ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет23/24
Дата28.04.2016
өлшемі4.79 Mb.
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   24

VI
Ял көнөнөң таң-иртәһе ҡарҙай ап-аҡ шау-сәскәле алма баҡсаларының өҫтөндә аҡ бурандар уйнатып, һыҙғыр елле булып килде. Ҡала урамдары буйлап атлағанда ян яҡлап баш осонда аҡҡа алһыу ҡан һыҙатлы сәскә бәбәктәре туҙрап яуа, ҡайһы саҡта был хисапһыҙ күп тере күбәләктәр яуылай күренә, аяҡ аҫтында тере сәскә бәбәктәре тырпырап ята ине. Сәғит ҡыҙҙың беләгенән ҡыҫып ҡултыҡлаған килеш, уның аҡ туҙ түфлиҙәренең шыҡылдауын йөрәгендә кисереп-һанап барҙы: ошо асфальт түтәһенә көллө донъя башы бәрелеп ауа, янындағы ап-аҡ томбойоҡ сәскәһе лә уның ҡулынан ысҡыныр ҙа кемдәрҙеңдер аяҡ аҫтында ҡалыр һымаҡ тойолдо. Йөрәкһеткес-йоҡоһоҙ үткәргән төн шауҡымынан болоҡһоп, такси туҡтатты, йомшаҡ креслоға инеп ултырышҡас, ҡыҙҙың тығыҙ, йоморо яурын башын иңендә тойоп, саҡ ҡына тынысланды.

-- Ҡайҙа? – тине таксист.

-- Әйҙә, туп-тура дон офоҡҡа! – Сәғит үҙәк проспект осондағы күкһелләнеп томаланған йылға юҫығына ҡаратып ҡул һелтәне.

-- Томбойоҡкүлгәме?

-- Тап үҙе! – Тиҙ үк иҫенә килеп, юлдашына өндәште: -- Ғәфү ит, ҡала ситенә сығып елләнеп ҡайтыуға ҡаршы түгелме һин?

Сәғиҙә ҡапыл салон маңлайындағы көҙгөнән таксистың үҙенә төбәлгән ҡара-муйыл күҙҙәре менән осрашып, ынйы тештәрен балҡытып ебәреп йылмайҙы:

-- Әйттем бит инде: бөгөн мин һинең ҡолоң!

-- Елдерҙек! – тине таксист. Машина, ике бөйөрөн шпор типсегән ярһыу арғымаҡтай тертләп, торған еренән ырғылды, юл буйлап теҙелгән йүкә олондарын һанай-һанай осортоп алып китте.

-- Томбойоҡкүл... Их, томбойоҡтар балҡып сәскә атҡан саҡ! – тине Сәғит, ҡыҙға бер ҡарап алғас, эстән ҡапыл яғымлы йылы ялмалыуын тойоп, аҡ буранлы борсоу ҡала урамдарының ҡотолғоһоҙ артҡа шыуып ҡала барғанлығына ҡыуанып.

-- “Томбойоҡкүл” рестораны гөрләй унда – иртәнән кискәсә музыка, эс-бауырыңды өҙҙөртә генә, малай! Ә аш-һыуы! Закускаға телеңде йоторлоҡ итеп ҡыҫала бешереп бирәләр, -- тине таксист.

-- Хоҙайым, ул йәнлекте ҡайҙан алалар икән?

Таксист күҙҙәре көҙгө аша Сәғиҙәгә төбәлеп-мөлдөрәп көлдө:

-- Тап шул уҡ күлдән, һеңлем. Балыҡтарын карбид ташлап тонсоҡтороп бөтөргәс ни, ҡыҫалаларға ҡалды...

-- Уныһы ла бөтмәҫме һуң?

-- Атайым бахыр әйтмешләй, бөгөн үҫкән үләнде үҙем өҙөп ҡабам, ә минән һуң ҡыяҡ ҡалҡмаһа ла ярай. – Таксист күңелһеҙ көлдө. – Тәбиғәтте ҡороторға барыбыҙ ҙа мастакбыҙ! Беләһегеҙме, һеңлем, баранка өйрөлтөүҙе ташлап, шунда ҡыҫала тотоусы булып китергә әле иҫәп. Тамаҡ ялы ла елле, көс тә артыҡ сыҡмаясаҡ. Яға аҫтына ҡаҙна иҫәбенән бер “сүлли”ҙе һалаһың да, ҡуш аяҡты тубыҡҡаса Томбойоҡкүлгә сумырып, бәлеш төбө кимереп туйынған бесәйҙәй, морон аҫтынан мырылдап ултыраһың. Ун биш минуттан аяҡтарыңды тартып алһаң, һәр ҡайһына берәр биҙрә ҡыҫала көрмәлеп сыға...

-- Ой, ул тиклемде ҡайҙа ҡуйып бөтәһең?

-- Борсолмағыҙ, уның барыр юлы киң. Ҡыҫала модала хәҙер, француздарҙың устрица тигән һерелдәүек хайуанлы баҡа ҡабырсағындай. Бөгөн бит беҙҙең башҡорт та, ат итенән бүгеп, шаҡы-шоҡо кимерә.

-- Аттың йылҡы икәнен дә онота башланыҡ инде, -- тине Сәғит. – Бөтә нәмә тимер-томорға ҡалып бара.

-- Йәтеш шул: тимер-томорға һоло ла, ҡамсы ла хәжәт түгел, -- тине Сәғиҙә.

-- Уның ҡарауы ер майының төтөнөн борлата ғына – ҡала урамында тын алып булмай...

-- Дәәә... – тине таксист, салонды тынлыҡ баҫты. Күпмелер уйланып барғас, креслоға арҡаһы менән кирелеп, муйынын бора биреп ҡарап өҫтәне: -- Беҙ – беҙ инде, ярар. Ҡолонсаҡтың ер тулатып кешнәүен дә күрмәй үҫәсәк әҙәм балаһы ни эшләр? Үҙе донъяның ҡамсыһына әйләнеп үк ҡуймаҫмы?..

Машина Ағиҙел аша тартылған селтәр күперҙе үтеп, аҡ күлдәкле коттеждар, коллектив алма баҡсалары, ҡусҡыл баҫыуҙар араһынан ырғылды, салонға икһеҙ-сикһеҙ киңлектең йәшел һулышы урғылды. Шул йәшеллек ҡосағына әсе бензин һөрөмдәре таратып, күҙ күреме ерҙә эреле-ваҡлы төрлө машиналар, машиналар, машиналар ашҡынышып йүгерешә ине. Ошо бөтмәҫ бәйгегә текләп барыуынан ялығып, Сәғиҙә көрһөнөп ҡуйҙы:

-- Тимер ат тигәндән иҫкә төштө. Бер йылды, “Аҡбуҙат”ты сәхнәләштергәндә, Хөсәйен Халиҡовтың операһын әйтәм, сәхнәгә тере ат индерҙеләр... Ғәфү итегеҙ мине, тупаҫыраҡ яңғыраһа ла, бер башлағас бөтөрәйем... Беләһегеҙме, иң тантаналы кульминация мәлендә атҡынабыҙ ҡойроҡ аҫтынан тупыр-тупыр үҙенең эре сәтләүектәрен ҡойолдора башламаһынмы! Сәхнә халҡы шымып ҡалды, тамаша залы гөж итте – үле бутафория менән тулы майҙанға тормош үҙе бөркөлөп кергәндәй ине! Ошо ғибрәттән шаңҡып, режиссерыбыҙ үҙе – ул хәҙер мәрхүм инде – күнәк менән һеперткегә йәбеште. Бер һүҙ менән әйткәндә, аҡбуҙаттың тирәһендә ысын ғәрәсәт ҡупты. Әртистәребеҙ шау-яһалма кейемгә, париктарға төрөнгәнлектәрен онотоп, эстәренә ут йотҡандай, йәнләнеп киттеләр ҡапыл, бығаса һис булмағанса рухланып уйнанылар. Аҙаҡ шаршау тамаша залының ҡотороп алҡышлауы менән ябылды.

-- Бына һеҙгә, кәрәк булһа, аҡбуҙат сәтләүеге! – Муйыл күҙҙәрен мөлдөрәтеп көлдө таксист.

-- Тетрәнгән режиссер ошонан һуң сәхнәгә ат сығарыуҙы тамам тыйҙы, хатта “Аҡбуҙат” тигән һүҙҙе лә тетрәнеп әйтә башланы. Ә әртистәр әле булһа мәрәкәне онотмай – үле ҡурсаҡ уйыны барғанда аҡбуҙаттың, тере донъяға ҡайтарып, сәхнәлә ҡапыл революция яһауын, сәтләүектәренең әскелтем хуш еҫе зерә татлы бөркөлөүен, берсә, көлөп, берсә, сабый саҡтың иҫтәлеге кеүек һағынып һөйләйҙәр...

-- Һағынып ҡына һөйләйбеҙ шул, -- тине таксист. – Тешһеҙ гуманистар беҙ.

Сәғиҙәнең, ниңәлер, муйыл күҙле был ихласйәнде семетеп алғыһы килә ине – ап-аҡ ынйы тештәрен йымылдатты:

-- Нимә, әллә үтмәй башланымы? Тештәр, тим.

-- Хәҙер улар ҙа тимерҙән ҡуйыла бит – филде лә фаршҡа әйләндерергә мөмкин, -- тине Сәғит.

-- Дәәә, тимер шул, тимер...

Әммә ҡыҙ төңөлмәне:

-- Бер уйлағанда, тимерһеҙ йәшәп ҡара хәҙер! Үҙ урынында тимер тештәр, тимер ҡулдар ҙа кәрәктер. Әйтәйек, мин белгән ҡайбер “гуманист”ар, бәғзе коллегаларымды әйтәм, үксәһенән юнып ташланған сөйәл өсөн дә әрнешеп әрләүсәндәр. Үҙе рәхәтләнеп бейей, ә хирургты “гуманһыҙ” тип тамғалай...

-- Ундай битәрләүселәрҙе мин дә беләм, -- тине таксист. – Ғәжәп нескә күңелле бер дуҫым бар – иҫ киткес сағыу хисле. Бар булмышы түп-түңәрәк: кешене лә, бөжәкте лә -- береһен дә йәберләмәй, бөтәһенә тигеҙ баға – апабыҙ Ҡояш кеүек. Шуның менән бер саҡ ауылға барып, уртаҡ һуғым алып һуйҙыҡ – “пенсияға сығарылған” аҡһаҡ ҡола. Миңә ни, эшем эйәһенә, салыусы ағай эргәһендә йылҡының башын шаҡарып тоторға тура килде. Мин ат башын тотҡанмын, ағай кешем бисмиллаһын әйтеп сала, ә нескә күңелле дуҫым артта күҙ йәштәрен ағыҙып үкһеп тора... Ә һуғым ашына йыйылғас, табында миңә бер ҡыҙарырға, бер буҙарырға тура килде – ни өсөн, тиһегеҙме? Көллө йәмәғәт алдында ул, уйынлы-ысынлы, тигәндәй, салған саҡта минең нисек ат башын шаҡарып тотҡанымды, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, түкмәй-сәсмәй һөйләне, ҡанһыҙ, выжданһыҙ, гөманһыҙ, тип “шаяртты”. Ә табаҡ тулы һуғым ите боҫланып табынға килгәйне, күҙ йәштәрен һелкеп ташлап, ике еңен төрөп алған гөман эйәһе тирләп-бешеп ҡалъя һоғонорға, һоғондорошорға тотондо...

-- Абау!.. – тине Сәғиҙә, сирҡанып.

Таксист ялт-әйләнеп ҡараны:

-- Үҙегеҙ ҙә ҡыҫала мөнтәргә китеп бараһығыҙ түгелме?

-- Юҡ, киреһенсә. – Сәғит уйҙар сылбырынан арынды. – Тәбиғәт мәсьәләһендә һәр беребеҙ үҙен ҡаҙанға һалынған тере ҡыҫала хәлендә тойорға, үҙендәге тере донъяның теүәллеген ҡурсалап ҡырталашырға, көрәшергә тейештер Ваҡыт!

-- Тура әйтәһең, туған. Йәшерен-батырыны юҡ: иң элек беҙҙең үҙебеҙҙәге теүәллекте, сафлыҡты ҡурсаларға кәрәк, тәбиғәт-әсәйҙең балаһы булырға кәрәк. Кеше үҙенең сафлығы менән матур. Юҡһа, ҡайсағында... Кисә шулай бер ханымды яртылаш юлда әҙәпле генә төшөрөп ҡалдырырға тура килде. Ни өсөн, тиһегеҙме? Бына ошо салонда, кирелеп ятып, тәмәке тартып бара. Ул ғына ла түгел: тәмәке төпсөгөн тәҙрәнән быраҡтыра... Машинаны ҡыҙыу артҡа сиктерҙем дә ишекте асып сығарҙым: был – бабаларҙың изге ере, анау ятҡан әшәкегеҙҙе асфальттән һөртөп алығыҙ, ҡәҙерле гражданочка, мин әйтәм. Үҙегеҙ гүзәл затһығыҙ, ә үҙегеҙ ауыҙығыҙҙан һаҫыҡ шайтан ыҫы таратаһығыҙ!.. Бррр!.. – Таксист сирҡаныс алғандай ҡалтыраны. – Беләһегеҙме, шундайҙарҙың ауыҙынан төшөп ерҙә бүртенеп ятҡан тәмәке төпсөгө нимәне хәтерләтә? Ҡара башлы шаҡшы ҡортто...

Сәғиҙә тертләп ҡуйҙы, Сәғит муйынын эскә тартты – күңеле болғанды ҡапыл.

Әлеге лә баяғы тәмәке бәләһе... Сәғит үҙен күпме генә өйрәтеп ҡараһа ла, зәхмәтле ул ыҫҡа ошо көнгәсә күнә алмай... Әйтеүе лә бик сәйер: хатта романдарҙы ла ул геройҙары ауыҙынан тәмәке ыҫы борҡолоп сығыу менән үк атып бәрҙе, йәки ундай урындарын “төшөрөп ҡалдырып” уҡыны. Һуңғы йылдарҙа фильмдәрҙең сигаретһыҙ бер кадры ла булмауы уны айырыуса алйытты, шуның арҡаһында драма театрын да үҙһенмәне (унда гел тарталар ине). Балетҡа йәне-тәне менән ылығыуы, моғайын, Сәғиҙәнең аҡ томбойоҡ сәскәһеләй сафлыҡ тылсымында; йәнә килеп был театр сәхнәләренең шаҡшы ыҫтан азат булыуындалыр. Бында уның идеалы – Сафлыҡ донъяһы ине, ә Сафлыҡ менән Матурлыҡ ҡуша йөрөй... Ошо сәйер һәм ғазаплы хәлдән арынырға теләп, үҙен ауырыуға һанап, егет бер мәл психиаторға ла күренеп ҡарағайны, әммә атаҡлы профессор ҡыуып сығарҙы уны:

-- Хәҙерге көндә, минең белеүемсә, һин түгел, ә тәмәке төтәткән донъя үҙе психик ауырыу” – тине ул. – Һин, егет, аяныс ыҫлы заманда тыуған киләсәк заман кешеһе – фажиғә шунда ғына. Бар, бирешмә, киләсәк заманың колоннаһында атла. Егерме бернсе быуатта кешеләр барыһы ла һинең шикелле булһа, Ер яңырып йәшәрәсәк!

Ошо уйҙар мейеһенән йәшен тиҙлегендә ҡыйылып уҙып, Сәғит үҙен бынан күп йылдар элек, Тыуған ауылында, бәләкәс малай сағында итеп күрҙе. Ҡасандыр үҙе ерәнеп сығып ҡасҡан келәт аҫтына үрмәләп инде, уйнағанда тәгәрләп киткән тубын эҙләргә йәнәһе. Таптым, тип барып ҡағылғаны – тиреһе ейеп тарҡалып ятҡан ерәнгес сысҡан булды...

Шунан һуң бер көндө Сәғит клуб эргәһендә урамда уйнап йөрөй. Әшнәһе килеп ҡолағына шыбырлай: атайҙар кеүек ауыҙҙан төтөн борлатырға өйрәнәйек, йәнәһе. Ҡотҡо арбап ала, етәкләшеп йүгерәләр. Клуб тупһаһы төбөндәге күләүектә тәмәке төпсөгө табыла. Һарғайып бөткән гәзит ҡағыҙына төрөлгән, теге келәт аҫтындағы сысҡан һымаҡ бүртенгән, ҡағыҙы ейеп бүҫелеп киткән тәңгәленән тутыҡ-көрән бөртөктәре тарҡалып, күләүеккә һәр бөртөктән көрән-һары лайла йәйелгән... Шулай ҙа төтөн борлатырға ымһыныу көслө ине: сысҡан шаҡшылығын онотто Сәғит. Әшнәһенән уҙҙырмаҡсы, ергә түше менән ятып, күләүеккә эйелде, тәмәке төпсөгөн, әшнәһен шаҡ-ҡатырмаҡҡа, һәүкәш һымаҡ теле менән ялмап алырға итте, тик... һулышына ҡапланған уҡшытҡыс һаҫы, әсе ыҫтан быуылып ситкә ауҙы...

Оҙаҡламай өлкәндәр уның сәйер яғын абайлап өлгөрҙөләр. Ғәжәпләнмәҫлекме ни: атаһын күреү менән үк бала уҡшып ҡоҫорға тотона, өйгә башҡа ир-ат ингәндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана. Күҙ алдында сабый һарғайып һулый, күренмәҫ ҡот осорғос сир уны кимереп ашай, әммә фельдшер сырхау сирен аса алмай. Ә малай ләм-мим өндәшмәй. Оло ҡайғы кисергән ғаилә шуға иғтибар итә: сәйерйән көллө ир-атттан да биҙәрләмәй – ҡайберҙәре менән гелән һин дә мин, хатта муйындарына аҫылына. Ауылдың бөтә ирҙәрен энә күҙәүенән үткәреп, сәйер улан үҙ иткән һәм ысын мәғәнәһендә ҡоҫоп һырт ҡайырған ике төркөмгә бүлгәс, башы ҡатҡан ата-әсәгә асы хаҡиҡәт асыҡланды: малай үҙһенмәгән ир-ат заттары, шул иҫәптән үҙенең атаһы ла, һәммәһе бер үк тәмәке тартыусы йәндәр, ә һөйкөмлө төркөмгә ҡарағандары – тәмәке тартмаусылар... Атай кеше шул көндә үк көйрәтеүен ташлағас, был асыштың дөрөҫлөгө малайҙың шат күҙҙәрендә сағылды, атаһын биҙәрләп ауырыуынан аҡрынлап ҡына айныҡты. Ләкин тәмәкегә булған ытырғаныуы ошо көнгәсә ҡалды...

-- Урыҫтың бер классик яҙыусыһы әйткән бит, -- тине Сәғит: -- “Тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙы ҡосаҡлағанда мин үҙемде һаҫыҡ тәмәке төпсөгөн ҡосаҡлағандай тоям”...

-- Бр-р-р!.. – тине Сәғиҙә, баш сайҡап...

Таксист иһә фекерен йомғаҡланы:

-- Бигерәк тә тәмәкесе ҡатын-ҡыҙҙы енем һөймәй шул минең. Лев Толстой әйтмешләй, ундайҙарҙы көл тубалына оҡшатам... Ғәфү итегеҙ, тартмайһығыҙҙыр бит һеҙ?

Сәғит яурыны менән тойҙо: ҡыҙ кинәт электр тогы һуҡҡандай ҡалтыранды. Ләкин тиҙ үк иҫен йыйып, сая-шаян өндәште:

-- Тартһамсы һуң? Әллә төшөрөп ҡалдырыр инегеҙме? Мине лә?

-- Юҡ, мин һеҙгә улай тимәйем.

-- Ниңә?


-- Ғәфү итегеҙ, ә мин бит һеҙҙе беләм! – тине таксист йәнә көҙгөнән муйыл күҙҙәре менән тура төбәлеп. Сәғиҙә уның был һөжүмен баҙамай ҡаршыланы:

-- Бәлки, бәләкәс саҡта икәү бергә ҡыҫаланан бармаҡты ҡыҫтыртҡанбыҙҙыр? Йә булмаһа теге, аҡһаҡ ҡола булып еткән, ҡырҡмыш тайҙың ялына йәбешеп йөрөгәнбеҙҙер?

-- Юҡ, сәхнәлә мин һеҙҙе ҡолонсаҡ итеп күрҙем. Һеҙ... һеҙ... – Таксист һүҙ таба алманы.

Мөрәхәтһенмәй тыңлаған Сәғит ҡулын тегенең яурынбашына һалды:

-- Етте, туҡтатығыҙ.

Таксист тормозға баҫты, тимер ат ҡапыл, тешкә ҡом ҡыҫылғандай, үҙәккә үткәргес сыйылданы.

-- Бәй, “Томбойоҡкүл”гә етмәнек тәһә?

-- Артабан үҙебеҙ, рәхмәт. – Сәғит усындағы өс һумлыҡты һондо.

-- Кәрәкмәй. – Таксист аҡсаны ҡул һырты менән этәрҙе.

-- Нисек була инде был?

-- Рәхим итегеҙ. – Ырғып төшөп, ишектәрҙе асып сығарҙы. – Ятбауырҙар түгел бит беҙ. Тере ҡолонсаҡҡайҙарыбыҙ, ҡыҫалаларыбыҙ хаҡына!

-- Бына һиңә кәрәкһә! – тине Сәғит. Борҡота сабып киткән “тимер ат”ты ҡарашы менән оҙатып, юлдашын ҡултыҡлап алды. – Был донъяла беҙ икебеҙ генә түгел икән дә. Көллө донъя, иламһырап, яндан елеп уҙып киткән ҡолонсаҡтарын һағына...



VII
“Томбойоҡкүл”гә ағай-эне эркелгән – ниғмәт тулы өҫтәлдәрҙә табын мәжлесе ҡыҙа, бер арала музыка саҡ ҡына тынып ял итә, умарта күсе гөжләгәндәй талғын ғына күмәк тауыш тирбәлә зал иңендә. Кешеләрҙең баш осона бормасланып күтәрелгән тәмәке төтөнө спиралдәре зәңгәр пружиналар булып түшәмде терәп тора. Әсе тормош тәжрибәһен етерлек татыған Сәғит, өйҙәрендәге үҙенең бүлмәһендә лә, теплоход каютаһында ла һис тәмәке еҫенә түҙмәһә лә, бындай күмәк ерҙең быулы һөрөмөнә күҙҙе йомоп барып инергә, кәрәгенсә сыҙамлыҡ һаҡларға күнектергәйне үҙен. Ҡолаҡҡа ҡырыҫ бәрелһә лә әйтәйек: йәмәғәт бәҙрәфенә лә бит беҙ бөтә уҡшыуҙарҙы тыйып, үҙебеҙҙе еңеп кенә керәбеҙ -- ә тартмаған кешегә иһә тәмәке ыҫын аңҡытыусы теләгән бер әҙәм тап шуны хәтерләтә... Ошо йәшкә етеп Сәғиттең йүнләп ҡыҙҙарға ла һырныҡмауының сәбәбе лә, бәлки, баяғынан киләлер: ғүмер баҡый ҡыҙҙар тирәһен, хатта улар үҙҙәре тартмаһа ла, зәңгәр төтөн сырмай бит... Һәр хәлдә, Сәғит ыҫлы ресторанға ҡыйыу аяҡ баҫырға тәүәккәлләнде, сөнки ғүмерлеккә яңғыҙ ҡалырға ла бер аҙым ғына хәҙер... Шулай ҙа ул инеү менән иҫ йыйып, йылтыр шешәләр теҙелгән барҙың арғы башына – күлгә ҡараған асыҡ верандаға ыңғайланы. Ылымыҡтар аңҡына ҡушылып йылға битенән ағылған дымлы һауаны ләззәтләнеп һулай-һулай, юлдашына бормаслы ултырғысты йәтешләп көйләргә ярҙамлашты.

-- Йәштәр, нимә эсәһегеҙ? – тине бар артында йылмайып торған, ҡурсаҡтай кершәнләнгән ханым. Икеләнеберәк ҡалған Сәғит урынына Сәғиҙә яуапланы:

-- Француз шарабы ҡушылған коктейль болғатып бирегеҙ.

-- Ҡабымлыҡҡа ҡыҫаламы?

Был тәҡдимдән ресторан күлгә әүшәрелгәндәй булды, Сәғит менән Сәғиҙәнең ҡарашы төкәлеште. Улар, моғайын, таксисты хәтерләне.

-- Юҡ, беҙгә уныһы кәрәкмәй, -- тине Сәғит. – Беҙгә ғәҙәттәге ҡабымлыҡ ярай.

Һалам буйлатып һурған утлы коктейлдән баштар шөйлә еңеләйҙе,залдағы геүләү ҡолаҡҡа шаҡтай яғымлыраҡ тойолдо. Күл өҫтөндә, әкиәттәгеләй ғәжәйеп килеп сығып, ҡандай алһыу ҡанатлы аҡбалыҡ йөҙә, һыуға кәйелеп осҡан энә ҡараҡтарын йоторға ҡырҡышып ҡарпый. Томбойоҡтоң яҫы япрағы өҫтөндә, кемдер ырғытҡан икмәк һынығы тирәһендә, күксәпсек бөтөрөлә.

-- Их, донъялар ниндәй хозур! – Һыу ситенә яҡын ултырған Сәғиҙә, хистәргә бирелеп, күҙҙәрен ләззәтле йомобораҡ салҡайҙы. Шул ыңғайҙан ултырғысы ла һыуға әүешеп әйләнә биреп ҡуйҙы, ә егет, йөрәге “жыу!” итеп, ҡыҙҙы арҡаһынан тотто. Әммә прима-балеринаның бындай ғына хәрәкәттән йығылыры үҙе бер көлкө ине – кинәнеп йылмайыштылар, ә Сәғиттең ҡулында ҡыҙҙың танһыҡ-тығыҙ, баҙыҡ тәненең серле тылсымлылығы йоғоп ҡалды...

-- Әллә берәй әйләнеп алабыҙмы? – тине ул, саяланып.

-- Әйҙә, булмаһа.

Зал түренә икеһенең эйәртенешеп уҙыуын, егеттең “һыңар ҡуллы бандит” (автомат) боғаҙына көмөш тәңкә төшөрөүен бөтә күҙҙәр ҡыҙыҡһынып күҙәтә кеүек ине. Көмөш йотҡан төпһөҙ боғаҙҙан көр музыка урғылып сығып, быларҙы ла ҡоторонҡо үҙ көйөнә эйәртте, хәрәкәттәр дауылына өйөрҙө. Ҡыҙҙың һығылмалы нәҙек билен ҡул тейҙереп тотоу егет күңелендә нескә кисерештәр гаммаһын тоҡандырҙы – сабый саҡта беренсе тапҡыр күл буйында үтәҙек һыуҙы кисеп барып аҡ йондоҙҙай тырпай-балҡыу томбойоҡ сәскәһен оҙон-һуйҙан һабағынан услағанда ошондай уҡ рәхәт тойғо яралғайны йәнендә: тығыҙ һабаҡ һыу аҫтында уста шаян бөгөлөп-һығыла, ә һыу өҫтөндә аҡ йондоҙо тыныс ҡына тик тора...

Сәғиҙәгә егеттең ҡыланыш-килбәттәре, хәрәкәттәре нисектер ҡырыҫайып киткәндәй күренде. Һөнәре буйынса ир-ат тәненә ни ҡәҙәр яҡын булып та, ошоғаса бындайын да йөрәккә үткес ҡырыҫ яҡынлыҡ кисермәгәнлектәнме, көллө тәне эҫеле-һыуыҡлы булды, башы еңелсә генә зыңҡып әйләнде. Күңеленең төпкөлөндә үҙенең был хәүефле хәлгә төшөүенә, хәмер еленән ҡыҙыша биргән партнерының күрәләтә “дәүләт сиге”н боҙорға, тәртәне тибеп һындырырға маташыуына ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо уянһа ла, ғүмерҙә һис булмағанса, ҡаршылыҡ ауазын баҫты, һыуҙың ағышы ыңғайына йөҙөргә тәүәккәлләнде. Үткән юлы Сәғит оҙатып ҡуйғандан һуң бүлмәһендә көҙгө алдында оҙаҡ тексәйеп торғайны, шунда, борсоулы уйҙарына тарып, ирене мөйөшөндә генә һис бер әҙәм күҙенә лә салынмаҫлыҡ ҡылдан нескә һыҙылышлы йыйырсыҡтың (тәүге киҫәтелеүенең!) хыянатсыл ҡылысын абайлағайны... Был асыш уны йөрәгенә үткәҙеп һыҡтандырҙы, шул уҡ саҡта баш китерлек тәүәккәллек тә бирҙе: әле һуң түгел, ҡарт ҡыҙ исемен күтәрмәҫ элек талпынып ҡалырға кәрәк!..

Таҡмаҡ ҡайһылай башланһа, шулай уҡ ҡапыл тынды, бейеүселәр, магниты бөткән уҡмаш тупсыҡтар кеүек, төрлө яҡҡа тарҡалды. Сәғит менән Сәғиҙә лә, ҡулға ҡул тотоношоп, һыу ситендәге урындарына килде. Тик уларға тыныс ҡалырға насип итмәгән икән. Иҙеүҙәрен сисеп ебәргән, бешкән ҡыҫалалай ҡыҙарып бүртенгән иҫерек ике бәндә һөйрәлеп килеп инде лә эргәләрендә туҡталды.

-- Әй, ағай кеше, соҡортайыңды бир әле! – тине, йәмһеҙ кикереп, алдағыһы. Сәғит өндәшмәне, эйелеп, стакандан коктейль һемереүен белде.

-- Күрмәйһеңме ни: сәпелдәтеп бөтмәгәндәр, -- тине арттағыһы. – Ҡарағыҙ әле үҙҙәрен: американдармы ни – һалам аша ғына ебәрәләр!

-- Хо-хо-хо, ә беҙ Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Рәсәйҙә беҙ ни рәүешле түңкәргәнде күрһәтәйек уларға!

-- Ағай кеше, улай оҙаҡ бызмырлама, беҙгә стакан кәрәк, -- тип асыҡлыҡ индерҙе арттағыһы. Сикәләрен өтөп алған Сәғит бер уҡталғайны, Сәғиҙә тотоп ҡалды:

-- Ҡуй. Аңдары боларған бит.

-- Аҡыл көршәктәрен шаңҡытып айнытырға кәрәктер?

-- Ҡуй, ярамай.

Бар артындағы ханым көр сарбайланы:

-- Эй, йолҡоштар, һеҙгә ни кәрәк тағы? Милициямы?

-- Эх! – Стакан даулаусы үкенеп бармаҡ шартлатты ла ҡул һелтәне, Сәғиттән ситкә боролдо. – Апаҡай, матурҡай, Сэм ағай һемерә торғаныңдан берҙе ҡойоп бирсәле!

-- Еткән инде һеҙгә, -- тине ханым, баш сайҡап. Шулай ҙа яртылаш морс һалынған һаламлы стакан һондо. Бәндә эсемлекте еҫкәп тә ҡараманы, йөҙөн сытырайтып, тырпай һаламы менән ҡуша күлгә һирпте:

-- Һаламлы был йыуынтыҡты ҡоба һыйыр тыҡшынһын, хо-хо-хо! – Пинжәгенең эске түш кеҫәһендә боҫоп ултырған йәшкелт шешәнең ауыҙын түбәнерәк ауыштырып, ҡулындағы стаканға бүлкелдәтте, әшнәһенә услатты. Тегеһе йотҡанын да көтмәй, шешә боғаҙынан тура үҙ боғаҙына ғорҡолдатты, бушанған шешәне күлгә атты. Яҫы томбойоҡ япраҡтары өҫтөндә ултырған тәлмәрйендәр супырлап һыуға сумды, ҡыҙыл ҡанатлы аҡбалыҡ та юҡҡа сыҡты.

-- Бына ошолай, ағай кеше. Һаламһыҙ-ниһеҙ, ҡабымлыҡһыҙ түңкәрә беләләр беҙҙә, Рәсәйҙә! – Абына-һөрлөгә тышҡа тәпәйләнеләр. Күл өҫтөнән күҙен алмай ултырған Сәғиҙә, һыуҙағы шешәнең бүк-бүлк батыуын күреп, әсенеп һөйләнеп ҡуйҙы:

-- Эх, был беҙҙәге түңкәреү ғәҙәттәре!.. – Кәйефтәре боҙолоп, эсемлектәрен ҡалдырып сығып киттеләр. Саф һауала бераҙ хәл алып торғас, аҡ ҡайындар араһындағы һуҡмаҡтан яй ғына атланылар. Алма сәскәләрен туҙғытҡан иртәнге ел әллә тынған, әллә бында һил урман ышығымы – “ыш” иткән дә һиҙелмәй, көн алсаҡ, һыу бите ҙур көҙгөләй ялтлап ята. Сикәләргә сәпәгән ҡайын тәлгәштәренән яҙғы сафлыҡ сайырланып яғылды, тәбиғәттең һутлы еүеш ирендәре суп-суп үбеп бара кеүек тойолдо. Уларға тиҙерәк оло юлға сығырға, такси туҡтатырға, Сәғиҙәне фатирына оҙатып ҡуйырға кәрәк. Иҫләмәй ҙә ҡалдылар: алдарында ҡыҙышҡан йәнле бер төркөм ир-ат күренде, араларында баяғы икәү ҙә бар ине. Яҫы-клүш балаҡтарын ялпылдатып, тар һуҡмаҡты быуып ҡаршы киләләр. Бына улар терәлә яҙып туҡталды, был икәүҙе, таймаҫ-тайпылмаҫлыҡ итеп, бөтә “фронт” менән ҡамтарыҡлап алды.

-- Ҡәҙерлеләрем, тартырға бармы? – тине, тымаулаған танауын шурылдатып, урҙа яурынлы, урыҫ һаҡаллы береһе. Иҫнәп киң асылған ауыҙы тәмәке төтөнө һарғайтҡан шырт ҡыл араһынан тере яралай сейләнеп күренде, унан тоҙло балыҡ еҫе, махра ыҫы ҡатыш әсе хәмер еҫе уҡшытып бөркөлдө, һулышты ҡапландырҙы.

-- Юҡ, тартмайым! – тине Сәғит, башын ситкә ҡайырып.

-- Әһә, ҡәҙерлекәйем, тартмайһың? Бәлки, бына был матур дамочка көйрәтәлер? Ә?! – Һаҡалтай, әшнәләренә мут күҙ ҡыҫып, тексәйеп яҡынланы, бармаҡ шартлатып киҫәтте – хәҙер әкәмәт күрһәтәм, әҙер тороғоҙ, йәнәһе. Тегеләре берҙәм хихылданылар.

-- Мырҙалар, юлығыҙҙа булығыҙ! – Сәғит, алға уҡталып, һаҡалтайҙы Сәғиҙәнән этәрҙе; тик яндағы ике әҙмәүер шунда уҡ уны, ҡулдарын тупаҫ шаҡарҙы ла, бер ситкә елтерәтте:

-- Шым! Һелкенмәй генә шыҡайып ҡат, ағай кеше. Томшоғоңдо ҡайыртаһың килмәһә...

-- Сәғи-и-ит! Ҡотҡа-а-ар! – Ҡыҙҙың үкһеүе тетрәтте. – Уй, яуыздар, яуыздар!..

Егет ярһып ҡулдарын ысҡындырҙы ла, тотоусыларын ике яҡҡа һелкеп ебәреп, ярҙамға ташланғайны, тағы ла икеһе килеп етеп, ергә бөкләп һалдылар, өҫтөнә атландылар:

-- Сеү, архар! Ҡоралайыңа зыян теймәҫ, әгәр ҙә аҡыллы булһа.

-- Прима-балерина бит ул, ебәрегеҙ!

-- Әһә, шулаймы? Сисендереп тәпәйҙәрен күрәйек, хо-хо-хо!

-- Ҡотҡарығы-ы-ыҙ! – Сәғиҙәнең тауышынан тамам йәрәхәтләнеп, йән көсөнә тартышып ҡараны егет...

Автомобиль гөрөлдәп килеп туҡтағаны, ишеге шартлап асылғаны ишетелде.

-- Килеп етте, ниһәйәт, сәсрәмәгере “ерән һаҡал”! – Атланып ултырыусы бәндә Сәғиттең башын бушата биргәйне, ҡалҡына биреп ҡарап, ысынлап та “ерән һаҡал”ды таныны: йүгереп килеп ул Сәғиҙәне айпалаусы яуызды һуғып йыҡты, иҫенән яҙған һылыуҡайҙы ҡосағына күтәреп алып, машинаһы салонына индерҙе; моторын хәтәр ғыжылдатып, күҙҙән дә юғалды.

-- Әһә, булды – спектакль тамам! – тине атланып ултырыусы, ҡулдарын бушатып һәм ҡалҡынып. -- Ысҡындырығыҙ архарҙы! – Хатта береһе ҡулынан тартып торғоҙҙо: -- Бар, олаҡ, беҙҙең һиндә эшебеҙ юҡ!

-- Кемдә һуң эшегеҙ бар?

-- Кем мулыраҡ сумырһа, шуға хеҙмәт итәбеҙ, хо-хо-хо! Күрҙеңме “ерән һаҡал”ды? Аҡсаһын йәлләмәгәс, танауың аҫтынан прима-балеринаңды алып һыҙҙы. Алданыраҡ түләһәң, ул туташ, һис шикһеҙ, һинеке булыр ине. Бар, олаҡ, дүрт яғың ҡибла хәҙер!

Сәғит тештәрен шыҡырлатып тыңланы...

Төнө буйы, серем итә алмайынса, әйләнеп тә тулғанып сыҡҡан егет, артистарҙың репетициялар мөҙҙәтен саҡ көтөп алып, көндөҙгө сәғәт ун икеләрҙә театрға шылтыратты, саҡ табып килтерҙеләр.

-- Әү, тыңлайым! – Йәнгә үткес яғымлы, йылы тауыш.

-- Сәғиҙә... -- Телефон сымынан ҡапыл һалҡынлыҡ бәрҙе:

-- Ваҡытым юҡ! Ниңә мине эшемдән бүлдерәһегеҙ?!

-- Сәғиҙә... – Һуңғы ваҡыттарҙа үҙенән-үҙе урынлашҡан йылы “һин”дән һалҡын “һеҙ”гә күсеүҙе шаңҡыбыраҡ ҡабул иткән егет, тотлоға-тотлоға, һүҙҙәрен йота-йота, “ерән һаҡал”дың ҡайһындай ҙа хәтәр бәндә икәнлеген, унан һаҡланырға кәрәклеген аңлата башлағайны ла, уғата артты өшөткөс һалҡынлығы:

-- Ха, кемдән ишетәм быны! Кем мине кисә яһил хулигандар ҡулына тапшырҙы, ә кем ҡотҡарып алды?!

-- Телефондан әйтеп бөтөрөп булмай, күрешәйек! Һөйләрмен...

-- Юҡ! Һеҙҙең ишене күргем дә, һөйләшкем дә килмәй! Бөттө! – Һулҡылдап илау салынып ҡалды ла элемтә ҡылы өҙөлдө.



VIII
Балет театры быйыл, сезоны ябылыу менән үк, гастролдәргә китмәне, ә әртистәрҙең һәммәһен йыллыҡ ялдарына тараттылар. Сәғиҙә лә ҡалала юҡ – Ҡафҡазғамы, Ҡырымғамы курортҡа киткән, тинеләр. Сәғит теге ваҡиғанан һуң, шаңҡып йөрөп, ҡыҙҙы күрә һәм аңлаша алмауына үкенде, шул уҡ ваҡытта Сәғиҙәнең төптө һанламауы йүнкетте.

Әмәлгә ҡалғандай, шул мөҙҙәттә “ерән һаҡал” да юҡҡа сыҡты, һыу өҫтө һәм яр буйҙары уның шарылдаҡ моторынан арынды. Шуныһына шөкөр иткән Сәғит шөйлә тынысланды, Сәғиҙәһен әсенеп уйлаһа ла, сабырлыҡ һаҡларға тырышты. Әммә йылға буйҙарын ныҡышып тентеүҙән туҡтаманы, сөнки “ерән һаҡал”дан башҡа ла йылғырҙар, тәбиғәтте вәхшәтләүселәр бар ине.

Сәғиҙәнең китеүенә ай ярым самаһы үткәс, ярҙамсыһы Алеша менән үҙҙәренең “Томбойоғ”онда Ағиҙел үрҙәрен бер талай гиҙеп йөрөп, көндәлек дозорҙан ҡайтып киләләр ине. Көтмәгәндә йылға иңдәрен баяғыса ҡолаҡ ярып шарылдау ҡалтыратты, инспектор кәмәһенә ҡаршы яҡтан дөрөүсе, алыҫтан уҡ таныш катер-амфибия күренде – “ерән һаҡал” тап үҙе! Ғәҙәтенсә, ҡоштай осортоп елә, ә кәмәнең ситендә, аҡҡош ҡанатылай ап-аҡ беләктәрен ағын һыуға сумырып, яҫы һалам эшләпәһен эйәге аҫтына тарттырып бәйләгән, ап-аҡ күлдәкле бер һылыуҡай ултыра. Инспекция “Томбойоғ”он күргәс тә, азамат моторын уғата яман үкертте лә, уҡтай атылып, тура быларҙың өҫтөнә тоҫҡалдырҙы –ҡурҡышынан инспектор бер ҡырый янтайыр ҙа күҙенән ысҡынырмын, тигәндер... Тик Сәғиттең теңкәһенә үтә ныҡ тейгәйне шул – тешен ҡыҫып ҡаршы барыуын белде, ә Алеша рупорҙан тегегә туҡтарға бойороп һөрәнләне. Төкөшөргә илле метрҙай ғына ҡалғас, хулигандың нервыһы барыбер ҡаҡшаны: ажарлы амфибия, һул яғына ҡырт боролоп, Томбойоҡкүл йырынына инеп китеп юғалды, хатта ҡапыл ҡайырылғанда кәмә ситендәге әлеге эшләпәле һылыуының һыуға ҡолап ҡалыуын, ярҙам һорап ҡысҡырыуын да һис бер иғтибарламаны...

-- Артынан төш! – тине Сәғит Алешаға кәмәнең рулен биреп. – Юҡ! Кисекмәҫтән “Томбойоҡкүл” ресторанына туҡталып, телефондан медицина тиҙ ярҙамын саҡыр! – тип бойороп оҙатты ла һыуға һикерҙе, батып барыусы ханымды ҡоро ярға һөйрәп сығарҙы. Битенә ҡапланған эшләпәһен алып ташлағас, йөрәге “жыу!” итеп туҡтағандай булды, белештермәй ҡысҡырҙы:

-- Сәғиҙәм! Томбойоғом, һин бит был!..

Ҡыҙҙың күҙҙәре асылды, ирен мөйөштәрендә еңелсә аптырау һыҙатланды:

-- Эйе, мин... мин... – Һулығып-үкһеп иланы...


Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   16   17   18   19   20   21   22   23   24


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет