрөүселәр быуа быуырлыҡ әле. Ус туҙҙырып сәпәкәйләп ултырыусылар араһында ғына түгел, ә сәхнәлә бергә бейегән егеттәрең дә итәгеңә балауыҙҙай һыланып, татлы балдай яғылып ҡына баралар. Әммә йылдар йүгереп үтә торҙо, теге егете булмағас, ҡыҙ күңеле еңел-елпе ғишыҡ утын әллә ни һанламаны. Ул бары тик һауала осоп бейеү менән, үҙен һауала тотҡан баяғы хыялый көс – матросының, залда үҙе булмаһа ла, күңеленә һеңеп ҡалған утлы-татлы күҙ ҡараштары менән мауығып йәшәне. Уның өсөн, биғәйни, билде һындырырлыҡ ҡосҡан ҡосаҡтар ҙа, ҡанатҡансы һурып үбер ирендәр ҙә юҡ ине. Таңғы ысыҡтай мөлдөрәмә ҡыҙ сафлығын, намыҫын да шул ике хаҡ тылсым – сәхнә һәм хыялый күҙҙәр өсөн юғары күтәреп һаҡланы. Мөхәббәттең түбән ерлекле талабына буйһонһа, баяғы ике хоҙайына бер юлы хыянат итер, күккә осорған ҡанаттары ҡыйылыр кеүек ине. Камиллыҡтың сигенә еткән һомғол тәндең ваҡыты менән үлтереп-тилертеп ымһыныуҙарын татыманы түгел татыны, әммә нәфсе тигән нәмәһен баҫырға ла өйрәнде. Алйырҙай булған саҡтарында яңғыҙ үҙе генә ҡалып сигарет ҡабып алыу ғәҙәте – хәтәр ғәҙәт – бәлки, ошоноң касафатылыр... Зарарлығын белә тороп, ваҡытында тыйылып ҡала алманы, иптәштәренә һиҙҙертмәй йәшереп тартты. Ләкин, йылдары ағылған һайын, тере йәнгә изге итеп тәбиғәттән тәғәйенләнгән нимәнеңдер етешмәүе, шунан ҡарышып баш тартыуҙың хәтәрлеге нығыраҡ тойола икән; әсе тәмәке төтөнө лә дәртте һүрелтә алмай, уғата йөрәкһетә икән: күпме генә күккә сорғолоп талпынһаң да, йәшлегеңдең һыҙылып ҡына үтеп китеп барғанлығын, Ҡош Юлдарын иңләп алырҙай ырғып осҡан буй-һыныңдың шулай ҙа ерсән икәнлеген, шуға тартылып ятҡанлығын тояһың. Һәм баяғы партерҙағы танһыҡ тылсым күҙҙәренең йәшерен-серле сатҡыһын ғына түгел, ә теп-тере эйәһен дә уның бөтмәҫ хыялыйлығынан тартып алғың, ҡосоп күкрәгеңә ҡыҫҡың, бик-бик яҡынайтҡың килә...

Дөрөҫөн генә әйткәндә, егетенең ҡыйыуһыҙлығы ҡыҙҙың теңкәһенә тейә башланы, йәшлек тигәнең елеп кенә үтеп бара бит инде...



Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   24


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет