ӘҪӘРҘӘр ун дүрт томда том IX коммунист роман и повести Роман һәм повестәр



бет3/24
Дата28.04.2016
өлшемі4.79 Mb.
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   24

II КИҪӘК: УН ЙЫЛДАН ҺУҢ
1

Эйе, елдәй елеп, һыуҙай һүлеп үтте лә китте йылдар... Мәкерле һәм яуыз батша һанаунигы Столыпин тарафынан башҡорт иленә яңы баҫҡын-килмешәктәр һөстөрөлөп, аҫаба ерҙәренең шаҡтай өлөшө оятһыҙ алдап-йолдап та, көсләп тә тартып алынған, осһоҙ-ҡырыйһыҙ Рәсәй киңлегендә бер-бер артлы ҡупҡан боласыларға ҡаршы һабаҡ өсөн атлы казак ҡамсылары, ҡылыстары сыжлаған, һалдат пүләләре гөрһөлдәп атылған, йөҙәрләгән “Столыпин галстуктары”н43 әрнеткес ел сайҡаған дәһшәтле ун йыл...



Ҡанлы герман һуғышының башынан уҡ һалдат шинеле кейеп, өҙлөҡһөҙ фронтта йөрөгән, 1916 йылдан алып үҙен инанған коммунист итеп һанаған, һалдат массалары араһында большевиктар партияһының рассыльныйы44 рәүешендә йәшерен эш башҡарған Сәлимйәнде яҙмышы алай ҙа аяны, әжәлдән араланы. Мөғәллим булғаны өсөндөр, алдағы көндәрҙә лә туған халҡының йәш быуынының күҙҙәрен яҡтыға асып, игелек итеү хаҡыналыр был, бәлки. Ә урыҫ мөғәллимдәрен бит батша хөкүмәте үҙе аҡ билет биреп тылда торғоҙоп ҡалдырҙы -- үҙ халҡына мәғрифәт сәсеү эштәрен дауамларға. Сәлимйән кеүек мосолман мөғәллимдәренә тәтемәне был бәхет, сөнки рәсми мөғәллимлек хоҡуғы биреүсе ҡаҙна мәктәптәрен тамамлау тураһындағы уларҙа юҡ танытма талап ителде, ә мосолман мәҙрәсәләре танытмаһы иҫәпкә алынманы. Шулай итеп, урыҫ мәктәптәре мөғәллимдәре әүәлгесә мөғәллимлек иттеләр, ә мосолман мөғәллимдәре, мәктәптәребеҙҙе мөғәллимдәрһеҙ ҡалдырып, фронттарға киттеләр, ут эсенә инделәр. Ошо хәл үҙе үк мәжбүр ҡылды һалдат шинелле меңәрләгән Сәлимйәндәрҙе империя сәйәсәте һәм милләттәрҙең яҙмышы хаҡында баш ватып уйланырға, ғәзиз халҡын үлемесле бәләләрҙән ҡотҡарыу юлдарын эҙләргә. Ҡанлы окоптарҙа хис менән аң уғата көсөргәнеш кисерҙе лә аҡ һәм ҡараны айырырға, һалдат массалары аңын яулау хаҡына хаҡиҡәттәрен оранлаған һәр төрлө фирҡә-партияларҙың ҡайһыһы тәғәйен кемгә хеҙмәт иткәнлеген танып белергә өйрәтте. Һөҙөмтәлә Сәлимйәнде большевиктар партияһының төп өс маҡсаты арбаны: һуғышты кисекмәҫтән туҡтатыу, ерҙе уның эшкәртеүселәренә тапшырыу, милләттәрҙең үҙ билдәләнешенә ирек ҡуйыу. Бына ошо төп өс сара үтәлһә, ер йөҙөндә ысын ғәҙеллек урынлашыр, Рәсәйҙең бөтә милләттәре лә тигеҙ хоҡуҡлы һәм бәхетле булыр. Өс маҡсаттың бигерәк тә һуңғыһы, милләттәрҙең үҙ билдәләнеше тураһындағыһы, ныҡ йәлеп итте урыҫ булмаған милләт кешеләрен большевиктар ҡорона. Окоптарға таратылған йәшерен әҙәбиәт араһынан РСДРП-ның икенсе йыйынында ҡабул ҡылынған программаһын, Ульянов-Лениндың “Милләттәрҙең үҙ билдәләнешкә хоҡуғы тураһында” хеҙмәтен, шулай уҡ Маркс менән Энгельстең “Коммунистар партияһы манифесы”н ентекле уҡып сыҡҡас, үҙе үк шундағы идеяларҙы ялҡынланып яҡлаусыға, окоптарҙа шуларҙы фиҙакәр таратыусыға әүерелеп, хатта Петербургтағы Сталин һәм Троцкийға ла мәғлүм булды үҙҙәренең фронт курьеры Сәлимйән Мырҙағолатов һалдаттың исеме. Февраль революцияһынан һуң һуғыш ҡырҙарында аслан большевиктар ҡотҡоһо уғата көсәйеп, батша офицерҙарына ышанысын юйған һалдаттар шулар өҫтөнән күҙ-ҡолаҡҡа үҙ кешеләрен һайлап ҡуя башлағас, Сәлимйәнде бер тауыштан полк комитеты рәйесе итеп күтәрҙеләр. Петроград менән тығыҙ элемтә тотоп, партия ҡарарҙарын окопта бойомға ашырырға, ҡанҡойошло һуғышты һаман дауамлаусы буржуаз Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы көрәшергә, “Бөтһөн һуғыш! Бөтә хакимиәт – Советтарға!” тигән шиғар ҡорона тупларға керештеләр ғәскәрҙе. 1917 йылдың көҙөнә табан ваҡиғалар ифрат ҡырҡыулашып, Петроградтағы большевиктар штабы Смольный менән тура бәйләнеш тоторға, тип, полк исеменән вәкәләтлектәр биреп, Сәлимйәнде делегат итеп баш ҡалаға оҙаттылар. Хәтәр юлдарҙы үтеп, октябрь аҙаҡтарында саҡ килеп етте ул умарта күселәй ҡайнаған Смольныйға: ҡыҫыҡ-оҙон коридорҙары йөҙәрләгән, меңәрләгән уның һымаҡ уҡ һалдаттар һәм матростар, завод еҫенә ыҫланған эшселәр менән мыжғып тора – Советтарҙың ошо көндәрҙә асыласаҡ икенсе йыйынында хәл иткес сәйәси алышҡа әҙерлек бара, барыһы менән баһадирҙай мыҡты һынлы Троцкий иптәш бойора. Ульянов-Ленин иптәш, ҡулға алырға темеҫкенгән буржуаз хөкүмәт шымсыларынан боҫоп, йәшерен хәлдә етәкселек ҡыла имеш. Керенский әфәнденең шул Ваҡытлы хөкүмәтен түңкәрергә, хакимиәтте тулыһынса эшсе, крәҫтиән, һалдат депутаттары Советына алып бирергә Лев Давидович Троцкий иптәш етәкселегендә бына-бына ҡораллы ҡуҙғалыш буласаҡ, Иосиф Джугашвили -- Сталин иптәш иһә уның менән Ульянов -- Ленин араһында элемтәсе булып йөрөй һәм Ульянов -- Ленин уны үҙенең иң ышаныслы кешеһе, милләттәр белгесе итеп һанай, тинеләр. Баштан-аяҡ әсе дарыға ыҫланған окопсыны ана шул икәү ҡабул ҡылды ла инде. Дөрөҫөрәге, йөҙөн ҡап-ҡара шырт ҡыл баҫҡан Джугашвили -- Сталын тигәндәре бүлмәлә баштан уҡ булмаһа ла, көтмәгәндә, йомшаҡ табанлы кавказ итеге менән бесәй һымаҡ шыпыртын баҫа килеп инеп ылыҡты Троцкий башлаған әҙер әңгәмәгә. Быныһы уның барлығынан ҡәнәғәтһеҙләнгәндәй, йөҙөн сытырайтып:

-- Бына Сталин иптәш тә пәйҙә булды, танышмы? – тине, инеүсене күрһәтеп.

-- Таныш, таныш – беҙҙең шәп рассыльный бит ул, әллә оноттоғоҙмо? – Троцкийға һынаулы ҡарап, күҙҙәрен йырсайтып көлдө тегеһе.

-- Мырҙағолатов иптәш фронттан яҡшы хәбәр килтергән: беҙгә мәғлүм дивизия ҡуҙғалырға әҙер, бынан сигнал ғына көтә.

-- Беләм, бик яҡшы.

-- Күпте беләһең, Коба... Смольныйҙан сыҡмай ултырып. Хәл иткес сәғәт һуҡты – Владимир Ильичтың тиҙерәк бында булыуы мөһим.

-- Беләбеҙ.

-- Был моментта тәрән тылды иғтибар үҙәгендә тоторға, түңкәрелеште бөтә Россия күләмендә тәьмин итергә кәрәк. Беҙҙән хәбәр еткәс тә, урындағы Советтар бөтә хакимиәтте үҙ ҡулдарына алһын. Быныһы һеҙгә лә ҡағыла, Мырҙағолатов иптәш.

-- Аңланым, Лев Давидович.

-- Мырҙағолатов иптәштең, һалдат депутаты булараҡ, съезда ҡатнашыуы ифрат әһәмиәтле булһа ла, стратегик маҡсатыбыҙ уның Уралда – үҙ халҡы араһында ҡайнашыуын талап итә.

-- Мин дә тап шул хаҡта уйлап тора инем әле.

-- Башҡалар уйлап бөткәндән һуң ғына уйлайһың һин, Иосиф.

-- Волга – Урал арауығындағы революцион мөхитте ҡуйыртыр өсөн, борондан уҡ һуғышсан-яугир халыҡ – башҡорт ярлы массалары бөгөн дә мөһим роль уйнай... әгәр ҙә дөрөҫ файҙаланһаҡ.

-- Коба, эш ниҙә һуң? Милләттәр белгесе һин бит?

-- Силәбенән килгән делегат Цвиллинг иптәш хәбәр итеүенсә, Өфө һәм Ырымбур ҡалаларында бөтә башҡорт халҡының бер-бер артлы йыйындары булып үткән, башҡорттар ерле автономия яуларға юҫыҡланған.

-- Ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тимерҙе! – Троцкий, урынынан ҡалҡынып, мыҡты-олпат кәүҙәһе менән бүлмә күләмен ҡыҫырыҡлап аҙымланы. – Милләттәрҙең үҙ билдәләнешен танымаған Керенский хөкүмәте идеяны томалау сараһын күрәсәк, хатта штыкка аласаҡ. Шуның менән бер башҡорттарҙы ғына түгел, ә рус булмаған бөтә милләттәрҙе лә үҙенә ҡаршы аяҡландырасаҡ. Беҙ иһә бөтә милләттәрҙең мәнфәғәттәрен күҙәтәбеҙ. – Мырҙағолатовҡа әйләнеп ҡараны. – Ҡәҙерле башҡорт иптәш, аңланығыҙмы шуны?

-- Әлбиттә, Лев Давидович.

-- Тимәк, хәйерле юл! Коба, Ырымбурға телеграмма һуғығыҙ, Мырҙағолатов иптәште эшкә екһендәр. Юҡһа Коростелев иптәш тигәндәре, милли кадрҙар етешмәй, тип зарлана ине.

Бүлмәнән ҡушарлап сыҡҡас, Сталин һалдаттың яурынбашына ауыр усын ятҡырҙы:

-- Әйҙә, минең янға инеп сыҡ әле, фронтовик.

Төрлө гәзиттәр өйөп һалынған ҡаҡ өҫтәлдә буяуы ҡубып иҫкергән телефон аппараты ла янда лапаҡ тимер сейф, өҫтәлде ике яҡлап берәр ултырғыс, ишек төбөндәрәк стена буйында арҡаһының күне йыртылып ярпыланған тар диван. Әсе тәмәке төтөнө терәй түшәмде. Ултырғыстың береһен һалдатҡа күрһәтеп, үҙе өҫтәл артындағыһына төпләнде, күҙҙәрен хәйләле ҡыҫып:

-- Йә, оҡшанымы һеҙгә Лев Давидович? – тине.

-- Ҡыҙ түгел бит ул, оҡшарға йә оҡшамаҫҡа.

-- Ҡорораҡ тота инде ул, нишләтәһең... Мин инмәҫ борон минең хаҡта берәй нәмә әйттеме?

Ике юлбашсы араһында ҡара бесәй йүгергәнлеген шәйләгән Сәлимйән хәлде йомшарта төштө:

-- Ниңә баштан уҡ Сталин иптәшкә инмәнең, милләттәр мәсьәләһен ул яҡшы белә, -- тип киҫәтте.

Сталин, ҡәнәғәт тамаҡ ҡырып, янға ҡайырылды ла сейфты шалтыратып асты; ҡыйырсыҡ ҡара икмәк, ҡағыҙ ярпыһына төрөлгән тоҙло балыҡ, сиректәйгә төшөп бүҫкәргән шешә алып, туҙрап ятҡан гәзиттәрҙең береһенә һалды. Икмәк ҡыйырсығын ҡап-урталай бүлеп, өҫтәл тартмаһындағы абрек хәнйәре менән балыҡты ҡырҡҡылап, шешәнең барлыҡ мөлкәтен ҡалай көрөшкәләргә тигеҙ бүлә ҡойоп, ғәҙәтенсә, күҙҙәрен хәйләле ҡыҫа биреп һынаны:

-- Әгәр ҙә яңылышмаһам, һеҙ – мосолман, шулаймы? Хәмергә ҡаршы түгелме?

-- Дүрт йыл буйы окоптарҙа үҙебеҙҙең кем икәнлекте лә оноттоҡ, алға килгәндән тартынмаҫҡа өйрәндек...

-- Бына быныһы яҡшы. Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә бер туған – ысын пролетариат. Күтәрҙек!

Асығып йөрөгән Сәлимйәндең башы ҡапыл зыңланы, икмәк менән балыҡты кинәнеп тумырҙы.

-- Буржуйҙарҙан власты тартып алһаҡ, бөтә Россияла Совет власы урынлаштырһаҡ, яҡшы йәшәй башларбыҙ, -- тигәне томан артындағылай баҫлығып ишетелде.

-- Фронтта беҙ яҡшы эшләнек – армия ҡоралын буржуйҙарға ҡаршы борорға әҙер. Керенскийҙы ҡасан быраҡтырабыҙ?

-- Бик тиҙҙән. Быйыл уҡ. Ләкин, Владимир Ильич (Ульянов -- Ленин иптәш) бөтәбеҙгә ҡат-ҡат киҫәтеүенсә, эш Петроград менән генә осланмай. Бер үк ваҡытта Россияның бөтә төбәктәрендә лә берҙәм ҡуҙғалып, быға бөтә милләттәрҙе ылыҡтырып, урындарҙа эшсе-крәҫтиән, һалдат депутаттарының Совет власын урынлаштырырға кәрәк. Һеҙҙең башҡорт халҡы быға әҙерме?

-- Әҙерләрбеҙ, ең һыҙғанып керешербеҙ. Әммә быуаттар буйына ҡаты иҙелгән, асыуҙан күҙе томаланған ярлы башҡортто ысынлап большевиклаштырыу өсөн, Ульянов -- Ленин иптәш яҙған баяғы мөҡәддәс өс шарттың, бигерәк тә һуңғыһының, тайпылышһыҙ үтәлеше гарантияланырға тейеш. Һуңғыһы, тигәнем, беләһегеҙ, милләттәрҙең ирекле рәүештә үҙ билдәләнешен тәьмин итеү.

Сталин шешәне һәм ризыҡ ҡалдығын сейфына кире йәшереп, төрөпкәһен ҡабыҙҙы ла иҙән буйынса йөрөштөрҙө, ҡалҡынырға иткән Сәлимйәнде яурынынан баҫып ултыртты.

-- Барыһы ла булыр, уға һис шикләнмәйбеҙ. Бының өсөн, Владимир Ильич әйтмешләй, эшләргә, эшләргә һәм тағы ла эшләргә кәрәк... Беләһегеҙҙер, Керенский әфәнде беҙҙе, хаҡ революционерҙарҙы, “большевистик зараза” тип ләғнәтләй. Һеҙҙең бурыс, үҙ яғығыҙға ҡайтып, шул “зараза”ны бөтә илгә таратыу.

-- Эшләрбеҙ, иптәш Сталин.

-- Вәт быныһы – минеңсә. Һеҙ – ысын коммунист.

-- Хушығыҙ, иптәш Сталин.

-- Сабыр итегеҙ. – Телефондың ҡуласаһын шағырлатып әйләндерҙе, сымдың арғы осндағыға өндәште. – Иптәш Диманштейн, Силәбенән килгән Цвиллинг һиндәме? Йәһәт кенә икәүләшеп инегеҙ әле. – Трубканы урынына ҡаптырып, аңлатты. – Росияның милләттәр мәсьәләһендә соҡсоноп күҙе сыҡҡан, буғашаған ярҙамсым, Диманштейн иптәште әйтәм.

Саҡырылғандар эйәртенешеп килеп инде – бая күргән Троцкий иптәш кеүек үк, ҙур кәкере танаулы, ҡалын бөҙрә сәсле урта йәштәрҙәге кешеләр ине. Тик Диманштейн тигәненең түбәһе сынаяҡ тәрлинкәһе яҫылыҡ ялтырай.

-- Самуил Моисеевич, Соломон Моисеевич, таныш булығыҙ. – Тороп баҫҡан Сәлимйәнгә күрһәтте. Мырҙағолатов иптәш, фронттан; Урал зонаһында эшләй башлаясаҡ окоп большевигы.

-- Башҡортмо, татармы? – Диманштейн күҙгә текләне.

-- Башҡорт.

-- Һем... автономист икәнең күренеп тора.

-- Совет автономисы.

-- Аңлашыла, аңлашыла. Ләкин унда автономизм идеяһын коммунистар түгел, ә буржуазия эйәрләгән.

-- Сөнки башҡорт коммунистары бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

-- Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Самуил Моисеевич? – Сталин төтөн бормаслатҡан төрөпкәһенең осон Цвиллингка тоҫҡаны.

-- Беҙҙә 1910 йылдан биреле партия ағзаһы Шәмиғолов, уның шәкерте Нуриманов бар, тәүгеһе минең ышаныслы ярҙамсым. Беҙ ундай хәрәкәтте, кем генә етәкләһә лә, пролетариат революцияһы өсөн ифрат зыянлыҡлы һанайбыҙ.

-- Ләкин ул хәрәкәт һеҙҙән башҡа йәйелә, башҡорт буржуазияһы, танырға кәрәк, гегемонға әүерелеп, башҡорт массаларының башында бара, -- тыныс ҡына киҫәтте ялтас түбәле.

-- Беҙ уны бер һелтәнеүҙә киҫеп ташларбыҙ.

-- Бик ҡиммәткә төшмәҫме?

-- Әйткәндәй, һеҙ киҫәсәк ул баштар араһында тап беҙҙең партия ағзаһы... кем әле...

-- Манатов, Иосиф Виссарионович. – Диманштейн ярҙамға килде.

-- Эйе, Манатов та бар, тиҙәр, түгелме?

Цвиллингтың сикәләре ҡыҙышты:

-- Шул уҡ йәшерен буржуаз милләтсе-автономист – һарыҡ тиреһе ябынған бүре ул. Бүреләрҙе һарыҡтарға яҡын юлатмаҫҡа кәрәк -- башына етеп булһа ла арынырға! Был мәсьәләлә Бухарин иптәш яҡлыбыҙ.

Сталин, төрөпкәһен сытырлатҡансы тартып, түшәмгә ыҫын өрҙө:

-- Бухаринды беләбеҙ. Ләкин һеҙҙең үҙ башығыҙ ҡайҙа һуң? – Ә, Самуил Моисеевич?

-- Һағыҙаҡ ояһылай ҡайнаған Башҡортостан мөхитендә ҡаты ҡул ғына кәрәк.

-- Тотҡан тоштан үк һындырып бармағыҙ әле, Самуил Моисеевич! – Диманштейн ҡорҙашының иңбашына әшнәләрсә ҡулын һалды. Сталин, төтөнлө төрөпкәһен усында йомған килеш иҙән буйлап йөрөштөрөп алды ла, ҡырт-боролоп өндәште:

-- Ә бына һалдат шинеле кейгән башҡорт коммунисы ни әйтер әле? Мырҙағолатов иптәш, һүҙ – һеҙгә.

Сәлимйән тулҡынланыуын йәшермәне:

-- Цвиллинг иптәштең үтә ҡырҡыулығы менән килешеп етмәйем. Дүрт йыл буйы окоптарҙа ҡаңғырһам да, илдән айырылманым, һулышын тойоп йөрөнөм. Цвиллинг иптәш атаған буржуазия бүреләре артында бөгөн оло көс тора -- ғәййәрлеге ҡанына һеңгән ике миллионлыҡ халыҡ массаһы. Ул, үҙегеҙ үк таныуығыҙса, автономия һорай, милли буржуазия шул идеяны бик оҫта файҙалана. Ләкин был идея улар тарафынан түгел, ә беҙҙең аша бойомға ашырылырға тейеш ине, сөнки партиябыҙ йыйындарында ҡабул ҡылынған резолюцияларҙа милләттәрҙең үҙ билдәләнешкә хоҡуғы асыҡ раҫланған, быны халыҡҡа арымай-талмай илтеп еткереү лазым. Бына мине, ябай башҡорт балаһын, арбаған коммунизм идеялары башҡаларҙы ла бик тиҙ яулар. Самуил Моисеевичҡа мин шуны әйткем килә: бүрене үлтерһәк тә, милләтте үлтереп булмай, яман ҡанҡойош китәсәк. Иң яҡшыһы – массаларҙы үҙ идеяларыбыҙға инандырып, буржуазияны хәрәкәт башынан тыныс сәйәси саралар ярҙамында олаҡтырырға; етәкселек теҙгенен үҙ ҡулыбыҙға көрмәп алып, Совет Рәсәйе эсендәге Совет автономияһын төҙөргә. Башҡортостандағы хәҙерге юлбашсылыҡ, минеңсә, әгәр белеп эш итһәк, Керенский артынса уҡ ауасаҡ.

-- Логично. Бухаринсылар күпме генә маташмаһын, беләбеҙ: хәҙерге һәм яҡын алдағы шарттарҙа иң оптималь сара был, -- тине Диманштейн. – Күп милләтле Россияла башҡаса мөмкин түгел. Цвиллинг иптәш тә, бәлки, үҙ ҡарашын үҙгәртер...

-- Артына ут ҡапҡас... – тип хихылданы Сталин. Цвиллинг ишеккә ыңғайланы:

-- Ҡапмаҫ, һүндерербеҙ!

-- Һүндерешергә ҡалһа, Шәмиғоловто ғына түгел, Мырҙағолатовты ла саҡырығыҙ. Ул Ырымбурға китә.

-- Уныһына ҡаршы түгел.

Сталинға шуныһы мәғлүм ине: Иҙел – Урал төбәгендәге башҡорт автономияһы мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡалҡып, уның тирәһендә ҡапма-ҡаршы ике көс тартҡылаша, шуларҙың теҙген остарын бер ҡулда ныҡ бөрөп тотоп уйнатырға...

Иҙел -- Урал мосолмандары араһында революцион эште ни рәүешле йәйелдерергә Цвиллинг иптәш менән арыу ғына килешеп, Мырҙағолатов Ҡазан вокзалына төштө -- йөрәк өҙгөс һағынылған тыуған илгә йәне-тәне менән тартыла ине. Вагонда аслы-туҡлы йоҡлап барғанында беренсе төндә үк һағыныслы төш күрҙе: оҙон-һары ҡуш толомло, көндәй яҡты йөҙлө, аяҙ күктәй зәңгәр күҙле мөғәллимә Гөлсәсәге...

2
Дүрт йыл буйына тубыҡтан ҡан кисеп йөрөп тыуған илен, яҡындарын күрергә өмөтө өҙөлә яҙған егерме алты йәшлек егет ошо 1917 йылдың ҡырыҫ көҙөндә поездары тейешенсә йөрөмәгән аҙаплы тимер юлдан, Ырымбурға туҡталмайынса үтеп, Һарыҡташ станцияһы аша Воздвиженский (Эйек тамағы) разъезына килеп төштө. Тоҙланып һәм уңып бөткән һалдат биштәрен (арҡа ҡапсығын) артҡан килеш Һаҡмар күперенән сығып, баш яҡ башҡорттары һәм дә Перовский атсапҡындары гиҙеп йөрөп таҡырайтҡан түтә юлдан Петровское (Кершәнник) яғына ыңғайлағас, арттан ылау ҡыуып етеп арбаға ултыртып алды – үҙҙәренең ауыл ҡарты; кескәй генә кибет асҡан да Тоҙтүбәнән киҫәкле тоҙ тейәп ҡайтып бара имеш. Ил хәлдәрен һорашҡас:

-- Бөтмәҫтәй ҙә һуғыш булды – күҙ терәр ир-ат ҡалманы. Көнкүрештә көрсөккә терәлдек тамам: тоҙ ҙа, шырпы ла, кәрәсин дә, һабын да юҡ – ҡарама көлөнән һелте яһап йыуынабыҙ. Ә ситса-маҙар тураһында әйтеп тә тормайым. Баҫыуҙарҙы ҡарағура баҫты, тере мал һаны кәмене, сөнки ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-сағанан ғәйре эшләр кеше юҡ... – тип зарланып барҙы. – Һуғыштың тәүге йылдарында батша хәҙрәттәре һалдатҡа алынғандарҙың “һалдатка” тип исемләнмеш ҡатындарына айҙыҡын-айға аҙ булһа ла аҡсалата өлөш сығара ине, был иһә йәш һалдаткаларыбыҙҙы аҙҙырҙы: аҡса алғандары һайын, Кершәнниктән урыҫ хәмере ҡайтартып, йыйылышып эсәләр ҙә:


Кершәнниктең баҡсаһы,

Баҡсаһында мунсаһы.

Үлмәһен дә, ҡайтмаһын да –

Килеп торһон аҡсаһы! –
тип таҡмаҡлап бейейҙәр ҙә илайҙар...

-- Ирҙәрен һағыналарҙыр... – Сәлимйәндең, ҡанға батып үлеп ҡалыусы окопташтарын хәтерләп, йөрәге сымырланы.

-- Уныһы шулай инде. Күптәре тол ҡалып илаша, һалдатка аҡсаһы түләүҙәре лә әллә ҡасан уҡ онотолдо. Һуғыштан фәҡәт йә аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ булып ҡайталар. Йәнвәлидтәр күбәйҙе... Хәйер, быйыл февраль селләһендә ниндәйҙер һоро сәкмәнлеләр Петербурҙа Николай батшаны тәхетенән ҡолатҡандар икән, тип ишеткәйнек...

-- Ул һоро сәкмәнлеләр – бына беҙ булабыҙ инде ул, -- тип көлдө Сәлимйән, шинеленә төртөп күрһәтеп.

-- Шулайҙыр, сөнки шунан һуң донъялар тағы буталып, Рәсәйҙә тәртип бөтөп, ошо һинең һымаҡ уҡ, фронттан дезиртир ҡайтыусылар йышайҙы, хатта ҡоралдары менән...

-- Һе! Ундайҙар ни ҡыла һуң?

-- Болғаталар. Керенский тигән яңы батшаны ла түңкәрергә, һуғышты туҡтатырға, сөйәлле ҡулдар хөкүмәте төҙөргә, тип тамаҡ яралар. Уныһы ла булмаҫ тимә -- Петербурҙы әллә ниндәй ҡара сәкмәнлеләр айҡай, ти, бит тағы.

-- Хаҡ һүҙ. Ҡара сәкмәнлеләр тигәнең – ҡара бушлатлы матростар ул, олатай.

-- Керенскийҙы ла ауҙарһалар, тәхетендә ниндәй сөйәлле ҡул ҡалыр?

-- Силәккә ҡапҡас табылыр – силәге генә булһын!

-- Сөйәлле ҡул урынына герман кайзеры ултырмаһа ярай ҙа...

-- Ҡайғырма, Рәсәйҙең үҙ кайзерҙары етерлек.

-- Ләхәүәллә-ҡеүәтә! Беҙҙә лә донъялар болғансыҡ: урыҫтар – бер яҡҡа, татарҙар -- икенсе яҡҡа, ә беҙ үҙебеҙҙең яҡҡа тартабыҙ.

-- Һуңғыһын нисек аңларға?

-- Батырға ла йән кәрәк, килмешәктәр касафатына күпме түҙергә була? Баҡса эйәһе – түтәлһеҙ, үгеҙ эйәһе – күтәнһеҙ, тигәндәй, аҫаба ерҙәребеҙ таланып бөтөп, ус яҫыһындай тау-таш араһында ултырып ҡалдыҡ. Башҡорт мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға, тип, быйыл йәйгеһен Ырымбурҙа йыйылған Икенсе ҡоролтайға мине лә делегат итеп ебәргәйнеләр, шунда мәсьәлә ҡабырғаһы менән ҡуйылып, Башҡортостан тупрағында үҙ яҙмышыбыҙҙы үҙебеҙ хәл итерлек милли-тупраҡлы мөхтәриәт төҙөү өсөн ең һыҙғанып эш башларға ҡарар ҡабул ҡылынды, барлығы ун ике инсандан хасил идаралыҡ – Башҡорт Мәркәз Шураһы һайланды, уның рәйесе – ялан-ҡатай Шәриф Манатов, урынбаҫары – юрматы Әхмәтзәкир Йәлитов, малиә эштәре бүлеге мөдире – мәрхүм Мөхәммәткамал ахун хәҙрәттең кинйәһе Фатих Дәүләтшин, сәркәтибе Шаһизада Бәпес тигән мәшһүр шағирҙыр.

-- Ҡыҙыҡ! – Сәлимйән хатта устарын ыуып сәмләнде.

-- Нимәһе ҡыҙыҡ -- әллә таныштарыңмы?

-- Шулайыраҡ, олатай. Шәриф Манатовтан башҡаларын бик яҡындан күреп беләм, ә Манатовты минең менән фирҡәләш тип ишеттем.

-- Әләйһә, улым, анауы арҡаңдағылай буш ҡапсыҡ түгел икәнһең – ауылға берәй файҙаң тейер?..

-- Эй олатай, файҙа һәр кемдең үҙенән тора лаһа ул.

Бөтәһе лә йөрәк һыҙлатҡыс таныш та, һәм таныш түгел дә ауыл...

Буралары ҡыйшайып, нигеҙҙәре сүгә төшкән атай йортона ҡара таңда арт ҡапҡанан барып керҙе. Йөрәккәйен сығып китерҙәй ырғылдыртып ҡыуандырғаны – ситән ҡура ышығында уны аяҡ атлауынан уҡ танып һулығып кешнәгән Шүлгән йылҡыһы тоҡомло Ҡантураттың ихлас тәбриге булды. Биштәрен бағана тарбағына элеп ҡалдырып, ҡураға атлығып инде лә ҡараңғыла ике күҙе ҡуҙҙай мөлдөрәп торған һөйөклөһөн тығыҙ яллы ҡайнар муйынынан ҡуш ҡуллап ҡосаҡланы, сикәләрен яндырып йәштәре ағылыуын да һиҙмәне:

-- Йән киҫәгем Ҡантуратым минең, Ҡантуратҡайым минең! – Кеҫә төбөндә тумарлап йөрөп шымарған, ҡарайып ҡатҡан шәкәр ярсығын һиҙгер бәрхәт иренле ат ауыҙына ҡаптырҙы, тегеһе, башын сайҡап, шаҡырлатып сәйнәне. – Иҫән-һау ғына торҙоңмо, мине онотманыңмы ни, Ҡантуратҡайым минең, туйҙырыусым минең, тоғро дуҫҡайым минең! – Яңғыҙ атлы ерекмән йортоноң бар яҙмышын үҙ муйынына йөкмәгән һиҙгер йөрәкле һәм аҡыллы йән эйәһенең эҫе сикәһенә сикәһен баҫты, ат менән ерекмән күҙ йәштәре икеһе бергә буталды; бер йыл үтер-үтмәҫтән ат эйәрләнеп, ир-егет ҡоралланып, граждандар һуғышына ҡыҙыл ғәскәр булып китәсәктәрен, чехословак фетнәселәренә ҡаршы һуғышта Ҡантураттың, ярһыу йөрәген йәҙрә ярсығы тишеп үтеп, ҡоҙғондарға аҙыҡ булып йығылып ҡаласағын, яраланған ир-егеттең госпиталдә шул ғәзиз Ҡантураты менән яман һаташып ятасағын икеһенең береһе лә белмәне ...

Атаһы Шәһәргәрәй ярты ҡарышҡа сүгеп, күҫе һаҡалы һәм сәсе ҡарҙай ағарған, кәүҙәһе лә ҡорошоп ҡатҡандай күренде. Әсәһе Шәрифә лә шаҡтай бирешһә лә, әүәлгесә бирешмәҫ тәбиғәтле, төҙ һынлы, ныҡ-баҙыҡ аҙымлы ине. Яуҙа юғалған яңғыҙ улдарының ҡәҙимгесә аяҡ-ҡуллы, баш-күҙле ҡайтып инеүенә ҡыуанып бөтә алмай, ҡайҙа ғына ултыртырға, ҡайһылай һыйларға белмәй өтәләнделәр.

-- Башкөлләйгәме инде, балаҡайым?

-- Белмәйем әле, әсәй, донъялар ҡайһы яҡҡа әйләнеп китер...

-- Ҡантуратың һағынып көттө үҙеңде – атайыңдың һабанға сығыр хәле юҡ...

-- Шулай ҙа бесән әҙерләй алғанһығыҙ.

-- Уныһын өмә итеп алдырттыҡ инде.

-- Инш-Алла, яғыр утыныбыҙ ҙа бар. – Һаҡалын һыпырғылап өҫтәне атай ҡарт. – Артабанғыһын Алла белә...

-- Баш һау булһа – башҡа бүрек табылыр -- әҙәмсә йәшәп китербеҙ. Орлоҡ бармы бурала?

-- Аҙыраҡ ҡына бар ҙа ул...

-- Күберәген дә табырбыҙ. Яҙ ғына етһен: Ҡантуратты егеп сығып, яланаяҡ-ланып йөрөп бураҙналар ярырбыҙ. Өймәләмә тубалды муйынға аҫып, ҡолас киреп тос орлоҡтар сәсербеҙ.

Әсәһе зарланып алды:

-- Ҡартайҙыҡ, өй эштәре лә ҡыйын. Егәрле генә киленсәк алып ҡайтып, башлы-күҙле булһаң, ҡот ҡуныр ине йортҡа. – Яулығының мөйөшө менән күҙҙәрен һөрттө. – Үҙебеҙ күҙәтеп йөрөгән, бик уңған бер ҡыҙ ҙа бар – арыу нәҫелдән.

-- Хәҙер ҡыҙ-ҡырҡын аҙҙы; бик яҡшы ҡарап йөрөп, әсәйең әйтмешләй, нәҫел-нәсәбен тикшереп алырға кәрәк.

Һуңғы һүҙҙәр Сәлимйәнгә боҙ аҫтынан аҡҡан һыуҙай тоноҡланып ишетелде, сөнки, зәңгәр күҙле Гөлсәсәген иҫләүҙән һулышы ҡыҫылып, бераҙ өнһөҙ ҡалғандан һуң һораны:

-- Заманында мин уҡытып киткән мәктәп һаман гөрләп торамы, кемдәр эшләй?

-- Кемдәр, тип ни, аҡһап ҡайтҡан һыңар күҙле һалдат ҡына тырыштырған була шунда – үҙебеҙҙә кеше юҡлыҡтан, земствонан ебәргәйнеләр. Мәктәбебеҙ ҙә, түбәһе сереп, емерелергә тора. Мөғәллимә Гөлсәсәк менән һин эшләгән заманалар ҡайҙа инде ул хәҙер...

Сәлимйән, зиһенен кем һүреп иҫәнгерәтеүен белдерергә ҡыймайынса, башын эйеп тәрән уйға батҡан килеш тыңланы, ата-әсәһенең һүҙҙәре һаман әллә ҡайҙан алыҫтан килде:

-- Бала-саға ҡара наҙан ҡалмаһа ярар ине...

-- Земствоға күпме генә мөрәжәғәт ҡылһаҡ та, мөғәллимдәр һуғышҡа китеп бөттө, ә мөғәллимәләр етешмәй; Орскиҙа курс астыҡ, шунда уҡытып сығарғас, берәйһен ебәрербеҙ, тип яуап ҡайтаралар.

-- Гөлсәсәк кеүек мөғәллимә булмаҫ инде ул...

Сәлимйән, тертләп, башын ҡалҡытты:

-- Гөлсәсәккә ни булған? Ҡайҙа ул?

-- Күпме көтһөн... һыуға батҡандай китеп юғалдың бит, балам...

-- Бынан ике йыл элек, ҡайҙалыр бөрйән башҡорттары араһында уҡыта, кейәүгә сыҡҡан, тип ишеткәйнек...

Сәлимйәндең һулышы киҫелде, йөрәге өҙөлөп төшөрҙәй һыҙланы – Гөлсәсәге мәңгелеккә юҡ, тимәк...

Ләкин һөйөклөһө уға шул тәүлектең төнөндә үк төшөнә килеп керҙе.

Бер ниндәй ҙә һуғыш та, айырылышыуҙар ҙа булмаған. Икеһенең, күҙҙәре күҙҙәрҙән китмәй, йөрәктәре ҡанатланып, мәктәптә балалар уҡытып йөрөгән сағы. Яҙғы ялт-аяҙ ял көнө. Яңы заман мәғарифы ҡушҡанса, уҡыусыларын жағрафия дәресе буйынса йәмле тәбиғәт ҡосағына экскурсияға алып сыҡҡандар.

Кәкүк саҡрыуҙары тынмай күкелдәп ғүмер һанаған хуш еҫле әрәмәлектә ҡарҙай ап-аҡ муйыл сәскәләре ботаҡтарын күбекләнеп япҡан мәл... Сәскәнән-сәскәгә ҡунып осҡан наҙлы күбәләктәрҙәй, ҡусҡыл үлән араһында балалар сыр-сыу ҡубып ырғып-һикерә, шуларҙы ҡарап хозурланып торалар. Йөрәктәрҙә быуып тыйылғыһыҙ дәрт, күңел тулы әйтеп бөткөһөҙ наҙ ғына... Икеһе хас та сабыйҙарҙай етәкләшеп, көлөшә-көлөшә, үлән кисеп барҙылар ҙа ҡояш һарыһы мылҡып торған түңәрәк аҡланға сыҡтылар, шәкәр кеүек ап-аҡ олонло ҡайын төбөндә туҡталдылар. Сәлимйән ҡыҙҙы кинәт ҡосағына ҡыҫты; Гөлсәсәк, күкелдәүсе бер кәкүкте тирбәлдергән ботағынан өшкөтөп, һауа сыңратып көлдө, яғымлы-йомшаҡ беләктәрен уның муйынына уралтты, төпһөҙ зәңгәр күҙҙәрен күҙҙәренә төбәне; шаян ел ҡыҙҙың арыш һаламылай һары маңлай сәсен бороп килтереп, егеттең сөм-ҡара маңлай сәсенә симәлдерҙе, икеһенең дә биттәрен ҡытыҡлап иркәләне; ә ялҡынлы ирендәре бик тә һаҡ, бик тә яй, бик тә ләззәтле көйҙөрөп бер-береһенә яҡынланы... Тик шул һуштан ҡалырҙай татлы мәлдә генә Сәлимйәндең ирендәре көтмәгәндә боҙло-тәмһеҙ тимер һалҡынлығы тойоп, башы артҡа салҡайҙы, Гөлсәсәк тә осҡандай юҡҡа сыҡты; һалҡын уҫаллығы менән ҡара янған яҫы һағаҡлы балта, икеһенең араһынан жыйлап үтеп, аҡ ҡайынға сабылды... һәм әсенеп, йөрәге ярылып ҡысҡырған Сәлимйән төшөнән тертләп уянып күҙҙәрен асты, үҙенең ҡаҡ һикелә -- ата йортонда ятҡанлығын көскә шәйләне. Араларын киҫкән яһил балта уның күҙҙәрендә мөһөрләнеп ҡалғайны...

Иртәнге сәй эскәндә лә атаһы ҡарт кисәге бүленеп ҡалғандарын дауамланы:

-- Мәғрифәт усағы һүнгән ауыл ул, улым, киләсәге һүнгән ауыл. Ә һин бит атаҡлы Дәүләтшиндың мәҙрәсәһен бөткән зыялы мөғәллим...

-- Ярар, уҡытырмын, саҡ ҡына баш-күҙ алайым. Ил төкөрһә күл була, тигәндәй, күмәкләшеп бура күтәреп, бинаһын да яңыртырбыҙ.

-- Инш-Алла, бирһен Хоҙай.

-- Тик тәүҙә Ырымбурға, шунан өйәҙ ҡалабыҙ Орскиға барып йомошлайһым бар.

-- Тағы китәһеңме ни инде? – тип һыҡтанды әсәһе.

-- Етәр, шыңшыма! – Ҡоро тотто атай ҡарт. – Һалдаттың явитсе итеү бурысы барҙыр – башҡалар кеүек дезертир булып ҡайтмаған бит. Ни тиһәң дә, һуғыш ваҡыты.

-- Хоҙайым, был донъя ҡасан күсәренә ултырыр? Илдә иген ҡалманы, мал бөттө. Өҫтәүенә, анауы Столыпин тигәндәренең шойҡаны...

-- Үлде бит инде ул, әсәй, үлтерҙеләр...

-- Туда ему дорога! Тик, суртан үҙе үлһә лә, теше үлмәй: тирә-яҡ урыҫтары оторо яһилланды.

-- Дөрөҫ әйтә әсәйең. Воронеж, Рязань яҡтарынан күсереп килтереп, тәнебеҙгә шырау итеп ҡаҙаған бәғзе ҡәүемдәр, “тәпир нам свобода!” тип, сабын-лыҡтарыбыҙҙы талап саба, урмандарыбыҙҙы ҡырҡып ҡорота, баҫыуҙарыбыҙҙы малдан тапата. Ҡортомға биргән ерҙәребеҙ өсөн һуҡыр тин дә түләмәй. “Башҡорт бөтөргә тейеш!” – тип лаф оралар.

-- Шулай шул. Шөкәрә утарындағы Василий ызнакумыбыҙҙы беләһең бит, улым?

-- Белмәй ни, атһыҙ урыҫ ине. Ҡышҡыһын рождество байрамдарында бала-сағаһын санаға тейәп йөрөтөп күңелдәрен астыртырға беҙҙең Ҡантуратты һорап алып ҡайтып китә торғайны.

-- Бына шуның ҡарсығын осратҡайным Кершәнник баҙарында. Башы-күҙе аҡырайып яһилланған: “Һин, ҡәҙерле ызнакумка, эш уҙмаҫ борон суҡынып, урыҫҡа яҙылып ҡал. Башҡорт тиҙҙән бөтәсәк, бөтмәһә -- бөтөрәсәкбеҙ; ер-һыуҙары беҙгә, христиандарға, ҡаласаҡ, килде свобода!” – ти. Йылайыр урыҫтары башҡорт ауылдарына барымта яһай башлаған. Барымтаға ҡарымта китһә -- нишләрбеҙ?

-- Уныһы булмаҫ та ул, әсәй. Урыҫтың да башы бар, үҙ башы үҙенә ғәзиз.

-- Һин, әсәһе, шаштырма! Башҡорттоң тамыры тәрән. 1912 йыл Туҡай ҙа, Өфөгә килеп киткәс, суҡынырға ҡушмаһа ла, тап ана шулай яҙғайны. Әммә башҡорт йәшәне, йәшәй, йәшәр!

-- Ошо болғансыҡ ваҡытта башһыҙҙар күбәйҙе шул.

-- Ләкин башлылар ҙа етерлек, әсәһе. – Улына әйләнеп ҡарап әшкәртте. – Бөгөн берҙән-бер төп таяныс – Ырымбур, Каруанһарайҙан эш йөрөткән Башҡорт Мәркәз Шураһы, ишеткәнһеңдер. Ысын уҙамандар һайланған унда, араларында үҙеңдең һуғыштағы дуҫың Ғәлиәхмәт Айытбаев та бар.

-- Бына нисек! Уныһын ҡайҙан белдең?

-- Ауылына ҡайтышлайы беҙгә һуғылып, бер кис ҡунып, хәлдәреңде һөйләп киткәйне. Икебеҙ тиң коммунистар фирҡәһенә ылығып, ысын бәлшәүик булдыҡ, аҡ батшаны ауҙарыштыҡ, тигәйне. Шул ысынмы?

-- Ғәлиәхмәт юҡты һөйләмәҫ, атай.

-- Әләйһә, бәлшәүик кем дә коммунист кем ул?

-- Икеһе лә бер, тип әйтерлек, атай. Иҙелгән халыҡ мәнфәғәттәренә зерә тоғролоҡлораҡ, ҡыйыуыраҡ көрәшсе була ул большевик.

-- Башҡорт Мәркәз Шураһының рәйесе Шәриф Манатов кеүекме?

-- Уны мин яҡындан белмәйем, әммә Петербурҙа Ульянов -- Ленин иптәш етәкләгән яугир фирҡәнең ағзаһымын, шуға күрә большевикмын, тип әйтһәм дөрөҫ булыр. Бөтә Рәсәй халыҡтарын, шул иҫәптән башҡортто ла, бөгөнгө афәтле тормоштан шул фирҡә генә ҡотҡарасаҡ.

Атай ҡарт елкәһен тырнаны:

-- Ай-һай, алыҫ Битирбурҙан тороп белерҙәрме беҙҙең хәлде? Аҡ батша ла белмәне. Бабалары ҡул ҡуйған шартнамәләрҙе боҙоп, ярлы башҡортто үлем хәленә килтереп еткерҙе.

-- Ярлы башҡорт хәлен беҙ, бындағы башҡорт большевиктары, яҡшы белә. Һәм беҙ бөтә Башҡортостанда башҡорт ярлы-ялпыларының Совет хакимиәтен урынлаштырып, халыҡҡа ысын хөрриәт бирәсәкбеҙ.

-- Ни тигән һүҙ ул Совет?

-- Шул уҡ Шура ул.

-- Әләйгәс, Каруанһарайҙағы Шәриф Манатов һин әйткән ул Ульянов -- Ленин менән фекерҙәш икән – ул да башҡорт шуралары төҙөй бит.

-- Ләкин беҙҙең шуралар бер башҡорттоҡо ғына түгел, ә Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләттәрҙеке буласаҡ.

-- Ай-һай, улым, ҡырҡҡа бүленгән бөтөн икмәкте ҡабат йәбештереп-бөтөнәйтеп булырмы икән?..

Сәлимйән өндәшмәне. Өйберенсә, тигәндәй, йөрөп ауылдаштарының хәлен белгәс, Ҡантуратын эйәрләп, тирә-яҡты, шул иҫәптән урыҫ араларын, көнкүреш һәм сәйәси һулыш йәһәтенән барлап ҡыҙырҙы – ҡайҙа ла шул бер тын алыш... һамҫып ятмаҫҡа кәрәк!

Һарыҡташ тимер юл станцияһынаса илтеп ҡуйырға бер ылаусыны яллап (атай ҡарт сирләп тора), таң һарыһынан биштәрен тотоп сыҡҡас, Ҡантураты янына инеп хушлашыуҙан тыйылды – китеүе оҙаҡҡа булмаһын. Ләкин оҙаҡ юғалып тороп пәйҙә булмыш йәш хужаһын күреп туймаған арғымаҡ ситән аҙбарҙан оҙон итеп кешнәп ҡалды.



Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   2   3   4   5   6   7   8   9   ...   24


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет