Зигат Султанов Йыһат Солтанов сочинения в четырнадцати томах әҪӘРҘӘр ун дүрт томда том V на память для памятливых ятлағандарға ядкәР



бет15/26
Дата03.04.2016
өлшемі8.11 Mb.
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   26

УН ЕТЕНСЕ СӘХИФӘ
Ағиҙел туғайы араһындағы яҙғы тынлыҡ менән ойоған дачаһында Мотал Шаһибәрәков уҙаман дөрләү сыуал мейес алдында креслола ултыра. Ялҡын ләүкепме ләүкей, оҙон һары телдәре, әйтерһең, Мотал йөрәген типкесләй. Донъя тигәнең ҡатмарлы, бәндәләре ҡатлаулы... Әйтәйек, кем уйлаған атаһы бахырҙың күҙгә лә элмәгән «шәкерт»тәренең береһе уның етемләнгән улы өсөн бер саҡ «атай урынына ҡалырын»?.. Эйе, хәләл ефете әйтмешләй, Мотал бөгөн Мотал була алыр инеме, әгәр ҙә ки заманында уға Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улының муслы ҡулы һуҙылмаһа? Дөрөҫ, көфөр телдәр Яубаҫаровты майлап ташлаһаң эт ялағыһыҙ яһил, яуыз итеп тәкрарлай. Мөхлисәһе юрауынса, Мотал менән араларын Ҡыҙыл башҡорт боҙолошторторға теләй. Иҫке завод ветерандары араһында заманыпда Булаттимер-директорҙы ла, хужалыҡ эштәре буйынса уның урынбаҫары Хөппөлгәрәйҙе лә яҡшы белеүселәр бар. «Хәҙер һинең атайыңдың шәкерте булып күкрәк ҡағып йөрөһә лә, ваҡытында Шаһибәрәков яҡын да юлатмай ине уны күңеленә. Юҡҡамы ни теге йылда шикәйәт менән башын ашап, урынын баҫып алды — тимер йортҡа ағас директор булды!»—тип тура һуҡтыртыусылар ҙа етерлек... Дөрөҫөн әйткәндә, Шаһибәрәковтар өйөндә уның атай менән дуҫтарса кинәнеп ултырыуын хәтерләй алмай Мотал (гәрсә Яубаҫаров үҙе һуңынан был хаҡта күп һөйләһә лә!). Хөппөлгәрәй, өй хужаһынан да бигерәк, хужабикә менән яҡын дуҫ булғандыр, моғайын. Һәм атаҡлы шәхес Шаһибәрәков тирәһендә уралыусы бик күптәрҙең береһе — ябай ер юлдашы ғыналыр. Әммә уның ғүмере буйына Шаһибәрәковтар ғаиләһенә тоғролоҡло, ярҙамсыл — ысынлап та «атай урынына ҡалыуын» кем кире ҡаға ала?.. Дөрөҫ, атаһы иҫенә төштөмө, Мотал күңелендә уның менән ҡуша төптө Хөппөлгәрәй Яубаҫаров түгел, ә шау-шоулы, дәғүәсел ике уҙаман — ҡарсыға танаулы, ҡарсығалай ҡыҙыу холоҡло, һүҙ һайын ҡабынып барыусан телсе ғалим (лингвист) Талир Ғөләм улы Баҡишев һәм түңәрәк-тыныс ҡиәфәтле, баҫалҡы ғына һөйләшеүсе, аҙ һүҙле тарихсы-телсе Йәмил Ҡотлой улы Ҡотлоев кәүҙәләнә. Был икәүҙең нимәгәлер үҙ-ара килешә алмауын, шуға күрә һуңға табан Булаттимер янына ла бер-береһенән башҡараҡ йөрөргә тырышыуын сабый күңел һиҙенер һәм ул, бәләкәс Металл (атаһы ҡушҡан исем), ни өсөндөр, ыҫпай холоҡло Ҡотлоевҡа ҡарағанда, ҡырыҫ Баҡишевҡа тартылыр ине. Икеһе сәкәшкән мәсьәләлә уның атаһы ғәҙел хөкөмдар булыуын, шуға күрә өсөһө бер төпкә тәбиғи ылығыуын Мотал һуңғараҡ аңланы. Әммә маһир белгестәрҙең «борсаҡтары ни өсөн бешмәүен» малай саҡта уҡ шаҡтай ғына шәйләп-һиҙенде, буғай. Һәр хәлдә, хәҙер шулай тойола. Үҫә биргәс, бала саҡ хәтирәләрен тергеҙеп, әсәһенән һәм башҡа тере шаһиттарҙан һорашып, ә иң мөһиме — Баҡишев ҡарттың «Тәүтел белеменә инеш» исемле донъяға билдәһеҙ ҡалған хеҙмәтенең айырым ҡулъяҙма биттәрен һәм «Башҡорт диалекттарының башҡорт әҙәби теленә мөнәсәбәте» тигән шулай уҡ онотолоп бөткән берҙән-бер ҡалын китабын уҡыштырып, ике ғалим араһында ҡуҙғалған бәхәстең уртаһында баштан уҡ баяғы сәйер исемле тәүтел белеме лә бөгөнгө баашҡорт теленең диалекттары мәсьәләһе торғанлығын аңланы. Баҡтиһәң, Баҡишев ҡарт, ошо көндәрҙәге дәғүәле «асыш»ын яһап тилергән Мотал кейәүҙе Йәүҙәт һәм уның эйәрсендәренән күп йылдар элгәре үк, донъя халыҡтары телдәрен боронғо бер шәжәрә тамырына тоташ өйрәнеп, мәшһүр тюрколог Мәскәү ғалимы Николай Константинович Дмитриев етәкселегендә хәҙерге халыҡ һөйләштәрен энәһенән-ебенәсә тикшергән дә башҡорт төленең теүәл өс — көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш диалекттарҙан торғанлығын иҫбатлаған, Ҡотлоев шуға ҡаршы төшкән. Ҡотлоевса, башҡорт теле ике (көньяҡ һәм көнсығыш) диалекттан ғына ғибәрәт булып сыға. Баҡишев ҡарт асыҡлаған өсөнсө (көнбайыш) диалектты ул йәнле һөйләштә «с» өнө урынына — «ч» («сират» түгел, ә «чират»), «һ» урынына — «с» («һыу» түгел, ә «сыу») ҡулланыуҙарын төп дәлил итеп алып, ул һөйләштең башҡорт асылын һәм уның тарихи ерлеген инҡар итеп, имеш, башҡа халыҡ ассимиляцияһына бирелеп, башҡортлоғонан яҙған төркөм, тип анһат ҡына иғлан ҡыла ла ҡуя. Тәү ҡарауға көлкө генә күренһә лә, ғәмәлдә быуаттар буйынса нығынған дөйөм халыҡ традицияларын, психикаһын, үҙаңын һәм әхләҡи йөҙөн яңылыш икенсе яҡҡа бороп ауҙарыу, һөҙөмтәлә эҙемтәләрен алдан күреп бөтөп булмаҫлыҡ эске тәрән һәләкәттәргә юлыҡгыртыу менән янай ине был... Мотал бына хәҙер йөрәге әрнеп иҫенә төшөрә: көнбайыш райондарҙа йөрөгәнендә гел генә уға, билдәле яҙыусыға, йәштәре лә, ҡарттары ла, тигәндәй, аптырап: «Беҙ кем һуң, ниңә беҙҙе үҙ телебеҙҙә уҡытмайҙар?» — тип «сетерекле» һорау бирерҙәр ине. Ә Мотал быға үҙе лә аптырай биреп, «ыҡ-мыҡ» итер ҙә: «Ысынлап та, уйлап ҡарайһы мәсьәлә был...» — кеүегерәк «яуап» ҡайтарыр, шуның менән эш тә бөтөр һымаҡ ине... Атайҙарға япһарыуҙан туҡталып, бәлки, инде үҙебеҙгә яуаплылыҡ йөкмәргә, граждан ҡыйыулығы күрһәтергә ваҡыттыр?!. Бына ошо үткер мәсьәлә заманында бер нәмәнән дә ситтә ҡалмаған Шаһибәрәков-инженерҙың фатирында өс тағанды беректерер ине лә фекерҙәрен ҡаҡшатырлыҡ лингвистика бәхәстәре астыртыр ине. Килешмәүсән ике ғалим, граждандар һуғышының ҡыҙыл кавалеристары, моғайын, үҙҙәренең элекке ҡыҙыл комиссарына ауыр саҡта бил терәү, ғәҙеллек бизмәне табыу өсөн йөрөгәндер. Комиссар иһә уларҙы тыныс ҡына тыңлай, мәсьәләне ҡылыс ҡырҡҡан һымаҡ хәл итмәҫкә, ашыҡмаҫҡа, ә, башҡа фәндәрҙәге кеүек, факттарҙы тағы ла нығыраҡ өйрәнеп, ҡаҡшамаҫлыҡ дәлилдәр менән ҡоралланып, ике яҡ та ғилми әхләҡ һәм этиканы ныҡ һаҡлап, большевиктарса эшлекле һәм намыҫлы хәл ҡылырға, дөйөм социалистик милләт мәнфәғәтенә ярашлы хәл итергә өндәй ине. Ҡапма-ҡаршы ике ғилми мәктәп бер-береһенең хаталарын рәхимһеҙ асҡан һайын, факттар туплаған һайын, дөйөм фән нығыраҡ отор ҙа хәҡиҡәт тиҙерәк килер, һөҙөмтәлә ике яҡ та бер мисәүгә егелгән булып сығыр. Шул уҡ ваҡытта Баҡишевтың дәлилдәренең төплөлөгөнә, ул яҡлаған һәм революцияға тиклем үк байтаҡ ғалимдар тарафынан нигеҙләнгән өс диалект теорияһының хәҡиҡәткә яҡыныраҡ торғанлығына, әле генә ҡалыпланыу дәүерен кисергән яҙма башҡорт әҙәби теленең дә киләсәктә башҡорт милли теленең Баҡишев дәлилләгән өс диалектына нигеҙләнеренә ышаныуын йәшермәй ине. (Баҡишевтың хаҡлылығы, хеҙмәттәре оҙаҡ йылдар буйына «онотолоп» торһа ла, инде раҫлана бара: хәҙер фәндә көнбайыш башҡорттары һөйләшен башҡорт теленең өсөнсө диалекты итеп ҡарау көсәйә).

Эй заманалар!.. Нәүбәттәге «киске алыш»тан һуң Ҡотлоев ҡайтып киткән, Шаһибәрәков менән Баҡишев һыуынып бөткән сәйле өҫтәл ҡырында бәхәсте һәүетемсә генә йомғаҡлай.

-- Был әҙәмдең электән үк, аҡылы алтын булһа ла, ҡоласҡайы тар ине... — тине Таһир Ғөләм улы, ҡарсыға танауын сөйөп, сәмләнеүенән һүрелеп етә алмайынса. — Фәндә лә ул әүәлге килеш ҡалды: аҡыллы, әммә ҡарашҡайы тар.

-- Ҡыҙма!

-- Ҡыҙмайым, дөрөҫөн әйтәм. Хәтереңдәме, ҡорҙаш, ун һигеҙенсе йылғы Ырымбур яны, ҡотороп аҡҡан яҙғы ташҡын һыулы Һайылмыш буйы?

Шаһибәрәковҡа ул хәтирә, күрәһең, күңелһеҙҙәрҙең күңелһеҙе ине:

-- Ҡуй әле... Иҫке аламалыҡты иҫләгәндең күҙе сыҡһын, тигәндәрме... ташлайык!

-- Шул саҡ һинең тас маңлайға тоҫҡап тотҡан карабинының тәтеһенә баҫып өлгөргән булһа?.. Беләһеңме, полкта үҙ-ара ниндәй ҡиәмәт ҡубыр ине?!

-- Баҫып өлгөрмәне ләһә, ниңә шул бер балыҡ башын сәйнәргә!

-- Ул саҡ баҫып өлгөрмәне, дөрөҫ. Әммә Ҡотлоев фиғеле үҙгәрмәне — иң ҡатмарлы мәлдәрҙә уның башынан алда ҡулы тәтегә үрелә. Кисә баҫмаған икән, бөгөн йәки иртәгә баҫасаҡ...

-- Ярай, фәнни бәхәскә граждандар һуғышының шауҡымын ҡыҫтырмайыҡ. Ҡаршыбыҙҙа Колчак, Дуртов бандалары тора ине ул саҡта, — тине Шаһибәрәков. — Һин миңә шуны әйт, ҡартлас: алда ҡайһындай перспектива күрәһең? Алайыҡ, хаҡлығың тантана итте — башҡорт теленең өс диалекттан хасиллығын хатта Ҡотлоев та таныны, ти. Беҙҙең химиктар теле менән әйткәндә, ниндәй синтетик ысул менән шул өс диалектты бер милли әҙәби телгә уҡмаштыраһың? Өс диалект башҡорттары ла үҙенеке итеп танырлыҡ башҡорт әҙәби теле көйләп бирәһең? Бына нәмәлә уның ғәмәли яғы!

-- Минең ҡараш шундай. — Баҡишев, тынысланып, тубыҡҡа тубыҡ һалып ултырҙы. — Ғәҙәттәгесә, өс диалекттың да уртаҡлыҡтарын (ә уртаҡлыҡтар айырымлыҡтарҙан күберәк!) төп нигеҙ итеп алып, һәр диалектҡа хас айырымлыҡтарҙы (ә улар уртаҡлыҡтарҙан аҙыраҡ!) дөйөм күрһәткескә килтерергә. Йәғни мин дә, һин дә, ул да һөйләштәребеҙҙәге айырымлаусы бер-ике өнме, ялғаумы формаларын юғалтабыҙ ҙа урынына дөйөм халыҡ теле өсөн тарихи яҡлап иң хас булған формаларҙы алабыҙ.

-- Ҡара аҡылым менән генә белеүемсә, башҡорт әҙәби телен ҡалыплаштырыу комиссияһында Шәһит Хоҙайбирҙин иптәш етәкселек иткән көндән алып бөгөнгәсә хәлдәр тап шулай бара ла.

-- Барыуын бара ла, өсөнсө диалект бер ситтә тороп ҡалып бара... Әгәр ҙә эҫе мәлендә төҙәтмәһәк, был «тороп ҡала барыуыбыҙ» һуңынан ҙур хатаға килтерәсәк – халҡыбыҙҙың яртыһы татарға әйләндереләсәк.

-- Арттырып ебәрҙең, буғай.

-- Арттырмайым. Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем ике йөҙ мең аҫаба башҡорт йәшәгән Миңзәлә өйәҙебеҙ менән ни булды? Хәҙер ундағы башҡорттарҙың береһе лә башҡорт түгел. Шулмы ленинсы милли сәйәсәт?

-- Көфөр һүҙҙәр һөйләшмәйек... Ҡылыс менән генә сабып хәл ҡылмалы мәсьәлә түгел. Улайһа, көнбайыш башкорттарҙың, үҙең әйтмешләй, «чират», «сыу» тип һөйләшеүҙәрен ҡайҙа ҡуяһың?

-- Беренсенән, «сират»ты «чират» тип уларҙың барыһы ла һөйләшмәй, ә, иҫке китап теле, мәҙрәсә теле нығыраҡ һеңешкәндәре генә шулай ти; ә ошо көндәрҙә лә мәктәптәрҙә уларҙы татарса уҡытыу мәсьәләне уғата ҡатмарлаштыра... Был диалектты билдәләүсе ялғау формаларына килгәндә, улар көньяҡ диалекттыҡы менән бер иш, тиерлек. Тимәк, ғәҙеллек тантана итеп, мәктәптәребеҙҙә дөйөм башҡорт әҙәби телендә яҙылған китаптарҙан уҡыта башлаһаҡ, иҫке мәҙрәсә һәм иҫке китап һәм хәҙерен Ҡазанда баҫылған дәреслектәр шауҡымы, тәбиғи, һүреләсәк. Икенсенән, дөйөм башҡорт әҙәби теле мәнфәғәтенә мин диалекттарҙа ике ярашыу эшләргә тәҡдим итәм: көнбайыш диалекттың тарихи яҡтан һуңғыраҡ дәүер емеше булған «ч» өнөн уның әүәлге «с» хәленә ҡайтарырға, йәғни «чират» урынына «сират», «ача» урынына «аса» тип яҙыу һәм һөйләүҙе ҡабул итергә. Шуның һымаҡ уҡ, көньяҡ һәм көнсығыш диалекттар өсөн дә тарихи яҡтан һуңғыраҡ дәүер индергән, һүҙ башында килә торған «һ» өнөн уның боронғо «с» хәленә ҡайтарырға, йәғни «һыу» урынына «сыу», «һабыр» урынына «сабыр» тип яҙырға һәм һөйләргә (ә бит һыйыр быҙаулағанда төшә торған быҙау ятҡылығын һаман әүәлгесә «сыу» тибеҙ -- «һыйыр сыуын һала»; һуғым боғаҙына бысаҡ чалмайбыҙ, ә салабыҙ!). Ошондай ике компромисҡа килгәндә, башҡалары ауырлыҡһыҙ үҙ яйынса хәл ителә.

-- Тимәк, тарихи яҡтан ҡарағанда, боронғо башҡорттар сусылдап һөйләшкән булып сыға?

-- Быға иманым камил. «Һамаҡ»ты — «самаҡ» тип (шунан килә «сам» — «сәм»), «баш»ты— «бас» тип (шунан килә «басалҡы» — «баҫалҡы»), «таш»ты — «тас» тип (шунан килә Атас тау – Таш тау), «аш»ты — «ас» тип (шунан килә аш теләп «асығыу» — «ас» кеше) әйтер булғандар. Был күренештең ҡалдыҡтары беҙҙең төрлө һөйләштәрҙә һәм төрлө халыҡтарҙың телдәрендә әле лә ярылып ята. Тәүтел (урыҫса праязык) тамырын юллау иһә асыҡтан-асыҡ миҫалдар бирә быға.

-- Тәүтел тип, академик Николай Яковлевич Маррҙың тел тураһындағы «яңы тәғлимәт»ен әйтмәксеһеңме?

-- Юҡ. Маррҙың «яңы тәғлимәт»е ғалимдар тарафынан урыҡ-һурыҡ ҡына эшләнгән, төҫмөрләнгән тәүтел белеменә үҙенсә «теоретик нигеҙ» ҡуйырға ынтылыш ҡына булып тора. Марр тәғлимәте, бер яҡтан, ҡиммәтле фактик материал һәм идеялар хазинаһы, икенсе яҡтан, өлгөрөп етмәгән һөҙөмтәләр, субъектив баһалар йыйылмаһы ул. Тәүтел иһә ғалимдарҙан, бер Маррҙың ғына түгел, ә шул өлкәлә ҡыл ҡыбырлатҡан барлыҡ белгестәрҙең дә хеҙмәттәрен, ул ғына ла етмәй, филологиянан тыш, уға уткүрше торған тарих, археология, этнография, география, антропология һәм башҡа фәндәрҙең ҡаҙаныштарын тулайым өйрәнеүҙе, һәр яҡтан маһир ғалим булыуҙы талап итә.

-- Һин үҙеңде шундай ғалим тип иҫәпләйһеңме? – Булаттимер күҙҙәрен сөкөрәйтте.

-- Үкенескә күрә, ундай ғалим киләсәк ҡарамағында. Мин тик шуны әйтә алам: комплекслы тикшеренеү һеҙөмтәһендә беҙгә тәүтелдең тәүге һүҙҙәренең нисек итеп тәүкешенең космогоник төшөнсәләренән моронлауы төҫмөрләнә. Ә был иһә бикле йоҙаҡтың асҡысын табыу менән бер. Донъяяың тел йылғаларының бөтәһенең дә башы шул бер йоҙаҡ-ҡоҙоҡ аҫтынан урғылалыр.

-- Һем... мәҫәлән?

-- Мәҫәлән, тәүтел тамырын тәрәндән үк юллауҙы башҡа ваҡыттарға ҡалдырып, баяғы беҙҙе тәржемәүи яҡтан ҡыҙыҡһындырған «с» менән «ч» өндәренең айырымланыу осорҙарына иғтибар йүнәлтәйек. Билдәле булыуынса, таш быуат бабалар аңында донъя ике есемдән — ут (йәки ат) һәм һыу (йәки әс) заттарынан яралған тип һаналған. Уларҙың береһе — ата енес («ат»), икенсеһе әсә енес («әс») икән. Тәүтелдең дә тәүге терминдары былар — бына ҡайҙан килә беҙҙең «ата» һәм «әсә» һүҙе! «Әсәй»ҙән «сай», «сыу», «һыу», «эсә», «әсе» (барыһы ла һыу) һүҙҙәре лә (семантик рәттәр) шытҡан.

Заманалар һыуҙай ағылып уҙа торған, тел үҫешенең икенсе бер этабында «әсә» һүҙе «әжә» үҙгәреше кисергән («ж» өнө хасил).

Өсөнсө бер этапта «ж» — «й»-ға һәм «ч»-ға үзгәргән: «әйә», «эйә» һәм «әчә», «эчә». Тәүгеһе, «й» үҙгәреше, телдең шумер осорона (бынан биш мең йыл элек) тап килә: шумерҙар һыуҙы һәм әсәне «әйә» тигән. Бөгөнгө беҙгә яҡын ҡәрҙәш төрөкмән дә әсәһен шулай «әйә» ти. Ә башҡортта әле булһа Әйәле (Әйле) ырыуы, Әй һыуы бар... Таш быуат дәүерендәге тәүтермин «әсә», тимәк, һис ниндәй үҙгәрешһеҙ, беҙҙең көндәргәсә башҡорт телендә генә һаҡланып килеп еткән.

-- Ярай, уныһы шулайҙыр ҙа. Ләкин башҡорт теленең хәҙерге өс дкалектлылыҡ мәсьәләһенә уның ни ҡыҫылышы бар?

-- Туранан-тура ҡыҫылышы ла, бәйләнеше лә бар икән шул, ҡорҙашҡайым! Инде, күҙеңде баҡтыртып, ғәзиз телебеҙҙе бөгөн ике яҡҡа «айырыусы» (тфү-тфү, көфөр Ҡотлой һүҙҙәре!..) «с» өнөнөң тәүтелебеҙҙә һүҙ башында ла «с» килеш («һ» түгел!) саф әйтелешенә бер миҫал: сылана. Бабалар мифологияһында ғәләм — бик ҙур мамонт, йәки үгеҙ, йәки һыйыр һ. б. рәүешендә лә кәүҙәләнгән; Ҡояш менән Ай иһә шуның ҡуш күҙе: береһенән — нур («нор», йәғни ҡорт-орлоҡ), икенсеһенән һыу («сыу», йәғни сыулыҡ-һаулыҡ) яуыр икән ер йөҙөнә. Шуға ла Айҙы «сыулана» — Сылана (Селена) тип тә атагандар; фарсы һүҙе тип йөрөтөлмөш Һилал (Ай) шулай уҡ үҙебеҙҙең «һүлал» (һүл ала торған сығанаҡ, һыу-һүл ятҡылығы) булып төҫмөрләнә. «Сылана» һүҙ төшөнсәһе һыуға бәйле башҡа миҫалдар ҙа бирә: «сүл-ана» («сүл» йәғни һыу-һүл һәм «слюна» йәғни урыҫса әйтелештәге һеләгәй-төкөрөк); шунан киләлер Сыу-Олоно (һыу олоно — һыу ятҡылығы), ә «Олоно»нан хасилдыр йәнә Лоно («лоно природы» — урыҫса әйтелештәге шул уҡ һыу ятҡылығы), шунан уҡ киләлер йәнә Лена (оло йылға) һ. б.

Мифтарҙа Ай һәр саҡ шыйыҡлыҡҡа бәйләп-тиңләп йөрөтөлә: боронғолар ысыҡты ла Айҙан ҡойола тип инанған (был хаҡта һуңғы осорҙа сыҡҡан китаптан ҡарағыҙ: Философские тексты «Махабхараты». 1-се сығарылыш, 1-се китап. Бхагавадгита. Ашхабад, 1978, 328-се бит). Тимәк, бөгөнгө «һыу» тип һөйләшеүсе көньяҡ һәм көнсығыш диалекттарҙа ул «сылана» һүҙе, ана шулай «һ» өнө урынына «с» менән башланһа ла, шул уҡ «һыулана» тигәнде аңлата бит, һәм ул ғәмәлдә ошо һүҙҙең иҫке башҡорт телендәге «сыулана» («сулана») тип әйтелеше түгелме ни? Әлбиттә шул, факт! Ошо уҡ иҫке һүҙҙе («сылана»ны) шул уҡ әйтелешендә көнбайыш башҡорттары хәҙер «йәбешә» («мажется») мәғәнәһендә ҡуллана, ә барлыҡ диалекттарыбыҙ өсөн дә борондан уҡ килгән уртаҡ мәғәнәне («увлажняется», «мокнет») биреү өсөн иһә улар ике төрлө формала: йәнле һөйләштә шул иҫке «сылана» рәүешендә, йә, боронғо китап һәм мәҙрәсә традицияһында, «чылана» тип әйтеп йөрөтә. Шуныһы ҡыҙыҡ: көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш диалекттар тарихи үҫештә бер-береһенән ошо тарихи тәңгәлдә — сылана («мокнет») уртаҡ күрһәткесенән сылана — «йәбешә» («мажется») төшөнсәһен айырымлау дәүерендә генә тармаҡланып айырыла буғай: һөҙөмтәлә тәүге ике диалект уны «һ»-лаштырһа («һылана»), ә һуңғыһы иһә, йә, «йәбешә», «һыулана» төшөнсәләрен әүәлгесә бер-береһенән айырмай, шул уҡ «сылана» рәүешендә ҡалдыра, йә, иҫке китап һәм иҫке мәҙрәсә традицияһына буйһоноп, «һыулана» мәғәнәһен «йәбешә»нән айырыу өсөн «ч» өнө («чылана») ҡуллана башлай. Тимәк, дөйөм милли әҙәби тел уҡмаштырыу барышында яңынан элекке «с» уртаҡ күрһәткескә күсеү — бер ниндәй ҙә яһалмалылыҡ, ятбауыр булмайынса, өс диалектыбыҙ өсөн дә яңы тарихи шарттарҙа ни бары үҙҙәренең ҡасандырғы уртаҡ-тәбиғи хәленә ҡайтыу ғына, ә юғалтыу бөтөнләй юҡ йәки тигеҙ дәрәжәлә: бер яҡтан «һ», икенсе яҡтан «ч» өнө әүәлдән үк бөтәбеҙгә уртаҡ «с» өнөнә ҡайтарыласаҡ та өс диалектты ла тоташтырған уртаҡ әҙәби телебеҙҙә «һыулана» мәғәнәһе — «сыулана», ә «йәбешә» мәғәнәһе «сылана» аша биреләсәк. Әҙәби телдәр тарихында бының ише реформалар үткәрелгәне билдәле. Шундай ябай һәм аңлайышлы түгелме ни был мәсьәлә?! — Баҡишев, ғәҙәттәгесә, сәмләнеүҙән үҙ-үҙен онотоп, ҡыҙып, ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Лекцияға оҡшаш оҙон телмәрҙе ауыҙ асып сабыр тыңлаған инженер аптырап баш сайҡаны:

— Һинең өсөн, мәсьәләнең эсендә йөҙгән кит балығына, бәлки, ябайҙыр ҙа ул. Ләкин минең, тел белеменән ғафилйәндең, «тәүтел» тигән төшөнсәнән үк ҡапыл башым әйләнә... Бәлки, лингвистикалағы яңы юл, асыштыр ул, белмәйөм. Ләкин иң шәп асыштың да аңлаусылары, яҡлаусылары булырға тейеш, шунһыҙ ул, тере тыуып та, күрәләтә тонсоҡтороп үлтерелгән, йәки мәрткә киткән бәпәйгә әйләнә. Хатта Ҡотлоев хәтлем Ҡотлоевтың да һине аңларға тырышмауы өҙә үҙәкте. Ә башҡалар менән ни хәл ҡылырһың?.. Шуны иҫәпкә алаһыңмы?

-- Һин әллә минең, дөйә ҡошолай, ҡурҡып, башты ҡомға тығыуымды, йәки фәндең һаҙ биҫтәһендә ойоуымды теләйһеңме?!

-- Туҡта, ҡыҙма. Ана шул һаҙ биҫтәһен нисек йырып сығырға икән, тим. Уның өсөн бер ус шәкерт эйәртеү генә етмәй, беләһең. Коллегаларыңды нисек һаҙҙан ҡалҡынып ҡарарға, Күктә Ҡояш барлығына инандырырһың икән? Ябай ғына әйткәндә, ҡалай итеп үҙеңә ҡор тупларһың?

-- Бөтә булған үткәндәрҙе файҙаланып, аҡыллы баштарҙы эргәмә ылыҡтырып. Бына хатта һине лә һөрһөп бөткән химик башың менән лингвистикаға еректереп барамын түгелме! — Баҡишев, эскерһеҙ кинәнеп, устарын ыуып көлдө. — Бөгөн һине (ә был үҙе оло эш!), иртәгә тегене үҙ яғыма ауҙарһам, улар аша башҡаларҙы ауҙарасаҡмын түгелме?! Мин эште иң бәләкәстән, һәр шәхестең үҙенән башлап ебәреүҙе лә беләмен, ха-ха-ха!

-- Ниңә көләһең? — Етди химик был урында ҡорҙашының хахылдауына аңламайыраҡ ҡараны. Шуны тойоп, Баҡишев та етди төҫ алды:

-- Йәғни ҙә мәҫәлән, алайыҡ бына һинең ҡартатайыңдың, атайың һәм үҙеңдең исемдәр мәсьәләһен. Улар һиңә ябай ғына исемдәр кеүек, ә үҙҙәре — мәсьәлә.

-- Ни өсөн?

-- Ни өсөн улар быуындар һайын таш һәм булатҡа, булат һәм тимергә — металға бәйләнеп килә (әгәр тикшерә китһәң, моғайын, ете быуынға тиклем дә шулайҙыр!), ә? Тоҡомдарығыҙ туранан-тура башҡорт промышленниктарынан — руда табыусы һәм булат ҡойоусыларҙан килеүенә ишара ул. Моғайын, һеҙҙең ауыл тирәһендә лә ташландыҡ иҫке рудниктар етерлектер.

-- Эйе, бар ине улар беҙҙең Сәнкем-Биктимерҙә, — тине Булаттимер, ҡыҙыҡһыныуы артып.



-- Бына шул. Ҡартатайыңдың исеме Моталлап — «буталлы уба» тигәндән килә (сөнки Бутал — Мотал — Металл, ә «ап» — апа, уба тигән һүҙ!). Хәҙер «бутал» тип ялтырауыҡ металл (алтын, бронза) биҙәктәрҙе атаһаҡ (мәҫәлән, буталлы сынаяҡ), борон ул, ғөмүмән, ал төҫтәге металды — баҡыр затын белгерткән, шул «бутал»дың тәүге ижеге — «бут» — «медь» (баҡыр) һәм «бот» — «пуд» ауырлыҡ үлсәү берәмеге (баҡыр иретеү мейесенә бер күтәреп һалырлыҡ руда миҡдары. Ә «бутал» үҙе «мотал» — «металл» рәүешендә шымарып үҙгәргән дә әлегәсә телебеҙҙә йәшәүен дауам итә, хатта һин уны малайыңа исем итеп тә ҡушҡанһың... Атайыңдың исеме Ташбулат менән үҙеңдең исемең Булаттимер — икеһе бер «формула»ның бер-береһенә ҡул бирешеп ҡап-уртаға бүленеше генә булып, бөтөнләйгә ул бабаларҙың металлургия промышленносы тарихын һәм асылын кәүҙәләндереүсе ҡатмарлы термин икәнен беләһеңме? (Бабалар беҙгә ҡарағанда тапҡырыраҡ булған: ғилми формулаларын, быуындан-быуынға бирелеүсе әҙәм исеме итеп, пергамент һәм ҡаяларға ҡарағанда ла ышаныслыраҡ тере «китап»ҡа — балаларына «яҙған»!). Дөрөҫөрәге, ул «формула»ны, ябайлаштырып, айырым-айырым өс һүҙҙең бергә ҡушылдығы итеп ҡарарға мөмкин: Атас — Булат — Тимер. «Атас-Булат»тан — Тасбулат (Ташбулат), «Булат-Тимер»ҙән үҙеңдең исем Булаттимер хасил була. Тәүге быуын «Атас», һәр кемгә лә мәғлүм, башҡорттарҙың борон-борондан тирә-яҡҡа таныҡлы һәм данлыҡлы булат ҡоросо ҡойоусылар төйәге Атас тауҙың (хәҙерге Магнитогорск) исеме. Был хаҡта Урал промышленносы тарихын һәм башҡорттарҙы яҡшы белгән атаҡлы урыҫ яҙыусыһы Павел Петрович Бажов бик асыҡ әйткән: «Сал Уралды тәүҙә үҙләштерә башлаусы башҡорттар араһында ер аҫты хазиналарын оҫта эҙләп таба белеүселәр күп булған, -- тип яҙа ул. Златоуст оҫталарын атаҡлы ҡорос ҡойорға өйрәтеүселәр тураһында һүҙ барғанда, немецтарҙың был өлкәләге өҫтөнлөген раҫлаусы Е. Федоровтың «Булат сере» (1944) романындағы Аносов яһаған асыштың «сит ил сығанағы булыуы» хаҡындағы концепцияны кире ҡағып, П. П. Бажов ысын булат ҡойоусыларҙың башҡорттар икәнлеген асыҡ әйтеп бирә: -- Халыҡ ярлы булһа ла, уларҙың шундай аттары һәм булат ҡылыстары бар — иҫең китер. Бысаҡҡа йә ҡылысҡа һуҡҡан боронғо биҙәктәр... мәңге төштәреңә керер» («Иванко крылатко» хикәйәте); «Әгәр ҙә немецтар уйлап тапҡан, имеш, тип йөрөтөлгән Златоуст булатының ҡәрҙәшен табайым тиһәң, ул ана шул иҫ китерлек биҙәктәр төшөрөлгән башҡорт бысаҡтары һәм ҡылыстары була ла инде» («Төп сер»). Мәшһүр яҙыусының хаҡлылығы ҡайһы бер фән мәғлүмәттәре45 аша ла тоҫмалланғандай: донъялағы яҡшынан да яҡшы («лучший из лучших») булат ҡоросо борондан уҡ «ҡара табын» аталған, ә унан ҡала икенсе сортлы яҡшы булат ҡоросо «әмәле табын» (Табын ҡәбиләһе әмәле, ысулы менән ҡойолған) исемләп йөрөтөлгән. Шул иң шәп булат ҡоросон ҡойоусы башҡорт ырыуы Ҡаратабын (Ҡарабан) һәм, ғөмүмән, Табын ҡәбиләһе үҙе ҡысҡырып тора түгелме ни был иҫке терминдарҙан?! Ә Табын ҡәбиләһенең Ҡара-Табын ырыуы башҡорттары әлмисаҡтан уҡ Уралдың тап шул юғары сифатлы булатты ҡойоу өсөн кәрәкле яҡшы тимер рудаһы табылған яғында, ергә күмеп яҡшы күмер яғылған һәм яҡшыларҙан яҡшы булат ҡоросо ҡайнатылған ерҙәрендә — хәҙергө Орскиҙан алып Силәбегәсә һуҙылған һәм борондан уҡ «Башҡорт тауҙары», «Таш билбау» тип йөрөтөлгән тау заводтары төйәгендә йәшәй ҙә. «Ҡара» («кәр») һүҙенең телебеҙҙә «ҡаты» мәғәнәһендә йөрөүен һәм Ҡара-Табън ырыу атамаһының Ҡара тип ҡыҫҡартылып, ә ул ырыу кешеләренең һәм ҡойған булаттарының ҡайһы саҡта «ҡарасы» тип йөрөтөлөүен дә иҫләһәк, шул «ҡарасы» тигәндән «ҡорос», «ҡырыҫ» һүҙҙәренең дә килеп сығыуын, ә «табын»дың — «табыусылар» (руда табыусылар) булыуы ихтималлығын да онотмаһаҡ, башҡорт ырыу атамаһы «ҡара табын»дың баяғы «ҡорос табыусылар» икәнлеге бермә-бер асыҡлана. Ә ҡоросҡа тиклем үк әле Барын-Табын (ҡыҫҡа әйтелеше Барын) башҡорттары ҡоя килгән боронғо металл иретмәһе Барын ырыу атамаһы буйынса «барынса» (бронза) аталыуын да иҫкәртәйек. Шулай ук: «Кәлсер-Табын» -- «гәлсәр табыусылар», «Йоморан (кумуран)-Табын» — «күмер табыусылар» түгелме икән?!. Үҙеңә яҡшы мәғлүм: бөгөн унда, Магниттау ҡалаһында, илебеҙҙең иң ҙур металлургия комбинаттарының береһе ҡалҡып сыҡты. — Баҡишев йәһәт инженерға калҡынып ҡараны. — Хәйер, ҡорҙаш, заманында уны һин үҙең төҙөштөң...

-- Шуныһы ныҡ иҫтә ҡалған: ул комбинатҡа котлован ҡаҙғанда бабаларҙың булат ҡоросо ҡайната торған мейестәренең емеректәре һәм металлургия ҡорамалдары килеп сыҡты — үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Тик йәл: береһен дә музей өсөн ҡомартҡы итеп йыйып ҡалдырмағанбыҙ...

-- Эйе.. — Баҡишев хискә бирелде. — Тау исеме «Ат-ас», бая ғына әйткәнемсә, үҙе үк тәүтелебеҙҙәге «ут-һыу» тигәнде аңлата («тас» — «таш» һүҙе лә шунан сыға). «Булат» иһә мин ҡулланған тәүтел реконструкцияһы ысулы менән ҡарағанда «аб-ал-ат» өлөштәрен тәшкил итеп, хәҙергесә аңлатҡанда «уба-алһыу-ут» тигәнгә ҡайтып ҡала (мейестә алһыу ут булып ҡайнаған уба ташын -- руданы аңлаталыр, күрәһең). «Тимер» ҙә үҙ сиратында «ат-аб-ер» («ут-уба-ер») өлөштәрҙән хасил бит.

-- Быныһына ла ышанам.

-- Һөҙөмтәлә бабаларҙың дуалистик фекерләүенсә ут (ат) һәм һыуҙың (ас) ҡушылыуынан хасил булған таштың (Атас), мейестә ҡайнап, «уба-ал-ут» — булат һәм «ут-уба-ер» (түбер, тамыр) — тимер тыуҙырыуы кәүҙәләнә һәм беҙ белгән таш — «Ат-Әс» — булат менән тимерҙең ата-әсәһе (Атас тауы) булып сыға. (Шул уҡ һүҙ — Атас — урыҫса «Отец» бит!). Атас тауы исеменең тулы мәғәнәһе, тимәк, «Ата-Әсә46» икән дә. Башҡортта әле лә ҡойоп ҡуйғандай ата-әсәһенә оҡшап тыуған баланы «атас» («тас») тиҙәр, ә әсәһенә (ана-инәһенә) генә тартым еҫерҙе «анаҡ» {«нәҡ») тиҙәр... — Күпме дөрләһә лә һүрелмәҫ Талир Ғөләм улы, дуҫының бөйөрөнә төртөп, ике күҙен сөкөрәйтеп йылмайҙы. — Һинең бынауы өҫтәл аҫтында мыш-мыш килгән малайың Металл да шул уҡ Моталлап тоҡомо — Атас булған да тыуған, ха-ха-ха!

-- Бынағайыш тамаша, — Шаһибәрәков тә шаяртып баш сайҡаны, — ысынлап та, үҙебеҙҙә икән дәһә металлургия тарихы!

-- Туҡта, һүҙем әле осланмаған. Һин әйткән ул «металлургия тарихы»нда баяғы тәүтелдең төрлө телдәргә тарҡалыу — тармаҡланыу тарихына ла ишара бар. «Атас»тан, уға «аҡ» (һыу төҫө) өҫтәлеп, таш балта исеме «тасаҡ» (урыҫса «тесак») хасил булһа, «тимер»ҙең тәүформаһы «төбөр» беҙгә хәҙер ҙә урыҫса «топор» булып хеҙмәт итә, ә «балта» — боронғо «булата» йәғни хәҙерге «балта» килеш һаман ҡулыбыҙҙа эш ҡырып йөрөй. «Топор» менән «балта» икһе берләшеп («Топор-Балат»), беҙгә мәҡәлдәге «тупар балта»ны ла, бына тигән Тимер-Булат (Тимербулат) исемен дә бирәлер. Шулар уҡ, урындарын ғына алмаштырып ҡуйһаҡ, «Булат-Тимер» — «Владимир» булып китә лә, минеңсә, хәҙергеһен күберәген урыҫ исеме рәүешендә ҡулланылып хеҙмәт итә. Һинең исемең, Булаттимер, асыҡ күренеүенсә, башҡортса әйтелмеш шул уҡ Владимир ул.

-- Бәй-бәй, асылда мин кем булып ҡалам һуң?

-- Булаттимер тип исемләнгән һин дә, Владимир тип аталған башҡаһы ла асылығыҙҙа бер үк тәүтел олононан ботаҡланған туған-тармаҡ телдәрҙә һөйләшеүселәр, тамырҙаш һәм олондаш ҡан-ҡәрҙәштәр булып ҡалаһығыҙ, йәғни ҙә... — Баҡишевтың күҙҙәрендә осҡондар баҙылданы, ул, кинәнеп, устарын ыуаланы. — Бына күрҙеңме, ҡорҙаш: һине лә үҙ атыма атландырҙым! Һинең ише оторо химия ҡомағы ла лингвистикаға боролоп баҡҡас, тимәк, хаҡлыҡ үҙе, тәүтел белеме булып, беҙҙең тәҙрәләрҙе ҡаға!

-- Иртәрәк тантана итәһең түгелме, ҡорҙаш? Минән дә бигерәк, Ҡотлоевтың тәҙрә төбөндә ҡаңғырмаһаң ярар ине.

-- Ә һин, комиссар, ҡаңғыртма, ярҙам ит. Хаҡыҡ хаҡына! Юғары даирәләрҙә ҡеүәтең бар ҙаһа.

-- Бының менән ни әйтергә теләйһең? — Шаһибәрәков, һағайып, күҙҙәрен секерәйтеп, Баҡишевҡа текләне.

-- Партияһыҙ большевик икәнемде беләһең... — Һыуынып ҡалған сәйен уртланы. — Шул сәбәпле, йәғни фирҡәғеҙҙә ағза булып тормағас, тәбиғи, Оло йортҡа йыш кереп йөрөй алмайым... Ә Ҡотлоев уның тупһаларын туҙҙыра ғына... Фәҡәт үҙенең ғилми мәктәбен — һуңғы һүҙ, хаҡлыҡ төйәге итеп күрһәтер өсөн...

-- Уныһы ла хаҡ.

-- Әллә, тим, комиссар, ошо турала беренсе секретарҙың ҡолағына төшөрәһеңме? Һин бит унда үҙ кеше — өлкә комитеты ағзаһы...

-- Тимәк, һинеңсә, һеҙ икегеҙ сисә алмаған «һарҙый төйөнө»н47 беренсе секретарь сабып өҙөргә тейеш. Ҡуш мөгөҙлө Зөлҡәрнәйендәй, булат ҡылысын ҡындан һурып һелтәй ҙә, һә тигәнсә, саф хаҡлыҡты — бер яҡҡа, нахаҡлыҡты икенсе яҡка ярып айыра ла бирә... Ҡайһындай тылсымлы ҡылыс!..

-- Хаҡлыҡ хаҡына ярайҙыр...

-- Юҡ, ярамай! — Шаһибәрәков тороп уҡ китте, йөрөнөргә кереште. — Һин, ҡорҙаш, һаман да шул граждандар һуғышындағылай, хаҡлыҡты ҡылыс менән сабып тапмаҡсыһың... Моғайын, үҙеңдең ғилми оппоненттарыңа: «Ҡыҙыл баррикаданың ҡайһы яғында тораһығыҙ һеҙ?!» — тип, яңғырауыҡлы яр һалырға ла әҙерһеңдер әле һин... Ләкин фәнни хаҡлыҡ, минеңсә, араларға баррикада үткәреп тә, баш ҡырҡышып та яҡлауға мохтаж түгел. Киреһенсә, ундай ҡылыҡтарҙан фән үҙе үлә. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәр, тоҫмаллауҙар гилми мәктәптәр бәрелеше — фәндең үҫеү, сәскә атыу мөхите, диалектика законы. Ҡотлоев һәм Баҡишев яҡлылар ҙа, минеңсә, баррикаданың ике яғында торған дошмандар түгел, ә бер үк хәҡиҡәт юллаусының ике күҙе, ике ҡолағы, мөслө ике ҡулы ғына...

-- Әгәр уларҙың икеһе ике төрлө күрһә, ишетһә, эшләһә?.. — Баҡишев әсе көлдө.

-- Баш мейеһе ни өсөн бирелгән беҙгә? Аҡыл ғәли йәнәптәре уларҙың икеһен бер күрһәткескә килтерәсәк — донъяның хаҡ сағылышын бирәсәк... Яңыраҡ мин иҫке яҙыуҙар, уларҙың серен сисеү йәһәтенән тыуған бәхәстәр тураһында бер китап уҡыным. — Шаһибәрәков ҡуйын дәфтәренең кәрәкле битен аҡтарып тапты. — Һәм, беләһеңме, унда миңә нимә оҡшаны? «Гипотезалар, — тип яҙа һинең кеүек үк еңмешле һәм емешле эшләгән ғалим, — хатта үтә ҡыйыу, бәхәсле, ҡайсаҡ фәнгә ҡаршы булып тойолғандары ла, һәр ваҡыт ғилми фекерҙе алға этәрә. Оппонент-скептиктар, уларҙы кире ҡағыу өсөн, факттар тупларға тотона, шуның менән проблеманы өйрәнеүҙе тәрәнәйтә, һәммәбеҙҙе хәҡиҡәткә яҡынлаштыра. Бына ниңә гипотезаларға хөрмәт һәм иғтибар менән ҡарарға кәрәк». Шәйләнеңме? — Шаһибәрәков ҡуйын дәфтәрен кире һалды. — Һеҙ икәүҙең сәкәшеүе лә, миңә ҡалһа, дөйөм фән файҙаһына.

-- Ләкин беҙҙең шул сәкәшеү арҡаһында әле булһа диалекттарыбыҙ мәсьәләһе хәл ителмәүен, һөҙөмтәлә милләтебеҙҙең өстән бер өлөшөнә һаман мәктәптәрҙә милли әҙәби тел уҡытылмауын иҫеңдән сығарма, комиссар.

-- Шуның өсөн мәсьәләне ҡылыс менән хәл иттертмәксеһеңме?! Оппонентыңды тәүҙә һаҙға батыртып, шунан һуң башын киҫтертеп...

-- Ниндәй һаҙ? Кем батыра?

-- Ниңә Һайылмаш буйындағы онотолоп бөтә яҙған гонаһ шомлоғон яңыртаһың? — Шаһибәрәков урынына ултырҙы.— Ҡотлоевты батырыу өсөн түгелме был? Дуҫтарса буламы ни был?

Баҡишевтың ҡулы ҡалтыранды, сынаяғын өҫтәлгә ҡуйҙы.

-- Хоҙай яҙмаһын, әммә ул Ҡотлоев дуҫыңдың ҡулы ҡалтырамаясаҡ. Әйтәм бит: көнө килһә беренсе осраҡта уҡ мылтыгк тәтеһенә баҫасаҡ...

-- Улай ярамай, ҡорҙаш. Аҙ үттекме ни өсәү бергә ҡыҙыл әләм ҡанаты аҫтында утты, һыуҙарҙы! Аптырайым мин һеҙгә, лингвистарға... Бына беҙҙән — технократтарҙан өлгө алығыҙ, исмаһам. — Һүҙҙе шаяртыуға борҙо. —- Нимәнән башланыҡ беҙ? Боронғо нефть промышленнигыбыҙ Нәҙир Уразмәтов48 менән химигыбыҙ Изге Әйүповтар49 ҡора башлаған нигеҙҙәрҙән. Фекерҙәр төрлө булды, емешлеләре дөйөмләштерелеп, илгә танһыҡ нефть-химия заводының проектында һынланды. Һөҙөмтәлә һәммәбеҙ өсөн уртаҡ хәҡиҡәт табылып, ҡала осонда бөгөнгө мөһәбәт заводыбыҙ ҡалҡына! Һәм бер кем дә, үҙенең шәхси абруйы өсөн көйәләнеп, ғалим намыҫын әрһеҙләмәне, фәнни әхләҡте боҙманы. Фәнни әхләҡ — һулыш алған атмосферабыҙҙай сап-саф булырға тейеш, юғиһә фән тонсоғасаҡ, мещанлыҡ һәм карьеризм һаҙлығына батасаҡ... Көн килер — икегеҙҙең тәғлимәттән уҡмашҡан бер дөйөм тәғлимәт тантана итер.

-- Һине нисек аңларға? Ҡотлоевтың яңылышлығын төҙәттертеүҙән баш тартаһың? Ниңә шуны Оло йортҡа мәғлүм итмәҫкә? Партияның фәндәге етәкселек ролен кәметәһең түгелме?

-- Һинеңсә, ул етәкселек — фәндә ҡайһылай итеп асыштар яһау тураһында фармандар биреүҙән, йә булмаһа ҡапма-ҡаршы фекерлеләрҙең береһенең арҡаһынан һөйөп, икенсеһенең башына һуғыуҙан ғибәрәтме? — Шаһибәрәков, хәтәрләнеп, ҡыҫып быуған яҫы билбауы аҫтынан ҡулын йөрөттө — ҡара буҫтау гимнастерка итәгенең сөрөштәрен тигеҙләне. — Юҡ, ҡорҙаш, партиянан быны өмөт итмәгеҙ. Беҙҙең өсөн ул былай ҙа күпте бирҙе. Ленин байрағын күтәреп үҙебеҙ яулап алған Совет власынан башлап, өсөбөҙҙө лә — кисәге ялпы улдарын — иң юғары мәғрифәтле ғалимдар яһап кем үҫтерҙе? Хәҙер инде алда торған мәсьәләләрҙе үҙебеҙ сисергә һәләтле. Һәләтле генә түгел, бурыслы! Бөгөн үҙем төҙөгән нефть-химия заводында иртәгә үк илгә кәрәкле нәмә — яғыулыҡ һәм яңы синтетик материалдарҙы бирә алмайым икән, тимәк, үҙем ғәйепле, эшләп еткермәгәнмен! Һеҙ, гуманитарҙар, үҙең әйткәндәй, ошо көнгәсә милләтебеҙҙең өстән бер өлөшөнә үҙ милли телеңдә уҡыу сараһын ғилми нигеҙләп бирмәгәнһегеҙ икән, тимәк, гонаһын да үҙегеҙ күтәрегеҙ. Киләсәк өсөн һеҙҙең кемегеҙҙең хаҡлы булыуына ҡарағанда, ул хаҡлыҡтың тиҙерәк бойомға ашырылыуы ҡиммәтлерәк. Ҡотлоев ингән ишектәр һиңә лә асыҡ, һин дә үҙеңдең хаҡлығыңды дәлилләп даулай алаһың. Уға китһә, талантлы ғалим иң талантлы асышын да бойомға ашыртыу талантына эйэ булырға тейеш. Шунһыҙ уны талантһыҙҙар тапап уҙа! Һәм мин һиңә әйтәйем, — Шаһибәрәков ҡорҙашына күҙен тултырып ҡараны, — әгәр яҫҡынып яуға сыҡҡанһың икән, уҡ-һаҙағыңды төҙөк тот — шунһыҙ уҡҡа ҡаршы уҡ осора алмаҫһың. Йәғни мәҫәлән, дәлилдәрең тос булһын! — Ҡорҙашының яурынына ҡулын һалды, ирен ҡырыйы менән генә көлөмһөрәне. — Лингвистика серҙәренә ҡағылырға баҙнат итә алмайым, әммә дөйөмөрәк яҡтан һуҡтырырға ниәт бар. Әле генә тасуир ҡылған «металлургия тарихы»на ҡарағанда, башҡортто ифрат аҡыллы ла булдыҡлы итеп күрһәтәһең түгелме, әшнәкәйем? Уға кем ышаныр? Дәлилдәрең ҡайҙа, тип әйтәсәктәр.

-- Тупрағыбыҙҙа ятҡан иҫәпһеҙ күп убалар, ҡала һәм һала50 урындары, унда табылған иҫәпһеҙ күп баҡыр, бронза, тимер, булат ҡорос, алтын-көмөш әйберҙәр дәлил түгелме?

-- Бер килке ғалимдар, һин үҙең дә беләһең, ул ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы башҡорттарға ҡаратмай (йәки ҡаратырға теләмәй) — башҡорт бабалары Уралға XI быуаттан һуң ғына килгән тип бара.

-- Ха-ха-ха, мәсхәрә! — Баҡишев күҙйәштәре атлығып сыҡҡансы көлдө лә яулыҡ осо менән ҡоротто. — Ә улайһа беҙҙең институтта тау-тау өйөлөп ятҡан папкаларҙы — башҡорт халҡының ауйҙ-тел ижады өлгөләрен ҡайҙа ҡуябыҙ?! Таш быуат осоронда уҡ тыуғанлығы бәхәслекһеҙ эпостарыбыҙ йәмғеһе ниңә Уралға, Уралдағы ер-һыуҙарға тамыры менән ереккән? Йәғни мәҫәлән, иң сал ғүмерле эпостарҙағы ер-һыу атамаларыбыҙ нисек итеп ошо көнгәсә Уралдағы ғәмәли ер-һыуҙарыбыҙҙың исемдәре рәүешендә юйылмай йәшәп ята? Әгәр ҙә ҡайҙан ел ташлап күсеп килгән икән, ниңә башҡа яҡтарҙағы башҡа тауҙы, ер-һыуҙарҙы изгеләштермәгән халыҡ? (Ә бит эпос, фәндә мәғлүм, бер халыҡта ла башҡа халыҡтарҙан үтескә алынмай!). Йәки ниңә, әгәр бында, Уралда, тимен, XI быуатҡа ҡәҙәр башҡорттар килгәнсе башҡа бер халыҡ йәшәгән икән, ниңә ундай халыҡтар — йәғни Уралға тамырланып төйәкләнгән донъя әһәмиәтендәге сал эпослылар башҡорттарҙан башҡа юҡ?! — Баҡишев, ғәҙәтенсә, ауыҙлығын сәйнәп өҙгән аҫауҙай ярһыуланып, ырғып торҙо ла дөбөр-шатор йөрөндө. — Донъя танып хайран ҡалырлыҡ Уралға бәйле сал эпостар башҡа ҡайһы халыҡта бар?! Ҡайһы халыҡ хәтерендә атайсалын да, эпостарын да бер-береһенән айырмайынса Уралға бәйләп быуаттар аша килтереп еткергән?!

-- Һе! — тине Булаттимер. — Башыңа бер сүмес һалҡын һыу ҡояйым әле, улайһа. Хәтерендә килтереп еткергән, тиһең. Һинеңсә, башҡаларға ҡарағанда ла оҙон хәтерле килеп сыға инде. Шул уҡ ваҡытта башҡортоңдоң хәтере ҡуян ҡойроғондай сонтор икәнен дә онотмайыҡ.

-- Был ни тигән һүҙ тағы?

-- Хәтере ҡыҫҡа булмаған халыҡ бер-ике быуат дауамында үҙенең боронғо ата-баба һөнәрҙәрен — металл иретеп ҡойоу, булат ҡоросо ҡайнатыу, алтын-көмөш биҙәкләүҙе онотормо? Хәтеренән сығарып, ҡул араһынан ысҡындырып, Африканың бушмендары менән тиңләрлек томана булып ҡалырмы?! Бынау торған ун һигеҙенсе быуатта ғына ете ҡат ер аҫтындағы Урал хазиналарын асып, Рәсәй-әсәйебеҙҙең көс-ҡеүәтен арттыртмаҡҡа таҫыллы һәм аҡыллы эш иткән баяғы аҫыл ирҙәрен — рудопромышленник Исмәғил Тасимовтарын, нефсе Нәҙир Ураҙмәтовтарын, химик Изге Әйүповтарын хатта бөтөнләй булмағандай иҫләмәй йәшәр инеме?!

Баҡишев, иҙән уртаһында ҡаҡҡан бағаналай туҡталып, ҡорҙашына оҙаҡ ҡына текләне:

—Ниңә алыҫ йөрөргә: арабыҙҙан әле яңыраҡ ҡына донъя кискән мәшһүр шағирыбыҙ Шәйхзада Бабичтың ҡәбере ҡайҙалығын ошо көндә ҡайһыныбыҙ хәтерләй? Ә бит 1922 йылда ғына халыҡ уны өмә итеп тәртипкә килтергәйне, шул хаҡта гәзиттәр яҙып сыҡҡайны, ә хәҙер белеүсе лә юҡ51. Башҡорттоң маңҡортҡа әүерелә барыуы был...

-- Сәбәбен әйт һин миңә!

-- Сәбәбе үҙебеҙҙән, быуаттар буйынса бара был. Азатлыҡ яулайбыҙ тип ҡылыс күтәреп, аҙаҡ ҡанға батып йығылабыҙ ҙа аҡ батшаның майлаған ҡайышына әйләнәбеҙ, ҡылыс күтәрткән хәтеребеҙҙе юябыҙ – ул беҙҙе тәләгән яғына бороп ишә... Баяғы мәктәп мәсьәләһен генә алайыҡ: һинең менән мин, дәһшәтле һуғыш ҡырҙарында ҡан ҡойоп ошо совет хакимиәтен урынлаштырған ҡыҙыл башҡорттар, башҡорттарҙы башҡорт телендә уҡытыуҙы ла урынлаштырырғы тейеш, мотлаҡ тейеш инек бит! Ләкин ул мөһимдәрҙән мөһим изге эште кемдәргә тапшырып ҡуйҙыҡ?! Үҙ тиреһен, ҡорһағын ғына ҡайғыртыусы мәхлуҡҡа әйләнә башҡорт...

Дачаһында утлы сыуал ҡаршыһында ошоларҙы иҫләгәс, Моталдың йөрәге сымырҙаны.

Хәтер! Замананың айышына төшөндөртөүсе, донъя ҡуласаһын матҡып әйләндертеүсе тылсымлы ҡөҙрәт һин, Хәтер! Б. э. тиклемге III быуаттан алып б. э. III быуатына тиклем Каспий диңгеҙенән көньяҡ-көнсығышта Ғәрәп диңгеҙенә тиклемге арауыҡта күрше Рим империяһы менән ярышырлыҡ һәм алышырлыҡ хөр дәүләт (Бүре-Өфө -- Парфия) ҡороп йәшәгән бабаларыбыҙҙың Хәтер тигән изге ҡалаһы булған, ундағы Хәтер изге ҡорамының алтүрендә (алтарында) алтындан ҡойолған Хәтер исемле изге хоҙайбикә һыны баҫып торған — хәтер бына ҡайһылай изге һаналған! Хәтер-хоҙайбикә сөнки иң кәмендә ете быуын ата-бабалар шәжәрәһен хәтерҙә тотоуҙы һәм шулар хаҡында ныҡ хәтер һаҡлауҙы, хәтерләгән берен онотмай хөрмәт итеүҙе һәр кемгә лә йөкмәткән. Ана шуларҙы онотоп, ҡәрҙәштәренә һәм илдәштәренә зыян килтереүселәрҙе «Хәтере ҡалған» һанағандар, шуға күрә бабаларыбыҙ бер кемгә лә насарлыҡ эшләмәҫкә, Хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышҡандар. «Хәтер ҡалыу», «хәтерен ҡалдырыу», «хәтерем ҡалды», «ҡалған хәтер» кеүек һүҙбәйләнештәрҙе бөгөн дә һәр башҡорт кешеһе телмәрҙә киң ҡуллана, үҙенең дә, башҡаларҙың да Хәтерен һаҡларға тырыша. Әммә, һәр беребеҙ үҙебеҙҙең хәтерҙәрҙе ҡыҫҡартып, сал тарихлы халҡыбыҙҙың Хәтерен ҡалдырманыҡмы икән?!.

Хәтер! Һине ҡалдырған, юғалтҡан бәндәләр үҙҙәрен дә юғалта... Күреп торам, ошоларҙы уҡығанда ауыҙы мыҫҡыллы йырылды нигилистың: Баҡишев ҡарт менән автор раҫлауынса, бөтәһенә лә башҡорт алдан өлгөргән, барыһына ла аҡылы еткән, бер кәмселеге лә булмаған булып сыға, тип көләһең. Улай тип аптырама, ә нисек ул, халыҡ тиклем халыҡ, бабалары ҡаҙаныштарының барыһын да онотҡан йәки онотоу дәрәжәһенә еткән — Хәтере ҡалған, тип һорау бир. Авторға түгел, үҙеңә, сөнки һин дә халыҡтың өлөшө бит. Һәм шуны ла таный бел: хатта үҙеңдең миллион йылдар буйы ынйылай бөртөкләп ҡорған иң бөйөк ҡаҙанышыңды — әсә телеңде һанға һуҡмай онотоуың кеүек «һәләтлек»тәргә лә эйә була белдек беҙ... Көл әйҙә, аҙаҡ үҙеңә иларға тура килмәһен. Һинең кеүек үк, мин дә халҡымдың бик күп кәмселектәрен, аҡылһыҙлыҡтарын беләм, ләкин һиңә был юлы мин Намыҫ Хәтере тигән көҙгөнөң йөҙөн — яҡты яғын танытам, йөҙө артындағы ҡараңғыһын үҙең дә күреп алырһың, уйлай-уйлай аңларһың тип ышанам, уҡыусым. Мәгәр шуныһы мәғлүм: был заманда ябай китап уҡыусы ғына түгел, хатта әҙәби тәнҡитсе, тарихсы ғалимдарыңдың да байтағы баш ватып уйланырға, эҙләнергә яратмай — автор уларға сәйнәп ҡаптырырға тейеш... Ярай, йәне һөйгән — йылан ите ейгән, тигәндәй, талабығыҙ үтәлер, әфәнделәр: көҙгөнөң арт яғына ла бер баҡтыртып алайым. Элек ҡарттар ғына һөйләй торғайны, хәҙер инде һәммәбеҙ ҙә беләбеҙ: беҙгә күрше генә ҡаҙаҡта (һәм шулай уҡ башҡортта ла!) борондан уҡ «манҡурт» тигән атама һәм хикәйәт бар. Ҡаҙаҡ байғуралары, имеш, әсир төшкән бәндәләрҙе һис нәмәне (хатта үҙенең әсәһен дә!) иҫләмәҫлек итеп иҫәрлеккә, хәтерһеҙлеккә — ике аяҡлы эш хайуаны хәленә төшөрөү өсөн, сәстәрен ҡырып ташлап, ҡулдарын артҡа шаҡарып, баштарына ишәктең сей тиреһенән таҡыя тегеп кейҙерткән. Сей тире кибеп тартышыр ҙа, бәндәнең аҡылын юйҙыртып, ҡорос дүңгәләк рәүешле матҡып ҡыҫыр, әҙәм башы урынына тауыҡбаш -- манҡурт яһалыр икән... Ә беләһеңме ул «манҡурт» һүҙенең ҡайҙан килеп сығышын да нимәне аңлатыуын? Олатайҙар юрауына таянып, «ман» — «мин», «ҡурт» — «ҡорт» була, тиһеңме? Ярай, һинеңсә ҡалып торһон. Ә улайһа «башҡорт» һүҙенең боронғораҡ әйтелеше «баҙҡурт» үҙе нимә һуң? «Баҙ» — «беҙ», «ҡурт» — шулай уҡ «ҡорт» булып сыға түгелме? Тимәк, тәүгеһендә бер «мин» генә «ҡорт» булһам («манҡурт»), һуңғыһында бөтә«беҙ» ҙә «ҡорт» («баҙ-ҡурт») имеш... Күҙгә төртөп әйтә алам: ҡасандыр ғорур тоҡом «баҙҡурт» тарихтың бер осоронда ана шул ғорурлыҡ сифатынан ҡолаҡ ҡағып ваз кискән — ғорурлығын хәтерләмәүсе манҡортҡа — иҫәрйәнгә әйләнгән...

Нәфрәтләнмә, уҡыусым, күҙеңде асып ҡара: манҡортлоҡ бит ошоғаса арабыҙҙа һәптәндәп йөрөп-ята. Шул бит һине, мине кәрәкле саҡта күҙҙе йоморға, телде тешләргә, ҡолаҡтарҙы тығырға, ә намыҫты аша атлап уҙырға, түрәлекле хакимдарҙың бер хуплап ҡул сабыуы хаҡына йәнең тартмаған теләктәрен үтәргә, яҙыҡ һүҙен оранларға күндерә... Әгәр шулай булмаһа, ата-бабалар төйәгендә арыҫландан сүл бүреләре үрсер инеме?! Азатлыҡ даулап батша самодержавиеһына ҡаршы яу кискән бер-бер артлы өс быуын ир арыҫланы Күсем — Аҡай — Абдулла батырҙар тоҡомон кем белмәй?! Ләкин шул уҡ бер ҡатарҙан ошо уҡ илдә Күсемдәрҙе, Сурағолдарҙы52, Салауаттарҙы батша самодержавиеһына бер кафтанлыҡ буҫтау өсөн тотоп һатыр бер-бер артлы өс быуын бәдбәхет Дивай — Сөләймән — Ишмөхәммәт хаиндар тоҡомо ла булғанды беләбеҙме?! Белһәк һәм һабаҡ алһаҡ, заманалар үтә биреү менән шул уҡ ғорур тоҡом болыпевик Булаттимер Шаһибәрәковтарҙың башын ашар бәндәләр табылыр инеме?! Былар, әҙәм боҙоҡлоғон күрһәтеүсе ғибрәттәр, әллә юҡһа, киреһенсә, Хәтер Көҙгөһөнөң яҡты йөҙөн онотоп, ҡараңғы яғын бағыу кеүек зәғифлектән киләме?..

Заманалар үҙгәрҙе — хәйләләр ҙә үҙгәйләнде. Бәндәнән манҡорт яһау өсөн инде сей ишәк тиреһенән таҡыя кейҙертеү кәрәкмәй — көллөһө тел ярҙамында үтәлә. Бер яҡтан, халҡының данлы үткәнен телгә алмау — өндәшмәй йәшереп ҡалдырыу. Икенсе яҡтан, халҡыңдың үткәне юҡ — әле генә ҡырағайлыҡтан сыҡҡан һин, тип туҡтауһыҙ тел туҡып тороу. Урыҫ туғандарҙа мәргән мәҡәл бар: әгәр ҙә берәүгә көн дә, көн дә «һин сусҡа» тип сүкеһәң, көндәрҙең берендә ул ысынлап та сусҡа булып хорхолдай башлар...

Булаттимер Шаһибәрәков менән Талир Баҡишев, ике ҡорҙаш, ул иҫтәлекле әңгәмәнең аҙағында ниндәй һөҙөмтәгә килеүен Мотал, әлбиттә, белмәй. Фәҡәт атаһының да ырғып тороп иҙәндә йөрөнөүен, уйланыуын хәтерләй. Ул, бәлки, эстән генә булһа ла, Оло йортта Баҡишев хаҡында һүҙ әйтергә тәғәйенләп тә ҡуйғандыр, сөнки уның тәғлимәтенең хаҡлылығына инаныуы шикһеҙ ине. Ләкин ике ғилми ағымдың тәбиғи алышын битәбиғи яһаған хәйерһеҙ хәл килде — 1937 йылдың һалҡын көҙөндә һалҡын ҡанлы Ҡотлоев тәтегә баҫты... Баҡишев киҫәткәнсә...

Шунан һуң атаһы мәрхүм дә, Баҡишев та бәләкәс Моталдың күк офоғонан ҡайҙалыр олағып юғалды — әсәһе, бәләкәс кенә һеңлеһе ҡатарында малай күңелендә көр тауышлы олпатйән -- уларға йышыраҡ инеп йөрөй башлаған, хәҙер инде уның атаһы ҡорған заводтың директоры булып алған Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы Яубаҫаров ҡына ҡалды. Мотал шуны ла хәтерләй: атаһы юҡҡа сыҡҡандан һуң әсәһенең дә, Яубаҫаровтың да, таныш-белештәрҙең дә төҫтәре ҡапыл үҙгәреп, күңелдәре һалҡынайып, әҙәм балаһы йылмайыуҙы онотҡандай, ғөмүмән, донъя һыуығайып киткәндәй тойолдо. Яубаҫаров менән әсәһе, быш-быш һөйләшеп, атаһынан ҡалған төрлө ҡағыҙҙарҙы, китаптарҙы утҡа яҡты. Быға тиклем уларҙың ишек төбөндә генә тукталып, баҫалҡы ғына һөйләшә торған дворник ағай ҙа хәҙер, бысраҡ аяҡтары менән залға уҙып, яман ҡысҡырып өндәшер булды, ләкин әсәһе, иҙәнде бысратҡаны өсөн асыуланаһы урынға, дворникка ярамһаҡланып инәлер, артынан ҡалмай оҙатып сығыр ине... Бәләкәс Мотал бергә уйнаған тиңдәшенән — дворник улынан — үҙенең инде «халыҡ дошманы малайы» икәнлеген, атаһының исемен дә, фамилияһын да телгә алырға ярамағанлығын белде. Шуға күрә әсәһе менән Яубаҫаров уның исемфамилияһын хәҙер Металл Булаттимер улы Шаһибәрәков тип түгел, ә Мотал Владимирович Бараков тип йөрөтөләсәген игәп-өгөтләгәс, ҡарышманы. Фәҡәт исемен генә Металл тип ҡалдырыуҙарын үтенде — атаһының өндәшеүҙәре ҡолаҡ төбөндә зыңлап торғанғалыр инде. Ошо көндән алып малай күңелендә һалҡын боҙ уҡмашҡандай булды, әйтерһең, үҙе һымаҡ тере исем-фамилияһын туңдырып, уны мәңге атаһынан айырҙылар. Был һалҡынлыҡ, Мотал үҫә барған һайын ҙурайып, әсәһе менән араһына өйөлдө, уларҙы алыҫлаштырҙы...

Атаһы мәрхүм менән уның дуҫы Баҡишевтың, хәҙер инде Баҡишев ҡарттың, лингвистика буйынса үткәргән әңгәмәләрен онота алманы Мотал. Шуға күрәме икән, вуздан химик-ғалим дипломы алып сыҡһа ла, күңеле нәфис һүҙгә нығыраҡ тартылды — ул әҙип булып ҡалды. Ә Баҡишев янып-көйөп эшләй башлаған тәүтел белеме, үҫеп етмәй битәбиғи өҙөлгәс, ғалимдар өсөн яҡлауы ҡыйынлыҡлы «хәйерһеҙ тема»ға әйләнеп, аҙмы-күпме шәкерттәре лә сәсрәп-һибелеп бөттө лә онотолдо. Фәҡәт һуңғы йылдарҙа ныҡ үҫеш алған диалектология фәне һәм халыҡ мәғарифының яңыса көнүҙәк бурыстары «өсөнсө диалект» проблемаһын ҡайтанан килтереп сығарҙы ла Баҡишевтың күмелеп ҡалған хеҙмәттәрен йыйнап-барлау башланды һәм, һис көтмәгәндә, Баҡишев ҡарт үҙенең тәүтел өлкәһендәге «сәйер» эҙләнеүҙәре менән үҙ заманында уҡ төбәк фәне ҡыҫаларынан ашып, донъя фәне офоғона сыҡҡанлығы асыҡланды, үҫеп килеүсе йәш көстәрҙең (араларында Ҡотлоевтың яңғыҙ улы Әсҡәр ҙә бар!) замандаш һәм фекерҙәшенә әйләнде. Ҡыҙмаса холоҡло, ҡырыҫ тауышлы Баҡишевтың бәғзеләр өсөн әллә ҡасан «саң булған», бәғзеләр өсөн әле лә яғымһыҙлығын һаҡлаған үтә сәйер образы, шешәнән сыҡҡан ғифрит һымаҡ, ҙурайғандан-ҙурайып, ошо көндә Тарих һәм филология институтында директорлыҡ ҡылып һәүетемсә генә йәшәп ятҡан профессор Ҡотлоевтың, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ҡотон алды, яҡты күген ҡапланы, хатта йоҡлағанда ла, төштәренә кереп, һис тынғылыҡ бирмәне...

Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа... ни өсөн һуң әле Мотал онотолоп бөткән Баҡишев ҡартты, уның «тәүтел белеме»н хәтерләне? Әллә бөгөнгөнөң секунд уҡтарын да үткәндәрҙең пружинаһы тартамы? Кешелектең үләтләнгән рухосфераһын таҙартыуҙа Баҡишевтың да ҡатнашлығы талап ителә түгелме?!

Дача йортоноң тәҙрәләрен киске сула күмһәретте — көн ағы әлйеү-мәлйеүләнгән, ҡала халҡы эштән ағыла башлаған мәл. Шуны дөрөҫләгәндәй, ара-тирә башҡа йорттарҙың да мөрйәләренән төтөн бағаналары борҡораны. Сетерекле уйҙарының осона сыға алмай, языусы төп ниәтен үтәргә Яубаҫаров дачаһына йүнәлде.

Хан һарайылай иркен йортҡа аяҡ баҫыуы менән уны сәйер шомло йомаҡ мөхите сорнаны. Ҡәҙимгесә өлтөрәп торған хужабикә Мәрфуға ханымдың да, ҡыҙмасараҡ булып өлгөргән хужаның үҙенең дә, ишек алдындағы йылы түтәлдән, тышта әле күҙәнәкләнеп мәреү ҡар ятыуға ҡарамаҫтан, йәшел һуған, ҡыярҙар күтәреп индергән һәм залдағы оҙон өҫтәлдә апаһына табын әҙерләргә булашҡан «сиҙәм сиңерткәһе» (Хөппөлгәрәй таҡҡан ләҡәп) Абуталиптың да, хатта тәҙрә төбөндә битен йыуып ултырған, һеләүһендәй дәү сыбар бесәйҙең дә йөҙҙәренән, хәрәкәттәренән йәнгә тейгес шомло туҡлыҡ, ғәмһеҙлек тойғоһо бөркөлә. Ҡәләмдәшенең ҡәҙимгесә ҡыҙара-бүртенгән ҡыҙмаса йөҙөн күреү менән:

-- Йә, Абуталип-Буталып Сиҙәмский, шиғыр-миғырҙар шыттыраһыңмы? – тип тәбрикләне.

-- Шыттырыуҙан ни файҙа, түрә-мүрә ҡәҙереңде белмәгәс.

-- Ә һин түрәләргә тип түгел, халыҡҡа тип яҙ. Юҡһа, тырнап алыр өс бөртөк ярмаң юҡ.

-- Ыңғырсаҡ Уральскийҙыҡы бармы? Миңә тәтемәгән фатирҙы бирҙегеҙ.

-- Яға аҫтына һалыуыңды кәметһәң, һиңә лә булыр.

-- Ул һалмаймы?

Сиҙәмлегә иғтибарын һүрелтеп, Мотал кире үҙ ғәмдәренә ҡайтты. Бешеп һытылырға торған әфлисундарҙай тиртеү күкрәкле берҙән-бер ҡыҙҙары Шәмсура туташ төпкө бүлмәнең ярым ҡыҫыҡ ишегендә күҙгә салынып, шарҡылдап көлөүе түгелгәс, хәтәр таныш ир-ат ауазы ла шуға ялғанғас, Моталды бында алып килгән язалы тойғо уғата тынысһыҙланы. Ҡушҡулын һуҙып килеп күрешкән бажаһы Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улының кабинетына икәүләшеп инеп бикләнерҙән элек, хужа кеше ҡайҙалыр олаҡҡан арала, Моталды уҙ күргән Мәрфуға ханым уның ҡолағына серҙе сисергә лә өлгөрҙө:

-- Үҙең белмәгән нимә бар, кейәү-балаҡай... Шәмсурабыҙҙы әйтәм, һыуһөлөгөләй һомғол буй-һын менән ата йортонда оҙаҡлабыраҡ ҡалды шул... — Ҡарсыҡ, ҡорошҡан-арыҡ ҡулы менән яулыҡ осон ҡайтарып, күҙ йәштәренә сылатып та алды. — Атаһы әйтә, ҡулымда мөс бар саҡта, берҙән-бер ҡыҙымды бәхетле итәсәкмен, ти... И Илаһым, ҡасан күрербеҙ икән шул изге көндө... Юғиһә береһе килә, береһе китә, тигәндәй, нисәмә-нисә буласаҡ кейәүҙән күҙ яҙҙырҙыҡ инде... Әле ишетәһең бит: йәнә лә яңы ҡунаҡ -- Шәмсурабыҙ нәүбәттәге буласаҡ кейәү-бала менән гөлдөрләшә үҙенең бүлмәһендә...

-- Кем тағы? Теге килгәнемдә генә «буласаҡ кейәү»егеҙ профессор Йыһандар Хәкимуллин ине.

-- Йыһандар менән былайыраҡ булды... — Ҡарсыҡ һүҙен осларға өлгөрмәне, күрше бүлмәнән Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улының көр тауышы тәҙрәләрҙе зыңғырлатты:

-- Әсәһе, ниңә тотаһың бажаны? Һинең шышый-бышыйҙарың бөтмәҫ унда!

-- Әү, хәҙер, атаһы!

-- Еңелсә генә ҡапҡыларға ҡаҙ ботомо, ҡаҙы ҡалъяһымы керет.

-- Залда оло табын көтә бит, атаһы? Шәмсуралар ҙа сыға.

-- Беләм мин уларҙың бөтмәҫ шышый-бышыйҙарын! Килтер, тигәс, килтер!

-- Хәҙер, атаһы!

Ҡарсыҡ менән Мотал ҡушарлап барып керҙеләр. Хөппөлгәрәй Шәңгәрәй улы, сейфын асып, аҫҡы кәштәнән әрмән коньягы һурҙы, ике оҙон стаканға ҡап урталай бүлеп һалды, буш шешәне ҡаҡ иҙәндән шуның кеүек үк тиҫтерҙәре ҡатарына мөйөшкә тәгәрләтте.

-- Ҡуйсы-ҡуйсы инде, атаһы, артыҡ булып китмәҫме?

-- Етте, бүҙәнә, минең ҡапҡан беремде һанап торма! Яубаҫаров эштә ҡапмай — Яубаҫаров өйҙә ҡаба. Мине тыйыуҙан элек, минең һымаҡ ғүмер буйы зарарлы цехта эшләп ҡара! — Ҡунағына боролдо. — Тот, бажай, булдыҡ иҫән! — Ҡунаҡтың ни әйтерен дә көтөп тормай, тулы стаканды ҡара тамағына ҡапланы: Яубаҫаровтың «классик» ғәҙәте ине был — күҙенәсә тултырылған ҡырлы стакан булмаһа, ярым-йорто ғына һалынған соҡорҙан эсә алмай.

-- Әйҙә, етеш ҡаҙыһынан! — Коньяк өҫтөн арыулап баҫтыртҡас ҡына, туранан-тура эшкә күсте. — Йә, ни ғәм менән йөрөшөң? Бында, минең айыу өңөнә, әрмән коньягы һемерер өсөн генә килмәгәнһеңдер тип беләм. Тыңлайым.

-- Ғәмдәрҙең дә кәттәһе, Хөппөлгәрәй Шәңгәрәйевич. Әле генә үҙең атаған зарарлы цех тураһында. — Мотал яманаты сыҡҡан «Шүлгән йылғаһы»на сәйәхәт ҡылыуын, завод ҡоймаһы аҫтынан — Йәншишмә үҙәненә, завод мөрйәһе башынан — зәңгәр Күк даирәһенә урғылған «Шүлгән шаҡшыһы»ның самаларҙан ашыуын, төбәк мөхите һәләкәткә тарый барыуын үҙ күҙҙәре менән күргәнлеген һәм, әгәр ҙә хәл яҡшыға үҙгәрмәһә, шул хаҡта матбуғатта оран һалырға тура киләсәген туғандарса асыҡтан-асыҡ тиште.

-- Күреп торам, Ҡәҙерғол ҡартта булғанһың, — тине Яубаҫаров, бөтөнләй тыныс ҡалып.

-- Ҡәҙерғол ҡартта ла булдым.

-- Ҡәҙерғол ҡарт кем һуң ул?.. Хе-хе-хе!.. — Яубаҫаров тамағын шыйылдатты.

-- Ҡәҙерғол ҡарт — тыуған ерҙең һаҡсыһы, сәсәне. Ләкин бында эш Ҡәҙерғол ҡартта түгел.

-- Кемдә?

-- Һеҙҙә, Хөппөлгәрәй Шәңгәрәйевич, һеҙҙә! — Мотал бажаһының ҡыҙыл ҡан баҫҡан күҙҙәренә тура баҡты. — Тыуған төбәктең тәбиғәтен, завод директоры булараҡ, шәхсән һеҙ ҡаҡшатаһығыҙ, һеҙ!

-- Эй сабый! — Директорҙың тамағынан тағы шыйлдау сыҡты. — Ысынлап та был донъяны мин ҡорота тип уйлайһыңмы? Шеш! Төп ғәйеплене эҙлә!

-- Төп ғәйепле – һеҙ, Иҫке завод директоры. Муйынығыҙға боғалаҡ төшмәҫе борон...

-- Шеш! – Мазут һеңгәндәй ҡара ҡулы менән ҡуҡыш күрһәтте. -- Ҡороғоң етмәйәсәк! Ҡулың ҡыҫҡа!

-- Минән юғарыраҡ та ҡороҡсо бар.

-- Кем? Вилор Иҫәрғәповичмы?

-- Уға ла барып етер.

-- Хе-хе-хе!.. Иртәгә үк икәүләшеп барайыҡ, күрерһең: Вилор Иҫәрғәпович иптәш нисек итеп ике аяғыңды бер ҡунысҡа тығыр икән! Һинең таҙа һауаң йәки һыуың түгел, ә мин етештергән продукция кәрәк уға, Мәскәү Кремле алдында ҡойроҡто юғары тоторға! Әллә минән дә гонаһлыраҡ гонаһ шомлоҡтарын белмәйһеңме? Рәхим ит, фамилияларын яҙып ал, өҫтәрендә утлы йәшендәр уйнат.— Яубаҫаров, илгә нимәләр етештереп республиканың данын арттырған иң эре заводтарҙың, комбинаттарҙың етәкселәрен атап, креслоһында тантаналы хихылданы. — Төбәгебеҙҙән суҡайтылған мин-бажаң ише генә түгел -- Мәскәү кадрҙарының алтын фондын тәшкил итә улар. Береһенең генә башынан бер бөртөк ҡылы төшһөн – Вилор Иҫәрғәповичың шунда уҡ креслоһынан осасаҡ. Әһә, күҙең маңлайыңа ырғынымы? Ҡойроғоң бот араңа ҡыҫылдымы? Әллә ана шул исем-фамилияларҙы тәбиғәтте ҡоротоусылар тураһындағы яҙыласаҡ фельетоныңдың төп геройҙары ҡылып сәпәй алаһыңмы? Әләйһә, рәхим ит: мин уларҙың ҡайһыһының ҡайһы айҙа, числола, сәғәттә ҡаш менән күҙ араһында, минең ышығымда шымтайып ҡына, һин йырлаған «көмөш һыулы Ағиҙел»гә нисә мең тонна әшәке һыу ағыҙғанын, «фирүзәләй зәңгәр Күк»кә нисә мең кубометр зәһәр төтөн ебәргәнлектәрен дә дәфтәреңә бәйнә-бәйнә теркәтәм. Шәйләнеңме инде төп геройҙарҙы? Ә мин фәҡәт һин әйткән шул «шаҡшы»ларҙы ҡаплағыс күҙ быуыусы — баһаһы һуҡыр тинлек төтөн шашкаһы ғына... хе-хе-хе! — Баяғыса, тамағын шыйылдатып көлдө.

-- Улайһа беҙ, — төҫө ҡасҡан яҙыусы өй хужаһына төртөп күрһәтеп әйтте, — эште тап ана шул «ҡаплағыс»тан башлап дөрөҫ иткәнбеҙ икән. Шүлгәнлегең оҙаҡҡа бармаҫ.

-- Шиш! Буйың етмәҫ! Бына бынауҙы теләйһеңме? — Яубаҫаров баяғы ҡара «ҡуҡыш»лы бала башындай тос йоҙроғон үргә сөйҙө. — Шәйләнеңме, кемдәр килә тотанаҡлап минең арттан? Оһ-һо!.. Белгең килһә, бер ниндәй ҙә Шүлгән түгел, ә ҡиммәтле хайуан мин! Хе-хе-хе!..

-- Хайуан?!. Был ни тигән һүҙегеҙ?! – Моталды шаҡ-ҡатырҙы.

Яубаҫаров күҙҙәрен яман аҡырайтып, төкөрөктәрен сәсә-сәсә бажаһына яҡынланы:

—Эйе, хайуан! Ниңә аптырайһың? Хайуан! -- Моталдың күҙҙәре, ысынлап та, маңлайына күскәндер:

-- Хөппөлгәрәй Шәңгәрәевич! Бажай! Әгәр иҫергән булһағыҙ, мин һеҙҙең менән һөйләшмәйем.



-- Мине иҫертергәме! Шеш!

-- Хайуанмын, тигәс тә ни, әллә намыҫығыҙҙы ла юйҙығыҙмы?

-- Яҙыусы аҡтығы! «Хаҡлыҡ!», «намыҫ!» тип боғаҙ ярғаныңда һин шуны күрәһеңме: хаҡлыҡ даулап ғауғалаған күпме намыҫтар, эйәләре тарафынан сүплеккә ырғытылып, аяҡ аҫтында ята? Эйәләренең исемен атап ҡысҡыра? Шул ҡысҡырыу юғарыраҡҡа ишетелмәһен өсөн, беләһеңме, кәрәкмәгән шул намыҫтарын эйәләре ни рәүешле тибәрә? Ҡасандырғы ажғыр арыҫландан уларҙы өнһөҙ һарыҡҡа әйләндереп, көтөүләп, ҡасапсының53 бысағы аҫтына юлландыра?.. Ана шул һарыҡҡа әйләндерелгән ташландыҡ арыҫлан-намыҫтарҙың көтөүенең башында башлап барыусы аҫыл хайуан мин — ҡасапсыға тоғро хеҙмәт итеүсе хәйләкәр кәзә тәкәһе мин, хе-хе-хе!..

-- ?!


-- Эйе-эйе! Ҡасапсының тоғро ярҙамсыһын – хәйләкәр кәзә тәкәһен дә белмәйһеңме? Үҙенә ҡалһа, яҙыусы!.. Башың йәш шул әле, бажаҡай. — Яубаҫаров, сейфын асып, һәрмәнеп ҡараһа ла, эҙләгәнен таба алмай йонсоно. — Әсәһе, тим, мур ҡырғыры! Ҡайҙа минең төнәге бүҫкәргән ярты?

Ҡарсыҡ төтәп килеп инде:

-- Әстәғәфирулла тәүбә, ҡайҙан беләйем мин уны? Ташыңды йотоп, ҡасан нәмә эскәнеңде лә онотмаһаң ни!

-- Етте, сутырлама, бүҙәнә! — Сейфын бикләп, бажаһына боролдо. — Беҙҙең тирәлә эттәй темеҫкенәһең, ә ҡаланың ит комбинатына сәйәхәт ҡылғаның бармы? Ундағы мал һуйыу цехына, беләһеңдер, һарыҡ малы үҙ тояғы менән, ожмах ҡапҡаһына үткәндәгеләй, лөбөр-лөбөр тәпәйләп кереп китә, ә икенсе остан әҙер колбаса хәлендә әрйәләргә мисәтләнеп шыңғыр-шыңғыр килеп сыға. Бына шул «ожмах ҡапҡаһы»на һинең ише сабый аҡыл һарыҡтарҙы, беләһеңме, кем әйҙәй? Күп йәшәгән, күпте күргән, эт ҡайышына әйләнгән кәзә тәкәһе! Алйот һарыҡтарҙы алдан башлап барып көтөүе менән лөбөр-лөбөр килтереп еткерә лә, тимер ырғаҡлы бысаҡ ҡаршыһында ғына салт-янтайып, тышта тороп ҡала, ә һарыҡтар тимер ырғаҡлы бысак аҫтына лөбөр-лөбөр ағылыпмы ағылыуын дауам итә — ошо рәүешле көллө көтөү үҙ тояғы менән бысаҡҡа керә. Хәйләкәр кәзә тәкәһе иһә кире боролоп, нәүбәттәге һарыҡ көтөүен килтереп еткерә лә үҙе йәнә янтайып ҡала... Бел: эт ҡайышына әйләнгән кәзә тәкәһе ит комбинатында айырым иҫәптә тора — ашаталар, эсерәләр, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ха-ха-ха!

Яҙыусы, үҙ ҡолағына үҙе ышана алмай, бажаһының йөҙөнә текләп ҡараны: иҫереклек ғәләмәтеме әллә? Юҡ, һәр ваҡыттағыса, ап-айныҡ — үҙ аҡылы үҙендә. Әммә-ләкин күңелендәге — телендә...

—Үҙегеҙҙе шул хайуанға -- кәзә тәкәһенә тиңләп, башығыҙға ҡот осорғос бәлә-ҡаза алаһығыҙ түгелме?

Хужа кеше йәнә түшәмде күтәрә яҙып хахылданы.

— Бажа-бажай, һаман төшөнөп етмәйһең: ҡалалағы иң ҡөҙрәтле ярлыҡауға эйә мин — «круговая порука» тиҙәр уны! Башымдан бер сәс бөртөгөмдө генә төшөрөп ҡара: һин яҙыусы остоғонан нисә бөртөк саң тороп ҡалыр икән! Сөнки тарихи вазифа үтәүсемен: һинең һымаҡ нәҙберекйәндәрҙе кәрәкмәгән намыҫтарынан арындыртам, замана заңына ярашлы аҙымлатам, хе-хе-хе! Бер һүҙ менән әйткәндә, минең уйынсыҡ заводтың серек кәбеҫтә ҡатыш әсе һарымһаҡ еҫле сибек төтөнкәйе унарлаған ҙур заводтарҙың мәйет ағыулы һөрөмөн бергә буталап томаларға ла адрестарын юғалттырырға мөмкинлек бирә — бына минең ҡөҙрәтем! Бына ни өсөн Яубаҫаров бажаҡайың ҡаҡшамай -- тиҫтәләгән йылдар буйынса ел-ямғырға бирешмәй йәшәп килә! Так что, ҡәҙерле Булаттимерич, Ҡәҙерғол ҡарт уйлап сығарған ун ике башлы Шүлгән дейеү пәрейен минән эҙләмә!

Әҙип шаңҡып бөршәйҙе, өндәшмәне. Фекерҙәре мейеһен йәшендәй телде.

Эйе, дөйөм рухосфера беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың шәхси рухосфераһына тығыҙ бәйле, тип уйланы ул, бына ике миҫалы:

Яубаҫаровтың ағыулы-зәғиф шәхси рухосфераһы биосферанан ашып, дөйөм рухосфераны зәғифләндертә, шуға күрә лә уға ҡаршы көрәш ифрат ҡырҡыулаша —яҡлаусылары күмәк.

Ҡәҙерғол ҡарттың Йәншишмәләй саф шәхси рухосфераһы тирә-яҡ мөхитте лә, дөйөм рухосфераны ла сафландырта. Быға миҫал: Йәншишмәне ҡурсалашыусы яңы быуын эшселәр һәм шуға ҡарата аҡыллы рәүештә үҙ аллы ҡарар ҡылыусы милиционер.

Яубаҫаров романға зәһәр ҡара көс булып керәсәк — бынан бил тайҙыртыу юҡ, роман ҡануны бойора.

Төп проблема дәһшәтле, ваҡиғалар ҡатмарлы... Шул гәләмде ни рәүешле теүәл итеп иңләргә лә ҡабилиәтле сисергә?.. Ә яҡтылыҡ йөкмәп илтеүсем кем булыр? Дилбәр! Терегөмөштәй теремек, аҡыллы ла, ялҡынлы ла балдыҙҡайым Дилбәр-Диләфрүз!

Шул йәһәттә яҙыусының күҙ алдары яҡтырып, йөрәге, баш мейеһе бер ыңғай зыңҡыны, әйтерһең дә, шифалы йәшен үтте: «Табылды, роман-эссе итеп яҙам: геройҙарымдың ҡайһылай уйлауын, нисек көрәшеп-алышыуын хикәйәләү генә түгел, ә заманса фәнни фекер-тоҫмалдарын да хәлдән килгәнсә һәм тырыш уҡыусы аңлай алырлыҡ асам, уҡыусыма еткерәм, уны аң-тоң баҫҡысынан бер арата юғарыраҡ күтәрәм». Һорау тыуа: ҡатмарлы эссе жанрының етди сәхифәләрен аҡтарып уҡырға теләүселәр булырмы һуң? Теләмәүселәр ҙә табылыр. Хатта «башҡорт белинскийы» кеүек әҙәби тәнҡитселәр, фәндеке фәндә булһын — бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тип сапсынып та сығырҙар. Әҙәбиәт белгестәре иҫәпләнеп йөрөп тә, роман жанрының, тормоштоң үҙе кеүек үк, бөтәһен һыйҙыра алырына ышанмаҫтар. Мәгәр тәрән фекерләргә, күңел даирәләрен туҡтауһыҙ киңәйтергә һәүәҫ йәндәр етди урындарын да ентекләп уҡыр, хатта автор менән бәхәскә керер. Шундайҙар ҡулында хәҙер донъя ҡуласаһы!

Кабинет ишегенән Мәрфуға ханымдың борсоулы йөҙө салынды ла уйланыусыны ғәмәли донъяға күсерҙе:

-- Атаһы, Мотал кейәү, табын көтә бит инде!

-- Киттек! — Яубаҫаровтың көрәк дәүмәлле ҡулы ҡунағын еңенән семтеп һөйрәне. — Күп сәйнәштек. Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йырта, сүбек сәйнәп май сыҡмай, тигәндәр боронғолар.

Шәмсура туташ менән «буласаҡ кейәү-бала» табынға йәпләнгәйне инде. Моталдың йөрәге «жыу!» итте, шулай ҙа белдертмәне, күреште: ресторанда Мөхлисәһенең тирәһендә уралыусы, һәр төрлө алтын биҙәүестәр менән йәшерен сауҙа итеүсе был йәне һөймәгән, тәне тартмаған Армен Саркисян шәхсән үҙе, ирәйеп, буй-һынының һәр йомороһо түңәрәк һыҙаттарға бөткән, ир саҡырып хәтәр мимылдаған Шәмсура туташ ҡырында түрҙә ҡуҡырайып ултырмыш. Һәр саҡтағыса, Армендың юрматы башҡортона тартым ҡаҡса йоҡа йөҙө алһыуланып, ҡыҙмаса булып алған, сөм-ҡара суҡ мыйығын тауыҡ күрпәселәй ҡупырайтҡан. Шундай уҡ күперек һүҙҙәр һибеп:

—0, Салауат Юлаев премияһының буласаҡ лауреаты! Салауат Юлаевтай полководец шағирлы бөйөк әҙәбиәттең талантлы яугире менән табындаш булыуыма шатмын, — тип күреште. Был әҙәмдең, ысынлап та, бер юлы башҡортҡа ла, кавказлыға ла тартым ҡиәфәте, тыштан даими йылы алсаҡлыҡ балҡытһа ла, төптән һалҡын аҡыл менән идара ителә, йылмайыуында ла иҫәп-хисап хисе сағыла кеүек. Мөхлисәһе ошо бәндә аша ресторанына килтертелгән мандарин һәм лимондарҙы өйгә лә әрйәләп ҡайтарта башлағас, бигерәк тә шул «Ҡаф тауы арты емештәре» араһында көтмәгәндә «Марокко» ярлыҡлы әфлисундар фашланғас, Моталдың әмәлһеҙ һағайыуы шикләнеүгә әйләнде: яҙыҡлы йәндәр ишәйә түгелме ҡатынының ҡырында!.. Бына хәҙер шул йышылмыш Армен хәйерһеҙ завод директорының «буласаҡ кейәү-балаһы» роленә ҡулайлашҡан — тимәк, ниәте барып сыҡһа, Моталдың да ағай-энеһе буласаҡ?.. Бер уйлаһаң, әллә ни иҫ китерлек хәл дә түгел һымаҡ: Моталдың куреп белеүенсә генә лә, Шәмсура туташтың «буласаҡ кейәү»ҙәренең һаны тиҫтәнән ашып китте, ә шуларҙың ошоғаса иң аҙаҡҡы һәм, ваҡытында Мәрфуға ханымдың Моталға яҡын туғандарса оло сер итеп кенә еткереүенсә, хәләл ефетлеккә иң лайыҡлы тигәндәре — мәшһүр тарихсыбыҙ Йыһандар Илһамдар улы Хәкимуллин ине. Уларҙың бит икеһе лә бәпкә хөкөмөндә ояла оҙағыраҡ ҡалған ҡошсоҡтар булып, тап ошо өҫтәл ҡырында парлы күгәрсендәрҙәй гөлдөрләшеп ултырғандарын да Мотал күргәне бар ине. Хәҙер килеп, тимәк, Хәкимуллинды яңы көндәш алмаштырған... Сиртһәң ҡаны сәсрәп сығырҙай «йәш-елкенсәк» Шәмсураһының нәүбәттәге «буласаҡ кейәү-бала» менән мимылдашып һәм борғаланып-һырғаланып, бер-береһенең ауыҙынан бер кәнфитте урталай тешләп һурып, супылдашып убешеүен аҫтыртын ғына күҙәткән эскерһеҙ Мәрфуға ханым Моталдың ҡолағына йәнә лә шыбырлап өлгөрҙө:

—Атаһы әйтә, был кавказ кешеһе ышаныслы: аҡса һанай белгәне кеүек, аҡсалы кәләште лә үтә күреп таный, үҙенә тарта белә, ти. Ошоноң менән танышҡас, Хәкимуллинды «ҡыҫыр кейәү» тип кенә ләҡәпләй башланы, туйҙарын тиҙләтмәкселер инде, хи-хи-хи!

«Йәш-елкенсәк»тәр сутылдашып аҙ ғына ултырҙылар ҙа, өҫтәлдәге бер шешәне, ҡабымлыҡ һәм бокалдарын күтәреп, кире төпкө бүлмәгә йомолдолар, магнитофон моңона күмелделәр. Иренең дә йәнә, ни йомош менәндер, бер арауыҡ табындан йолҡоноуынан файҙаланып, Мәрфуға ханым Моталға яҡынлабыраҡ шыуышты ла эс серҙәрен бушатырға кереште:

—Ҡара әле, кейәү: беҙҙең был буласаҡ кейәү-баланы һин яҡшы беләһеңдер? Анауы Абуталибыбыҙ әйтә, Мөхлисә ҡәрендәшем уның менән бик яҡындан таныштар — «Ярлауыҡ»та алыш-биреш итешәләр, ти бит...

Мотал, Мөхлисәһенең исеме Армен менән бер ҡатарҙан аталғас, сырайы сытырайып, ҡалтыранып уҡ ҡуйҙы, ә уларҙың «алыш-биреш» итешеүе тураһындағы эскерһеҙ генә әйтелгән һүҙ ирҙең ҡанын ағыуланы...

-- Был һорауҙы, ҡайынбикә, үҙегеҙҙең ана шул Абуталип-Буталыбығыҙға бирегеҙ, сөнки ул бит Саркисяндың шешә бөкөһө — йән дуҫы булып алған, тиҙәр! — тине. Мәрфуға ҡул һелтәне:

-- Эй, беҙҙең Абуталипмы һуң инде аҡты ҡаранан айыра торған әҙәм! Уның бар уйлағаны — әрмән коньягы һемереү ҙә ана анауы кушеткала ятып аунау. «Сиҙәм шағиры» исеме менән күпме шаулап йөрөп, һинең һымаҡ яҙыусы ла булып китә алманы бит, исмаһам... — Тауышын ҡапыл аҡрынайтып, ҡунағының ҡолағына шыбырланы. — Ҡуй инде был беҙҙең Абуталипты! Бажаңдың сейфына асҡыс яратып, шуның көн дә башланған шешәһенән ҡойоп эсеп тик йөрөгән икән, мәлғүн, әстәғәфирулла тәүбә... Элекке көн генә иҫләмәҫтән үҙем абайлап ҡалып, иҫем-аҡылым китте. Еҙнәһенә әйтә күрмә инде, берүк, аҡыллым!

-- Миңә тимәгәйе, сейфының эсенә инеп ултырып эсһен — миңә нимә! — тине түҙемлеген юя барған ҡунаҡ. Әммә ире инмәҫ борон ғәм-хистәрен түгепдертергә ынтылған ҡарсыҡ быны иғтибарламаны, арыҡ тарамыш ҡулы менән Моталдың беләген ҡыҫып, сиселеүен дауамланы:

-- Грузинмы, әрмәнме тиһәләр ҙә, һис береһе лә түгелдер ул, әйгенәм! Буласаҡ кейәү-баланы әйтәм. Төҫө-килбәте зерә лә үҙеңдең юрматы яғы туң башҡорто ҡәләмдәшең Дулатҡа оҡшаған бит! Нисек уйлайһың?

-- Минеңсә, — тине Мотал, гонорар алғас эсеп ботон һындырған һәм ҡултыҡ таяҡланып йөрөгән ас яңаҡлы тәбәнәк шағир Дулат исемен ишеткәс көлөмһөрәп, — буласаҡ кейәү-баланың төп сифаты милләтендә түгел, ә башҡа нәмәлә... Иң мөһиме, ҡыҙығыҙҙың күңеленә хуш килергә тейеш.

-- Уныһы шулай ҙа ул, әммә әсә күңеле төрлөһөн уйлай... Күҙ күреп белгән Йыһандар Илһамдаровичты сонтор ҡойроҡ Арменға алмаштырып, яҙа тотмаҫбыҙмы, тим...

-- Һәр хәлдә, Хәкимуллиндың бер ере лә Саркисяндыҡынан бер иле лә артыҡ түгел, әгәр ҙә кәм булмаһа... — тине Мотал.

-- Шулай тиһеңме, кейәү? — Ҡарсыҡ ҡыуанды. — Шәмсурам бер көн әйтә, буласаҡ кейәүегеҙ әрмән түгел, ә үҙебеҙҙең ҡара башҡорт бит ул, ти. Бәләкәс сағынан Кавказда детдомда үҫеп, әсә телен онотҡан, ти. Бер көн, ти, йоҡлағанында, төш күреп, «әсәй!» тип ҡысҡырып ебәрҙе, үҙ ҡолағым менән ишеттем, ти.

-- Бына быныһы ҡыҙыҡ! — тине Мотал, ҡапыл етдиләнеп. — Ҡыҙыҡ һәм йомаҡ! Был йомаҡты Шәмсура туташ ҡына сисер, ахырыһы...

-- Әлбиттә, кейәүҙең әрмәнме, урыҫмы, сыуашмы булыуында түгел эш, дөрөҫ әйтәһең, кейәү. Үҙең әйтмешләй, ҡыҙыбыҙға ғына яраһын. Тик беҙҙе борсоғаны шул: берҙән-бер бөртөк балаҡайыбыҙҙы әллә ҡайҙа Ҡаф тауы артына алып китеп, ҡартайған көнөбөҙҙә япа-яңғыҙ ҡалдыртмаһа ярар ине... Әллә, тимен, үҙебеҙҙең тоҡом булһа, йән тартмаһа ҡан тартып, Уралына һырлығыр — икеһе лә күҙ алдыбыҙҙа булыр... Ярхамбикалла, ана атаһы инеп килә!

-- Әсәһе, килтер ҡайнар һалмаңды!

-- Әү, хәҙер, атаһы!

Өй хужаһының ҡулында башланмаған шешә күреп, Мотал, Яубаҫаров лаяҡын булыуҙан элек, Мәрфуға ханымдың да сәбәләнеп кухняға юлланыуынан файҙаланып, бая өҙөлөп ҡалған һүҙен ослап ҡуйырға ашыҡты:

—Ғәфү итегеҙ, мин башҡа тотмайым. Белеүегеҙсә, мин бында ифрат мөһим йомош менән килдем: һеҙҙең үҙегеҙгә, артабанғы яҙмышығыҙға ҡағылышлы. Ошоғаса бажаларса туған күреп, хөрмәт итеп йәшәгәнемде бик яҡшы беләһегеҙ, Хөппөлгәрәй Шәңгәрәйевич. Ләкин һәр нәмәнең сиге бар. Һеҙ әйткән хәйләкәр кәзә тәкәһенең көнө бөтәсәк — яҡшы белеп тороғоҙ. Һәм ул кәзә тәкәһенә намыҫтарын бағлап ебәргән бәндәләр ҙә фашланасаҡ, әгәр ҙә ул әйткәндәрегеҙ хаҡ булһа...

— Фи! — Яубаҫаров яурындарын һелкетеп шыйлап көлдө.

-- Ҡарағыҙ уны, иларға тура килмәһен.

-- Нимә?! — Директор ырғып торҙо. — Молокосос малай, һин миңә янайһыңмы?

-- Мин һеҙгә туғандарса тәҡдим итәмен: башығыҙға бәлә-ҡаза ҡунмаҫ элек хәләл ялға китегеҙ, Хоппөлгәрәй Шәңгәрәйевич.

-- Шеш! Бына бынауҙы еҫкәп ҡараманыңмы? — Шаһитһыҙлыҡтан файҙаланып йүгәнһеҙләнгән Яубаҫаровтың көрәктәй ҡулы әтәс дәүмәлле «ҡуҡыш»ҡа йомарланды. — Төкөрәм мин һинең фельетоныңа! Һәм үҙеңә... тултырғансы! Әгәр миңә ҡул күтәрһәң, Хиросима саңына әйләнәсәкһең — бел шуны! — Моталдың сығып барыуына иғтибар ҙа итмәйенсә, тамағына ғорҡолдатып стаканды ауҙарҙы...

«Ҡуҡыш»лы йоҙроҡ яҙыусының күңелендә хәтәр тойғо ҡуҙғалтып, малай сағының баяғы хәйерһеҙ утыҙынсы йылдар аҙағы хәтирәһен яңыртты: ошо «ҡуҡыш» булған икән, иркәләп һөйәм тигән булып, малайҙың арыҡ арҡаһына ауырттырып төрткөсләгәне!.. Бына тора ул — халыҡ менән шығырым-тулы залдың бейек сәхнәһендә дер-ҡалтырап Мотал-малай. Уң яғында — әсәһе, һул яғында — Яубаҫаров. Кисәнән биреле малайға һабаҡ ятлатҡан улар: «Халыҡ дошманы Булаттимер Шаһибәрәков — минең атайым түгел, мин унан ваз кисәм!». Һуңынан уны ғүмере буйынса атаһына хыянат итеү тойғоһо эҙәрләне; ә ул саҡта, ошо шомло йөмләне әйтмәҫ өсөн, ытырғанып, Металл-малай төндә тороп ҡасырға — вокзалға төшөргә тейеш ине, атаһы менән бергә алынған Баҡишевтың кинйә ҡыҙы Наҙлыгөл (һуңынан уларҙа аунап үҫәсәк Дилбәрҙең әсәһе була инде!) менән. Икеһе тиң атайҙарынан ваз кисергә теләмәй, «икмәкле Ташкент» поезының вагоны аҫтындағы «ҡуян әрйәһе»нә инеп ятырға, шул әрйәлә Наҙлыгөлдөң Ташкенттағы апаларына барып етергә тейештәр ине. Алдан вәғәҙәләшкәнсә, Наҙлыгөл төн уртаһында тәҙрә быялаһына өс тапҡыр сиртте, мәгәр Металл-малай ошо аҡтыҡ сиктә шөрләне... Ул, шым ғына тәҙрәне асып тышҡа һикерәһе урында, электр төймәһенә баҫты ла көллө өй эсе «гөлт!» итеп яҡтырҙы, тәҙрә ҡараңғыланды, әсәһе ырғып торҙо. Ҡапыл йөҙөнә яҡты бәргән Наҙлығөл, ҡото осоп, тәҙрәнән ситкә ташланды: маңлайын һалҡын быялаға терәгән Металл-малай ҡыҙҙың ҡалаҡ һөйәктәре ослайып сыҡкан арыҡ арҡаһын да икеһенә юл аҙығы төрнәп тотҡан төйөнсөгөн генә күреп ҡалды... Шунан һуң Наҙлыгөл юҡ булды — Металл менгән сәхнәгә лә менмәне, тел әйләнмәҫ һүҙҙәрҙе лә әйтмәне. Металл да өндәшмәҫ ине лә бит, сәхнәлә һул яғында торған, «атаһы урынына ҡалған» Яубаҫаровтың ҡаты ҡулы арҡаһына ауырттырып төртә-төртә әйттертмәһә... Бына шул ҡул Моталға хәҙер баҡтыртып «ҡуҡыш»ы менән янай... Ни тип атарға быны, ҡайһындай баһаларға? Ниндәй кәңәш бирер инең, атайым?..



Каталог: files
files -> Шығыс Қазақстан облысындағы мұрағат ісі дамуының 2013 жылдың негізгі бағыттарын орындау туралы есеп
files -> Анықтама-ұсыныс үлгісі оқу орнының бланкісінде басылады. Шығу n күні 20 ж
files -> «Шалғайдағы ауылдық елді мекендерде тұратын балаларды жалпы білім беру ұйымдарына және үйлеріне кері тегін тасымалдауды ұсыну үшін құжаттар қабылдау» мемлекеттік қызмет стандарты
files -> «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру» мемлекеттік көрсетілетін қызмет стандарты Жалпы ережелер «Наркологиялық ұйымнан анықтама беру»
files -> Регламенті Жалпы ережелер 1 «Мұрағаттық анықтама беру»
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының басшысы А. Шаймарданов
files -> «бекітемін» Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының бастығы А. Шаймарданов
files -> Шығыс Қазақстан облысының тілдерді дамыту жөніндегі басқармасының 2012 жылға арналған операциялық жоспары
files -> Тарбағатай ауданының ішкі саясат бөлімі 2011 жылдың 6 айында атқарылған жұмыс қорытындысы туралы І. АҚпараттық насихат жұмыстары


Достарыңызбен бөлісу:
1   ...   11   12   13   14   15   16   17   18   ...   26


©netref.ru 2019
әкімшілігінің қараңыз

    Басты бет